Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шафиҡов шәфҡәтлелек көтмәй
Шафиҡов шәфҡәтлелек көтмәй Профессиональ боксерыбыҙ Денис Шафиҡов IBF версияһы буйынса еңел ауырлыҡ үлсәмендә донъя чемпионы исеме өсөн алышасаҡ. Бөгөн АҠШ рингында Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында тыуып үҫкән башҡорт егете әлегә тиклем еңелеү белмәгән Куба спортсыһы Рансес Бартелемиға ҡаршы сыға.

Һуңғы айҙарҙа Денис Шафиҡов көрәшкә Америкалағы Биг Бэр тауында әҙерләнде, ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. “Сыңғыҙхан”дың физик әҙерлегенә планеталағы иң көслө боксерҙар ҙа көнләшерлек.
Бартелеми иһә күптән түгел генә был алышҡа бик етди ҡарауы хаҡында бел­дергәйне. Ҡаршы яҡтың өҫтөнлөктәренә һәм букмекерҙарҙың биштән дүрт өлөшө Куба өсөн ставка яһауына ҡарамаҫтан, Денистың командаһында рух күтәрен­келеге тантана итә.
– Денис әлегә тиклем берәү ҙә күрмәгәнсә алышыр тип уйлайым, – ти уның менеджеры Леонид Королинский.
– Куба спортсыһы, һис шикһеҙ, көслө. Бартелеми үҙен һәүәҫкәрҙәр араһында ла күрһәтеп өлгөрҙө, еңелерәк ауырлыҡ категорияһындағы профессионалдар араһында донъя чемпионы исемен дә яуланы, – тип белдерҙе “Урал Бокс Промоушен” компанияһы президенты, бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Евгений Вайнштейн. – Еңеү өсөн Шафи­ҡовҡа ҙур тырышлыҡ һалырға тура киләсәк. Шулай ҙа беҙ чемпион исеме менән әйләнеп ҡайтырға иҫәп тотабыҙ.
Шафиҡовтың тренеры Абель Санчес Куба спортсыһының Денистан 15 сан­тиметрға бейегерәк булыуында әллә ни проблема күрмәй (Шафиҡовтың буйы – 165, Бартелемиҙыҡы – 180 см).
– Боксерҙарымды төрлө кәүҙәлеләргә ҡаршы сығырға әҙерләйем. Бартелемиға һәм уның командаһына ғына уңайһыҙ тура килер, – ти Санчес. – Әҙерлек барышында Денис буйы 183 сантиметрлыҡ Дорис Хукерға, башҡа оҙон буйлы егеттәргә ҡаршы сыҡты. Уның чемпион исемен алырына ҙур өмөт бағлайым.
Әйткәндәй, Шафиҡов еңел ауырлыҡ үлсәмендә IBF чемпионы титулын яуларға үҙ карьераһында икенсе тапҡыр ниәтләй. Былтыр февралдә ул Мексика спортсыһы Мигель Васкес менән алышып, еңелгәйне.
– Шул уңышһыҙлыҡтан һуң киләһе алышта барыһына ла яңы ҡаҙаныш­тарымды күрһәтмәксемен, – ти Денис. – Донъя чемпионы исеме өсөн миңә ҡаршы сығасаҡ спортсы, уның уңыштары хаҡында нимә генә һөйләмәһендәр, йома көндө рингта барыһы ла асыҡланасаҡ.
Лас-Вегастан тура тапшырыуҙы “Матч ТВ” каналында 19 декабрҙә Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡарарға мөм­кин. Алышты иғтибарһыҙ ҡалдыр­майыҡ һәм үҙебеҙҙең егеткә еңеү теләйек!


Автор: С. ҒҮМӘРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә