Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр яңылыҡ беҙҙән башлана
Һәр яңылыҡ  беҙҙән башлана Яңыраҡ Өфөлә “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә” исемле Рәсәй форумы булды. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде. Әһәмиәтле сара урынының осраҡлы һайланмауы көн кеүек асыҡ: республика — торлаҡ-коммуналь хужалығында реформаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса илдә әйҙәүсе төбәктәрҙең береһе.

Халыҡҡа, йәмғиәткә файҙа­лы күп проекттар беҙҙә башланғыс ала. Тармаҡты яңыртыу, инвестициялар йәлеп итеү, әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итеү торлаҡ-коммуналь хужа­лығына заманса үҙгәрештәр алып ки­лә. Уларҙы тормошҡа ашы­рыуға ла­йыҡлы өлөш индергән предприятиелар араһында “ЯңауылТеплоэнерго” муниципаль предприятиеһы ла бар.
Бындағы һәр сәнәғәт объектында, социаль-мәҙәни учреждениела, торлаҡ йорттарҙа уңайлы хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары нәҡ уларҙың тынғыһыҙ тырыш хеҙмәтенә бәйле, сөнки “ЯңауылТеплоэнерго” — ҡаланы йылылыҡ менән тәьмин иткән берҙән-бер предприятие. Компания биш йыл элек “Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә ойошторола. Ошо ва­ҡыт эсендә ул үҙен тотороҡло эшлә­гән заманса ойошма итеп танытты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарма­ғындағы реформа талаптары төп йүнәлеш итеп алынған. Был предприятиены яңыртыуҙа, әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итеүҙә айырыуса асыҡ сағыла.
Компания тотош ҡалаға йән өрә тиергә була. Ул һигеҙ ҡаҙанлыҡты һәм ете үҙәк йылылыҡ пунктын хеҙмәтләндерә. Реформа талаптарына, форумда ҡуйылған бурыстарға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт­тәрҙең сифаты юғары булғанда, тарифтарҙа тотороҡлолоҡ һаҡла­нырға тейеш. Предприятиела етеш­терелгән йылылыҡ энергияһының үҙҡиммәтен кәметеү өсөн ҡаҙанлыҡ­тарҙа, төп яғыулыҡ төрө булараҡ, тәбиғи газ ҡулланыла. Селтәрҙәрҙе заманға ярашлы яңыртыуға ҙур тырышлыҡ һәм сығымдар йүнәлтелә. Әйтәйек, йылылыҡ трассаларын изоляциялау­ҙа кайфлекс, энергофлекс, пенополиуретан кеүек материалдар ҡулланыла. Ҡаланың Азин урамында магистраль йылылыҡ трассаһын “торба эсендә торба” тибындағы яңы үткәргескә алыштырғандар. Ул коррозияға бирешмәй, 50 йыл хеҙмәт итә.
Һуңғы осорҙа ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Әйтәйек, 2-се үҙәк ҡаҙанлыҡҡа реконструкция үткәрел­гән. Был сара ҡала халҡын йәйге осорҙа йылы һыу менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәрҙе бөтөрөүгә, коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән.
Хәҙер 1-се үҙәк ҡаҙанлыҡты яңырта башлаясаҡтар. Реконструкциялау проекты раҫланған. Тармаҡты артабан яңыртыу йәһәтенән киләсәккә мөһим бурыстар билдәләнгән. Мәҫә­лән, үҙәк ҡаҙанлыҡтар ихатаһында һыу скважиналарын быраулау, энергия һаҡлаусы насостар, ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыу, механик электр счетчиктарын юғары теүәллектәге электрон төрҙәренә, трансформаторҙарҙы алыштырыу эш сифатын күпкә яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Әлеге форумда торлаҡ-коммуналь тармаҡты заманса әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итеүгә етди иғтибар йүнәлтелде. “ЯңауылТеплоэнерго” предприятиеһы директоры Андрей Беспаловтың хеҙмәткәрҙәргә талабы шундай: һәр кем, ниндәй генә вазифа башҡарһа ла, үҙ өлкәһендә юғары дәрәжәлә оҫта булырға тейеш. Әйткәндәй, Андрей Иванович — тәжрибәле, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан етәксе. Ул, Томск политехник институтын тамамлап, инженер-промтеплоэнергетик белемен ала. Юллама буйынса тәүҙә Целиноград өлкәһендә эшләй. Ә 1990 йылда “Краснохолмнефть” идаралығының үҙәк ҡаҙанлығына мастер булып урынлаша. Артабан баш энергетика бүлегендә әйҙәүсе инженер, цехта баш инженер, ҡаҙанлыҡ етәксеһе, торлаҡ-коммуналь хужалығы идара­һында баш инженер булып эшләй. Артабан бай хеҙмәт тәжрибәһе тупла­ған белгескә ул саҡтағы “Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһына идара итеүҙе йөкмәтәләр. Компания үҙгәр­телеп, “ЯңауылТеплоэнерго” барлыҡ­ҡа килгәс тә, Беспалов етәкселектә ҡала.
Предприятиеның күп тапҡыр Рәсәй Төбәктәр үҫеше һәм республика Тор­лаҡ-коммуналь хужалығы ми­нистр­лыҡ­тарының, “Башкоммунэнерго” йәмғиәтенең, “Коммуналь энергетика” ассоциацияһының Маҡтау грамоталарына һәм дипломдарға лайыҡ булыуы – етәксенең ойоштороу һәлә­тенә ныҡлы дәлил. Коллектив 2014 йылда “Яңауыл районында физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы ойошма” булараҡ, 50 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Булдыҡлы коллектив эштә һынатмай, ҡаланың йөҙөнә йәм, халыҡ күңеленә йылы өҫтәй.





Автор: Г. ӘМИНЕВА. Район: Яңауыл ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә