Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡуйлы ерҙә килем бар
Ҡуйлы ерҙә килем бар Бөгөн ата-бабабыҙ кәсебенә — күпләп мал үрсетеүгә — тотонғандарҙың күбәйә барыуы ҡыуаныслы. Милләттәштәребеҙ, заманға яраҡлашып, эшҡыуарлыҡта ышаныслы “йөҙә” башланы. Әлбиттә, был йәһәттән дәүләт тә ҙур ярҙам күрһәтә. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән программалар районда уңышлы эшләй.

Һуңғы ваҡытта бигерәк тә һарыҡ үрсетеүҙең файҙаһын, килемле булыуын яҡшы аңлағандар күбәйҙе. Шундай уңғандарҙың береһе — Мирза Ҡарамышев. Ул — Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан. Өфөлә Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағас, баш ҡалала яуаплы урындарҙа эшләй.
Өйләнгәс, тормош елдәре уны Белоретҡа алып килә. Төрлө һөнәргә өйрәнеп үҫкән ауыл егете тора-бара заказға ағас әйберҙәр эшләй, йорттар һала башлай. Үҙе Ломовка ауылынан өй алып, унда заманса уңайлыҡтар тыуҙыра. Шәхси йортоңда йәшәп тә мал тотмауҙы күҙ алдына ла килтермәй Мирза Батыр улы. Шуға күрә һарыҡ үрсетә башлай. Ә инде дәүләттең фермерҙарға ҙур ярҙам күрһәтеүен, ошо йәһәттән программалар барлығын белгәс, 2014 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы төҙөп, үҙ эшен аса. Иң мәшәҡәтлеһе һәм ҡыйыны ер участкаһы алып рәсмиләштереү була. Шулай ҙа “Спецпроект” йәмғиәте директоры А.Ә. Йәләлетдиновтың ярҙамы менән уны ла уңышлы атҡарып сыға.
Йәш фермерға хакимиәттең ауыл хужалығы бүлегенән “Яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы” программаһында ҡатна­шырға тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә 1 миллион 500 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәшә Мирза Батыр улы. Был суммаға Волгоградтан барып 100 баш һарыҡ, ҡалған аҡсаға үҙенекен дә өҫтәп трактор һатып ала.
Нәҡ ошо һарыҡтарҙы үрсетеүгә был тоҡомдоң эре, итле һәм талымһыҙ булыуы этәрә. Волгоград ҡуйҙары Романов тоҡом­лоларҙан күпкә ауырыраҡ — кәмендә 70 — 75 килограмм тарта. 100-ҙән дә ашып киткән осраҡтар ҙа бар. Йөнө йомшаҡ, оҙон була, кофта, шарф бәйләү өсөн яҡшы һанала. Ите тәмле. Йөҙ баш һарыҡтан йылына яҡынса 130 бәрәс алырға мөмкин. Ашауға талымһыҙ булыуы менән дә айырылып торалар. Һыуыҡты ла, эҫене лә еңел үткәрәләр. Һыу эсмәйенсә бер аҙна түҙә алалар.
— Ауыл кешеһе өсөн мал аҫрау — бала саҡтан белгән, өйрәнгән шөғөл. Шуға күрә был эшкә тотоноп китеү әллә ни ауыр булманы, — ти фермер. — Быйыл һарыҡтар өсөн 60 тонна бесән эшләп алдым. Ҡар әҙ булғанда уларҙы бер аҙға тибенгә сығарҙыҡ. Көнөнә ике тапҡыр бесән һалабыҙ, һәр баш мал иҫәбенә 200-әр грамм һоло бирәбеҙ. Һарыҡтар торған урын ышыҡ булырға, унан ел үтә өрөргә тейеш түгел. Районда әлегә бындай ҡуй төрө миндә генә, шуға күрә ҡыҙыҡһыныусылар, алырға теләүселәр күп. Бәрәстәрҙе 6-7 айҙан һата башларға мөмкин, был ваҡытта улар сама менән 45 килограмм тирәһе була. Килем алыу өсөн 100 баш һарыҡ ҡына әҙ, кәмендә 300 кәрәк. Әле Уҡшуҡ комбинаты менән килешеү төҙөгәнбеҙ, итте уларға тапшырыу мөмкинлеге бар. Киләсәктә балалар баҡсалары, ашхана менән дә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ.
Һарыҡ бик аҡыллы хайуан ул. Һәр ҡайһыһының үҙ холҡо бар. Көтөүҙә бер һарығым һәр ваҡыт эргәмә килеп, минең менән бергә “Юлдаш” радиоһын тыңлай. Ҡыуһаң да китмәй. Һоло һалырға ваҡыт еткәс, әллә ҡайҙан сабып килеп етәләр. Еҫкә бик һиҙгерҙәр.
Йүнсел эш башлап ҡына тора. Мәшәҡәт күп. Мәҫәлән, һарыҡ­тарҙы салыу, йөнөн ҡырҡыу урынын әҙерләргә, ут, һыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Район хакимиә­тенең ауыл хужалығы идаралығы ярҙам итергә вәғәҙә биргән.






Автор: Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә