Фәнгә “ҡар кешеһе” булып ингән кешегә оҡшаш йән эйәһен төрлөсә атайҙар. Фәнни телдә уны “ҡар кешеһе”, “айыу-кеше”, “Тибет йети”йы тип йөрөтәләр. Һүрәтләгәндә ҡырағай йәнлеккә, хайуанға оҡшаталар һәм “зверь”, “животное” һымаҡ һүҙҙәр ҡулланалар. Берәүҙәр уны Гималай тауҙарында, ҡар һыҙатынан юғарыраҡ урында йәшәй тип иҫәпләһә, икенселәр был йән эйәләренең барлығын бөтөнләй инҡар итә. Йетиҙарҙың барлығына ышанған ғалимдарҙың анализлауынса, ошоға тиклем тауҙарҙың ҡар һыҙатынан юғары урындарында табылған ҙур эҙҙәрҙе яҡынса 7 фут (2,13 метр) оҙонлоҡтағы гоминид ҡалдырған, һәм был эҙҙәр кешенекенә бик оҡшаш. Ҡар кешеһенең барлығына ышанмаусылар иһә был эҙҙәрҙе айыуҙыҡы тип иҫбатларға тырыша, “матур легенда”ға, урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижадына ҡайтарып ҡала. Буддистар Гималай тауының иң өҫкө өлөшөндә үлгәндәрҙең рухтары һәм өрәктәр, аҫҡыһында йетиҙар йәшәй тип иҫәпләй.Төрлөһө бар Был феномендың тәүге тапҡыр рәсмиләштерелеүе 1921 йылда Эверест тауының 21 мең фут (6,4 километр) бейеклегендә теркәлгән. Эверест тауына экспедицияға етәкселек иткән полковник, альпинист Говард-Бери сәйер эҙҙәр тапҡан һәм был хаҡта рәсми белдергән. Йөк ташыусы тибет кешеләре: “Былар — меч-кангми эҙҙәре”, — тигән. Яҡынса тәржемә иткәндә, ул һүҙҙәр “ҡар кешеһе” (“канг” — ҡар, “ми” — кеше), ә “меч” — ерәнгес, уҡшытҡыс еҫ аңҡытыусы тигәнде аңлата. Ошонан “ҡар кешеһе” тигән һүҙ киткән дә инде.
Моғайын, феноменға ғилми күҙлектән 1951 йылдың 8 ноябрендә Эрик Шиптондың Эверест тауҙарында төшөргән фоторәсемдәр серияһынан һуң ғына тотонғандарҙыр. Ул һәм дуҫтары Менлунг Гласир тигән урындан алыҫ түгел 22 мең фут (6705 метр) бейеклегендә сәйер эҙҙәрҙе фотоға төшөрә. Иң асыҡ эҙҙең ҙурлығы 12,5 х 6,5 дюйм (31,25 х 16,25 сантиметр) була. Улар гигант гоминидтың ысынлап та йәшәүе мөмкинлеген иҫбатлай һәм сасквоч, бигфут һымаҡ йөнтәҫ маймыл-кешеләрҙе өйрәнеүгә юл аса.
1970 йылда Непалдың көньяҡ Анапур яғына экспедиция юлға сыға. Экспедиция етәксеһе урынбаҫары Дон Вилланс 14 мең фут (4267 метр) бейеклектә урынлашҡан лагерҙарынан алыҫ түгел генә сәйер эҙҙәр таба. Уларҙы фотоға төшөргәндән һуң бинокленән шәүлә күрә: ике аяҡлы, кешегә оҡшаш ҡара нәмә йөрөй! Ошо күренеште Вилланс ярты сәғәт буйына, әлеге йән эйәһе ағастар араһына инеп юғалғансы, күҙәтә. Был урын Непал халҡына “оло маймылдар төйәге” булараҡ билдәле.
Непалда өс төрлө “ҡар кешеһе” теркәлгән тип иҫәпләнә. Тәүгеләре бик ҙур кәүҙәле, урындағы халыҡ әйтеүенсә, был төргә ингәндәр – вегетариандар, бары ашарға етмәгән саҡта ғына бүтән аҙыҡҡа тотоналар икән. Икенселәре – бәләкәйерәк. Улар ҙа тыныс холоҡло, башлыса вегетариандар. Ә бына өсөнсө төркөмгә ингәндәр буйға иң бәләкәйҙәре, агрессивтар. Быны Ракши-бомпо тип йөрөтәләр. Ракша “Рамаяна” тигән һинд эпик поэмаһында ҡырағай йәнлек булараҡ телгә алына.
Гималай тауҙарының төрлө яғында ҡар кешеһен төрлөсә атайҙар: банг, бангйакри, бан-ванас, ван-манас, “оҙон аяҡ”... Элекке Совет республикаларында ла исемдәре төрлө уның: Азербайжанда – абанауйу (урман кешеһе), биабангули, Памир яғында – дев һәм ҡаҙаҡтарҙа – “киик адам” (кейек әҙәм). Ә швед ботанигы үҙенең “Йәнлек һынлы кеше” тигән яҙмаларында ҡар кешеһен “гомо ноктюрнус” (төн кешеһе) тип атай.
ХIХ быуатта кеше йәшәмәгән урындарҙа Николай Пржевальский алмастар (ярым кеше ҡиәфәтле йән эйәләре) менән осрашҡан. Был хәл Монголия һәм Гоби сүллеген тикшергәндә була. Ләкин тикшеренеүҙәр Рус хөкүмәте һәм империя суды тарафынан тыйыла. Алмастар төбәктә шулай уҡ “алмаст” һәм “ҡар кешеһе” булараҡ теркәлгән.
Төньяҡ Американың көнбайыш урмандары, тауҙарында ла сәйер йән эйәләрен йыш күрәләр. Бында уларҙы бигфут (оҙон аяҡ) тип йөрөтәләр. Улар тураһындағы тәүге мәғлүмәт ХIХ быуат башында уҡ билдәле була. Индеецтар “аҡ тәнле” күскенселәргә урманда йөнтәҫ, ике метрҙан ашыу ҙурлыҡтағы ҡалҡыу күкрәкле, киң яурынлы әҙәмгә оҡшаш йән эйәләре йәшәүен әйтә. Ә 1851 йылда иң тәүге булып гәзиттә йети тураһында материал баҫыла. Унда ошондайыраҡ һығымта яһала: “Йән эйәһенең кешегә оҡшашлығы кире ҡаҡҡыһыҙ... Ул – был яҡтарҙа 1811 йылда булған ер тетрәүенән һуң ҡырағайланған кеше...” Бигфутты тәүге тапҡыр йорт хайуандарын баҫтырғанда күрәләр.
Президент Теодор Рузвельт бик оҫта һунарсы була. Бер ваҡыт ул ошондай уҡ кеше ҡиәфәтле “йәнлек”тәрҙең ике һунарсыға ташланғаны тураһында әйтә.
Шаһиттар ни һөйләй? Барыһы ла тиерлек йетиҙы бер төрлө һүрәтләй. Улар араһында ҡытайҙар айырыуса күп. Шуға ла был йән эйәһен “ҡытай ҡырағайы” тип тә йөрөтәләр. Ҡытайҙар иһә уны “йерен” тип атай. Ошо “йерен”дың буйы, урындағы халыҡтың һөйләүенсә, ике метрға етә, үҙе ҡорал эшләй, ағастан кәрзин үрә ала, имеш. Ҡытайҙың урта өлөшөндә йөҙләгән кеше ҡар кешеһен күргән. Ләкин уны донъя кимәлендә өйрәнеү мөмкин булмаған, сөнки ғалимдарҙы илдең халыҡ аҙ йәшәгән урманлы райондарына индермәгәндәр. Шуға ла Ҡытай тикшеренеүселәре туплаған дәлилдәр, ил эсендә ҡалып, ғалимдар “үҙ ҡаҙанында” ғына ҡайнаған.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында ғына алты ил ғалимы берләшеп, заманса техник аппараттар, башҡа кәрәк-яраҡ менән ҡоралланып, экспедицияға сыға. Әйткәндәй, экспедицияны ойоштороуға Ҡытай фермерҙары тапҡан сәс усламы сәбәпсе була. Уны тәүҙә Шанхайҙың Фудан университеты ғалимдары тикшерә. Улар “сәс маймылдыҡы ла, кешенеке лә түгел” тигән һығымтаға килә. Һуңынан табышты Огайо менән Бирмингем университетына ебәрәләр. Доктор Ранджит Сохи етәкселегендәге космик һәм физик бүлек хеҙмәткәрҙәре ентекле тикшеренеү үткәрә.
Һөҙөмтәләр 1990 йылдың ноябрендә иғлан ителә: сәстәр кешенеке лә, хайуандыҡы ла булмаған йән эйәһенеке. Пуарье былай ти: “Йәнлек әлегә тиклем билдәле булған бер категорияға ла инмәй. Шулай итеп, кешегә тиклем ярты миллион йыл элек йәшәгән гигантопитектың цивилизациянан алыҫ урындарҙа ла көн итә алыуы тәүге тапҡыр иҫбатлана”.
1981 йылда Хубей провинцияһында ғилми-тикшеренеү йәмғиәте төҙөлә. Улар сәйер күренештәрҙе тикшерә, Ҡытай ҡырағайын күргәндәрҙең күрһәтмәләрен теркәй. Шуларҙан бер нисәһен миҫал итеп килтерәйек.
...1976 йылдың 19 июнендә Кунли ауылынан Гонг Юлан атлы крәҫтиән, ҡатынын, дүрт йәшлек улын алып, сусҡаларына үлән йыйырға тауға күтәрелә. Ике ҡая араһындағы һуҡмаҡтан барғанда ул алты-ете метр ғына арала һорғолт-ерән нәмәнең арҡаһын ағасҡа ышҡып тырнанып торғанын күрә. Йән эйәһе, ҡатын менән баланы шәйләгәс, уларға ташлана. Ҡатын балаһын ҡоса ла тау аҫтына йүгерә. Һуңынан тикшеренеү төркөмөнә күргәндәрен һөйләйҙәр. Ҡатындың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡытай ҡырағайы оҙон кешенән дә ҡалҡыуыраҡ, сәстәре оҙон, ҡул-аяҡтары йөн менән ҡапланған була. Кәүҙәһен кеше һымаҡ тотоп, киң аҙымдар менән атлап йөрөй, ир затынан. Йөҙө ҡурҡыныс.
...Фангсян өйәҙе Хилондан көтөүсе Жу Квокьянг бына ниҙәр һөйләй: “1974 йылдың 16 июлендә Лонгдонгту тауҙары көтөүлегендә дүрт үгеҙ көтә инем. Шул ваҡыт ҡурҡыныс, сәйер йән эйәһе менән күҙмә-күҙ осраштым. Ул кешегә бик ныҡ оҡшаған, ә йөҙө ерән-һоро йөн менән ҡапланған. Мин мылтыҡты уға табан борҙом, ләкин йән эйәһе көбәкте ҡайырып тотто. Мылтыҡты тартып-тартып та ала алмағас, атып ебәрҙем. Теймәне. Теге ҙур итеп ауыҙын асып, асыуын белдерҙе. Шул саҡ һап-һары тештәрен күрҙем. Улары ла кешенеке кеүек ине, тик бер аҙ киңерәк. Ҡурҡыуҙан аяҡтар тотмай башланы. Ярай әле, сит кешеләрҙе яратмаған һөҙгәк ҡара үгеҙем бар ине. Ул йәнлекме, кешеме булған йән эйәһен һөҙөргә килә башланы. Теге иһә, ошоно күреп, ризаһыҙлыҡ белдереп, “фырҡ-фырҡ” иткән тауыштар сығарҙы ла ағастар араһына ҡасты”.
...Хонгта ҡасабаһынан Жанг Юджин иһә нисек итеп ҡар кешеһен үлтереүҙәре тураһында һөйләгән. “18 йәшем тулғас, Гоминьдан армияһында хеҙмәт иттем. Бер нисә һалдатты һунарға ебәрҙеләр. Алғы тауҙағы бер өйгә туҡталдыҡ. Хужа кеше өй аръяғында ярты көн буйына сәйер йәнлек ҡысҡырыуы тураһында һөйләне. Өйәҙ коменданты, төркөмөбөҙҙөң етәксеһе 30-лап һалдатҡа өс пулемет биреп, ошо урынды уратып алырға ҡушты. Беҙ шулай эшләнек тә инде һәм... бер түгел, ике сәйер йән эйәһен күрҙек. Береһе башын түбән эйеп илап ултыра, ә икенсеһе уның тирәләй йөрөй, ваҡыты-ваҡыты менән тегеңә килеп ҡағылып ала. Сәйер күренеште ярты сәғәттән ашыу күҙәттек. Һуңынан ут астыҡ. Атлап йөрөгән ҡырағай шунда уҡ ҡасты, ә ултырғаны үлде. Уныһы ата ҡырағай ине, буйы кешенеке һымаҡ, тәне ҡара-һоро йөн, сәс менән ҡапланған...”
Хәйер, Ҡытай ҡырағайының илағанын күптәр күргән. Уларҙың һүҙҙәре, һөйләшеп ҡуйғандай, бермә-бер тап килә. “Ҡала уртаһына ҡырағай кешеләрҙе бәйләп ҡуйғандар, тигән хәбәрҙе ишеткәс, шунда киттем. Инә менән ата ҡырағайҙар ине улар. Йөҙҙәре кешеләрҙекенә ҡарағанда ҡыҙылыраҡ, оҙон сәстәре ҡулбаштарына тиклем төшкән. Инәһенең имсәктәре ҙур. Атаһының сикәһе буйлап күҙ йәштәре аға. Кукуруз сәкәне биргәйнек, ашанылар”, — ти Лю Джикван 1942 йылда булған, йәғни 13 йәшендәге, ваҡиғаны хәтерләп.
Баҡһаң, тибеттар йәнлеккә оҡшаған кеше менән тыңламаған балаларын да ҡурҡытҡан икән. Ә ҡырға сыҡһалар, нисегерәк ҡасырға кәрәклеген өйрәткән: “Тау аҫтына табан шәп итеп йүгерергә кәрәк. Шулай иткәндә, ул ҡурҡыныс нәмәнең оҙон сәстәре күҙенә төшәсәк һәм күрмәйәсәк. Ә инә ҡырағайҙарға ҙур имсәктәре йүгерергә ҡамасаулай”.
Халыҡ ижадында 1995 йылда Һамар өлкәһенең Ташбулат ауылында булырға тура килде. 84 йәшлек Фатима әбей Дәүләтшина боронғо тарихты яҡшы белә, аслыҡ йылдары хаҡында ла иҫләй (ошо хаҡта мәғлүмәт йыя инем) тигәстәре, барҙым. Әбей, ысынлап та, торғаны бер хазина һандығы булды: 1921 йылғы аслыҡты, әсәһе, ауыл ҡарттары һөйләгәндәрҙе һүҙмә-һүҙ хәтерләй. Ана шул саҡ: “Бер нәмә көйләйем әле”, — тип “Алпамыша”ны көйләргә кереште. Эйе, һөйләргә түгел, ә көйләргә! Иҫ киткес моңло тауыш менән әбей бер һамаҡлай, бер көйләй... Икенсе барғанымда, 1998 йылда, Фатима әбей ауырып тора ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан (мин һорамаһам да), тағы “Алпамыша”ны көйләне. Ғөмүмән, Ташбулатта ғына түгел, ә Кәрәлек, Ырғыҙ буйында йәшәгән барлыҡ ауылдарҙа ла ул саҡта ололарҙың күбеһе “Алпамыша”ны көйләп тә, һөйләп тә бирә алғандыр. Улар шиғри юлға һалынғайны. Хәҙер иһә башҡорт халыҡ ижадында осраған башҡа варианттарҙың өҙөктәренә туҡталайыҡ:
“Алты йәшәр Алпамышаның яурыны алты аршин булған, буйы — алтмыш аршин. Урманда йөрөгәндә ҡарағай ағастарын, ыштандың төбөн йырта тип, сүп кеүек ситкә алып ташлап йөрөгән. Шунан ул бер урында һабан һөрөп йөрөгән әҙәмдәргә осрай. Шуларҙы ике пар үгеҙе, ике һабаны менән кеҫәһенә һалып алып ҡайта.
– Атай, – тигән, – бына донъяға әжер тигән ҡорт сығып, ерҙең ҡыртышын ашап йөрөй, – тигән.
– Балам, – тигән атаһы, – былар – ахырызаман кешеләре, шуға ла улар ваҡ. Уларҙы азат ит.
Алты йәшәр Алпамыша уларҙы урындарына илтеп ташлай...”
Күреүебеҙсә, бер Алпамыша ғына оло кәүҙәле булмай. Тимәк, атаһы ла, әсәһе лә, башҡалар ҙа дәү булған. Ғәҙәти кешене улар “ахырызаман” бәндәһенә тиңләй. Әйткәндәй, әҙәм балаһының “ваҡлана” барыуы башҡа башҡорт әкиәттәрендә лә сағыла. Алпамыша көрәштә еңгән һәм һуңынан кәләш итеп алған Барсынһылыу ҙа бәһлеүән кәүҙәле ҡыҙ булараҡ күҙ алдына баҫа.
“...Бейек тауҙа Барсынһылыу тигән ҡыҙ ултыра. Ул, кем ошо тауға менеп, минең менән яу ҡайтара, мин шул кешегә барыр инем, тигән. Халыҡ йыйылыша майҙанға, батырҙар, ғәскәрҙәр йыйыла. Шул саҡ Барсынһылыу оранлап һуҙа:
Халыҡтар килә, халыҡтар килә,
Араһынан берәү килә.
Атланиһә — тау һелкенә,
Йүгерҙиһә — ер һелкенә...
Барсынһылыу Алпамышаға ҡаршы алтмыш ботлоҡ таш тәгәрәтеп ебәрә. Егет уны ике бото менән ҡыҫып ала ла ҡыҙға ҡаршы бәрә. Шул ваҡыт таш Барсынһылыуҙың ҡолағы төбөнән “шыу” итеп үтеп китә, хатта ҡыҙ үҙе лә тота алмай ҡала. Шунан һуң алты йәшәр Алпамыша тауға менеп, Барсынһылыуҙың ас биленән тотоп, һауаға сорғотоп ебәрә. Барсынһылыу: “Ах, егет, харап итмә мине, һиңә булам хәләл ефет”, — тигән. Шунан һуң Алпамыша Барсынһылыуҙы үҙ өйөнә алып ҡайта”.
Башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк, алтай, ҡарағалпаҡ, нуғай, татар халыҡтарында “Алпамыша” (“Алпамыш”, “Алып-Манаш”) исемендә киң таралған героик эпостың әкиәт-легенда варианттарының барыһында ла тиерлек Алпамыша образы ябай, ләкин көслө, бәһлеүән кәүҙәле кеше булараҡ һүрәтләнә.
А.Г. Бессонов яҙып алып, руссаға тәржемә иткән “Алпамыша менән Барсынһылыу” вариантында Алпамыша хан улы һәм “ете туғай йылҡыһы” булған бай егет итеп күрһәтелә. Ә Барсынһылыу — икенсе хандың ҡыҙы. Ике хан — Аляр-хан (Әйләр) менән Бүләр-хан үҙ-ара: “Беребеҙҙең улы, икенсебеҙҙең ҡыҙы тыуһа, никахлаштырырбыҙ, ә икебеҙҙең дә улдарыбыҙ тыуһа, дуҫ булырҙар”, — тип һүҙ ҡуйышалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттең атаһы үлеп китә, ҡыҙҙың атаһы вәғәҙәһен “онота”. (БНТ, т.3, № 3). Асылы йәштәрҙең ҡауышыуына табан юлды, еңеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙы һүрәтләүгә ҡоролған. Әйткәндәй, яңы тыуған, хатта тыуасаҡ сабыйҙарҙың “ҡолағын тешләтеү” йәки “йәрәштереү” “Алпамыш” тип аталған үзбәк халҡы вариантында ла (Л. Пеньковский тәржемәһе. М., 1949) бар. Башҡортостанда Алпамыша менән Барсынһылыу Әйләр һәм Бүләр хандарҙың балалары итеп һүрәтләнә. Тимәк, ике башҡорт ырыуы балалары булараҡ ҡауыштырыла.
Ибн Фаҙлан
яҙмаларынан Бер эпос та ерле-юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй. Быға “Алпамыша” ла дәлил булып тора. Ысынбарлыҡта иһә алпамышалар, алыптар булғанмы? Әлбиттә, төрлө кеше төрлөсә яуап бирер. Берәүҙәр, әкиәткә һанап, йылмайып ҡуйыр, икенселәр уйланыр. Фән дә икеләнә бит. Ләкин шуныһын ышаныслы әйтеп була: ысынлап та, алыптар булған. Быны әкиәт, эпостар ғына түгел, тарихи документтар, Урал менән Иҙел (Волга) араһындағы Алыптар тауы, Алыптар зыяраты һәм башҡа шундай атамалы урындар ҙа иҫбатлай. Булмаһа, беҙгә килеп еткән иң боронғо тарихи ҡомартҡы-документтарҙың береһе, Ибн Фаҙландың Болғарға барған сағындағы яҙмаларынан ошоға ҡағылышлы өҙөктө килтерәйек. Һижри менән 310 йылдың ун икенсе мөхәррәм айында (992 йылдың 15 майы) Болғарға етеп, унда күргәндәрен тасуирлап, бына нимәләр яҙа сәйәхәтсе.
“Болғарҙа ифрат ҙур кәүҙәле бер әҙәм бар тип ишеткәйнем. Падишаһ хозурына барғас, шул кеше тураһында һораным. Падишаһ: “Дөрөҫ, шундай бер әҙәм бар ине. Ләкин ул хәҙер вафаттыр. Ул был ҡала халҡынан һәм дә әҙәм балалары иҫәбенән дә түгел ине”, — тип яуап бирҙе үә уның хаҡында былайыраҡ итеп хәбәр һөйләне: “Ҡайһы бер сауҙагәрҙәр Иҙелгә барғайны. Ул — беҙҙән бер көнлөк йыраҡлыҡтағы йылғалыр. Был ваҡытта Иҙел таша ине. Әлеге сауҙагәрҙәрҙән берәү миңә килеп: “Әй, падишаһ! Иҙел ярында бер әҙәм йөрөй, әгәр ҙә уның ҡәүеме лә үҙе шикелле ҙур кәүҙәле булып, беҙҙән йыраҡ тормаһалар, беҙгә бында ғүмер кисереү мөмкин булмаҫ. Күсеү кәрәк булыр”, — тинеләр. Улар менән мин үҙем дә Иҙелгә киттем. Барып ҡараһам – башы ҙур ҡаҙан рәүешендә, танауы үә бармаҡтары бер ҡарыш, күҙҙәре бик ҙур, буйы ла минең терһәк менән ун ике терһәк оҙонлоғондағы бер әҙәм. Күргәндәремдән һуң ҡурҡып киттем. Башҡаларҙың күңелдәренә килгән нәмә минең дә күңелемә килде. Һөйләшә башланыҡ — яуап бирмәне. Бары күҙҙәре генә ҡарап торҙо. Уны алып ҡайттыҡ.
Үҙебеҙҙән өс айлыҡ йыраҡлыҡта булған вису халҡына шул кеше тураһында мәғлүмәт биреүҙәрен һорап хат яҙҙым. Улар хатыма ошо яуапты бирҙеләр: “Ул кеше — Яэжуж-Мәэжуж ҡәүеменән, беҙҙән өс айлыҡ йыраҡлыҡтағы урында торалар. Улар менән беҙҙең арабыҙҙы диңгеҙ һәм дә ҙур тауҙар айыра. Улар хайуандарҙан айырмаһыҙ, кейем кеймәйҙәр. Бөтә мөғәмәләләре януарҙар рәүешендә. Уларға Аллаһы Тәғәлә һәр көндө диңгеҙҙән бер балыҡ сығарып тора. Быларҙан һәр береһе үҙе үә ғаиләһе өсөн шул балыҡтан етерлек ит киҫеп ала. Әгәр ҙә кәрәгенән артыҡ алһа, алыусының эсе ауырта, ҡайһы ваҡыт бөтә йәмәғәттәре менән үлеп тә китәләр. Кәрәк ҡәҙәр алғандан һуң балыҡ ҡайтанан диңгеҙгә китә. Ошо хәл быларҙа шулай дауам итәлер. Әгәр ҙә Ер йөҙөнә сығыр ваҡыттары етһә, Аллаһы Тәғәлә әлеге балыҡты сығармаҫ, диңгеҙ ергә һеңеп китер, тау уртаһынан юл асылыр”.
“Ошо алып әҙәм беҙҙең эргәлә бер ҡәҙәр торҙо. Күкрәгендә бер ауырыу пәйҙә булып, шуның сәбәбенән вафат булды”, — тине падишаһ. Мин үҙем уның һөйәктәрен барып күрҙем, бик ҡурҡыныс ине” (Р. Фәхретдинов. “Болғар үә Ҡазан төрөктәре”, КТКН, 1993).
Эҙҙәрен һаҡлай
башҡорт ере Алып әҙәмдәрҙең эҙҙәрен һаҡлаған урындар Башҡортостандың төрлө райондарында осрай. 1999 йылда Тәтешле районында командировкала булған саҡта Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ауылы Иҫке Соҡор ауылынан 81 йәшлек Шәрифулла бабай Ғарифуллин ауылдан алыҫ түгел “Алыптар зыяраты” тигән урын барлығын әйтте. “Ҡарттарҙың һөйләүенсә, борон бында тирә-яҡ ҡара урман булған (әйткәндәй, Ғәли Соҡорой: “Беҙ урман башҡорты буламыз”, — тип яҙып ҡалдырған. — Р.У.) Ошо урманды ҡояш байыш яҡҡа яндырып ебәргәндәр. Янғас, ялан ҡала килгән. Беҙҙекеләр әлеге Иҫке йорт тигән урынға килеп ултырған. Хәҙер унда Әсәнхан (Иҫән хан. Рус дәүләтенә ҡушылғанда ирәктеләр исеменән сығыш яһай. — Р.У.) ҡәбере генә. Мин белгәндә ҙур зыярат ине. Хәҙер ашлыҡ сәселә. Мин Әсәнхан бабаның ҡәберен кәртәләп, исемен яҙҙырып ҡуйҙым. Уларҙың мәсете булған. Шул мәсетте урындан-урынға күсереп йөрөткәндәр. Мәсеттау тигән ерҙә лә йәшәгәндәр. Шунан, урманды яндырып, Мәсеттауҙан юғарыраҡ менгәндәр. Бында ла зыярат булған. Уны ата-бабаларыбыҙ, Алыптар зыяраты, ти торғайны. Ике арала ябай ауыл кешеләрен ерләгән зыярат та булған, уныһын “Таш зыярат” тиҙәр ине. Әле лә бар ул. Шунан кире, унан юғары ла зыярат бар, уныһын “Ҡайынлыҡ зыярат” тиҙәр. Унда Ғәли Соҡоройҙоң атаһы Ғәбделсәлих менән оҫтабикәһе ята. Ябай ташҡа “Ғәбделсәлих” тип кенә яҙылған. Һуңынан Бодомдоң был яғына күскәндәр. Бында ла зыярат булған. Ғәли Соҡорой менән оҫтабикәһе Гөлбаһар шунда ята. Әле ауыл бишенсе урында ултыра. Элек Ирәкте исеме менән йөрөгән. Һуңынан, үҙҙәре түбән төшөп ултырғас, Соҡор булып китеп, Ирәкте исемен башҡа ауылға биргәндәр...”
Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: Шәрифулла бабай бер үк ауылдан алыҫ булмаған зыяраттарҙы айырым-айырым икегә бүлеп күрһәтә: “Алыптар зыяраты” һәм ябай ауыл кешеләрен ерләгән “Таш зыярат”. Тимәк, тәүгеһе уның электән, әле ауылға нигеҙ һалынғансы уҡ булған тигән фекергә киләһең.
Учалы районындағы алыптарға бәйле урындар тураһында иһә “Башҡортостан” гәзитендә журналист Рәүеф Насиров яҙып сыҡҡайны. (2004 йыл, 14 декабрь). “Шәрип зыяратын ауылдың аҡһаҡалы Рәйеф Моратаев менән ҡарап сыҡтыҡ. Ләкин был ҡәберлек яңырағы ине. Уларҙың иҫкеһе лә бар икән. Уныһы ауылға килеп үк терәлгән, тик тәрбиәләмәгәнлектән онотолған, күҙгә әллә ни ташланмай. Бындағы халыҡ уны “Алпамышалар зыяраты” тип йөрөтә. Кәртәһе-ние юҡ. Көнбайыштан көнсығышҡа йүнәлтелгән ҡәбер өйөмдәре лә, уларҙы уратып ҡуйылған таштары ла һаҡланған. Иҫәбенә сығыуы ауыр. Ғәжәпләндергән нәмә шул бында: ҡайһы бер ҡәберҙәр самаһыҙ ҙур. Бер нисәһен аҙымлап үлсәп ҡараныҡ: оҙонлоғо — ете-һигеҙ, киңлеге — биш метр самаһы. Шул тиклем ҙур кәүҙәле ниндәй әҙәмдәр ерләнде икән бында? Бәлки, алдараҡ әйтеп киткән Ирәмәл тауы йә иһә икенсе берәй ҡая мәмерйәләренең алпамышаларын ошонда килтереп һалғандарҙыр?” — ти Рәүеф ағай.
Мөғжизәгә
килә ышанғы... Ҡар кешеһен күргән шаһиттар һүрәтләгән йән эйәһе менән Ибн Фаҙлан яҙмаларындағы алып әҙәмдең төҫ-ҡиәфәте бер аҙ тура килә түгелме? Әгәр ҙә алыптар тик әкиәттәрҙә генә йәшәһә, ни өсөн һуң алда әйтеп кителгән Учалы менән Тәтешле, башҡа яҡтарҙа ошондай уҡ исемле урындар бар? Һорауҙар, һорауҙар...
Халыҡтың ауыҙ-тел ижадында алып әҙәм йәки Алпамыша ябай кешенән йөҙө менән түгел, көсө, кәүҙәһенең ҙурлығы менән айырыла. Ләкин барлыҡ эпостарҙағы һымаҡ уҡ, “Алпамыша”ның нигеҙендә лә күпмелер ысынбарлыҡ, унан да күберәк быуаттар буйына шымартылған халыҡтың ижад емештәре ята, фантазияһы, уй-хыялдары һалынған, киләсәктәге батырҙарын, шәхестәрен нисегерәк күрергә теләүе күҙаллана. Әкиәт тыңлап үҫкән баланың фекерләүе, донъяға ҡарашы хәҙерге боевик, “ужастиктар” ҡамауында ҡалғандарҙан күпкә айырылған һымаҡ, заманында Алпамыша, алыптарҙың булғанына, уларҙың әле лә ҡайҙалыр йәшәүенә ышанғандарҙың күңелдәре лә донъя малы тип янғандарҙан күпкә киңдер. Ә шаһиттарҙың ҡырағай кеше хаҡындағы һүҙҙәре, Ибн Фаҙландың яҙмалары, алыптар эҙҙәрен һаҡлаусы ерҙәр был тормошта, ысынлап та, ғәжәйеп хәлдәргә лә урын ҡалыуы тураһында һөйләй. Һәр хәлдә, тәбиғәттең “аҡ таптары” асылып бөттө, кеше барыһын да белә, ул барыһынан да көслө тигән ҡараштар йәшәгән заманда алыптар хаҡындағы мөғжизәгә бик тә ышанғы килә...
(Ҡар кешеһе тураһында мәғлүмәттәр туплағанда Интернет селтәре файҙаланылды).