Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер ҙур, ә ҡасыр урын юҡ
Һаман көнитмеш, аҡса табыу тураһындамы хәстәрегеҙ? Ә мине хәүефһеҙлек мәсьәләһе борсой. Ун көн ялда ятып, Ер шарында бер генә тыныс урындың да булмауын күрҙем.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: планетала иң тотороҡло тормош ҡайҙа? Дөрөҫ, Европала. Унда йәшәү кимәле юғары, эшһеҙҙәр һәм пенсионерҙар ҙа типтереп донъя көтә, сәйәхәт итә. Их, шунда китергә ине, тип хыялланғанығыҙ ҙа булғандыр.
“Европала ине”, “булғандыр” тип өҫтәргә тура килә хәҙер. 31 декабрҙә уның үҙәгендә урынлашҡан Германияның Кельн ҡалаһындағы хәл-ваҡиғаларҙан һуң кемегеҙ матур киләсәк эҙләп шунда йүнәлергә теләр ине икән? Ҡот осҡос бит: яңы йылды ҡаршыларға тип ҡала майҙанына сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар мең кешелек ҡасаҡтар өйөрөнөң һөжүменә дусар була. Полицияға 90 кеше ғариза бирә, ә күпмеһе өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күргәндер әле! Сөнки Европала закондар шундай: хатта үҙ-үҙен яҡлау маҡсатында ла күсмәнделәргә ауыҙ асып ҡаршы һүҙ әйткән кеше уларҙың хоҡуҡтарын сикләүҙә ғәйепләнә, эш урынынан яҙыуы ла мөмкин. Шуға күрә лә ҡасаҡтарҙы ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алып, һәр төрлө ярҙам, һыйыныу урыны тәҡдим итәләр, пособие түләйҙәр. Ә һимергән эт, белеүебеҙсә, эйәһен тешләй. Цивилизация уртаһында, “ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул” тигән әйтемде инҡар итеп, урындағы халыҡ вәкилдәренә ҡырағайҙарса ташланыуҙы, нисек кенә аңларға тырышҡанда ла, бер нисек тә аҡлап булмай. Күрәһең, был өлкәлә сәйәсәт дөрөҫ ҡоролмай...
Улайһа, төпкөлгә, тайгаға китер кәрәк, тип тәҡдим итерһегеҙ. Эйе, ана Хакасияла Лыковтар ғаиләһе, беҙҙең Башҡортостан утарҙарында ла бер нисә кеше шулай йәшәй бит. Минең бер танышым йыл да йәйге ялында ташландыҡ ауылға барып, бәләкәй генә өйҙә көн итә. Тәүлек әйләнәһенә телефон бәйләнеше лә тотмаған ҡырағай тәбиғәт ҡосағында булып, бер мәлгә йәмғиәт ығы-зығыһынан арынып ала. Ләкин йыл әйләнәһенә йәшәмәй ул. Цивилизациянан ситтә ундайҙарҙы туҡланыу, медицина ярҙамы алыу буйынса өҙөклөктәр, төрлө тәбиғәт ғәрәсәттәре, башҡа бәләләр көтөп тора.
Яңы йыл башланыу менән 2 ғинуарҙан 3-өнә ҡараған төндә Ырымбур далаһында буран ҡамауында ҡалған йөҙләгән юлсының фажиғәле яҙмышы билдәле булды. Улар тәүлеккә яҡын һыуыҡта ярҙам көтә. Туңып үлмәҫ өсөн ут тоҡандырып, кейемдәрен, документтарын, хатта аҡсаларын яндыралар. Бер кеше вафат була, ун икеһе аяҡ-ҡулын туңдырып, дауаханаға эләгә. Ҡотҡарыусылар үҙҙәре лә бәләгә тарый. Бушлатын һәм бейәләйҙәрен өшөгән кешеләргә биргән полицейский Данил Мәҡсүтовҡа, мәҫәлән, бармаҡһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай.
Әлбиттә, был хәл-ваҡиға эҙемтәләре ентекле тикшерелеп, һығымта яһалыр. Ниңә тотороҡһоҙ һауа шарттарында кешеләр, хатта ауырлы ҡатындар, бәләкәй балалар юлға сыҡҡан? Ниңә ошондай мәлдә ярҙамға ашығырлыҡ махсус техника булмаған йә етешмәгән? Ниңә ҡотҡарыу хеҙмәте етеҙ, йылдам, берҙәм эш итмәгән? Тәбиғәт ашата, кейендерә, тибеҙ. Әммә, күрәһең, ул да арыны – кешелектән яуызлыҡтары өсөн үс ала. Йылдан-йыл һәүетемсә генә көн иткән урындарҙа һыу баҫа, ер тетрәй, вулкан урғыла, ҡом-таш ишелә. Ҡайҙа һуң ул Ер йөҙөндә хәүефһеҙ урын?!
Шулай булғас, иң яҡшыһы өйҙә ултырыумы? Юҡ шул! Ошо ун көн эсендә Рәсәйҙең төрлө урындарында, мәҫәлән, Ҡазанда, Өфөлә, Бөрйәндә сыҡҡан янғындарҙы һәм уларҙың эҙемтәләрен иҫкә төшөрөгөҙ. Фажиғәләрҙән сәс үрә торорлоҡ. Ял, байрам тип, халыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп ебәрҙеме... Ә шул битараф кешеләр һеҙҙең күрше булып сыҡмаҫ тип кем әйтә ала? Һөҙөмтә: берәүҙең дә йәшеренеп ҡалыр ҡәлғәһе юҡ. Европала ла, Рәсәй төпкөлө Ырымбурҙа ла, үҙ йортоңда ла.
Өҫтәүенә 9 ғинуарҙа Рәсәйҙең Федераль йыһан агентлығы былай ҙа ҡуҙғыған күңелгә шом һалды. Ғалимдар Интернетта ҡурҡыныс видеояҙма урынлаштырҙы. Унда беҙҙең Ҡош юлы менән күрше Андромеда галак­тикаларының бер-береһенә ҡаршы йүнәлеүе хәбәр ителә. Бер көн килеп улар бәрелешәсәк. Күп һанлы йондоҙҙар йыһанға сәсрәп китәсәк. Галактика үҙәктәре уҡмашып, бер бөтөнгә әүереләсәк. Етмәһә, Андромеда ҙурыраҡ та, ауырыраҡ та. Тимәк, Ҡош юлын ҡармап ҡына аласаҡ. Беҙҙең Ҡояш системаһы менән ни буласаҡ?! Планетабыҙ Ер, бындағы тереклек шулай юҡҡа сығырмы? Уйлауы ла ҡурҡыныс!
Ләкин был хәл-ваҡиғаға тиклем... дүрт миллиард йыл бар. Тимәк, кешелектең ҡылған эштәре тураһында уйланырға ваҡыты етерлек.



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә