Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сауаплы эш (Бер ҡатын-ҡыҙ монологы)
Ай-бай-бай-ба-а-а-а-й! Ошо беҙҙең халыҡҡа аптырауым. Бигерәк ямандар ҙа инде. Ауыҙын силәк кеүек һоноп кеше менән булырға тиһәң, уларҙы ғына ҡуш инде.

Әле бына минең турала серетепме-серетәләр, бөтә донъяны тултырғандар бит. Имеш, мин тегеләй ҙә былай, фәлән дә төгән. Берәүҙән дә оялып тормайым, тегенеһенә лә, бы­ныһы­на ла бирә торғас, эт ҡайышы кеүек шымарып бөт­кәнмен. Шуға ла минең бөтә проблемаларым “һә” тигәнсә хәл ителә лә ҡуя, бер ниндәй хәсрәтһеҙ мәж килеп йәшәйем, йәнәһе.
Һеҙ тағы мине шул имеш-ми­мешкә танауы һә­ленеп йөрөй икән тип уйлап ҡуйма­ғыҙ. Ю-ю-ҡ, сәп­сим дә улай түгел. Ғәләм алдында намыҫым аҡ ҡа­ғыҙ кеүек таҙа ми­нең. Эйе, эйе, го­наһ шомлоғона батып йөрөмә­йем. Ҡайһы берәүҙәр кеүек дәүләт­текенә ҡулымды һонма­йым, ауы­ҙымды кеше өлөшөнә һуҙмайым. Үҙемдеке үҙемә етә, Аллаға шөкөр. Бары хәләл ризығымды ашайым.
Бер уйлаһаң, дөрөҫ әйтәләр ул, сөнки мин сауаплы эш менән булам. Бөтәһенә лә бирәм, мохтаждарҙы туйындырам. Бәғзе берәүҙәр кеүек ураҙа айын ғына көтөп ултырмайым. Йылдың бөтә миҙге­лендә ошо изге эште онот­ҡаным юҡ. Шуға ла “бирә” тигән һүҙҙәренә тырнаҡ осондай ҙа үпкәм юҡ. Йәшермәйем. Бирәм. Әммә бының өсөн дә Хоҙайҙан бирелгән һәләт кәрәк әле. Ул — үҙе бер нәзәкәтле сәнғәт төрө. Ҡайҙа етте шунда, теләһә кемгә биреп йөрөп булмай. Унан бөтә кешенең ҡулынан килә торған эш тә түгел.
Шул “бирә” тигән һүҙ йәһән­нәм­дәге класташым Мәстүрәгә лә барып еткән. Бер көндө сумка-сумка күстәнәстәрен тейәп килеп инде беҙгә. Үҙҙәре — серегән бай, әммә бирә белмәйҙәр икән. Тәүҙә:
– Эй, әхирәт, бөтә өмөт һиндә генә бит, – тип йүкә шына ҡағып маташты. – Һин бит оҫтаһың, әйҙә, минең өсөн дә бир әле.
Эй, ошо беҙҙең халыҡ! Имеш, ул ҙур кешеләр янына яҡын барырға ла ҡурҡа. Кит, был тиклем дә булыр икән. Галстук тағып, ялтлап торған костюм, ап-аҡ күлдәк кейеп йөрөү менәнме ни? Улар ҙа нәҡ беҙҙең ише әҙәм балалары. Ғалимдарҙың да йәне бар. Әжере булыр, тигәс, киттем. Биргәс ни, мәктәпте шыр ”өслө”гә бөткән, ауыҙ асып һау­лыҡ ҡуша ла белмәгән балаһы уҡырға инде лә китте.
Әллә мине генә гелән биреп йөрөй, тип уйлайҙар. Бер мин генә түгел ул. Бөтәһе лә бирә. Донъяһы шуға ҡалғас, бер ни ҡылыр әмәлең юҡ. Шунһыҙ бер аҙым да атлап булмай.
Бер көн көтмәгәндә ирем сирләп китте. Эсе ауыртыуға түҙә алмай тәгәрәп йөрөй бит бисара. Шкаф дәүмәллек кеше лә шулай ҡыланыр икән. Ахырҙа “скорый” саҡыртмай булдыра алманым. Улары, хәле үтә мөшкөл, тиҙ ге­нә ҡыланмағанда, бына-бына шытыуы бар тип, выжлатып да­уаханаға алып та китте. Барып ингәс, сибәр генә ханым бер сәғәт буйы имтихан алғандағы кеүек һорауҙар яуҙырҙы ла: “Әлегә урын юҡ, килгеләп тороғоҙ”, — тимәһенме!
Атаҡ, мин әйтәм, былай булмай. Күрәләтә ирһеҙ ҡалғы кил­мәй. Нисек инде, анау хәтлем ҙур бальниста бер кешегә генә урын юҡ ул. Киттем, эҙләп таптым хужа кеүе­герәк кешеләрен. Үҙебеҙҙең мосолман булһа ла, тәүҙә минең урыҫса-баш­ҡортса бутап һөйләгәнде аңламағанға һа­лышһа ла, ”би­рәм” тигәнде шунда уҡ аңланы. Хә­ҙер урыны ла табылды. Иремдең бер үҙенә бер бүл­мә биреп ҡуй­ҙы­лар хатта. Док­торҙар эргә­һендә йүгерешеп кенә йөрөй. Һөҙөшөргә торған үгеҙ кеүек йәмрәйеп ҡаршы алған ир йылмайып, ҡулымдан үбеп оҙатып ҡал­ды. Бирә белеү кешене бына нисек үҙгәртә!
Бына тағы ла биреп ҡайтып киләм әле. Ах, ах, ниңә шаҡ ҡатып ҡалдығыҙ ул... “Бынау кеше бигерәк әҙәпһеҙ бит әле”, тип уйлауығыҙ тураһында күҙегеҙ һөйләп тора. Юҡ-барға шикләнергә тиһәң, һеҙҙе ҡуш инде. Юҡҡа аптырамағыҙ ҙа, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа бышылдаш­мағыҙ ҙа. Мин берәүгә лә артыҡ бер нәмә лә биргәнем юҡ. Бары күстәнәс, бүләк кенә... Бик тә кәрәк булһа, аҡса ла арттырам.
Мохтаждарҙы шатландыра, ҡыуандыра белеү — иң сауаплы эш ул.




Автор: Хажи ӘХМӘТОВ. Район: Нуриман районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә