Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурыстары – һаҡлау һәм яҡлау
Бурыстары –  һаҡлау һәм яҡлау Йыл һайын 12 ғинуарҙа Рәсәйҙең прокуратура хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Кисә Өфөлә ошо уңайҙан тантаналы йыйылыш булды, төбәк ведомствоһы ҡарамағында эшләүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Республика етәксеһе, прокуратураның өлгөлө хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына рәхмәт белдереп, алдынғыларҙың бер төркөмөнә Башҡортостандың дәүләт наградаларын да тапшырҙы.

Прокуратура 1302 йылда Францияла монарх мәнфәғәттәрен яҡлаусы орган булараҡ барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә иһә ул 1722 йылда Петр I сығарған указға нигеҙләнеп ойошторолған. Яңы структураны төҙөгәндә батша шундай маҡсат ҡуйған: “Яманлыҡты, законһыҙлыҡты, ришүәтселекте бөтөрөргә, һис юғында көсһөҙләндерергә”.
Бурыстары –  һаҡлау һәм яҡлауРеспублика етәксеһе тантаналағы телмәрендә прокуратура органдарынан хәҙерге заман талап иткән бурыстарҙы – енәйәтселеккә, иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге хоҡуҡ боҙоуҙарға, экстремизмға ҡаршы көрәш, дәүләт һәм халыҡ милкен һаҡлау кеүек йүнәлештәрҙе – иғтибар үҙәгенә алды.
— Һеҙҙең эш даирәһе бик киң. Енәйәтселеккә, коррупцияға ҡаршы көрәш, төрлө яҡлап халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу... Торлаҡ һатып алып алданғандар яҙмышын хәл итеү ҙә башлыса һеҙҙең иңгә төшә. Ғөмүмән, прокуратура хеҙмәте – хоҡуҡ һаҡлау системаһының төп тармағы. Халыҡтың киләһе көнгә ышанысы ла, хәүефһеҙлеге, тыныс тормошо ла ниндәйҙер кимәлдә ошо өлкәгә бәйләнгән һәм был аңлашыла ла. Бурыстарығыҙ күп, һеҙ уларҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе эшлекле мөхитте яҡшыртыуҙы ведомство алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе тип атаны. Уның әйтеүенсә, йыл һайын күҙәтеү органдары пландан тыш тәҡдим иткән тикшереүҙәрҙең яртыһынан ашыуын прокуратура кире ҡаға, был иһә бизнесҡа йөкләмәне ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирә.
– Был эште дауам итергә һәм эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәтен яҡлау тап һеҙҙең ҡулда икәнлеген аңларға кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Ғөмүмән, Башҡортостан прокуратураһы илдә иң һөҙөмтәле эшләгәндәрҙән һанала. Уның хеҙмәткәрҙәре былтыр закон боҙоуҙың 78 меңдән ашыу осрағын асыҡлаған. Был тәңгәлдә хоҡуҡ һағында торғандарҙың ойошмаларҙан эш хаҡы буйынса ғына ла 400 миллион һумға яҡын бурысты түләтеүгә өлгәшеүен атап үтеү етә. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Республика Башлығы коррупцияға ҡаршы көрәште дауам итергә, бынан тыш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, шул иҫәптән йорттарҙы капиталь ремонтлауҙы күҙәтеүҙе көсәйтергә, аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡҡа хаҡтарҙы, энергия ресурстарына тарифтарҙы нигеҙһеҙ арттырыуҙы ентекле өйрәнергә ҡушты.
Бурыстары –  һаҡлау һәм яҡлауБыл көндө прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров та тәбрикләне. Улар беҙҙең прокурорҙарҙың урындағы норматив базаны ипкә килтереүҙәге өлөшөн юғары баһаланы, ведомство хеҙмәткәрҙәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүҙәрен әйтте.
— Көндәлек ауыр хеҙмәт. Йыш ҡына ялһыҙ, төнгә тиклем эшләргә тура килә торғайны, — тип хәтерләй Өфө ҡалаһындағы Калинин районының элекке прокуроры Әнүәр Әхмәтов. — Ауыр булһа ла, һайлаған һөнәремә ғүмерем буйы тоғро ҡалдым. Бөгөн беҙгә алмашҡа лайыҡлы йәштәр килә. Иң мөһиме — граждандарҙың хоҡуҡтарын, айырыуса аҙ тәьмин ителгәндәрҙең һәм бәлиғ булмағандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау.
Утыҙ биш йылдан ашыу прокурор булып эшләгән Әнүәр Харис улының юлын хәҙер улы Артем дауам итә. Килене лә ошо тармаҡта эшләй икән. “Был системаға бер килеп ҡапһаң, ысҡындырмай ул”, — тип көлә ветеран.
Был көндө Әхмәтовтар династияһы ҡотлау артынан ҡотлау алып һөйөндө. Ғөмүмән, маҡтаулы исемдәр, илдең һәм республиканың дәүләт, тармаҡ наградалары бик күптәргә тапшырылды тантана барышында. Оҙаҡ йылдар прокуратурала эшләп хаҡлы ялға киткәндәр ҙә онотолманы – лайыҡлы наградаларын улар ҙа алды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 0

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 11

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 12

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 17

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 16

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 19