Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Туйҙар, туйҙар...”
“Туй” һүҙе борон туған-тыумасаны бергә йыйып, йәштәрҙең ҡауышыуын иғлан итеү, ике яҡты таныштырыу маҡсаты менән ойошторолған ваҡиғаны аңлатһа, хәҙер иһә уны үткәрәм тигән хужаларҙы “ғарҡ” иткәнсе арытып, ҡаҡшатып, ҡыҙарттырып маҙаһыҙлаған, аҡса, ҡот һурғыс тамаша кеүек булып та ҡуя. Һәр ҡайһыһы тип әйтмәйем, сөнки мәжлестәр араһында һоҡландырырлыҡ, йәнгә ял бирерлектәре лә бар. Йәғни ҡотломо икән заман туйҙары?!

Ошо урында Айһылыу Йәғәфәрованың “Килендәр” романынан “Туйҙар, туйҙар...” исемле өҙөк иҫкә төшә. Ике йәш йөрәктең ҡауышыуы – ике ғаиләнең туғанлашыуы – хаҡында хәбәр ителгәс, барса туған-тыумаса дәррәү әҙер­ләнә башлай. Кем нимәгә оҫта, шул эш тап үҙ эйәһенә йөкмәтелә. Йөкмәтелә тип, мәжбүри түгел, ә ғаилә, нәҫел, күрше өсөн ҙур ихласлыҡ менән башҡарыла ул. Кемдер ҡымыҙ ҡоя, икенсеһе һалма йәйә, йыуаса әҙерләй, бәғзеһе ҡоҙалар яғына саҡырыусы булып бара һәм башҡалар. Халҡыбыҙҙың боронғо туй, никахлашыу йолалары байтаҡ, һәм улар төплө маҡсатҡа ярашлы ғына атҡарылыуы мәғлүм. Ғөрөф-ғәҙәттәр күңел асыу, ашап-эсеү өсөн генә түгел, иң тәүҙә егет менән ҡыҙҙың өйләнешеүен, артабан тулы хо­ҡуҡ­лы ғаилә булып йәшәй башлаясағын иғлан итеү, ғөмүмән, халыҡта төрлө имеш-мимеш тыуҙырмау өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, туй мәжлесендә кәләш һәм кейәү яғынан кил­гән туғандарҙың танышыуы, аралашыуы, ҡыҙҙы ҡәйнә-ҡай­ны йортона оҙатыу, килен төшөрөү кеүек “бурыс”тар ҡаралған.
Ә бөгөн? Ошо милли, мәҙәни сифаттарыбыҙ туй тантаналарында теүәл үтәләме, йәштәр ололарҙың һүҙенә, өгөт-нәсихәтенә, кәңәшенә ҡолаҡ һаламы, буласаҡ ир менән ҡа­тын ғаилә ҡороу өсөн тейешле ғилем туплаймы? Был йә­һәттән ҡараштар ике төрлө, сөнки халҡыбыҙҙың әүәлдән һаҡланып килгән бай әһәмиәтле йолаларын ҡулланып ойошторолған тамашаларҙы күреп ҡыуанһаҡ, Көнбайышта һәм башҡа мәҙәниәттәрҙә күҙәтелгән “тәртип”те үҙ итеп, мөһим тантананы ҡыҙғаныс кәмиткә әйләндергәндәргә ҡарап эс боша.
– Туйға саҡырғайнылар. Унда барып арып, аптырап ҡайт­тыҡ, – ти бер ханым. – Йәш пар ЗАГС-та конвейер кеүек тиҙлектә йәһәт кенә теркәлеү үтте лә фотосессияға юлланды. Бер нисә сәғәткә һуҙылған был күренеш ваҡытында ни эшләргә белмәнек. Кискә табан ғына асығып тигәндәй кафеға барҙыҡ. Инде бында иркенләп арала­шырбыҙ, ҡоҙа-ҡоҙасалар, яңы туғандар менән танышырбыҙ тип уйлағайныҡ та... Яңғырап торған музыка аҫтында тамаданың сығышына түҙеп ултырыуҙан башҡа әмәл ҡалманы. Шулай ҙа туй була икән, тип ғәжәпләнеп ҡайттыҡ...
Был ханымдың һүҙҙәре менән килешеп була, башҡа тарафтарҙан да ошолай борсоулы фекерҙәр яңғырамай ҡалмай. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән, ғүмер юлын бергә үтергә вәғәҙә бирешкән матур тантананы күңелһеҙ тамашаға әйләндергән сәбәптәр ниҙән ғибәрәт?
Беренсенән, күптәр хәҙерге туйҙы тамадаһыҙ – махсус алып барыусыһыҙ – күҙ алдына ла килтермәй. Булһын ти, шулай ҙа уның ғилемлеһен, милли үҙенсәлектәрҙе белгәнен һайларға тырышырға кәрәк. Үҙ шөғөлөнә етди ҡараған тамада тәүҙә кемдең кем тип аталғанын, исем-шәрифен ен­тек­ләп һорашып, туй ваҡытында уға шулай мөрәжәғәт итеп, олоно ололап, кесене кеселәп үткәрә мәжлесте. Туй­ҙы ойоштороусы йыйылған кешеләрҙең ниндәйерәк йыр-моңға өҫтөнлөк биреүен белергә, уйын-көлкөнөң әҙәпле кимәлдәгеһен һайларға, ике яҡтың үҙ-ара танышыуын оҫта тәьмин итергә тейеш.
Миңә ҡалһа, мәжлесте бер ниндәй тамадаһыҙ ҙа бынамын итеп үткәреп була. Бары тик табындағылар араһынан йыр-моңға, сараны алып барыуға әүәҫ бер-ике кешене һайлап, улар менән алдан әҙерәк кәңәшләшеп, һөйләшеп алыу ҙа етә. Был осраҡта кәләштең дә, кейәүҙең дә туған­да­ры үҙ-ара йылы, тыныс мөхиттә танышып, күңел асасаҡ, дуҫлашасаҡ. Юғиһә, ҡайһы саҡ күҙәтелгәнсә, аҡырып торған көй аҫтында ашап-эсеүҙән, бүләкте ҡумтаға төшөрөп ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмаясаҡ.
Икенсенән, заман туйҙарында төп ролде кәләш менән кейәүгә биреп яңылышабыҙ кеүек. Элегерәк яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙә, халыҡ ижады өлгөләрендә һүрәтләнеүенсә, өйләнешкән йәш пар башлыса ололарҙан өгөт-нәсихәт, фатиха алған, ғаилә ҡороп йәшәй башлар өсөн мал-мөлкәт менән бүләкләнгән, үҙҙәрен бар яҡлап та ипле, итәғәтле тотҡан. Бөгөн иһә туйҙағы иң мөһим “вазифа”ны егет менән ҡыҙ үҙенә ала һәм башҡаларҙы, шул иҫәптән ғәзиз ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен дә, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ла үҙ көйөнә генә “бейетә”. Ниндәй кейем кейергә, бүләккә күпме аҡса һалырға, ҡайҙа нисек баҫырға, сәсте нисек ҡуйырға икәнен дә уларҙың “ҡануны” хәл итә. Быларҙың һәммәһе лә, бәлки, фотоға, видеоға төшөү, залды биҙәү өсөн килешәлер ҙә, әммә ҡунаҡтың күңелен күреү, уны хөрмәтләү төшөнсәһе бөтөнләй юғалып ҡала. Йәш парҙы “Әсе, әсе”ләп тәбрикләү үҙ халҡыбыҙ өсөн “йола”ға әүерелһә лә, был күренештең табындағы оло быуын вәкилдәрен, шул иҫәптән өйләнешкәндәрҙең ата-әсәһен дә уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуы, оялтыуы сер түгел. Туй килендең күлдәге, кейәүҙең гүзәл ҡиәфәте менән һоҡланыу түгел, ә уларҙы ғаилә итеп, оло тормош юлына оҙатыу, кәңәш-нәсихәт биреү, ҡоҙаларҙы туғанлаштырыу, йәш-елкенсәкте таныштырыу маҡсатынан сығып ойошторола бит. Киләсәктә өйлә­нешәсәк егет һәм ҡыҙҙар ошоно иҫендә тотһон ине.
Өсөнсөнән, туй мәжлестәрен кемуҙарҙан затлыраҡ, ҙурыраҡ итеп үткәреүҙә ярыш иғлан ителгәнме ни?! Хатта ки тантананы ҙур күләмдәге кредит алып та ойошторғандар бар. Иң ҡыҙғанысы: ошо аҡса иҫәбенә туй үткәреп тә, арта­бан бергә йәшәмәй айырылышҡан парҙар осрай. Никахлашыу, өйләнешеү ваҡиғаһын бер һарыҡ һуйып, ҡунаҡтарҙы шуның менән һыйлау ҙа етә, тип бушҡа әйтмәгәндер бит борон­ғолар. Тимәк, уйланырға урын бар. Туйыңдың иҫ китерлек, маһайырлыҡ булыуынан артабан матур, тыныс, бәрәкәтле ғаилә тормошоң мең артыҡ.
Шөкөр, тантананы милли рухта, зауыҡлы, мәғәнәле итеп ойошторған парҙар ҙа осрай. Афарин! Бындай туйҙа килен дә тыйнаҡ, күркәм, ипле ҡиәфәттә, саҡырылған ҡунаҡтарҙың да йөҙө асыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныс бөркә, сөнки тантана йәм­ғиәт тарафынан хуплау “эҙләп” түгел, дуҫтар, яҡындар ме­нән аралашыу, туғанлашыу, танышыу өсөн үткәрелә. “Туй күр­ке ҡунаҡ менән” тиелә халыҡ әйтемендә. Шулай уҡ “Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама” тигән мәҡәл дә бар. Байрам-мәжлестәрҙе ойошторғанда ошо әйтел­гәндәрҙе, милли ерлегебеҙҙе, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен онотмаһаҡ ине.


Автор: Г. МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21