– Күл буйында әбей менән бабай йәшәгән. Бабай оҫталыҡ эше менән булһа, әбей шифалы үләндәрҙән сәй әҙерләгән. Йәнәшәләге быуала алтын балыҡ та йөҙгән.
– Бабай, бар әле алтын балыҡҡа, яңы ялғаш һора, – тигән бер көн әбейе. Киткән бабай быуа буйына һәм, ысынлап та, ялғаш алып ҡайтҡан. Ябай түгел, алтын төҫөндәге ағастан һырлап, семәрләп эшләнгән, хәс тә уйынсыҡ инде…“Әкиәт” донъяһындаҒафури районындағы Красная Полянаға килеп, “Әкиәт” ырыу поместьеһы хужаһы, йәғни ошонда йәшәүсе коллегабыҙ Сергей Дмитриевич менән һүҙ башлауыбыҙға уның ҡатыны Клавдия Николаевна беҙҙе ошо әкиәтен һөйләй-һөйләй теге алтын балыҡ йәшәгән быуа янына саҡырҙы. Үҙҙәре яһаған ысын быуа булып сыҡты ул, бәләкәй генә сабаҡтары ла бар хатта. Көн болотло булғанлыҡтан, ҡояшҡа ялтлап, балҡып йөҙгән “алтын балыҡ”ты ғына күрә алманыҡ. Уның ҡарауы, “өйрәк” йөҙөп йөрөй ине.
– Бында йәшәгән һәр кемдең тиерлек ошондай быуаһы бар, – тине Клавдия Николаевна. – Ышанаһығыҙмы-юҡмы, йыл әйләнәһенә ошонда һыу инәм, йәйен балалар рәхәтләнә. Ә бына быныһы беҙҙең мөгәрәп. – Ауыл менән танышыу шулай башланып китте.
Клавдия Николаевна менән Сергей Дмитриевичтың хужалығында үҙеңде ысын әкиәт донъяһындағылай хис итәһең. Ҡайҙа баҡма – әкиәт геройҙары һындары. Яуыз бүре лә хатта, тәртипләнеп, “Тәмәке тартҡандарға, яуыз уйлыларға беҙҙең арала урын юҡ!” – тип киҫәтеп, бармаҡ янап тора. Мәскәй әбей иһә “тауыҡ аяғындағы” өйөн хужаларҙың ҡунаҡтары – ҡаланан килгән ейәндәре – менән бүлешә икән.
Сергей Дмитриевичтың оҫтаханаһы ла төрлө һындар, ҡауҙылар менән тулған. Беҙ килгәндә лә ул үҙе ҡороп алған станокта тумыртҡа һыны эшләү менән мәшғүл ине…
Бөтәһе лә “Анастасия”нан башландыХужаларҙан был ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы, кешеләрҙең бөтә уңайлыҡтары булған ҡала фатирын ҡалдырып, урман араһына күсеп килеү сәбәбе хаҡында һорашабыҙ.
– Бөтәһе лә “Анастасия”нан башланды тип әйтһәк тә була. Ике меңенсе йылдар башында Владимир Мегреның тайга уртаһында япа-яңғыҙ йәшәүсе Анастасия исемле ҡатын тураһында һөйләүсе беренсе китабы донъя күрҙе. Уны төрлөсә атанылар, кемдер “тайга хужабикәһе” тиһә, икенселәр “Себер сихырсыһы” тине, өсөнсөләр “күрәҙәселер” тип юраны, – тип һөйләй башланы Сергей Дмитриевич.
– Автор был сәйер ҡатындың көнитмешен, тәбиғәт, тайга йәнлектәре менән килешеп-яраҡлашып йәшәүен шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һүрәтләгән, китапты бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыны ул саҡта. Артабан инде уның дауамы булып “Зыңғыр Себер эрбете” (“Звенящие кедры России”) китабы сериялап сыҡты. Ҡалаларҙа “Анастасия” клубтары барлыҡҡа килде. Бында, нигеҙҙә, тормошон, йәшәү рәүешен үҙгәртеп, тәбиғәт балаһы булып йәшәргә теләүселәр тупланды. Беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошондай төркөмдәр бар ине. Ҡала тормошон ҡалдырып, төпкөлгә, урманға күсеп йәшәү маҡсатында ер эҙләй башланыҡ. Кемдер Ишембай районында төпләнде, Раевка яғында ла ошондай ауылдар хасил булды. Ошо яҡтарҙан берәү ташландыҡ хәлдәге элекке ауыл урыны булыуы хаҡында әйткәс, бында юлландыҡ…
Һөҙөмтәлә “анастасиясыларға” Үтәк ауылы биләмәһенән 100 гектар ер бүленә. Тиҙ арала өйҙәр ҡалҡа.
– Бер көн эсендә бер йорт төҙөнөк, – тип ул йылдарҙы иҫкә ала Сергей Дмитриевич.
Буласаҡ ауылға бынан туғыҙ йыл элек иң беренселәрҙән булып ҡалалағы йортон, хатта үҙ бизнесын ташлап, 10 айлыҡ балаһы менән Беловтар ғаиләһе күсенә. Улар артынса Марина менән Евгений Ралеевтар килеп төпләнә. Бөгөн инде улар ысын ауыл кешеһенә әйләнгән, ике баш һыйыр тоталар хатта. Йәнә ике йылдан һуң Тарасовтар ғаиләһе килә.
– Ә инде 2011 йылдың 12 апрелендә беҙ күстек. “Ни өсөн тап 12 апрелдә?”– тип һораусылар ҙа булды. Ундайҙарға: “XX быуатта 12 апрелдә Гагарин Йыһанға осто, ә мин ХХI быуаттың ошо көнөндә урманға юлландым”, – тип яуапланым. Дүрт йыл ошондабыҙ инде. Һис үкенмәйбеҙ, киреһенсә, яңынан тыуған кеүек булдыҡ. Дөрөҫөрәге, үҙ асылыбыҙға ҡайттыҡ, – ти Сергей Дмитриевич. – Беҙ бит тәбиғәт балаһы, тәбиғәткә яраҡлашып гармонияла йәшәргә тейешбеҙ.
Бөгөн был ауылда барлығы һигеҙ ғаилә даими йәшәһә, йәнә 20-ләгән йорт төҙөлә.
– Ҡаланан күсеп килергә теләүселәр артҡандан-арта, тик ер юҡ. Әле бына беҙҙең ауылда барлығы 41 участка иҫәпләнә. Яңы килеүселәр өсөн ер юлларға кәрәк.
Һәр кемдең ергә хоҡуғы бар– Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кемдең ергә хоҡуғы бар. Тик ул рәсмиләштерелергә тейеш. Беҙҙең һәр беребеҙ үҙенең ерен законлаштырҙы. Был участкалар һәр ғаиләнең, нәҫелдән нәҫелгә күсеп килеүсе поместьеһы, йәғни ере буласаҡ. Һатылырға тейеш түгел. Тотош республика буйынса ошондай 17 ауыл булһа, Рәсәйҙә 200-ләгән ауыл барлыҡҡа килде, һәм уларҙың һәр береһенең үҙ уставы, ҡағиҙәләре бар. Беҙ, мәҫәлән, ауылыбыҙға эскән, тәмәке тартҡан, башҡа төрлө насар ғәҙәттәре булған кешене индермәйбеҙ. Барыбыҙ ҙа сәләмәт йәшәү рәүешен һаҡлайбыҙ. Нигеҙҙә, тәбиғәт ниғмәттәре менән туҡланабыҙ. Ит ашамайбыҙ, малды иткә һуйыу өсөн тотмайбыҙ. Күптәребеҙ умартасылыҡ менән шөғөлләнә, баҡса тултырып йәшелсә, картуф үҫтерәбеҙ, – тип ауылдың йәшәү рәүеше менән таныштыра Тимофеевтар.
Бында устав буйынса кәртә тотоп, участканы бүлеү ҙә тыйылған. Кәртәләр урынына төрлө ағастар ултыртыла.
Электр урынына – ҡояш энергияһы
– Башҡалары ярай инде, түҙерлек, ә бына электрһыҙ нисек йәшәйһегеҙ һуң? Оло донъя менән бөтөнләй бәйләнеш юҡ бит, – тим, аптырап.
– Ә ни өсөн һеҙ беҙҙе дөм ҡараңғыла йәшәйҙәр тип уйлайһығыҙ әле?! Кәрәк икән, көндөҙ ҙә ут яндырып ултырырға була, – Сергей Дмитриевич ҡабыҙғысҡа баҫҡас, өй өрлөгө буйлап һуҙылған лампочкалар таҫмаһы өй эсен тағы ла яҡтыртып ебәрҙе. – Һәр йортта тиерлек ноутбук бар, бөтә яңылыҡтарҙы, донъя хәлдәрен белеп торабыҙ. Яратҡан телесериалдарҙы ҡарайбыҙ. Скайп аша яҡындарыбыҙ менән аралашабыҙ. Кер йыуыу машинаһы ла бар ҡайһы берәүҙәрҙә. Һыуытҡыс алырға ла була, тик кәрәге юҡ, һәр кемдең мөгәрәбе бар.
Баҡһаң, бында бөтәһе лә ҡояш энергияһын файҙалана икән. Һәр йортҡа ҡояш батареяһы ҡуйылған.
– Ауылыбыҙҙың старостаһы Камил Исмәғилев элек “Строймаш”та баш инженер ине. Яҡтылыҡ һуҙыу уның хеҙмәте булды, – тип аңлатты Тимофеевтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ауылда булған көндә Камил эштә ине. Эш аралаш ул да ауылда иркен өй төҙөй икән.
Ауылда мәктәп,
клуб төҙөйбөҙ Красная Полянала мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар байтаҡ ҡына. Уҡыусыларҙың бер өлөшө Курорт мәктәбенә йөрөп уҡыһа, икенселәре – Үтәктә.
– Уҡытыусылар беҙҙең балаларҙы ыңғай яҡтан маҡтап ҡына һөйләй. Уҡыуға тырыштар, әүҙемдәр, – ти ғорурланып Клавдия Николаевна. – Тик бына ҡышҡы бурандар ваҡытында юлдар өҙөлөп, дәрестәр ҡала.
Шуға ла ата-әсәләр ауылда кәрәк саҡта мәктәп йә клуб итеп файҙаланыу өсөн берәй бина төҙөргә ҡарар итә һәм дөйөм тырышлыҡ менән эш тә башлай.
– Мәктәпкә бара алмаған көндәрҙә барса балалар ошонда йыйылып, дәресен әҙерләр, яңы темаларҙы үҙләштерер, тибеҙ. Тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙ бар. Унан килеп, беҙ бит йыш-йыш ҡына төрлө байрамдар ойошторабыҙ, хатта әкиәттәр сәхнәләштерәбеҙ. Бындай көндәрҙә ауылыбыҙ гөрләп тора. Төрлө ҡаланан ҡунаҡтар, балалар ҡайта. Быйыл бына шаулап-гөрләп ырыу поместьелары фестивале үтте. Ҡайһы тарафтан ғына килмәнеләр! 9 Майҙа район үҙәгендә байрам сараһында ла ҡатнаштыҡ. Ғөмүмән, ҡайнап йәшәйбеҙ, бер генә саранан да ситтә ҡалмайбыҙ, йәрминкәләргә лә сығабыҙ, – тип һөйләп алып китте Клавдия Николаевна. – Бал байрамындағы әүҙемлеге өсөн Сергей Дмитриевичҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаты тапшырылды…
Ауылда йәшәүселәр буласаҡ клуб-мәктәптең бураһын күтәреп, башын ябып ҡуйғандар ҙа инде.
Беҙҙе тәбиғәткә
һөйөү берләштерә Ауылға килгәндә бында, нигеҙҙә, урыҫтар ғына йәшәйҙер тип уйлағайныҡ та, улай түгел икән. Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан төрлө милләт кешеләре төйәк иткән был ерҙе. Сыуаштар, татар менән башҡорттар ҙа йәшәй бында. Улар араһында табиптар, тәрбиәселәр, уҡытыусылар ҙа, техник һөнәр эйәләре лә бар.
– Бәләкәй генә ауылда бер түгел, өс физика-математика фәндәре кандидаты йәшәгәнен ишеткәнегеҙ юҡтыр әле, ә бына беҙҙә бар улар, – ти ғорурлыҡ менән Сергей Дмитриевич. – Барыбыҙҙы ла бында тәбиғәткә ынтылыш, һөйөү килтерҙе. Беҙ үҙебеҙҙе туйындырған тәбиғәтте һаҡларға, яҡларға, уның шарттарына яраҡлашып йәшәргә тейешбеҙ. Балаларыбыҙҙа ла ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Әле бына бөтә халыҡ, урманда айыу бар, тип яу һала. Беҙҙең янға ла килде ул, умарталарҙы ла туҙҙырып китте. Уның шулай кешеләрҙе ҡурҡыуға һалыуында үҙебеҙ ғәйепле бит. Кемдер йәнлеккә насарлыҡ ҡылған, зыян иткән. Хәҙер бына язаһын күрәбеҙ. Беҙ урман кейектәрен аулау хаҡында ғына беләбеҙ, ә уларҙың да беҙҙең ярҙамға мохтажлығын аңларға теләмәйбеҙ. Былтыр ҡыш, мәҫәлән, аяғы яраланған ҡуян беҙҙең бесәйҙәр менән бергә йәшәне. Бүреләрҙән ҡасҡан мышы ла, төнөн ярҙам һорағандай, тәҙрәнән тәҙрәгә килгән. Тик беребеҙ ҙә аңламағанбыҙ, күрмәгәнбеҙ. Бүреләр уны баҡса артында ғына тиерлек ҡыуып тотҡан. Уның үлемендә үҙебеҙҙе ғәйепле тоябыҙ. Терпеләр, төлкөләр тураһында әйтәһе лә түгел, беҙҙән ҡурҡмайҙар ҙа шикелле. Бәшмәк йыйғанда айыуҙы ла күргәнем булды, ул – үҙ юлынан, мин үҙ юлымдан киттем.
Шикләнергәме,
үрнәк алырғамы?Ауылда булып, бында йәшәүселәрҙең көнитмеше, йәшәү рәүеше менән танышыуыма байтаҡ ҡына ваҡыт уҙҙы. Башҡаларға улар хаҡында тиҙерәк һөйләге килһә лә, үҙем дә аңлап етмәгән ниндәйҙер бер тойғо һаман тотҡарланы. Юғарыла телгә алынған Владимир Мегреның “Зыңғыр Себер эрбете” тип аталған китаптарының бер нисәһен уҡып та ҡараным. Тимофеевтар был ауылда төпләнеүселәрҙең, нигеҙҙә, үҙ асылына ҡайтып, тәбиғәткә яҡынайырға, уның менән килешеп, сәләмәт һәм дөрөҫ йәшәү яҡлы булыуҙарын төрлөсә дәлилләһәләр ҙә, “Берәй төрлө сектаға ҡарамайҙармы?” тигән һорау тынғы бирмәне.
– Тәү ҡарашҡа сәйерерәк күренһәләр ҙә, әлегә ул-был тойолмай. Биләмә тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр, ярҙам итәләр. Улар араһында эскән-тартҡан, тәртип боҙған кеше юҡ, – тип Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаров уларҙы яҡшы яҡтан баһаланы.
“Ырыу поместьеһы”, йәғни “нәҫелдән нәҫелгә күсеүсе ер” тип һөйләүҙәре хәтергә ныҡ һеңеп ҡалды. Күреүебеҙсә, улар киләсәген ҡайғырта, бөгөндән балалары өсөн баш төртөр, тамырланыр урын әҙерләй. Ә бына беҙ ошо хаҡта уйланабыҙмы, ерҙең ҡәҙерен беләбеҙме? Бүлеп бирелгән пай ерен түгел, хатта йорт алдындағы баҡсаһын рәсмиләштерергә теләмәүселәр ҙә бар бит. Эйе, төрлө тарафтан килгән “анастасиясылар” ер биләй, уны ырыу поместьеһы итеп законлаштыра, ә урындағы халыҡ…