Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халҡыбыҙ тырыш, бирешмәйәсәкбеҙ”
“Халҡыбыҙ тырыш, бирешмәйәсәкбеҙ” Ҡылғанлы далалары, тау-урмандары, уңдырышлы баҫыуҙары, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота Хәйбулла районы. Һәр саҡ алға ҡарап йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәле өлгө итеп ҡуйырлыҡ: төҙөлөш объекттары сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа... Был эштәр халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Билдәле яҡташтары менән дә хаҡлы ғорурлана хәйбуллалар. Арҙаҡлы бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, дәүләт эшмәкәре, әҙибә Йомабикә Ильясова, шағирҙар Ҡәҙим Аралбаев, Ҡадир Әлибаев, тау белгесе Миңләхмәт Моталов, опера йырсыһы Зәйтүнә Ғәзизова, билдәле сәхнә оҫтаһы Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡа талант эйәләре ошо изге төйәктә ҡанат нығытҡан.
Бөгөн ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар? Уңыштарының сере ниҙә? Хәл итәһе ниндәй мәсьәләләр бар? Район хакимиәте башлығы Раил ИБРАҺИМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


– Һөйләшеүҙе быйылғы уңыштан башлайыҡ. Мәғлүм булыуынса, һауа шарттары йәнә ҡыуандырманы, игенсегә ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Йыл йомғаҡ­тарынан ҡәнәғәтһе­геҙ­ме, Раил Хазморат улы?
– Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына күптән күнеккәнбеҙ инде. Әлбиттә, ҡояш ваҡытында ҡыҙҙырып, ямғыр мәлендә яуып торһа, ауыл эшсәндәре өсөн күпкә яҡшыраҡ булыр ине лә... Юҡ шул: сыҙамлы игенсе һынауҙан арына алмай. Ләкин бирешмәйҙәр. Район аграрийҙары быйыл 53 мең тонна иген йыйып алды. Ә бит, беләһегеҙ, йәй буйы ямғыр яуманы. Былтыр ҙа шундай хәл булғайны.
Ғөмүмән, һауа шарттарына һылтанып, ҡул ҡаушарып ултырып булмай. Был – беҙҙең тыуған ер. Ошонда йәшәргә, эшләргә бурыслыбыҙ. Тәбиғәттең ҡырыҫ­лығына яраҡлашырға, иген үҫтереү алымдарын өйрәнергә тейешбеҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: районда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары йылдан-йыл арта. Әле улар – 93, ауыл хужалығы предприятиелары – 19. Барыһында ла заманса эш алымдары даими өйрәнелеп, тормошҡа ашырыла. Йәшелсә­селек, ҡошсолоҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәндәрҙең артыуы ҡыуаныслы. Республиканың һәм федераль кимәлдәге маҡсатлы программаларҙа ҡатнашып, быйыл тиҫтәнән ашыу фермер берлектә 17 миллион һумдан ашыулыҡ грант алды. Өҫтәүенә райондың ауыл хужалыҡтарында яңы техника 31 берәмеккә артты.
Эш башлаған һәр кемгә төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, былтыр 40 йүнсел 10 миллион һумлыҡ ярҙам алһа, был суммаға район ҡаҙнаһынан 2 миллион һум өҫтәлде. Эшҡыуарлыҡҡа бәйле төрлө программаларға ярашлы 220-гә яҡын кешегә дәүләт тарафынан субсидия бүленде.
– Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла ҙур төҙөлөш майҙанын хәтер­ләтә. Ниндәй объекттар файҙа­ланыуға тапшырылды? Йәш­тәр­ҙе, етемдәрҙе – торлаҡ, ишле ғаиләләрҙе ер менән тәьмин итеү мәсьәләһе нисек хәл ителә?
– Төҙөлөш барған ерҙә килә­сәккә өмөт йәшәй, тиҙәр. Ысынлап та, шулай. Әлбиттә, был тармаҡ ҙур сығым, иғтибар талап итә. Һуңғы йылдарҙағы иң ҙур төҙөлөш объекты Аҡъярҙағы 240 урынлыҡ балалар баҡсаһы булды. Күптән түгел тау сәнәғәте эшсәндәре өсөн 64 фатирлыҡ торлаҡ комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Авария хәлендәге йортта йәшәгәндәрҙе күсереү буйынса программала ҡатнашып, былтыр – 23, быйыл 21 ғаиләне яңы торлаҡлы иттек. Эш артабан да дауам итәсәк. Яңы йорттарҙан етемдәргә, башҡа дәүләт программаларында ҡатнашҡандарға ла фатир бүленә. Бындай проекттарҙа халыҡтың күпләп ҡатнашыуына булышлыҡ итәбеҙ. Быйылғы һөҙөмтәләрҙе генә алғанда, 18 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һигеҙ кеше фатирлы булып ҡыуанды.
Төҙөлөш әүҙем барғас, йәшәү уңайлыҡтары тыуҙырыуҙы ла хәстәрләргә тейешбеҙ. Был йәһәт­тән районда иң ҙур проблемаға әүерелгән һыу мәсьәләһе яйлап хәл ителә. Һыу торбалары алмаш­тырылмаған ауыл биләмәһе ҡалманы. Һуңғы ике йылда ғына был эш 100 саҡрымдан ашыулыҡ арала тормошҡа ашырылды. Шулай уҡ Аҡъярҙың, Бүребайҙың яңы биҫтәләрендә газ һәм һыу торбалары һуҙылды.
– Урындарҙа халыҡтан һа­лым йыйыу эше – иң ауыр­ҙарҙың береһе. Был тәңгәлдә һеҙҙә тотҡарлыҡтар бармы? Һалым тупланмаһы нисек файҙаланыла?
– Билдәле булыуынса, һалым – дәүләттең дә, райондың да төп килем сығанағы. Беҙҙә уны йыйыу яҡшы ойошторолған. Район ҡаҙ­наһын һалым менән тулылан­дырыуҙа уңышлы эшләп килгән ойошмаларҙың өлөшө ҙур. Был йәһәттән айырыуса эре тау сәнәғәте предприятиеларын билдәләп үтергә кәрәк.
Белеүегеҙсә, Башҡорт­остан­дың Финанс министрлығы райондар араһында квартал һайын бюджет килеме буйынса рейтинг үткәрә. Беҙҙең күрһәткестәр юғары. Ошоға бәйле һуңғы йылдарҙа ике тапҡыр республиканан өҫтәмә финанс ярҙамы алдыҡ.
– Мәғариф, мәҙәниәт өлкә­ләрендә хәл нисек?
– Район ҡаҙнаһындағы аҡса­ның 60 проценттан ашыуы белем биреү тармағына йүнәлтелә. Мәғариф учреждениеларының матди-техник хәлен нығытыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Әйтәйек, Таштуғай, Атингән, Первомайский ауылдарындағы балалар баҡсалары реконструкцияланды. Әле Мәмбәттәге кескәйҙәр учреждениеһында ҙур ремонт эштәре тамамланды.
Район педагогтары йыл һайын республика конкурстарында призлы урын яулап ҡыуандыра. Быйыл, мәҫәлән, иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте, физкультура уҡытыусылары булып танылдылар. Өфө ауылындағы белем усағы “Электрон мәктәп” форумында республиканың 20 смарт-мәктәбе иҫәбенә инде. Бүре­байҙағы мәғариф учреждениеһы ла ошо исемде лайыҡлы йөрөтә.
Быйылғы мәҙәни тормошобоҙ иһә Әҙәбиәт йылына бәйле булды. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ эшенә заманса ҡарай. Һәр ауылда үҙ брендына әйләнгән саралар гөрләп үтә, уларға халыҡ күпләп йөрөй. Яңыраҡ район мәҙәниәт йортона яңы “ГАЗель” автобусы һатып алдыҡ. Маҡан, Ғәлиәхмәт клубтарына капиталь ремонт яһалды. Әҙәбиәт йылына ярашлы Степной ауылында моделле китапхана асылды, район ижадсыларының ҙур йыйынтығы донъя күрәсәк.
– 2015 йыл район тарихына ниндәй ваҡиғалары менән яҙылыр?
– Йылдағыса, ҡыуаныстар ҙа, ауырлыҡтар ҙа булды. Иң иҫтәлекле ваҡиға тип Бүребайҙа ҡояш электр станцияһын сафҡа индереүҙе атар инем. Ул 10 МВт ҡеүәткә эйә. Шул ауыл янында һанлы телевидение станцияһы асыу ҙа район тормошона яңы һулыш өрҙө. Ошонда уҡ 26 йортто шәхси йылытыу системаһына күсереү, Аҡъярҙа күп функциялы үҙәк, Подольск, Бүребай ауылдарында автозаправкалау станциялары асыу – барыһы ла халыҡ мәнфәғәтенән сығып эшләнде.
Беҙҙең район делегацияһының Мәскәүҙә уҙған һабантуйҙа Башҡорт­остандың данын яҡлауы ла – тарихи ваҡиға. Быға тиклем беҙҙекеләр Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында үткә­релгән милли байрамдарҙа ла лайыҡлы сығыш яһағайны.
Быйыл Хәйбулланың 85 йыл­лыҡ күркәм юбилейын үткәрҙек. Урындағы халыҡ өсөн матур бүләк – район энциклопедияһы – донъя күрҙе.
Уй-маҡсат ифрат күп. Төҙөлөш эштәрен уңышлы дауам итеү, яңы хеҙмәт урындары булдырыу, йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн уңайлы тормош шарттары тыуҙырыу, социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу... Иң мөһиме – халҡыбыҙ тырыш, эшсән. Тимәк, бирешмәйәсәкбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872