Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Исемдәрҙә ниндәй серҙәр бар?
Быуындар алмашына, күпте белгән оло кешеләр һирәгәйә. Белгән нәмәләрен, әгәр ҡыҙығыусылар, һорашып яҙып алыу­сылар булмаһа, үҙҙәре менән алып китәләр. Беҙҙең башҡорт ере исем-атамаларға бай бит ул. Исемһеҙ тау, йылға, күл, урман, шишмә, уйһыуҙар юҡ. Әгәр киреһенсә икән, ҡасандыр бер ваҡыт иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында онотолған. Атамаларҙы музейға ҡомартҡы итеп һалып булмай, уны халыҡ телендә йәки яҙып алып, урынын билдәләп кенә һаҡлау мөмкин. Маңҡортлашып барған бер дәүерҙә күпмеһелер юғалып китмәҫ тип кем әйтә ала?

Һәр исем-атама абруйлы шәхес исеменә, ауыл тарихына, телгә, дингә, милли аңға йәки кәсеп-шөғөлгә ишаралап тора. Шуға иғтибар иттем: ер-һыу атамалары ла, рәсми белешмәләргә теркәлеп, һаҡлау сараһын күрмәһәң, юғала, онотола, ә бәғзеләре хатта урыҫлаша икән. Белореттан Ағиҙел буйлап Һыртлан ауылына тиклем кәмә менән төшкән иҫәпһеҙ-һанһыҙ туристар, күп ерҙәргә исем сығарып, үҙҙәренсә атап йөрөтә. Бер нисә генә миҫал: Һаҡаҫҡы утарын – Голубое озеро, Йүкәле утрауын – Липовый остров, Ҡалмаш тауын Тягун тип атағандарын ишеткәнем бар. Шүлгәнташ мәмерйәһенә бит юҡтан ғына Капова пещера тигән исем тағып ҡуйҙылар. Ошоноң кеүек ялған исемдәр нығынып китмәҫ тип кем әйтә ала?!
Тағы ла бер миҫал урынлы булыр кеүек. Беҙҙең Мәләүез урмандары Ишембай, Күгәрсен, Бөрйән райондарының урман, ер-һыуҙарына йәнәш урынлашҡан. Ошо ерҙәрҙә уҙған быуаттың 30-сы йылдарҙағы коллективлаштырыу осорона тиклем күпме бәләкәй генә ауыл һәм утар булған. Халҡы мал аҫрап, ҡорт бағып, башҡа төрлө кәсеп менән көн иткән. Бәғзе ауылдар 1921 йылғы аслыҡты күтәрә алмаһа, икенселәре сәйәси золомдан һуң мандымаған. Һөйөш, Кәшәле, Аҡбута, Ямаш кеүектәре үткән быуаттың 70-се йылдарында юҡҡа сыҡты. Ҡасандыр кеше йәшәгән урындарҙы әле кесерткән йә айыу көпшәһе баҫҡан. Унда ҡасандыр ауылдар булғанын ҡәбер таштары һәм соҡорҙары ғына хәтерләтә. Ауыл халҡы “оло ергә” сығып, таралып бөткән. Әммә ер-һыуҙы, ошо яҡтарҙы яҡшы белгән оло кешеләр, урмансылар, көтөүселәр әле лә бар. Тағы бер тиҫтә йылдан булмауҙары ла ихтимал. Бына ошо бер нисә райондағы ер-һыу атамаларын теркәп ҡалдырырға ине. Был беҙҙең төбәккә генә ҡағылмай. Изге эштә студент-филологтар айырыуса әүҙемерәк ҡатнашһын ине. Юғары уҡыу йорттары бит йәйге каникулда халыҡтың ауыҙ-тел ижадын йыя торған экспедициялар ойоштороп тора.
Башҡорт ир-атына, ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас исемдәрҙе, беҙҙең яҡтарҙағы ер-һыу атамаларын башҡа яҡтарҙа ла осратыу, берҙән, аптырашта ҡалдырһа, икенсенән, ул яҡтарҙа йәшәгән халыҡтың тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыуы ҡыуандыра.
1991 йылда Ташкентта Камустар баш тәхририәтендә (Энциклопедияларҙың баш редакцияһы) баҫылған “Үзбәк исемдәре” (авторы — Э.А. Бегматов) китабында 13 меңдән ашыу ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исеме бирелгән. Мәғәнәләре яҙылмаған. Бына шуларҙың бер нисә тиҫтәһен генә алайыҡ.
Ир-ат исемдәре: Баллыбай, Бикбай, Бикбулат, Байғазы, Батманбай, Башман, Башҡирбай, Бүргән, Бүләр, Бүребай, Буранбай, Буранғол, Диңгеҙбай, Истәк, Кинйәбай, Кейекбай, Күсәрбай, Мең, Меңләр, Нарбута, Абид, Айтуған, Аралбай, Аҡъегет, Самар, Сухайл, Сухайля, Таймаҫ, Таллы, Таллыбай, Таш, Ташлы, Түләк, Туҡһанбай, Чинтимер, Чинбулат, Ишбулды, Унғар, Унғарбай, Урал, Уралбәк, Ҡашҡар, Ҡаңлыбай, Ҡыпсаҡ, Ҡарағол, Ҡыуандыҡ, Уранбай, Ҡурғанбай, Ҡурған, Ҡошсо.
Ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Биржан, Меңләр, Айбикә, Айгөл, Аҡҡурай, Аҡһылыу, Унғар, Унғарай, Унғарсин, Уран, Урал, Уралбуви, Уралгөл, Уралай, Уралташ, Уралхан, Ҡоралай, Әчә, Әчә биби, Әчә-гөл (әчә-әсә нигеҙендә 12 исем бар). Урал, Уралбәк тигән исемде үзбәктәр әле лә ҡуша. Был айырыуса Ҡашҡадаръя өлкәһендә таралған. Фирғәнә ҡышлаҡтарында өләсәйҙе “әчә” тип йөрө­тәләр. Нарбута, Айтуған, Аралбай, Таш исем­дәре беҙҙең Мәләүез, Күгәрсен район­дарындағы ауыл исемдәренә тап килә. Нөгөш йылғаһы буйында Таллы тау, шулай уҡ Һуҡайлы йылғаһы ла (үзбәктең Сухайля исеменә оҡшаш) Мәләүез төбәгендә. “Суһейл” ғәрәп һүҙе мәғәнәһе — Канопус йондоҙо, үҙенең яҡтылығы буйынса Сириустан һуң икенсе йондоҙ. “Ҡурған” тигән һүҙ ҙә ҡайһы бер үзбәктәрҙә бар. Күбеһенсә ҡырғыҙҙарҙа беҙҙәге йорт, ихата мәғәнәһендә ҡулланыла. “Ҡоралай” һүҙе әҙәби үзбәк телендә юҡ, уларса ҡоралай “кейек” була.
Был исемлектә “Унғар” исеменең күп булыуы ла иғтибарҙы йәлеп итә. “Истәк” ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исеме булып килгән. Тарихтың ҡайһы дәүерендә ошо башҡорт һүҙҙәре Урта Азияға күскән икән?
Хәҙерге үзбәк халҡы һарт, үзбәк, сығатай, ҡыпсаҡ, ҡуңраттарҙан тора, ә Рәсәй импе­рияһы баҫып алғансы Ҡуҡан (Көканд) ханлығында меңдәр сулалаһы (династияһы), Бохара ханлығында манғыштар сулалаһы хакимлыҡ иткән. Был ырыуҙарҙың күпселеге башҡорттарҙа ла бар бит.
Ғөмүмән, Урта Азия ерендә башҡорттарға ҡағылышы булған атамалар бик күп. Мәҫәлән, Аҡбуйра, Туялас, Аҡъяр, Аҡташ, Манғыт, Ҡыпсаҡ, Ҡаңлы, Көҙән, Мәшәк, Жалаир, Ҡуңырбуға тау теҙмәләре лә бар был яҡтарҙа.
Йәнә Дим һәм Яйыҡ һүҙҙәре лә үзбәктәрҙә ҡулланыла. Дим тынсыу, бөркәү тигәнде аңлатһа, Яйыҡ киң, йәйенке мәғәнәһен белдерә.
Әле телгә алған фекерҙәрҙе “дөрөҫ” тип иҫбат итә алмайым, уныһы — ғалимдар эше. Тик башҡорт илендәге күп атамаларҙың сит илдәрҙә лә осрауына иғтибар итмәй булмай.





Автор: Зариф ЯҠШЫЕВ. Район: Мәләүез ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә