Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 326-сы палатала...
326-сы палатала... Температурам күтәрелеп, түшәккә йығылдым. “Ҡайҙа ҡоларымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем!” — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән шул. Ҡатыным көн-төн өтәләнеп, төрлө халыҡ ысулдарын ҡулланып, емеш-еләк, үлән төнәтмәләре менән дауалап ҡараһа ла, хәл яҡшырмай, мөшкөлләнә генә барҙы. Тағы ла бер төндө уҙғарғас, ай-вайыма ҡарамай, хәләлем Дим биҫтәһендәге 47-се поликлиникаға йүгерҙе. Күп тә үтмәй, терапевт Алина Ғиззәтуллина пәйҙә булды. Иртәгәһенә Дим биҫтәһендәге 3-сө клиник дауахананың бүлек етәксеһе Александр Дигилау миңә кисекмәҫтән дауаханаға ятырға юллама бирҙе.

Иртәгәһенә билдәләнгән ваҡытҡа дауахананың ҡабул итеү бүлмәһенә сиратҡа баҫтым. Өлкән шәфҡәт туташы Рая Нуриева, шәфҡәт туташтары Ирина Лоҡманова, Илүсә Ғәйнуллиналар па­циенттарҙы тиҙ генә теркәп, бүлектәргә оҙата.
326-сы палатала...Был мөһабәт бинаның беренсе ҡатында – дауалау кабинеттары. Иркен, евроремонт яһалған бүлмәләрҙә – өр-яңы йыһаздар. Дауахананың бер ҡатында – гинекология, икенсеһендә – терапия, өсөнсөһөндә — хирургия, тағы береһендә реанимация бүлеге урын­лашҡан. Һәр береһенең коридоры стеналарына һаулыҡҡа ҡағылышлы мәғлүмәттәр урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яҙып эленгән.
Терапия бүлегендә мине өлкән шәфҡәт туташы Елена Степанова менән “кейем-һалым” хужабикәһе Ирина Большакова ҡаршы алды. Мине пала­таға урынлаштырыуға терапевт Светлана Ғөбәйҙуллина ла йүгереп килеп етте. Ул, сир-сырхауым менән танышып, көндәлек дауалау тәртибен бил­дәләне. Мине яҡты 326-сы палатаға һалып ҡуйҙылар. Эх, заманалар! Хәҙер дауаханаға эләгә алыу ҙа ҙур бәхет бит. Бөтә урында ла бындағы кеүек мөнәсәбәт булһа ине.
Бүлек иртәнге сәғәт 6-ла үҙенең көндәлек хәстәрҙәре менән йәшәй башлай. Унда 80-ләп кеше дауалана. Шәфҡәт туташы Зәлифә Хөсәйенова ҡан баҫымын, тән температураһын үлсәй, көндөҙ ҡулланыу өсөн дарыуҙар өләшә. Ә инде иртәнге сәғәт 8-ҙә дауахананың процедура палатаһының шәфҡәт туташтары Эльза Ғүмәрова, Олеся Батаевалар укол, система ҡуя башлай. Уларҙы мин завод цехында станок артында торған, үҙ эшен яратып башҡарған оҫталарға оҡшатам.
326-сы палатала...Бындай оҫта тимер фигуралар өсөн яуап бирһә, шәфҡәт туташының ҡу­лында — кеше яҙмыштары. Был һылыу ҡыҙҙар ауырыуҙарға йән өрә, һүнеп барған күҙҙәрҙә йәшәү нурҙары тоҡандыра. Физиотерапия бүлегендә эшләгән тәжрибәле шәфҡәт туташтары Лира Ғәйфуллина, Әлфиә Дәүләтованы телгә алып үтергә кәрәк. Уларҙың эш кабинетында бер ниндәй сират юҡ, һәр ауырыу үҙ ваҡытында дауаһын ала. Бына Салауат районының Юлай ауылында тыуып үҫкән Лира Радик ҡыҙы Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында медучилищела уҡыған. Унан Янғантау шифаханаһында биш йыл эшләгән. Хәҙер инде баш ҡаланың әлеге дауа­ханаһында сырхауҙарҙы аяҡҡа баҫ­тырыуға ҙур өлөш индерә. Уның янынан ауырыуҙар шәфҡәт туташына рәхмәт әйтеп, ҡанатланып сыға.
Укол һалыу кабинетына барған һайын армия сафында хеҙмәт иткәндәге бер ваҡиға күҙ алдына килеп баҫа. Олпат кәүҙәле, яңылышмаһам, Бәҙәмшин фамилиялы Туймазы егете сиратта тороп укол ҡаҙатҡанда, иҫе китеп, иҙәнгә йығыла. Беҙ уға тиҙ генә нашатыр спирты еҫкәтеп, ике яҡтан ике һалдат тотоп, укол ҡаҙатабыҙ. Ә бындағы сырхауҙар һыу буйылай сиратта тормай. Бер-ике көн үтеүгә аяҡҡа баҫып: “Бөгөн кис дискотекаға сығайыҡ!” — тип шаярышып һикерәндәй башлайҙар. Ауырыуҙарҙың тиҙ аяҡҡа баҫыуы медицина хеҙмәткәрҙәренең, бигерәк тә йәш белгестәрҙең үҙ эшенә яуаплы ҡарауында. Был йәһәттән 3-сө клиник дауахана республикалағы һаулыҡ яҡлау учреждениелары араһында алдынғы­лар сафында. Ойошма урынлашҡан район етәкселегенә, татыу коллектив туплап, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп, халыҡ һаулығын, илдең киләсәген ҡайғыртҡан баш табип Фәнил Булат улы Шәмиғоловҡа ҙур рәхмәт!
“Ҡайһығыҙҙың ҡулы йылы,
Бәйләйһе бар йөрәкте”, —
тип яҙған Хәсән Туфан. Күреүебеҙсә, 3-сө дауахананың татыу, йәш коллективына тән, йән, йөрәк яраларын да дауаларға ышанып тапшырырға була. Бындағы аҡ халатлы фәрештәләргә Хоҙайҙың рәхмәте яуһын.





Автор: Әхмәҙин ӘФТӘХ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә