Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелен балаларға бүләк итә
Рәсәй Президенты В.В. Путин: “Башҡортостанды нығыраҡ белеү өсөн урыҫ һәм башҡорт телдәрен тәрән өйрәнергә кәрәк”, – тигәйне. Әлбиттә, яуаплылыҡтың мөһим өлөшө башҡорт теленең байлығын һәм бөйөклөгөн балаларға, халыҡҡа еткереүҙә төп бурысты үтәүсе уҡытыусы иңенә төшә. Үтә ауыр һәм ҡатмарлы был мәсьәләне тик үҙ эшенә бирелгән, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөгән, “телем менән илем – бер бөтөн” тигәнде йөрәгендә йөрөткән педагог ҡына хәл итә ала. Шундайҙарҙың береһе – Ағиҙел ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлфиә Әфтәх ҡыҙы Динисламова.

Ағиҙел ҡалаһында атом станция­һы төҙөлә башлағас, Башҡортос­тандан ғына түгел, тотош илдән йәштәр ошонда килеп төпләнә. Балалар һаны йылдам арта. Ҡалала күп ҡатлы 1-се мәктәп төҙөлә, ул ме­ңәрләгән уҡыусыны ҡабул итә. Артабан 2-се мәктәп, балалар баҡса­лары төҙөлөп файҙаланыуға тапшырыла. Республика райондарынан, башҡа төбәктәрҙән күсеп килгән ата-әсәләр ҡалала башҡорт мәктәбе асыу хаҡында етди һүҙ ҡуҙғата. Ул ваҡыттағы мәғариф министры Ғ.М. Мөхәмәтйәнова менән ҡала хакимиәте башлығы В.Д. Федоров, был талапты хуплап, 2-се балалар баҡсаһы бинаһында башҡорт гимназияһын аса. Бөгөн гимназия – ҡаланың йөҙөк ҡашы. Сәскәләре хуш еҫ бөркөп, нур һибеп тора. Ике тиҫтә йылға яҡын уның директоры булып педагогик яҡтан һәләтле, оҫта ойоштороусы, мәғариф проблемаларын яҡшы аңлаған Г.Ә. Динисламова эшләй. Эшлекле һәм уңған педагогик коллектив тупланған. Әйткәндәй, Гөлфиә Әфтәх ҡыҙы директорлыҡҡа тиклем ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендә эшләп бай тәжрибә туплаған, милли мәктәптәрҙең үҙенсәлеген өйрәнгән.
Гимназия уҡытыу-тәрбиә өлкәһен­дә яңы технологиялар ҡулланыу буйынса тәжрибә майҙансығы булып тора. Башланғыс класта балаларҙы логик фекерләүгә өйрәтеүҙә лә һәйбәт һөҙөмтәләр бар. Уларҙың һаулығын нығытыу маҡсатында “Сәләмәтлек” төркөмдәре ойош­торолған. Гимназия уҡыусылары, төрлө конкурстарҙа, хатта Рәсәй күләмендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Гөлфиә Әфтәх ҡыҙының дөйөм педагогик стажы 30 йылдан ашыу. Гимназия директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы өсөн иң мөһим бурыс – баланан өлгөлө шәхес тәрбиәләү, күңел йылыһын уҡыусыларға биреү, уларҙы ысын кеше итеп оло юлға сығарыу. Г.Ә. Динисламова һәр дәресендә эҙләнеү-тикшеренеү үткәрә, проблемалы алымдар ҡулланып, мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар ярҙамында уҡыусыларында башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләй, туған телдең бөйөклөгөн, матурлығын иҫбат итә. Яңы педагогик һәм методик әҙәбиәт менән даими танышып бара, уларҙы дәрестән тыш эштәрҙә лә файҙаланырға тырыша. Директорҙың өҫтәленән “Башҡортостан” гәзите өҙөлмәй. Башҡаларға ла уҡырға, алдырырға тәҡдим итә ул матбуғатты. Ҡайһы бер мәҡәләләр уҡыусылар менән бергәләп тикшерелә. Бындай алым ата-әсәләрҙең дә гәзиткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттыра.
Гөлфиә Динисламова X –XI кластарҙа филология профилендәге төркөмдәр ойошторған. Был – балаларға Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда һәм юғары уҡыу йорттарына һынау тотҡанда ярҙам. Уҡытыусы үҙенең инновациялы педагогик концепцияһына таянып эш итә. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү буйынса тәжрибәһе Владикавказдағы конференцияла хуплау тапты. Гөлфиә Әфтәх ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре Республика, Салауат Юлаев көндәрендә, шәжәрә байрамында, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында бик әүҙем ҡатнаша. Әлбиттә, бындай саралар эҙһеҙ ҡалмай: балаларҙа тыуған ергә, Ағиҙел ҡалаһына, республикаға, илгә һөйөү тәрбиәләнә, тарихҡа, тәбиғәтте өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу көсәйтә.
Директор-уҡытыусы педагогтар өсөн дә дәрестәр бирә, уларҙы яңы методик әсбаптар, ғилми-ғәмәли мәҡәләләр һәм хеҙмәттәр менән таныштыра. Хәйер, ул үҙе лә конферен­цияларҙа сығыш яһай, журнал-гәзиттәрҙә төрлө темаларға мәҡәләләре донъя күрә. Был тәңгәлдә Гөлфиә Әфтәх ҡыҙы Мәғарифты үҫтереү институтының ярҙамын тоя. Уҡытыу-тәрбиә, етәкселек эше менән бер рәттән ижтимағи тормошта ла әүҙем ҡатнаша ул. Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын уңышлы башҡара. Күптәр уға кәңәш һорап килә. Гөлфиә Динисламованың кешелеклелек сифаттарына һоҡланмаҫлыҡ түгел. Ағиҙел ҡалаһына инеп: “Башҡорт гимназияһы ҡайҙа икән?” – тигән һорауға олоһо ла, йәше лә һис икеләнмәй сәскәгә күмелеп ултырған, ихатаһы матур йыйыштырылған, барыһын да ихлас ҡабул иткән бинаны күрһәтә. Тупһа аша үтеү менән балалар саф башҡортса сәләм бирә. Һин үҙеңде бөтөнләй икенсе мөхиттә тояһың, саф, йылы мөнәсәбәт күңелеңде сорнап ала. Әйткәндәй, гимназияла башҡа милләт вәкилдәре лә уҡый. Улар Башҡортостан, башҡорт халҡының туған теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм сәнғәте тураһында төплө мәғлүмәт ала, интернациональ рухта тәрбиәләнә.



Автор: Сәлимйән ҒҮМӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә