Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәҡиҡәт юлланы ул...
Хәҡиҡәт  юлланы ул... Төбәгебеҙҙә халҡыбыҙҙың күренекле улы, яҙыусы, журналист, тынғыһыҙ эҙәрмән, рәссам Рәүеф Насировтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған айлыҡ уҙҙы. Райондың үҙәк китапханаһында, Ҡунаҡбай ауылы клубында һәм ҡаланың 1-се лицейында әҙиптең хәтер кисәләре үткәрелде, ошо уҡ ауылдың музейында уның хөрмәтенә стенд асылды.

Халҡыбыҙҙы күпселектә ауыл ерендә тыуып үҫкән малайҙар данлай. Рәүеф Хәй улы Насиров та районыбыҙҙың төньяҡ өлөшөндәге төпкөл Ҡужайҙа 1935 йылда тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, артабан Поляковка, Наурыҙ, Миндәк мәктәптәрендә уҡып, урта белем тураһында аттестат ала. Армия хеҙмәтен Мәскәү эргәһендәге авиация часында үтәй. Ауыл балалары, бигерәк тә ул замандағылар, тормошта үҙ көстәренә генә таянып уңышҡа өлгәште. Рәүеф Хәй улының тормош юлы ла беҙҙең һәм киләсәк быуындар өсөн фәһемле.
1956 – 1958 йылдарҙа Мәскәү Бөтә Союз һынлы сәнғәт йортонда ситтән тороп уҡыу курсын тамамлай. Стәрлетамаҡ уҡыусылар институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегендә, Свердловск ҡала­һындағы Урал дәүләт университетының журналистика факультетында белем ала.
Оҙаҡ йылдар үткәс, филология фәндәре докторы Салауат Галин уның тураһында шулай тип яҙасаҡ: “Мин яҙыусы Рәүеф Насировтың эшмәкәрлеген йыш ҡына иҫкә төшөрәм дә шундай уйға ҡалам: ул тарихсымы, фольклорсымы, әҙәбиәт ғалимымы? Ә бит уның яҙмалары, унда файҙаланылған мәғлүмәттең яңылығы, фәнни нигеҙле булыуы исем-дәрәжәле ғалимдар кимәлендә ине, хатта артығыраҡ булмаһа. Ҙур ихтирамға лайыҡ ул”.
Уның бар булмышы, холҡо туған тәбиғәте кеүек асыҡ, матур, сағыу булды. Беҙҙең Сәфәр ауылы мәктәбендә эшләгән осорон бөгөнгөләй хәтерләйем. Уға күпселеге малайҙарҙан торған класты бирәләр, улар менән төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәреп, ошо ауыл балаларын үҙенә йәлеп итеп, күңелдәренә белемле һәм илгә кәрәкле кешеләр итерлек орлоҡ һала белә ул. Үҙенең уҡыусыларын бер ваҡытта ла онотманы һәм нисек йәшәгәндәре менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торҙо. Уларҙы осратһа, үҙ тиңендәй күреп, ысын күңелдән әңгәмәләшер ине, бының менән ул талантлы мөғәллим булғанлығын иҫбатланы.
Учалы районының “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитен 15 йыл етәкләй ул. Рәүеф ағай баш мөхәррир булып эшләгәндә ауыл һәм эшсе хәбәрселәр бик әүҙем булды. Уларҙы ай һайын йыйып, семинарҙар үткәреп, бурыстар йөкмәтер ине. Әйткәндәй, мин дә ошо дәүерҙә (1969 йылдан) район гәзитенең ауыл хәбәрсеһе инем, Рәүеф ағайҙың ҡултамғалары менән бирелгән бер нисә маҡтау ҡағыҙы ла һаҡлана.
Ул башлап ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Урал йәшмәләре” тигән ижади берекмә ойоштороуға ла байтаҡ көс һалды һәм уны етәкләне. Һуңынан уның нигеҙендә беҙҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килде. Рәүеф Хәй улы бер юлы ҡаланың худсовет рәйесе лә була, төрлө рәссамдарҙың күргәҙмәһен ойоштора, гәзит биттәрендә һәр саҡ мәҡәләләре, үҙе яһаған портреттары ла баҫыла. Шул уҡ ваҡытта ул “Төҙөүсе” клубында эшләп килгән халыҡ театрының кураторы ла була, хатта ошо театр өсөн “Мәңгелек юлдаштар” тигән пьеса ла яҙа. Был спектакль 1970 йылдарҙа ҙур популярлыҡ яулай. Тынғыһыҙ эшмәкәр күп йылдар рәттән ҡала Советы депутаты, партияның ҡала комитеты ағзаһы була. Халыҡ контроле комитеты ағзаһы булараҡ та үтә һөҙөмтәле эшләй.
Матбуғатҡа әүҙем яҙышҡан уңған етәксене 1982 йылда “Совет Башҡорт­останы” гәзитенә пропаганда бүлегенә етәкселек итергә эшкә саҡырып алалар, ә 1991 йылда баш мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтәләр. Хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, “Ватандаш” журналын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, “Ағиҙел” журналында ла бүлек мөдире вази­фаһында эшләргә насип була уға.
Рәүеф Насиров – Рәсәй Федерация­һының, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауре­аты, күп маҡтау грамоталары менән бүләк­ләнгән, Учалы районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы.
Эҙәрмән-журналист булараҡ, яңы тарихи мәғлүмәттәрҙе асыҡлап, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре – Мифтахетдин Аҡмулла, Зәйнулла Рәсүлев, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Хафиз Ҡушаев һәм башҡаларҙың тормош юлын ентекләп яҡтыртты әҙип. Уларға арнап “Уҙамандарҙы эҙләйем”, “Уралым батыр­ҙары”, “Ата-бабам баҡҡан ер”, “Ете һыу башы”, “Ҡылыс ҡында килешә”, “Ҡыйралыу”, “Бурыс” һәм башҡа әҫәрҙәр ижад итте. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым иғтибарға, ихтирамға лайыҡ.
Шулай ҙа ижадсының эшмәкәрлеген­дәге сағыу биттәрҙең береһе – Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән башҡорт малайы Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеген иҫбатлау осоро. Уның эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ, “Ҡайҙан һин, Матросов?” тигән китабы рус һәм башҡорт телдәрендә донъя күрҙе.
Ҡунаҡбай ауылының мәҙәниәт клубында Рәүеф ағайҙың 80 йыллығына арнап үткәрелгән хәтер кисәһе лә тап ошо китаптан сәхнәләштерелгән өҙөктән башланды. Был пьесаны режиссер Ғаяз Ибраһимов етәкселегендә Ҡорама ауылының һәүәҫкәр артистары әҙер­ләгәйне. Залдағы халыҡ артистарҙы, күҙҙәренә йәш алып, алҡышлап, аяғүрә баҫып оҙатты.
– Матросовтың башҡорт егете булыуын иҫбатлағанда ҡаршы төшөүселәр күп булды, бигерәк тә етәкселәр. Ә хәҙер уны яңынан күтәреп сығырға, был исемде рәсми кимәлдә раҫларға мөмкинлек бар, – тип сығыш яһаны Учалы районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы Марат Фәйезов.
Зәйнулла ишан исемендәге мәсет бөйөк шәхестең тормошо, эшмәкәрлеге менән халыҡ-ара кимәлдә таныштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Зәйнулла Рәсүлев исемендәге беренсе премияны, үҙе үлгәндән һуң, Рәүеф Насировҡа бирергә ҡарар итеп, яҙыусының тормош иптәше Тәнзилә апайға тапшырҙы. Рәүеф ағай менән бергә 55 йылға яҡын ғүмер кисергән, уның әҫәрҙәрен руссаға тәржемә иткән Тәнзилә апай Ҡунаҡбай һәм район китапханаларында ойошторолған әҙәбиәт музейҙарына яҙыусының күп әйберҙәрен һәм ҡулъяҙмаларын бүләк итте.
Хәтер кисәләрендә Белорет, Әбйәлил райондарынан, Үрге Уралдан, Магнитогор­ски­ҙан яҙыусылар ҡатнашты. Учалы ҡалаһында яңы барлыҡҡа килгән Көньяҡ биҫтәһе урамдарының береһенә Рәүеф Насировтың исеме бирелеүе тураһындағы яңылыҡты халыҡ алҡышлап ҡаршы алды.

Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының
яуаплы секретары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә