Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы Әсәй, ғәзиз әсәй... Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң яғымлы һәм наҙлы һүҙ ул. Донъяла унан да яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк кеше юҡ. Һинең өсөн ҡайғырыусы, “балам” тип өҙөлөп тороусы, йыуатыусы һәм иркәләүсе булыуы — ниндәй ҙур бәхет.

Ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ — беренсе сиратта, әсә, донъя тотҡаһы. Шундай күркәм шәхестәрҙең береһе – мәғариф ветераны Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы Насибуллина. Ул уҡытыусы эшмәкәрлегенең тәүге яртыһын мәктәптә балалар тәрбиәләүгә арнаһа, икенсе яртыһында “уҡы­тыу­сыларҙың уҡытыусыһы” була: ҡала хакимиәтенең мәғариф бү­легендә туған телдәр буйынса методист эшен башҡара. Баш­ҡортос­тан һәм Рәсәй кимәлен­дәге маҡтау грамоталарына лайыҡ хеҙмәт оҫтаһы, һоҡланғыс һәм күптәргә өлгө булырлыҡ әсә лә ул.
Тәбиғәттең үтә лә матур ерендә урынлашҡан Асҡын районының Иҫке Ҡара ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә Рәдифә апай.
– Атайым менән әсәйемә бик рәхмәтлемен, ете балаға өлгөлө тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырҙылар. Ололарҙы – ололарға, кеселәрҙе – кесе итә белергә, насарлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә өйрәттеләр, – ти ул. – Балаларымдан “Һин — донъялағы иң яҡшы әсәй” тигән һүҙҙәрҙе бик йыш ишетәм, шөкөр. Мин күркәм си­фат­тарҙы үҙ әсәйемдән алған­мын. Ул беҙҙе ниндәй генә осраҡта ла ҡа­тын-ҡыҙ булып ҡала белергә өйрәтте. Атайым менән әсәйем иңгә-иң терәшеп бергә 62 йыл ғүмер итте. Бөтә кешегә лә теймәй бит бындай бәхет. Үкенескә ҡаршы, ике йыл элек атайым донъя ҡуйҙы, бынан һуң әсәйем янына тағы ла йышыраҡ ҡайтырға тырышабыҙ. Ҡайһы ваҡыт балаларым: “Әсәй, был аҙнала ҡайтабыҙ”, – тип шылтырата. Уларға: “Һеҙ ҡайтығыҙ, ә мин әсәйем янына йыйынам”, – тип әйткән саҡтарым бар. Быға балаларым үпкәләмәй, сөнки улар яҡшы аңлай: беҙҙең улар менән киләсәктә бергәләп үткәрәһе көндәребеҙ, Алла бирһә, бихисап, ә әсәйем инде оло йәштә... Бала — ата менән әсә­нең күсермәһе, тиҙәр. Эйе, ысынлап та, “Балаларыңдан хөрмәт күргең килһә, ата-әсәңде ҡәҙерлә” тигән мәҡәл бар халыҡта.
Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы ире Малик ағай менән өс баланы тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Улары иһә үҙҙәре лә һүҙ тейҙерә торған­дарҙан түгел. Өлкән ҡыҙҙары Лиана ғаиләһе менән Өфө ҡалаһын­да йәшәй, Башҡорт дәүләт универ­ситетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Үҙ эшен асып, хеҙмәтенән һәм тормошонан йәм табып донъя көтә. Улдары Радмир, Ҡазан дәүләт энергетика университетын бөтөрөп, “Белкамнефть” компанияһында уңышлы эшләп йөрөй, һөйгәне менән ҡыҙ үҫтерәләр. Төпсөктәре Эльвина Өфө дәүләт авиация техник университетынан һуң икенсе юғары белем ала — оҙаҡламай Баш­ҡортостан Башлығы ҡарамағын­дағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаясаҡ. Тырыш ҡыҙ — “Аҡ барс” банкы хеҙмәткәре, ғаиләһе менән Ҡазанда көн күрә.
“Ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйен­ләнеше нимәлә?” тигән һорауға Рәдифә апай күп уйланманы.
— Беҙҙең иң мөһим һәм маҡ­тау­лы бурыс – әсә булыу, — тип яуапланы ла уйсан ғына өҫтәп ҡуйҙы. — Ҡатынды яҡшы күрһәткән – алдындағы балаһы, һыйырҙы яҡшы күрһәткән – артындағы тана­һы, тиҙәр халыҡта. Әсә, иң берен­се сиратта, үҙенең йөрәк йы­лыһын, һөйөүен балаларына, иренә бирә белергә тейеш. Өйөн таҙа, яҡ­ты итеп тотоп, тәмле-тәмле ри­зыҡтар бешереп, ғаиләһен бер табынға йыя белһә, был — ҙур бәхет.
Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы менән һәр һөйләшеүҙән үҙеңә фәһем алаһың: ауырлыҡтарға бирешмәйенсә һәр ваҡыт яҡшы күңелле булып ҡалырға, таш менән атҡанға аш менән атырға, күркәм сифаттарҙы бер ваҡытта ла юғалтмаҫҡа – былар бөтәһе лә бәхетле әсәнең тормош принциптары. Уның иренән дә, балаларынан да уңыуы көләс йөҙөндә, кеше менән ихлас аралашыуында сағыла. Йорт хужаһының тырыш­лығы, хужабикәнең уңған­лығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана — һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек, бар нәмә үҙ урынында.
– Уҡытыусының бер ҡасан да буш ваҡыты булмай инде: дәрестәрҙән тыш кластан тыш саралар үткәреү, документтар тултырыу, өйөңә ҡайтҡас план төҙөү... Шулай булһа ла, мин ғаиләмә, яратҡан шөғөлдәремә ваҡыт табырға тырыштым. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында онотолоп барған бәйләм бәйләү, сигеү кеүек һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирәм, Ҡол-Шәриф мәсетен сигеп, балаларыма бүләк иттем, – ти Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы, ҡәнәғәт йылмайып.
Ире Малик Миңнулла улының әсәһе 88 йәшлек Рәсимә инәй бөгөн уларҙың тәрбиәһендә йәшәй. Ә инде иренең ауырыу һеңлеһенә лә йорттарында урын табылыуы оло ихтирамға лайыҡ.
– Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бөтә­һенә лә бәхет, һаулыҡ, күңел тыныслығы, рухи ныҡлыҡ теләйем. Яратып һәм яратылып йәшәһендәр, кеше ғүмере – бер күҙ асып йомған ара ғына, шуға ла яҡындарына, туғандарына йылы һүҙ йәл­ләмәһендәр, – ти бәхетле әсә, һөйөклө ҡатын һәм өләсәй Рәдифә Насибуллина.
Бына шундай ул күңеле ябай, ә эше, булмышы бөйөк Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы. 35 йыл бергә ғүмер иткән һөйөклө ире менән именлектә артабан да ҡыуанып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланып йәшәүен теләйһе генә ҡала уға.

Гөлфирә БАЙБУЛАТОВА,
филология фәндәре кандидаты.




Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана?

Йәнтөйәккә ҡайтыу: Башҡортостан Башлығы өсөн Атайсал ҡайҙа башлана? 20.03.2026 // Йәмғиәт

Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар ......

Тотош уҡырға 2

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар 19.03.2026 // Йәмғиәт

35 меңдән ашыу башланғыс: Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1


  1. салимьян
    салимьян от 16.12.2015, 22:07
    Заголовоктың яңылыш икәнен аңларға кәрәк. Нуриҙә Илһамованың шиғырын уҡып ҡарағыҙ
    ..Ил тотҡаһы ирҙәр булһа-
    Илебеҙ ҡотло...юнле...
    Ҡатын-ҡыҙға рөхсәт биргәс-
    Ирҙәр ҡеүәте шиңде...


    Һәр зат белһә үҙ урынын-
    Һүҙһеҙ генә-уңырбыҙ!
    Ҡатын -ҡыҙҙар нескә халыҡ-
    Рөхсәт биреү урынһыҙ!


    Беҙ-беҙ тиеп күкрәк ҡағып-
    Ир хаҡын онотмайыҡ!
    Терәк булһаҡ булайыҡ тик-
    Ир данын ҡолатмайыҡ!


    Ирҙәр намыҫын тапарға-
    Кем бирҙе әле фарман?!
    Ирҙәрҙәрен хөрмәт итмәгән-
    Ҡыҫҡа аҡылдар-яман!


    Ил ҡото ла -ир-ат булған,
    Нигеҙ ҡото ла улар!
    Күктәргә күтәргән ирҙән-
    Бөйөк уландар тыуар!

  2. Рияз
    Рияз от 30.12.2015, 09:30
    Мәҡәләнең атамаһы нисек булһа ла, йөкмәткеһе ифрат яҡшы, теүәл һәм ыңғай. Бәлки атамаһы ла хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың, әсәйҙәрҙең, апайҙарҙың, ағинәйҙәрең тормоштағы урынын һәм ролен дөрөҫ сағылдыралыр. Күп ирҙәр ғаилә эштәре менән, бала-сағалар менән булышмай, эш тигән булып сабалар ҙа, ҡайһы берҙәре эскеселккә, әҙәпһеҙлеккә бирелеп йөрөй шунда... Ә ҡатын-ҡыҙға бөтә тормош йөгө төшә...Ҡатындар алдында баш эйер кәрәк, әсәйҙәргә һәйкәл ҡуйһаң да аҙ булыр әле... Мин атай-әсәйемде ҡалдырып 14 йәштән ауылымды ҡалдырып сыҡып киткәс, әсәкәйемде - ғәзизә инәкәйемде бик һирәк күрә торғайным. хәҙер ҡартайға, ныҡ үкенәм, хатта илайым: ниңә инәйемә шулай һирәк ҡайтым йөрөнөм, тип; ул бит бахырҡай беҙҙе, улдарын, зар-интизар көткәндер бит...

  3. Гөлфирә
    Гөлфирә от 12.01.2016, 17:40
    [quote=Рияз]Мәҡәләнең атамаһы нисек булһа ла, йөкмәткеһе ифрат яҡшы, теүәл һәм ыңғай. Бәлки атамаһы ла хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың, әсәйҙәрҙең, апайҙарҙың, ағинәйҙәрең тормоштағы урынын һәм ролен дөрөҫ сағылдыралыр. Күп ирҙәр ғаилә эштәре менән, бала-сағалар менән булышмай, эш тигән булып сабалар ҙа, ҡайһы берҙәре эскеселккә, әҙәпһеҙлеккә бирелеп йөрөй шунда... Ә ҡатын-ҡыҙға бөтә тормош йөгө төшә...Ҡатындар алдында баш эйер кәрәк, әсәйҙәргә һәйкәл ҡуйһаң да аҙ булыр әле... Мин атай-әсәйемде ҡалдырып 14 йәштән ауылымды ҡалдырып сыҡып киткәс, әсәкәйемде - ғәзизә инәкәйемде бик һирәк күрә торғайным. хәҙер ҡартайға, ныҡ үкенәм, хатта илайым: ниңә инәйемә шулай һирәк ҡайтым йөрөнөм, тип; ул бит бахырҡай беҙҙе, улдарын, зар-интизар көткәндер бит...[

    Мәҡәләмдең исеме "Яҡшы әсәй булырға әсәйемдән өйрәндем" тип атала ине, редакция үҙгәрткән. Әммә Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы тигән һүҙҙәр менән килешәм. Ул һәр ваҡыт шулай булған һә!м буласаҡ та, иманым камил.

    Рияз, Һеҙгә рәхмәт)))шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә йәшәргә яҙһын, үткәндәр өсөн үкенмәйек. Шулай инде, бар сағында ҡәҙерен белеп бөтмәйбеҙ шул, бөтәбеҙ ҙә шулай, Һеҙ генә түгел...

Комментарий өҫтәргә