Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алма тултырылған ҡаҙ
Алма тултырылған ҡаҙ Байрам табынын мейестә бешерелгән ҡаҙҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Телеңде йоторлоҡ ҡош итен өҫтәлгә ҡуйған хужабикәне маҡтап туя алмай ҡунаҡтар. Һеҙҙең иғтибарға оҫталарҙан бер рецепт тәҡдим итмәксебеҙ.

Ошо ризыҡтар кәрәк булыр: ҡаҙ – 4,5 килограмм, тоҙ – 4 балғалаҡ, киптерелгән һарымһаҡ – бер балғалаҡ, борос ҡатнашмаһы – кәрәгенсә, әскелтем алма – 1 килограмм, абрикос джемы – 1/2 сынаяҡ, лимон – 1 дана, кукуруз майы – 50 миллилитр.
Әҙерләү ысулы:
Ҡаҙ түшкәһен һалҡын һыуҙа йыуырға. Тиреһен йыуан энә менән тишкеләргә лә, эҫе һыу менән бешекләргә. Тоҙҙо, һарымһаҡ менән боросто бергә бутарға. Түшкәгә ошо ҡатнашманы һөртөргә лә, аҙыҡ пленкаһына төрөп, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Алманы йыуып, дүрт өлөшкә бүлергә, үҙәген киҫеп алырға. Ҡаҙҙың эсенә алманы тултырырға һәм ҡанаттарын, боттарын ҡыҫып бәйләргә. Тышына өс ҡалаҡ кукуруз майы һөртөргә.
Түшкәне рәшәткәле табаға һалырға, унан ағып төшкән май көймәһен өсөн 1 стакан һыу ҡойорға. Ҡаҙ бик һимеҙ булһа, тиреһен бер аҙ киҫкеләп һалырға мөмкин. Ризыҡты ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйып, 200 градус температурала – бер сәғәт, артабан температураны 140 градусҡа тиклем кәметеп, тағы ла өс сәғәт самаһы бешерергә. Абрикос джемына бер балғалаҡ лимон һуты, ҡалған кукуруз майын ҡушып, микротулҡынлы мейестә бер аҙ йылытып алырға һәм эҫе түшкәгә һөртөргә. Ҡаҙҙың өҫтөн лимон киҫәктәре менән биҙәп, табынға ҡуйырға.

Алма тултырылған ҡаҙТауыҡ итенән
“Цезарь” салаты


Күптәр был ризыҡты яратып ашай. Тәҡдим ителгән күләм 6-7 порцияға иҫәпләнә: оҙонса ҡалас – 1/2 (200 грамм), тауыҡ ите – 300 грамм, салат – ҙур ғына бәйләм, пармезан сыры – 50 грамм, һарымһаҡ – бер бүлем, зәйтүн майы – кәрәгенсә.
Соус өсөн: бешкән йомортҡа һарыһы – ике дана, гәрсис – ике балғалаҡ, һарымһаҡ – бер бүлем, лимон һуты – ике аш ҡалағы, 6 процентлы аш һеркәһе – бер балғалаҡ, зәйтүн майы – 100 миллилитр, тоҙ, борос.
Әҙерләү ысулы:
Биш ҡалаҡ майҙы ваҡланған һарымһаҡ менән ҡушып, 15 минутҡа ҡуйып торорға. Оҙонса ҡаласты шаҡмаҡлап киҫергә һәм һарымһаҡлы майҙа алтынһыу төҫкә ингәнсе табала ҡыҙҙырып алырға. Тауыҡ итен ҙур булмаған киҫәктәргә бүлергә. Тоҙ, борос һалып, әҙер булғанса ҡыҙҙырырға. Соус өсөн йомортҡаның һарыһын гәрсис менән бутарға, ваҡланған һарымһаҡ, аш һеркәһе, лимон һуты, май ҡушырға, кәрәгенсә тоҙ һәм борос һалырға. Тәрилкәгә бер аҙ ваҡланған салат япрағын, уның өҫтөнә тауыҡ итен, сохари һалырға, соус ҡойорға һәм өҫтөнә ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибергә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә