Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бал ҡортоноң “көйөн” тыңлап
Бал ҡортоноң “көйөн” тыңлап Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Солтановтарҙың дәртләнеп донъя көтөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғаилә башлығы Ишмырҙа олатай хаҡлы ялға сыҡҡас, умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ҡасандыр ҡортсолоҡ шөғөлө бер күстән башланһа, бөгөн уның 13 умартаһы бар.
– Элекке “Башҡорт” совхозында эшләгән йылдарымда уҡ ҡортсолоҡ һәм йәшелсә­селек менән ҡы­ҙыҡ­һына тор­ғайным. Төрлө журналдар яҙ­ҙырып уҡы­ным, китаптар һа­тып алдым. Ни өсөндөр күңел ны­ғыраҡ бал ҡорттарына тартты, уларҙың тырыш­лығына һоҡ­лан­дым. Уңайы килеп сыҡҡас, ныҡлап был эшкә тотоноп киттем. Белмәгәнемде тәжрибәле умартасыларҙан һораным, ҡатыным да ярҙам итте, – ти Ишмырҙа олатай.
Оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡы­тыусы, аҙаҡ директор булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Венера Сәмиғулла ҡыҙы – ғаилә башлығының иң ҙур ярҙам­сы­һы. “Ҡар­тымдың янында төтәткес булһа ла тотоп торам, ул ҡараған рамдарҙы таҙартам, бар яҡлап ярҙам итәм”, – ти ул.
Ауыл ерендә ҡортсолоҡ эше күп ваҡыт талап итһә лә, ихатала ултырған умарталар янына барып, безелдәшеп осоп йөрө­гән бал ҡорттарының “көйөн” тыңлап, уларҙың егәрлелегенә һоҡланып алһаҡ, бар арыу-талыу үтә, ти Солтановтар. Әйткәндәй, йорт хужабикәһе төрлө йә­шел­сә-емеш, сәскә үҫтерергә ярата. Баҡ­саларында ниндәйе генә юҡ! Йортта ла гөлдәр сәскәгә күмелеп, балҡып ултыра. Дүрт ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп, барыһын да уҡытып, башлы-күҙле итеп, бөгөн ун өс ейән-ейәнсәргә хөрмәтле олатай һәм өләсәй улар.
– Бал тотоу – иш янына ҡуш. Кәрәк ва­ҡытта һатып та ебәрәбеҙ, балаларға ла бирәбеҙ. Баҙарға сығарып йөрөү кәрәкмәй, үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ бар, йыл һайын бер үк кешеләр ала. Йүкә сәскә атҡан ваҡыттан алып йәй аҙағына тиклем умарталар ҡырҙа ултыра. Татлы, шифалы бал ҡабыу өсөн дә байтаҡ көс һәм сабырлыҡ кәрәк, – ти Йылайыр районының иң оло умартасыларының береһе.
Үрге Ғәлелә Ишмырҙа Шәмсетдин улы – ауылдың имам-хатибы ла. Тап уның ты­рыш­лығы һәм халыҡтың ярҙамы менән 1970 йылдарҙа емерелгән иман йорто тергеҙелә. Әле унда төҙөлөш эштәре бара, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, үҙ өлөшөн индерә.
Хаҡлы ялға сыҡтым, тип ҡул ҡаушырып ултырыусылар ҙа юҡ түгел. Ә бына Венера менән Ишмырҙа Солтановтар, киреһенсә, йәштәрсә дәрт, егеттәрсә аҙымдар менән күптәргә өлгө булырлыҡ матур ғүмер кисерә. Уларҙың татыу, уңған ғаиләһе генә түгел, ҡылған эштәре һәм башҡарған ғәмәлдәре – барыбыҙға үрнәк, өлгөлө ми­ҫал. Үҙҙәре әйтмешләй, саҡ ҡына йәшерәк булһалар, тау-таш аҡтарырҙар ине.





Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә