Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гәзиткә яҙылығыҙ!
Гәзиткә яҙылығыҙ! Юмористик хикәйә
Берҙән-бер көн редакцияға, ишеккә көскә һыйып, имәндәй таҙа ҡарт килеп керҙе. Емельян Пугачев тип торорһоң. Һаҡал-мыйығы ла нәҡ уныҡы. Кәүҙә баһадирҙыҡы булһа ла, күңеле йомшаҡ, күрәһең, ингәс һүҙҙе нимәнән башларға белмәй маташты, ҡаршымдағы ултырғысҡа килеп ултырғас та көрәк хәтлем ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыҙаланды. Йомошо ла бик сәйер. Кейәү тейешле кешеһе, ҡурҡытып, һарыҡ һорап ята икән.
— Инде ике-өс һарығымды илтеп бирҙем, ҡәнәғәт түгел, тота ла ошо яҙыуҙы ебәрә, — тип минең алға беҙҙең район гәзитен һалды. Гәзит ситенә көрән ҡәләм менән: “Һарығың үлде, ҡыҙыңды килеп ал!” — тип яҙылған.
— Һеҙ оҫта яҙаһығыҙ, матур һөйләй­һегеҙ, кейәүгә аңлатығыҙ, һарығым бөттө, ҡыҙымды ҡайтармаһын ине.
Иртәгәһенә иртүк “кейәү” йәшәгән ауылға хәлде асыҡларға йүнәлдем. Редакцияның иҫке матайы сөскөрә лә төскөрә. Асыуым килеп, юл буйына “вымогатель” кейәүҙе һүгеп барҙым.
— Йөҙө ҡара, ҡалай ҡарт кешенең йом­шаҡлығынан файҙаланып, уны талап ята икән. Ҡатынын да әйтер инем. Һарыҡ хаҡына ла күрмәгән ир менән ни тип йә­шәмәк кәрәк. Ошондай әтрәгәләм ир­ҙәрҙе фашлаған зәһәр фельетон бу­ла­саҡ яҙаһы әйберем. Кеше иҫәбенә йәшәү­ҙең йүнлегә алып бармауын белһендәр.
Килеремде алдан белеп торғандар тиерһең, хужалар мине ҡапҡа алдына уҡ сығып ҡаршы алды. Мөләйем йөҙлө ир менән ҡатын ах та ух килеп һарыҡ йөнө алып яталар. Ишек алды тәгәрәп ятҡан һарыҡ, өйөм-өйөм йөн менән тулған, баҫырға ла урын юҡ. Эш онотолдо. Хужалар мине күтәреп тигәндәй өйҙәренә алып инделәр. Өтә­ләнеп тора былар. Ни арала өҫтәл әҙерләп ташланылар. Ире лә, ҡатыны ла уңған, кешелекле күренә. “Ошондай кешеләр ҙә вымогатель булыр икән”, — тип берсә ғәжәпләнеп, берсә нәф­рәтләнеп уйлайым.
Өҫтәлдә нимә генә юҡ: сәйе лә, мәйе лә. Ашап-эсеп кәйефләнеп алдыҡ. Теләһәң-теләмәһәң дә, бер килгәс, йомошто йомошламай китергә ярамай. Алдыңда өҙөлөп торған кешеләрҙең дә кәйефен ҡырғы килмәй. Тәмәке тартырға тип, Ғәлләмде (ирҙең исеме шулай икән) тышҡа саҡырҙым, һүҙгә һүҙ ялғап, өйләнеү тарихы менән ҡыҙыҡһындым.
— Уны һин дә ишеттеңме ни? — тип Ғәлләм хахылдап көлөп ебәрҙе.
— Юҡ, — мин әйтәм, — мин бер ни­мә лә белмәйем, былай ғына ҡыҙыҡ­һы­нам. Ҡатының менән бик татыу йә­шәй­һегеҙ кеүек, донъяғыҙ ҙа ҡалын күренә, — тим, ишек алды тулып ятҡан һарыҡтарға ишаралап.
Ғәлләм ағай көлөүенән көскә тыйылып, һөйләп ташланы:
— Нәҫелен яңыртайым тип һарыҡ эҙләй инем. Яратта Хажи ҡарттың һарығы күп тигәнгә, тәүҙә уға һуғылдым. Ғүмер буйы лесник булып эшләне ҡарт. Һинеңсә әйтһәк, ҡалын тора. Тик ҡарт көнөндә ул да яңғыҙ, минең дә ҡатын гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Әлеге кеүек әҙерәк төшөрөп алдыҡ.
— Һарыҡ бар ул, күңелеңә оҡшағанын һайлап алырһың, — ти ҡарт, — тик бер шартым бар.
Үҙен-үҙе ҡарап ҡына йәшәгән матур, таҙа ҡарт бит инде ул Хажи ағай. Уға ҡарап һоҡланып ултырам.
— Шартым шул, — ти, — һарыҡҡа ҡушып ҡыҙымды ла алаһың.
Ҡарттың ултырып ҡалған ҡыҙы барын ишетә белә инем. Күргәнем юҡ. Ике-өс өйлөк ауылға кем килеп ҡыҙ күҙләп йөрөһөн, ултырған да ҡалған инде.
Ҡарт шаярта торғандыр тип, мин дә уйынлап: “Һарығыңдың хаҡын төшөрһәң, ҡыҙыңды ла алам”, — тип ысҡындыр­ҙым. Икебеҙ ҙә ҡыҙмаса. Шулай тағы байтаҡ тегене-быны һөйләшеп ултыр­ҙыҡ. Арыу ғына булдыҡ.
Ҡышҡы көн ни күпме генә, ҡараңғы ла төшә башланы. Ҡайтырға ваҡыт еткәнен һиҙеп, сыҡһам, ни арала Хажи ҡарт санаға аяҡтарын бәйләп һарығын да һалған, кейендереп-яһандырып ҡыҙын да сығарып ултыртҡан.
Баш та арыу бит инде. “Әйҙә, барһын, иртәгә ҡайтыр әле”, — тип, Хажи ҡыҙын алып ҡайт та кит. Йәшәнек тә киттек бына шулай. Хәҙер һыу һибеп тә айыра алмаҫһың.
Мин Хажи ҡарттың редакцияла булыуын һөйләнем, гәзит ситенә яҙылған яҙыуын да күрһәттем. Ғәлләм һарғайып бөткән гәзиткә ҡарап торҙо ла ҡатынына өндәште. Ҡатыны гәзитте күргәс, көлөп ебәрҙе.
— Мин уның менән атайыма әйбер төрөп йөрөтәмсе.
— Ә ситендәге яҙыу? — тим мин, сигенергә теләмәй.
— Уныһын мин Мәмдүҙәне алып ҡайтҡандың икенсе көнөнә ҡатынды шаяртып яҙғайным, — тине хужа.
Эштең асылына төшөнгәс, өсәүләшеп көлөштөк.
— Әйтәм, бабай килгән һайын һарыҡ ала ла килә, — тип быуылып көлә Ғәлләм.
Хажи ҡарт гәзит ситендәге яҙыуҙы уҡый ҙа кейәүенә һарыҡ илтә икән. Ә ҡыҙы, шул уҡ гәзиткә әйбер төрөп, йәнә атаһына ебәрә.
Шулай итеп, бер гәзит ике ауыл ара­һын бер нисә рәт урай, ураған һайын кейәүгә бер һарыҡ килеп тора. Бына бит гәзит етмәү нимәгә килтерә. Ул аҙнаға ике-өс килеп торһа, улай булмаҫ ине. Гәзит алдырыр кәрәк.



Автор: Түләк ҒИРФАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә