Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәпкә тейгән уҡ
Күренекле әҙип Мәүлит Ямалетдинов – күп яҡлы талант эйәһе. Уның шиғриәтенә башҡорт халыҡ ижадының иң аҫыл өлгөләре менән ауаздашлыҡ, халыҡсан тел, миллилек, образдарҙың сағыулығы, фәлсәфәүи юғарылыҡ хас.

Мәүлит Ямалетдинов үҙен бынамын тигән прозаик итеп тә танытып өлгөрҙө. Гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләрендә ижадсының тәрән фекерле булыуы, фантазияға байлығы сағыла. Оҫта ҡурайсы, йыраусы һәм фольклор белгесе лә ул. Мәҫәлән, Башҡортостан радиоһы аша халыҡҡа “Бибекәй”, “Ҡалды”, “Кирам көйө”, “Аҡ сабаҡ”, “Ҡыҫҡа Урал” кеүек онотолған тип иҫәпләнгән йырҙарҙы кире ҡайтарҙы. Ғәбит, Ишмөхәмәт сәсәндәрҙең призына үткәрелгән бәйгеләрҙә, төрки поэзияһының халыҡ-ара фестивалендә лауреат булыуын, нәфис фильмда төп герой ролен уңышлы башҡарыуын да өҫтәһәң, Мәүлит Ямалетдиновтың күп яҡлы таланты тамам хайран итә.
Әҙип тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Был үҙенсәлеге “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия” китабында теркәлгән: “...Ямалетдинов төрки телле әҙәбиәттәрҙә беренсе булып туған телгә шиғыр менән Ҡөрьән сүрәләрен, шулай уҡ боронғо төрки Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡыларынан Күлтәгингә арналған Оло һәм Кесе яҙмаларҙы тәржемә итте”. Тәүгеләренең айырым өлгөләре милли матбуғат баҫмаларында донъя күреп, тәнҡитселәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды. Мәҫәлән, Шәреҡ һәм исламиәт белгесе Рауил Үтәбай-Кәрими шулай тип белдерҙе: “...Шағир “Ҡөрьән Кәрим”дәге илаһи, бөйөк, ҡырыҫ, шул уҡ ваҡытта моңло, һағышлы фекер-хистәрҙе ҙур оҫталыҡ менән үҙенсә сағылдырған, уларҙы үҙ күңеле, йәне менән бәйләгән. Нәтижәлә беренсе ҡарашҡа ғәҙәти булып һиҙемләнгән күренештәр сүрәткә әүерелгән. Был – Мәүлит Ямалетдиновтың шаҡтай тәрән фекерле шағир булыуына самими дәлил. Шиғриәттә ябай ғына нәмәләрҙе лә оло фәлсәфә дәрәжәһенә әүерелдереү, һис шикһеҙ, аҫыл сифат”.
Мәүлит Ямалетдиновтың 2002 йылда донъя күргән “Ҡөрьән. Шиғри тәржемәләр” исемле китабына яҙған рецензияһында филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев иһә: “...Изге Китап – биниһая ҡатмарлы, үтә киң йөкмәткеле әҫәр. Беҙ әле уның күп урындарын аңлап та еткермәйбеҙ, – тине. – Ҡөрьәнде бүтән телгә тәржемә итеүсе, бигерәк тә шиғыр ҡалыбына һалыусы ни тиклем тәрән мәғлүмәтле кеше, оҫта ҡуллы, сәсән телле шағир булырға тейеш!”
Мәүлит Ямалетдинов өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмайынса, был йүнәлештә эшләүен дауам итә. Зөһрә Ҡотлогилдина бәйән иткән хеҙмәте – “Ҡөрьән Кәрим” сүрәләренә шиғри аңлатма китабы – быға аныҡ дәлил. Ошондай эшкә тотоноу, тейешле кимәлдә башҡарып сығыу ҙур ҡаһарманлыҡҡа тиң. Уйынмы ни, төрки әҙәбиәттәрендә беренсе тәжрибә бит! Ҡатмарлы эштең ҙур яуаплылыҡ менән башҡарылғаны күренеп тора: Ҡөрьән сүрәләре ҡойоп ҡуйғандай шиғри ҡалыпҡа һалынған. Улар академик тәржемәләрҙән аңлайышлылығы, уҡыуға еңеллеге менән айырылып тора. Сүрәләрҙәге барлыҡ аяттар ҙа шиғриәт ҡанундары талабына буйһондоролған: аныҡ ритмға, төрлө типтағы рифмаларға ҡоролған. Йыйынтыҡтың ҡайһы ғына битен асма, ниндәй генә аятты уҡыма – барыһы ла һоҡландыра. Бер нисә миҫал килтереп үтәйек:

... Ер өҫтөндә йөрөгәндә күкрәк кирмә, маһайма,
Сөнки ерҙе тишә алмаҫһың, күпме генә ҙурайма,
Тауҙарҙай өлкән булмаҫһың, күпме генә ҙурайма...
(“Төндә күсереү” сүрәһе, 37-се аят).
.. Кешеләргә миҫал килтер донъя тереклегенән –
Ул нәҡ ямғыр һыуы кеүек Беҙ күктәрҙән индергән –
Ямғыр һыуын эсеп үҫә ерҙә барса үҫемлек,
Ә һуңынан ул үләндәр һарғайышалар, кибеп,
Һарғайған үлән һабағын елдәр осора, ҡыуып.
Донъя ла тап шулай: елгә осҡан ҡыу үлән кеүек...
(“Мәмерйә” сүрәһе, 45-се аят).
...Тормош өсөн дан һәм маҡтау – бер Аллаға!
Бөтөнөһө парлы тыуа (был донъяға):
Үҙ һыңарын эҙләп таба көллө әҙәм,
(Игеҙ хатта беҙ әлегә һис белмәгән,
Ләкин) бер саҡ асыласаҡ мең-мең фәлән...
(“Йасин” сүрәһе, 36-сы аят).

Һәр аят моңло көйҙәй йырлап тора, бер уҡыуҙан күңелгә һеңә, зиһенгә уйыла. Ә бит Ҡөрьәндәге Аллаһ һүҙенең тәғәйенләнеше тап шунда: кеше күңеленә мөмкин тиклем тәрәнерәк үтеп инеп, уға көслөрәк йоғонто яһау. Уҡ сәпкә тейгән. Шиғри форма ысын мәғәнәһендә мөғжизә яһаған: сүрәләрҙәге фекер үткерлеге, хис-тойғо ҡайнарлығы бермә-бер артҡан, мәғәнә тағы ла киңәйгән.
Хеҙмәттең төҙөлөшөнә туҡталайыҡ. Бай йөкмәткеле аңлатмалар һәм шәрехтәр бүлеге китапты академик тәржемәләрҙән айырып тора. Төп текст менән аңлатмаларҙы бергә ҡушып уҡығанда “Ҡөрьән Кәрим”дә һүҙ барған реаль шәхестәр асығыраҡ төҫмөрләнә, ул замандағы хәл-ваҡиғалар аңлайышлы булып күҙ алдына баҫа. Өҫтәүенә тәржемәләрҙә ”иҫкерҙе, онотолдо” тип иҫәпләнгән боронғо башҡорт һүҙҙәре бик күп ҡулланылған. Был, берҙән, ав­торҙың һүҙ байлығын күрһәтһә, икенсенән, аҫыл хази­наларыбыҙ хәтерҙән юйылмаҫлыҡ итеп мәңгеләш­терелде, сөнки “Ҡөрьән Кәрим” – киләсәккә төбәлгән китап. Ошо уҡ фекерҙе дөйөм башҡорт теленә ҡарата ла ҡулланып була. Дөйөм алғанда, сүрәләрҙең башҡорт теленә тәржемә ителеүе шиғриәтебеҙгә дан, мәртәбә өҫтәй. Бының менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Оло хеҙмәт респуб­ликабыҙҙағы иң юғары баһаға – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына – дәғүә итә ала, тип тә икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Автор быға лайыҡ.




Автор: Зөһрә КАШАПОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә