Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр көндәре батырлыҡҡа тиң
Усман ауылы ла илгә килгән ҙур афәтте лайыҡлы күтәреп, 76 ир-егетен яуға оҙата. Һуғышҡа киткән ир-аттарҙың ғына ҡулынан килерҙәй эштәр бала-саға, ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә.

Көндәрҙең береһендә 12 йәше саҡ тулып килгән Шакирйәнгә колхоз бригадиры ат ҡарарға ҡуша. Шул көндән башлап ҡаҡса ғына малай ололар менән бер рәттән эшкә егелә. Ниндәй генә бурыстарҙы башҡарырға тура килмәй уға: яҙын — үгеҙ егеп, ер һөрөргә, йәйен — ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро менән бергә эҫкерт өйөргә, көҙөн — иген баҫыуында көлтә бәйләргә...
— Тиҫтерҙәрем менән бар эште лә башҡарҙыҡ, эштән ҡурҡманыҡ, аслы-туҡлы булһаҡ та, бирешмәнек, — тип хәтерләй Шакирйән олатай. — Ҡыҙҙар иртә таңдан тороп фермаға һыйыр һауырға бара ине, фронттағы һалдаттарға оҙатыу өсөн хатта һарыҡтарҙы һауҙылар, һөтөнөң ҡуйы булыуы сирле һалдаттарҙы һауыҡтырыу өсөн кәрәк булғандыр инде. Ҡыҙҙарыбыҙ Фәрихә, Фариза, Мәстүрә, Мәрйәм беҙҙең менән бер рәттән Аҡкүл станцияһынан йәйәүләп сәсеү өсөн ашлыҡ та ташыны.
Әле уйлап ҡараһаң, һәр көндәре батырлыҡҡа тиң һуғыш йылы балаларының. Һалҡын ҡышҡы көндәрҙә сана менән утын ташыу, өй йылытыу, бәләкәй туғандарын ҡарау, һуңғы телемен уларға бүлеп биреү үҙе лә күпме көс, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ, рух ныҡлығы талап иткәндер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү таңын ауылдаш һалдаттарҙың 35-енә генә күрергә насип була. Шакирйән бабай атаһын көтөп ала алмай — ул аяуһыҙ алышта һәләк була. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы ауыл халҡы менән бергә күтәрә ул. Өс туғаны аслыҡтан, сирҙән вафат була. Береһенән-береһе бәләкәй дүрт туғанын әсәһе менән бергә аяҡҡа баҫтыра. Колхозда быҙау ҡарай, ат көтә... Бәлиғ булғас, уңған ҡыҙға өйләнеп тормош ҡора.
Асия инәй менән Шакирйән олатай алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, аяҡҡа баҫтыралар. Асия инәй – милли аш-һыу оҫтаһы: бауырһаҡ, ҡоймаҡ, бәлештәрҙе иҫ китмәле тәмле итеп бешерә. Күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап, әлеге көндә оло улдары Шамил менән бергә ғүмер итәләр. Һөнәре буйынса Шамил Шакирйән улы — электрик, тирә-яҡ ауыл халҡы, мәктәп, клуб, медпункт, колхоз уның ярҙамынан башҡа тора алмай. Ҡыҙҙары Гөлнур — медицина хеҙмәткәре, атай-әсәйен шифалы ҡулдары менән дауалап, һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Камил — иҡтисадсы, Рәзилә — ашнаҡсы, Мәҙинә менән Мөнирә ҡыҙҙары — хаҡлы ялда, тиҫтәнән ашыу ейән-бүләсәре бар.
— Бик бәхетлебеҙ. Ғүмер буйы колхозда хеҙмәт иттек, шунан йәм табып йәшәнек, барына шөкөр иттек, — ти улар.
Шакирйән олатай әле лә тик тормай — мал ҡараша, яҙын-йәйен баҡсала йәшелсә, еләк-емеш, сәскәләр үҫтерешә. Бергә йәшәүҙәренә 60 йылдан ашыу ваҡыт уҙып та киткән. Ошо дәүерҙә ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанып йәшәй улар.
— Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт, минең кеүек тыл ветерандарына тәғәйен пенсияһын түләп тора, ауыл Советы байрамдарҙа хөрмәт күрһәтә, — тип ҡыуана Шакирйән бабай.
Һуғыш ветерандары хәҙер ауылда ҡалманы, тыл ветерандары ла өс-дүрт кенә кеше. Беҙҙең тыныс тормош өсөн бала сағын, йәшлек йылдарын аямаған тыл һалдаттарына мәрхәмәтле, ихтирамлы булайыҡ.



Автор: М. БИКӘНӘСОВА. Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә