Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәре Әсә ине
Һөнәре Әсә ине Ҡала урамында аҙашҡан биш йәшлек ҡыҙ: “Шуны ла белмәйһегеҙме? Донъяла иң яҡшы кеше – минең әсәйем”, — тигән, “Әсәйең кем һуң?” тип һорағастар. Элек мәктәп дәреслегендә ошо хаҡта уҡый торғайныҡ. Ысынлап та, донъялағы бар тереклек бәпләп, яратып, һаҡлап торған әсәһенә мохтаж. Ҡәҙерлебеҙҙе күктәге Ҡояшҡа тиңләйбеҙ, ҙурлайбыҙ, һоҡланабыҙ. Үҙебеҙ күптән әсәй-өләсәйгә әйләнһәк тә, уларға һыйынабыҙ.

...Ҡыҙыу бесән мәле. Дүр­тен­се класта уҡыған ҡыҙын әсәһе Ҡуһаил тауы буйындағы сабын­лыҡҡа етеле салғы менән бесән сабырға алып китте. Ҡаҡса ғына, еңел кәүҙәле ҡатын салғыһын һелтәй-һелтәй тигеҙ ыҙан ҡал­дыра. Ҡыҙы ла уға эйәрҙе. Тырыша торғас, әсәле-ҡыҙлы бер-ике күбәлекте йығып та һалды. Ҡыҙы яңы ғына сабылған бесән өҫтөндә кейгән итегенең ҡуңысы ситендәге һыҙырылған эрзинен алырға эйелгәйне генә, әсәһе салғыһын күтәреп килеп етте. Ҡара йылан ҡояштың эҫе нурҙарында ял итеп ята. Әсә салғыһының төйҙәһе менән уны иҙергә, туҡмарға тотондо. Уларҙың йөрәге үтә лә һиҙгер шул.
...Һигеҙ балаға йән өргән әсә байрамдарға, һабантуйҙарға күкрәгенә “Әсәлек миҙалы”н ниндәйҙер бер тулҡынланыу, сикһеҙ ҡыуаныс, ғорурлыҡ ме­нән таға. Бала менән әсәне һынландырған был бүләк – ҡыҙ һәм улдарын оло тормошҡа әҙерләүгә бар дәртен, тырыш­лығын һалыуға этәргес көс. Ҡояш менән бергә уянып, таң һарыһынан сөгөн табала шыжлатып ҡойолған ҡоймаҡ, әллә ҡайҙан ҡомалаҡ еҫе менән ымһындырған түтәрәм мамыҡ­тай әсе икмәк, эҫе йәйҙә көлгә күмелгән сөсө күмәс, ала­сыҡтағы ҡаҙанға ҡайнатылған һөттән яһалған ойотҡо, ағас көбөлә әсетелгән эркеттән йылға буйында ҡайнатып, төтөнлө ылашта киптерелгән ҡорот, шәрбәт ҡыҙыл һәм аҡ эремсек, ҡатыҡлы аш, нәҙек көбөлә туҡылған күбек майы, килелә төйөлгән бойҙайҙан бутҡа, күпереп торған буҙа, онға йомортҡа ҡушып ыуылған ыумас. Йоҡоһоҙ төндәр, булмағанды ла булдырыу — барыһы ла ғәзиздәре өсөн. Мәктәптә һәр береһенең уңышы өсөн ҡыуаныу, өмөт сатҡыларын дөрләтеү...
...1950 йылдарҙа магазинда кейем-һалым юҡ кимәлендә. Йәй буйына иренең эш хаҡынан әҙме-күпме йыйып, өс көнлөк юлға сыға... Илле саҡрым алыҫлыҡтағы Магнит ҡалаһына йәйәүләп барып етә, танышында туҡтала, иртәгәһенә магазиндар буйлап туҡыма ала, өсөнсө көнгә кисләтеп кенә ҡайтып етә. Шул туҡыманан көндәр буйы балаларына кейем тегә.
...Мейесте сығарырға йәшен ҡайтҡанын көтәләр. Иренән балсыҡ ташыта. Көҙгө һалҡында кәритәлә ялан аяҡ балсыҡ баҫа, ҡалыптарға һала, теҙеп киптерә, мейес сығара... Кистәрен шәм яҡтыһында карауат тояҡтарына ҡорғанға сигеү сигә, тәҙрәләргә аҡ ептән селтәр бәйләй, кәзә мамығын эшкәртеп иләй, бәйләй, һуғыу станогында шәл һуға, сәсәкләй... Ундай әсәләрҙең ҡулдарынан нур тама, тиҙәр. Ул арала атай тоҙҙо тирмәндә тартырға өлгөрә.
...Йәй башына күпереп үлән ҡалҡа. Әсә бөтә төр үләндәрҙе атай. Атау ғына түгел, ниндәй ауырыуҙан дауалай икәнлегенә тиклем һөйләй. Арба тултырып бесән сабып алып килә. Атҡорһаҡ, ағыулы көпшә, тилебәрәнде сүпләп алып ташлай. Ҡалған үләнде эҫе һыуға бешерә, балаларының һәр береһен үләнгә күмә, һыуына ултырта, өс көн буйына мамыҡ шәлгә урап йөрөтә. Береһенән-береһе ваҡ һигеҙ баланы туйындырырға, кейендерергә нисек өлгөрҙө икән? Етмәһә, әллә нисә тапҡыр ҡаҙан аҫтына ут яғырға кәрәк!
Бер мәл тимер юл аръяғында сиған таборы туҡтай. Улар урам буйлап йөрөй, әҙме-күпме аҡсаға киләсәкте юрай. Ата-әсә уларҙы тыңлап шаҡ ҡата. “Берә­үегеҙҙең ғүмере иртә өҙөлә. Бер балағыҙ ҙур ҡалала йәшәр, икенсеһе...” Әсәнең һулҡылда­ғаны ишетелә. “Мин китермен. Нисек кенә йәшәрһегеҙ?” “Юҡҡа илама. Моғайын, миндер...” тип йыуатты атай кеше ҡатынын. Һыу һөлөгөләй таҙа ире ҡырҡ туғыҙ йәшендә эш урынында фажиғәле мәрхүм була. Әсә ҡырҡ биш йәшендә тол ҡала. Сиғандың юрағаны юш килә. Фронтҡа китеп юғалған иренән яҙып, итәк тулы балаларын кеше иткән әсәһенең әсе яҙмышын ҡабатлаймы ни...
Бәхетле бала сағын һуғыш урлаған әсә сабыйҙарын нисек тә булһа йәшәү көсө табып, етемлекте һиҙҙертмәҫкә тырыша. Ике бәләкәсенең күңелен күтәрер өсөн хатта ҡыштарын турғайҙарҙы ситлек эсендә тота. Фермала быҙау ҡараусы, һауынсы, почта хеҙмәткәре, яланда гектар-гектар сөгөлдөр үҫтереүсе... Бөтәһе лә балалары өсөн. Ирекһеҙҙән, атай хәстәрен күрмәгән әсә үҙенең ырҙынына ҡушып, ирле кешеләрҙекен дә уратып кәртәләп ала. Тултырып картуф, йәшелсәһен сәсә, бесән саба. Өс йәшлек малайын ат егергә өйрәтә...
Тәүге балаһы, үҙенә оҡшаған оҙон толомло ҡыҙы, уҡытыу­сылыҡҡа уҡый. Әсәһе матур күк туҡыма алып, көндәр буйы ситтәрен бөрөп, йәйелдереп күлдәк тегеп, күҙ нурҙарын түгә. Ә уныһы... кеймәй. Эх, ниңә генә кеймәгән ул шул күлдәкте?! Ниңә генә тыңламаған? Ниңә генә рәнйеткән әсәһен...
Һәр нәмәгә оҫта ине әсәһе... Бигерәк тә милли кейемдәр кейергә яратты. Туҡ-туҡ... Аҡсаларҙы тишә. Кистәрен ҡыҙыл мәрйендән һаҡал, тәңкәләрен сылтыратып сулпы, ҡашмау тегә. Ейән-ейәнсәрҙәре менән ауылдар буйлап ҡумыҙ сиртеп концерт ҡуя, сәхнә тултырып бейей. Милләтенең киләсәген хәстәрләй, яҙмышын ҡайғырта, мәҙәниәтен ихтирам итә, йөҙө айҙай балҡый... “Ватандаш”тан алып барлыҡ журнал-гәзиттәрҙе алдырта. Һәр береһен ентекләп уҡый, өйрәнә. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов­тың башҡорт теле тураһында һәйкәл-шиғырын ятлап алып, мәктәптә үткән кисәләрҙә һөйләй.
Ҡошсоҡтарын урынлаштырып бөткәс: “Яңғыҙыңа ауырҙыр, иптәшкә берәйһен индереп алһаң, көңгөр-ҡаңғыр йәшәр инегеҙ”, — ти алыҫ яҡтарҙан ҡайтҡан ҡыҙы. “Мөхәббәт кәрәк. Атайың үҙе менән алып китте. Миңә берәү ҙә кәрәкмәй. Балаларымдың һөйөүе лә етә...” — тигән яуап яңғырай.
Ысынлап та, мөхәббәтле ине әсә — башҡорт ҡатыны, милләт әсәһе. Һыуытҡысынан ожмах емештәре өҙөлмәне, донъяһы ҡараулы, өҫ-башы тәрбиәле булды. “Минән дә бәхетле, бай кеше юҡ. Бар байлығым — һигеҙ балам, һигеҙ ҡыуанысым, йыуанысым,” — тип ҡабатларға яратты. Уның һәр көнө ҡәҙерле, мәғәнәле. Яҡты донъяны ташлап китерҙән бер көн алда балаларын йыйып алды. “Китәм инде. Ауырыйым бит. Алты ҡыҙым өсөн ҡайғырмайым. Бирешмәҫтәр. Малайҙарым... Уларға ярҙам итегеҙ, саҡырып ҡунаҡ итегеҙ. Берәүһе килендән уңманы шул. Яңғыҙы йәшәй бит... Ике ҡыҙын тәрбиәләй”.
Уның ҡулдары бүтәндәрҙе­ке­нә оҡшамаған. Шундай йом­шаҡ, наҙлы, йылы. Башыңдан ул ғына шулай һыйпай, арҡаң­дан ул ғына иркәләп һөйә. Ҡә­һәрле һуғыш бәхетен урлаған­ға­мы, балаларына етемлекте күрһәтмәҫкә тырышты. Ауыр­лыҡтарға тешен ҡыҫып түҙҙе, әммә зарланманы. Иң яратҡан байрамы — Еңеү көнө. “Шундай аяҙ, ҡояшлы көн ине. Еңеү шауҡымынан көндәр буйы урамдан ҡайтып кермәнек. Һәр өйгә ғәрипләнеп булһа ла кемдер ҡайтты. Ағайым менән атайым ҡайтманы...” — тип һөйләр ине.
Әсә! Ҡояш. Балаларының һәммәһен дә берҙәй йылытып йәшәргә дәрт, көс-ҡеүәт алырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, хәрәмде хәләлдән айырырға бәхетеңде хеҙмәттә табырға, яуыздан йыраҡ китергә, ир баланың маңлайына яҙылған фарыз — илен һаҡларға... Бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәрбиә орлоғо.
Юғары уҡыу йортонда ла уҡымаған, түрә лә түгел, Айға ла менмәгән ябай ҡатын-ҡыҙ. Уның һөнәре — Әсә булыу. Тормошто яратҡан, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ғәжәп изге күңелле кеше ине ул минең әсәйем — Мәрйәм Динислам ҡыҙы Йәғәфәрова.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872