Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңеле менән тоя
Күңеле менән тоя Һаулыҡ — ҙур байлыҡ. Ҡайһы ғына ағзаң ауыртһа ла, донъяң түңкәрелгәндәй була. Тик шулай ҙа тауыш ишетеүҙән, теләгән һүҙҙәреңде әйтеүҙән мәхрүм ҡалыу барыһынан да фажиғәлерәктер. Зәлифә тыумыштан һаңғырау, телһеҙ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң ҡатмарлы һынауҙарын үтергә тура килгән уға. Әммә яҙмыш хөкөмө ҡыҙҙың рух көсөн һындыра алмаған. Киреһенсә, ул бар тиңдәштәре кеүек үк тулы тормош менән йәшәй.

Көслө рухлы ҡыҙ Өфөләге һаңғырау һәм телһеҙҙәр өсөн махсус мәктәптә белем алғас, Ульяновск ҡалаһындағы дарыу белгестәре әҙерләгән колледжды тамамлай. Әле Зәлифә Салауат районы дауаханаһында кесе табибә булып эшләй. Хеҙмәт стажы һигеҙ йыл. Ауылдағы ата-әсәһен дә тәрбиәләй. Быға өҫтәп, машинала елдерә...
Салауат районының Таймый ауылы биләмәһе башлығы Ильяс Минһажев:
— Урмантау биҫтәһе беҙҙең биләмәгә инә. Бындағы иң хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе Рафиҡ менән Жанна Исмәғилевтәр — Зәлифәнең ата-әсәһе. Улар тырыш, уңған. Лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр, — тине.
Зәлифә Исмәғилева менән эш урынында осраштыҡ. Ул хеҙмәттәштәре һәм таныштары менән — ишара ярҙамында, ә урамда таныш булмаған кешеләр менән ҡағыҙға яҙышып аралаша икән. Уй-фекерҙәрен, тормош юлын тигеҙ юлдарға бөхтә итеп яҙып бирҙе.
— Мин ғәриплек төркөмөндә, дәүләт айына 5-әр мең һум аҡса түләй, — тигән ул. — Ә табибә булараҡ айлыҡ хеҙмәт хаҡым 10 – 11 мең һум сыға. Ике йыл элек машина һатып алдым. Эш көндәре Малаяҙҙа булһам (бында фатирға түләп йәшәйем), ялда атай-әсәйем янына Урмантауға ҡайтам. Тыуған йортом юлына туҙан ҡундырмаҫҡа тырышам.
Үҙәк дауахананың баш табибы Валерий Шапочкин да үҙ һүҙен әйтте:
— Мөләйем ҡыҙ беҙгә ете йыл элек килде. Мин уны эшкә ҙур теләк менән алдым. Бында Зәлифәне һәр кем ярата, хөрмәт итә. Ул хеҙмәтен бөхтә итеп, еренә еткереп башҡара. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән булһа ла, Зәлифә тормошта үҙ урынын тапты, кешеләргә файҙа килтерә. Ата-әсәһе уны кешелекле, намыҫлы итеп тәрбиәләгән, үҙ көсөнә, киләсәккә ышаныс, өмөт биргән. Зәлифә тырышлығы, тыйнаҡлығы, яҡшы холоҡло булыуы менән барыбыҙҙы ла һоҡландыра, үҙенә ҡарата.
“Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ, нимә менән мауығаһығыҙ?” — тип яҙып ҡағыҙ һуҙҙым Зәлифә Рафиҡ ҡыҙына. Яуапта: “Саҡ ҡына буш ваҡытым булыу менән китапҡа үреләм. Мауыҡ­тырғыс донъя миңә һәр ваҡыт яҡын, хикәйәләрҙе, оҙон-оҙаҡ яҙмаларҙы йотлоғоп уҡыйым. Ағасҡа биҙәктәр яһайым, быға Өфөлә өйрәндем. Ҡыш саңғыла йөрөргә, тәбиғәттә булырға яратам”, — тип яҙылғайны.
Бар булмышынан итәғәтлелек, күңел сафлығы һибелгән Зәлифә — һоҡланырлыҡ шәхес ул. Ошондай көслө рухлы кешеләр генә яҙмышын үҙ ҡулына алып, ҡаршылыҡтар алдында баш эймәйенсә, ышаныслы аҙымдар менән алға атлай.




Автор: Айҙар ҒӘЗИЗОВ. Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә