“Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, район Советы депутаты Рәмил Мостафин бөтә ғүмерен тыуған ауылына, яҡташтарына хеҙмәт итеүгә бағышлай. Һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, ғүмер байрамының 60 йәш үренә күтәрелгәндә лә ул ер кешеһе булып ҡала. Шәмсиямал менән Ғиниәтулла Мостафиндарҙың алты балалы эшсән ғаиләһендә төпсөк малай булып донъяға килә Рәмил. Атаһы – Яҡшымбәттең тәүге шоферы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙенең йөк автомобиле менән яуға китә. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, туған колхозында автомеханик булып эшләй. Атаһына эйәреп, тимер-томор араһында үҫкән Рәмилгә тап шул саҡта техника “ене” ҡағыла. Мәктәптән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтында инженер-механик һөнәрен алып, яҙмышын тыуған төбәгенә бәйләй ул.
“Искра” колхозының баш инженеры, партком секретары булып эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған белгескә 1990 йылда хужалыҡ рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. Бына хәҙер 25 йыл инде Рәмил Ғиниәт улы “Искра”ны уңышлы етәкләй. Шул осорҙан һуң илебеҙҙең агросәнәғәт тармағы әллә күпме үҙгәреш кисерҙе, бихисап ҡаршылыҡты еңеп сығырға тура килде рәйескә.
Хужалыҡ етәксеһенең ғорурланып телгә алырлыҡ ҡаҙаныштары ауылды үҫтереү менән бәйле. Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, бәрәкәтле тыуған ерҙең ырыҫын арттырыу маҡсаты менән янып йәшәй Рәмил Ғиниәт улы. Эште заманса ойоштороу, яңылыҡтарҙы үҙләштереү, хеҙмәт кешеһен ҡәҙерләү үҙ емештәрен бирә. “Искра” хужалығы бөгөн Көйөргәҙе районында ғына түгел, республикала ла иң ҡеүәтлеләрҙең береһе. Бында тәжрибә уртаҡлашырға, етди кәңәшмәләр үткәрергә киләләр.
Малсылыҡ, игенселек тармаҡтары икеһе лә берҙәй уңышлы алып барыла. Хужалыҡтың 27 000 гектар ере булһа, шуның 17000 гектары – һөрөнтө майҙандар. Ырымбур яғынан ҡыуан елдәр иҫеп, һуңғы биш йылда ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡһа ла, заманса технологияларға таянып, мул уңыш үҫтерәләр. Көнбағыш быйыл, мәҫәлән, 5 мең 400 гектарҙа сәселде. “Бизнес-культура”ларға өҫтөнлөк бирелә: гәрсис, нут, етен, сорго үҫтереп тә һата хужалыҡ.
Малсылыҡтағы уңыштары менән дә тотош республикаға өлгө “Искра”. “500 ферма” программаһына ярашлы биш комплекс заманса төҫ алды.
Әле хужалыҡта 5 300 баш һыйыр малы булһа, шуның бер меңе – һауын һыйырҙары. Көн дә 20 тоннаға ҡәҙәр һөт етештерәләр. 300-ләп йылҡы малы тотҡас, йәй ҡымыҙ яһап һатыу өсөн дә мөмкинлектәре бар.
Хужалыҡ иртәгәһен ҡайғыртып, күп сығымды төҙөлөшкә йүнәлтә. Мәҫәлән, көнбағыш һаҡлағысҡа, иген киптергескә ихтыяж күптән үҙен һиҙҙергәйне. Быйыл яңы ҡоролмала 2 мең тонна көнбағыш, кукуруз орлоғо киптерелгән.
Эргәлә генә ҡатнаш аҙыҡ заводы, орлоҡ айырыу ҡоролмаһы төҙөлә. Малҡайҙар йәйен йәшел үлән утлаһа, ҡышын төрлө витаминлы аҙыҡтан өҙөлмәй. Ә был етештереүсәнлекте арттыра. Үҙҙәре сөй, гидравлик шланг етештереүҙе көйләгән. “Искра” хужалығында төҙөлөш эштәрен атҡарыу өсөн экскаватор һәм башҡа кәрәкле техника ла етерлек, ситтән кеше эҙләмәйҙәр.
Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу менән хужалыҡ һабантуй үткәрә. Кооператив эшсәндәренең рәхәтләнеп күңел асырлыҡ сәбәбе бар: мал ишәйә, сәсеү уңышлы теүәлләнгән. Хеҙмәт батырҙары сәхнә түренә күтәрелә… Эйе, эшләгән кешене баһалай, ҡәҙерләй белә етәксе.
Тәжрибә туплау маҡсатында сит тарафтарға юлланыу бик файҙалы. Рәмил Ғиниәт улы Ырымбурҙағы, Татарстандағы алдынғы хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге менән таныш, хатта быйыл Израилдә юғары кимәлдәге агросәнәғәт менән танышып ҡайтҡан.
— Фермаларҙа роботтарҙың һыйыр һауғанын күрҙем! Татарстанда әле бер инвестор шундай тәүге ферманы сафҡа индермәксе, — тине, юл сәхифәләрен иҫенә төшөрөп, Рәмил Ғиниәт улы. – Ундай замандарҙың беҙгә лә килеп етәсәгенә шигем юҡ.
“Искра” ауыл хужалығы кооперативы 11 ауылды берләштергән. Заманында яҡын-тирәләге хужалыҡтарҙы тарҡалыуҙан, бөлгөнлөккә төшөүҙән һаҡлау өсөн үҙ ҡанаты аҫтына алған уларҙы. Һөҙөмтәлә 500-ҙән ашыу кешенең даими эш урыны бар, улар социаль яҡтан яҡланған, ниндәй киҫкен мәсьәлә тыуһа ла, кооперативҡа таяналар. Яҡшымбәт, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Түбәнге Баба бригадалары бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк халҡы бик егәрле — күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужалыҡ иһә хеҙмәтсәндәргә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә, һатып та биреп тора.
– 90-сы йылдарҙан алып ауылдарҙа мәктәптәр, социаль объекттар төҙөнөк, белгестәр өсөн йорттар һалдыҡ. Йылына 30-ар йорт ҡалҡа ине Йәштәр урамында. Шуға ла эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булманы. Хәҙер һыу, газ бар, урамда – асфальт юлдар. Ауылда һис тә башҡаларҙан кәм йәшәмәйҙәр. Тик эшлә, тырыш ҡына, – ти етәксе.
Тыуған төбәгенең ҡотон нығытыуға бөтә көсөн һалған Рәмил Мостафин ғаиләһенән дә уңды. Хәләл ефете – Мораптал ауылынан килен булып төшкән Лира Рәүеф ҡыҙы – табип булараҡ 33 йыл төбәк халҡының һаулығы һағында торҙо. Ҡар-буран тимәй, ярҙам көткән кешегә ашыҡты. Халыҡ алдында абруйлы, оло ихтирамға лайыҡ шәхес былтыр ғына хаҡлы ялға сыҡты. Балалары Ләйсән, Азамат – икеһе лә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, баш ҡалала төпләнде, нефть эшкәртеү заводтарында эшләйҙәр. Йәй ейән-ейәнсәрҙәре Әминә, Әҙилә, Рауил, Заринаның шат тауыштарынан йорт нурға күмелә... Мостафиндар һәр береһенә йөрәк йылыһын өләшә.
– Халҡыма ярҙам итеп йәшәү – минең өсөн ғорурлыҡ. Урамдан үткәндә йөҙөң яҡты, олоһо-кесеһе хөрмәт менән өндәшә. Ошо үҙе бәхет түгелме ни? – ти Рәмил Ғиниәт улы.
Ир-аттың аҫылы ил эшендә һыналыр, ти халыҡ мәҡәле. Рәмил Мостафин, ил хәстәрен иңенә йөкмәп, уңған яҡташтарына таянып, илен-төйәген яңы тормошҡа әйҙәй. Был төбәктәге ыңғай үҙгәрештәрҙең күбеһен уның исеме менән бәйләйҙәр. Тыуған яҡтарында матур тормош ҡорорға хыялланды, яҡташтарын битарафлыҡ ҡоршауынан йолоп, арҡаҙаштар булырға өндәне. Тәүәккәл егеттең ихтыяр һәм зиһен көсө менән бәрәкәтле ерҙең ырыҫы артты. Хеҙмәт кешеһен күрә, күтәрә белде ул. Хужалыҡты тергеҙергә, йорт һалырға, мал-тыуар ишәйтергә, йорт-ихаталарҙы ҡотайтырға дәртләндерҙе, ағас-ташын да табышты, техникаһын да бирҙе.
Ата-баба нигеҙен һыуытмай, нәҫел тамырын ҡоротмай, тыуған төйәгендә төпләнеп, оя ҡорған, ошо ерҙәрҙе хеҙмәте менән ырыҫлы итергә ынтылған ир-азамат әле күркәм юбилейын ҡаршылай. Халҡына матбуғат һүҙен еткереү йәһәтенән беҙгә даими ярҙам иткән абруйлы етәксе Рәмил Мостафинға артабан да уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.