“Рәсәй-Башҡортостан” телеканалында йыл дауамында барған “Әйтер һүҙем бар” проектының йомғаҡлау кисәһе рәүешендә Шиғриәт балы уҙғарылыуы хаҡында ишеткәс, яҙыусылар, ошо проектта ҡатнашыусы һәр кем байрамды тулҡынланып көттө. Дөрөҫөн әйткәндә, тап шул көндө Салауатҡа “Әҙәби нағыш” республика марафонына юлланғайным. Шағир исемен йөрөткән ҡалалағы ижади осрашыуға бармау яҙыҡ булыр ине, сөнки бында милләт ғәме менән янған милләттәштәребеҙ йәшәй, уҡыу йорттарында белем ала, Салауат дәүләт драма театры янында рухлылар тупланған. Марафондың төп сараһында – ҡулъяҙмаларҙы тикшереүҙә – ҡатнашҡандан һуң кире юлландым мәркәзебеҙгә! Талпыныштарым, ынтылыштарым юҡҡа булмаған икән, әлдә лә генә ҡайтып өлгөрҙөм Шиғриәт балына!
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына килеп инеү менән, әйтерһең, бөтөнләй башҡа донъяға барып эләктем. Оҙон итәкле күлдәк кейгән ханымдар, затлы костюмлы ир-егеттәр Л. Толстойҙың әҫәрендәге Наташа Ростованың балын хәтерләтте. Башҡорт халҡының шиғри, ижади бомонды йыйылғайны бында. Түрҙәге бүлмәлә китаптары яңыраҡ донъя күргән яҙыусылар Камил Йыһаншин, Гөлнур Яҡупова, Ринат Камал автограф өләшә. Уң яҡтағы ҡул эштәре күргәҙмәһендә милли биҙәүестәр тәҡдим ителә.
Үҙ-ара аралашҡанда сәй, һут эсеп алырға ла мөмкин. Әле тегендә фотографтарҙың аппараттары ялт-йолт итеп кенә тора: бындай сараны һәр кем күңелендә генә түгел, рәсемдәрҙә лә мәңгеләштерергә ашыға.
Ун ике кешенең үҙ-ара шиғыр уҡыу буйынса ярышҡа сығыуы хаҡында иғлан иттеләр: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, джазмен Олег Кирәев, студент Алина Ғәлиева, шағирәләр Зөһрә Фәйзуллина, Эвита Гайнет, Марианна Плотникова, артистар Александр Федеряев, Эльвира Юнысова, режиссер Рөстәм Ғәлиев, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, шағир Азамат Юлдашбаев. Йәрәбә һалыу ысулы менән кемдең кемгә ҡаршы сығыш яһаясағы ла билдәләнде. Башланды!..
Залға саҡырҙылар. Шиғри бәйгене алып барыусы булып сығыш яһаған Башҡортостандың халыҡ артистары Фирҙәт Ғәлиев менән Александр Кузьменко жюри ағзалары менән таныштыра: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, танылған диктор Наилә Ғәләүетдинова, халыҡ артисы Олег Ханов. Рефери, халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тәүге бәйгеселәрҙе иғлан итә. Эвита Гайнет менән Зөһрә Фәйзуллина шиғри һүҙгә маһирлығын күрһәтә. Иң ауыры, моғайын да, жюри ағзаларыналыр: бында бит береһен дә кәмерәк тип ҡарап булмай. Зөһрә апайҙың атаһының бейегәнен күрҙем мин, һуғыш ветераны сәхнә тултырып бөркөттәй талпынғандай булды. Эвитаның тәрән ҡайғыһы – әсәһен юғалтыу хәсрәте – һәр кемде тетрәтте. Киләһе этапҡа йәш ҡыҙ үтте.
Олег Кирәев менән Рәшиҙә Солтанованың алышында еңеүсе кем буласағы алдан уҡ беленеп торҙо төҫлө: егет кеше ҡатын-ҡыҙ менән алышмағанын күрһәтте, тыныс ҡына итеп шиғырын уҡыны ла сәхнәнән төштө. Ә Учалы ҡыҙы ярһып, милли асыл хаҡында шиғри һүҙен еткерҙе. Киләһе турға Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы үтте. Александр Федеряев менән Марианна Плотникованың сығыштары шулай уҡ бик үҙенсәлекле булды. Үҙенең ижади ҡомары менән дан ҡаҙанған артист был юлы ла һынатманы, ҡайһылай һәр һүҙен еренә еткереп уҡый ул шиғырҙы! Мин хатта киләһе турға ул үтер, тип уйлағайным. Әммә Марианнаның сәме арбаны жюри ағзаларын!
Башҡорт һүҙ сәнғәтендә Азамат Юлдашбаев тигән исем бар, һәм тап уға ҡаршы үҙен оҫта шиғыр уҡыусы итеп танытҡан Алина Ғәлиеваның тура килгәненә йәрәбәләрҙе әрләргәме, әллә Уңыш ғәли йәнәптәренең шаярыуы тип ҡабул итергәме? Етмәһә, Азамат Рәмил улы тәүге һөйләменән үк “Алина – еңеүсе, мин былай ғына уҡыйым” тигән һымаҡ тотто үҙен. Матур алыш булды, тик М. Йәлилдең “Вәхшәт” шиғырын урыҫ телендә уҡығанда Алина бер аҙ яңылышты инде әллә... Киләһе турҙа – Азамат. Ә студент барыбер яҡшыраҡ уҡыны ул шиғырын. Жюри менән бәхәсләшеп булмай, сөнки шағир үҙ шиғырын яттан һөйләне.
Салауат Сәғитов менән Рөстәм Ғәлиевтең бергә тура килеүе лә үкенесле булды – икеһе лә шиғырҙарҙы яттан һәм шундай тәрәнлек менән уҡыны, хатта, кемеһенә өҫтөнлөк бирерҙәр икән, тип тотош зал тынып ҡалды. Салауат Тәлғәт улының мөхәббәт лирикаһы күңелдәргә нығыраҡ үтеп инде булһа кәрәк!
Эльвира Юнысова менән Зөһрә Рәхмәтуллина икеһе лә М. Кәрим ижадына мөрәжәғәт иткән. Бөтәһенә лә киң билдәле шиғырҙарҙың алышында Зөһрә Йыһанур ҡыҙының һүҙе еңеп сыҡты.
Шулай итеп – икенсе тур. Зөһрә Рәхмәтуллина менән Марина Плотникованың ярышы бик ҡыҙыу булырға тейеш кеүек ине, әммә депутаттың изгелек хаҡындағы яҡты һүҙе тамашасыны, жюри ағзаларын да арбаны. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы сығыш яһаясаҡ финалда. Рәшиҙә Солтанова менән Салауат Сәғитовтың алышында йәнә лә мөхәббәт лирикаһы барыһының да йөрәген яуланы. Рәшиҙә Солтанованың “Быуат менән хушлашыу” (М. Кәрим) әҫәренән һуң һәр күңел сарсаған яҡты һөйөү һүҙҙәрен хайран ҡалып тыңланы. Залда ултырған ҡатын-ҡыҙҙы ғына түгел, көслө затты ла мөхәббәт шиғыры менән яуланы дәүләт эшмәкәре. Финалға Салауат Тәлғәт улы үтте. Ә бына Азамат Юлдашбаев менән Эвита Гайнеттың сығыштары тамашасыны ла, жюри ағзаларын да аптырашҡа ҡалдырҙы. Был ваҡытта ир-егеттә лә, ауыр кисерештәр сорнаған Эвитала ла көрәш сәме уянғайны. Һуң кемеһен финалға сығарырға? Оҙаҡ уйламаны жюри ағзалары – әйҙә, икеһе лә тағы бер тапҡыр һүҙгә маһирлығын күрһәтһен! Шулай итеп, финалда – дүрт кеше.
Ике сәғәттән ашыу бары тик шиғыр тыңланы, ә музыка, бейеү менән әҫәрләнмәне тамашасы, урынынан да ҡуҙғалмай йәнә шиғыр көттө. “Рәсәй-Башҡортостан” телеканалында барған был проекттың сәхнә варианты ла халыҡтың күңеленә хуш килде. “Академ”дағы тамашаның сценарий авторы Зилә Баймырҙинаға, режиссеры Сулпан Асҡароваға, сценографы Альберт Нестеровҡа – айырым рәхмәт! Бына бит, әгәр теләһәң, кешене шиғыр тыңлатып та, китап уҡытып та була икән. Креатив фекерләү, яңы формат, сәнғәт һүҙенә һыуһаған йәндәргә Шиғыр менән осрашыу ойоштороу – барыһы ла проекттың авторы Наилә Сәфәрғолованың ижади ҡомарына, заман һулышын нескә тойоуына бәйле. Халыҡ шиғыр яратмай тип әйтеп ҡараһындар хәҙер ошо кисәнән һуң. Һуңғы йылдарҙағы шиғыр байрамдары, киреһенсә, замандаштарҙың һүҙ сәнғәте байрамдарына һыуһауын иҫбатланы.
Дүрт финалсы ла йәнә берәр шиғыр уҡый, зал тынып ҡалып, жюри хөкөмөн көтә. Уларҙың башы ҡатып китте, ахырыһы. Еңел түгел бындай осраҡта хөкөм сығарыуы. Егеттәр ҡыҙып китте, ҡыҙҙар ҙа һис кенә лә ҡалышмай. Рефери Хөрмәтулла Үтәшев тә үҙ фекерен еткерә жюриға, тамашасы ла, ижади дуэль, тип аталғас, ниндәйҙер шартлау көтә. Яҡшы мәғәнәлә. Һәм ул булды: еңеүсе – Эвита Гайнет! Бөгөн Санкт-Петербургта уҡыған йәш ҡыҙ үҙе яҙған шиғырҙарын бик әҫәрләнеп, һәр кисерешен тасуирлап уҡыны. Афарин, Эвита! Әй, юҡ, Эвита түгел икән дә ул, ә башҡорт ҡыҙы Айһылыу Ғәйнетдинова. Сығышы менән – Белорет районынан. Бына һиңә асыш! Бына һиңә табыш! Күктәр ҡөҙрәте менән табылды әллә был еңеүсе, әммә Айһылыу-Эвита, ысынлап та, шағирә, ихлас ижадсы!
Борон сәсәндәр алышы булған кеүек, бөгөн дә шиғри бәйгеләр үткәреү кәрәк икән. Залдың, тамашасының ҡабул итеүҙәренә ҡарағанда, күңелдәребеҙ йөрәк һүҙенә, ихласлыҡҡа, яратыуға һыуһаған!..