Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асияның аҫыл асылы
Асияның аҫыл асылы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә, Сибай ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро”, БДУ-ның Сибай институтындағы “Арҡайым” этно-рок ансамбле, “Ете ҡыҙ” этнографик, һынлы сәнғәт һәм матурлыҡ студияһы, республиканың Сәсәндәр мәктәбе нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Урал батыр” эпосы үҙәге етәксеһе Асия Ғәйнуллинаны хатта сит илдәрҙә лә беләләр. Уның тырышлығына һәм дәртлелегенә һоҡланмау мөмкин түгел: ҡайҙалыр үткән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашһынмы йәки үҙенең милли кейем элементтарынан торған шәхси күргәҙмәһе менән төрлө илдәрҙә сығыш яһаһынмы, йә булмаһа һылыуҡайҙарын матурлыҡ конкурсына алып барһынмы... Һәммәһенә өлгөрә, еңеү яулай, ҡала данын күтәрә, халҡы абруйын арттыра. Ҡаршылыҡтарға ла осрап ҡуя, ләкин һәр эште үҙ көсө, тырышлығы менән атҡарырға күнеккән Асия Солтан ҡыҙын, киреһенсә, тормош кәртәләре сыныҡтыра, уға сәм һәм дәрт өҫтәй.

– Асия Солтан ҡыҙы, “Урал ба­тыр” эпосын яттан һөйләүселәр кон­курсына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, һүҙебеҙҙе әҫәрҙе уҡыусыларға өйрәтеүҙән баш­лайыҡ әле.
– Элек-электән һәр милләттең ха­лыҡ күңелен, уның уй-зарын, хә­ҡи­ҡә­тен, йәшәү асылын көйләп, һөйләп би­реү­селәр булған. Яҡуттар уларҙы – олонхо, ҡаҙаҡтар – аҡын, төркмәндәр – баҡшы, славяндар – боян, үзбәктәр – дастансы, беҙҙә иһә сәсән тип ата­ған­дар. Халыҡ сәсән һүҙенә, уның аҡы­лы­на һәр саҡ ҡолаҡ һалған. Илгә нин­дәй генә хакимдар етәкселек итһә лә, сә­сән кәңәше һәр саҡ иғтибар үҙә­ген­дә булған. Бала саҡтан мин үҙем дә өлә­сәйемдән, әсә­йемдән, инәй­ҙә­рем­дән төрлө эпос­тарҙы, ҡобайыр­ҙарҙы ишетеп үҫтем, уларҙы өйрәндем. Республика буйынса үткән сәсәндәр ярышында ҡатнаштым, призлы урындар ҙа яуланым. Әммә, үҙем сит телдәр уҡы­тыу­сыһы булараҡ, нисектер уларҙы ба­лаларға өйрәтеү мөмкинлеге булманы.
Хәтеремдә, 1994 йылда Сибайҙың 13-сө мәк­тәбендә (әле ул Рамаҙан Өмөтбаев исе­мендәге башҡорт лицейы) яҙыусылар менән осрашыу үтте. Төрлө эпостарҙан өҙөктәр һөйләп ишет­тер­ҙем. Шул саҡ Сибай яҙыу­сылар ойошмаһы етәксеһе Аҫылғужа Баһуманов: “Үҙең һөйләп кенә маҡ­та­нып йөрөйһөң, “Урал батыр” эпосын уҡыусыларға ла өйрәт”, – тине. Яҙыу­сы­ның был һүҙҙәре мине берсә сәм­ләндерһә, икенсенән, дәрт өҫтәне. Тап уның фатихаһы һәм шул саҡтағы мәк­тәп директоры Миҙхәт Рәжәпов, уҡы­тыу­сы Зөлхизә Талипованың ярҙамы менән балаларға мәшһүр ҡомарт­ҡыбыҙҙы өйрәтә башланым. 1995 йылда мәктәптә “Урал батыр” эпосын яттан һөй­ләүселәр конкурсын ойошторҙом, уның тәүге еңеү­сеһе – Гөлназ Ураҙ­бах­тина. Беренсе Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы алдынан ололар араһында сәсәндәр бәйгеһе үткәрҙем. Уны әҙерләүҙә Аҫылғужа Баһуманов ҙур тырышлыҡ күрһәтте, шулай уҡ Клара Йәғәфәрова, Нәфисә Тулыбаева, Гөлназ Аҡназарова ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Ярышта оҫта думбырасы һәм сәсән Абрар Арғынбаев, сәсән-шағир Ҡадир Әлибаев, яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов, Зөһрә Фәйзуллина һәм башҡалар ҡат­нашты. Эшебеҙ аҡрынлап Өфө тараф­тарына ла барып ишетелде, ул ваҡыт­тағы мәғариф министры Фирҙәүес Хисамитдинованың ҡыйыу аҙымы ме­нән республикала тәүге тапҡыр уҡыу­сылар араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы үтте.
Сараның башынан алып аҙағына тиклем ойоштороу эштәрен алып барған Рәфҡәт Фәтхулла улы Абдул­линға ҙур рәхмәт белдергем килә. Мин Сибайҙан үҙемдең уҡыусым Гөлназ Ураҙ­бахтинаны әҙерләнем. Ул ваҡытта бер ниндәй ҙә костюм юҡ ине. Гөлназ Һомай ҡош образында сығыш яһарға тейеш булғас, филармониянан “Сың­рау торна” бейеүенең костюмын алып, уны үҙебеҙсә рәтләп, бәйгегә сыҡтыҡ һәм призлы урын яуланыҡ. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһә­ләр ҙә, конкурс бик юғары кимәлдә үтте. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ул артабан дауам итеп китә алманы, бер нисә йылға һүнде. Әммә беҙ ҡалала матур башланғысты туҡтатманыҡ, матур йолаға әйләнеп, йәшәүен дауам итте ул. Һәм, ниһайәт, республика кимәлендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе тергеҙелде. Сара Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле янында ойошторолдо һәм бөгөнгә тиклем йыл һайын үткәрелеп тора. Шуны­һы иғтибарға лайыҡ: минең әҙерләгән уҡыусыларым һәр саҡ приз­лы урын яулай, үҙемде лә баһалаусы булараҡ саҡыралар.
– Һеҙҙе шулай уҡ Миәкә райо­нында ойош­торолған “Аҡмулла нәсихәттәре”, “Салауат йыйы­ны”н­дағы сәсәндәр конкурсына уҡыу­сыларҙы даими әҙерләгән етәксе тип белә­беҙ. Асия Солтан ҡыҙы, һеҙ­ҙе ниндәйҙер ки­мәлдә йәш бы­уын араһында сәсәндәр мәктәбе булдырыуға үҙ өлөшөн индергән, уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән остаз тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Уҡыу­сыларығыҙ ара­һында кемдәрҙе йәш сәсән булараҡ бил­дә­ләр ине­геҙ? Ҡасандыр мәктәп йыл­да­рын­да “Урал батыр”ҙы һөйләп, еңеү яулаған ҡыҙ һәм егеттәр артабан эпосты өйрәнеүен дауам итәме икән?
– Әлбиттә! Бөгөн беҙ эпосты өйрә­теүҙе мәк­тәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан уҡ башланыҡ. Бала саҡтан улар әҫәрҙең йөкмәткеһе менән генә танышып ҡалмай, халыҡ ижадына ҡарата һөйөү рухында тәрбиәләнә. Йыл һайын юғары уҡыу йортонда ла, балалар баҡсаһында ла “Урал батыр” эпосы аҙналығы үтә. Сарала төрлө милләт уҡыусылары әүҙем ҡатнаша, әҫәр төрлө телдә яңғырай. Башҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк, ҡаҙаҡ, үзбәк, француз телдәрендә яңғыра­тыусылар йылдан-йыл арта. Ҡасандыр мәктәптә башлаған бала артабан үҙе белем алған уҡыу йорто исеменән сығыш яһай. Мәҫәлән, Өфөлә “Урал батыр” эпосын яттан һөй­ләүсе йәш сәсәндәр конкурсында һәр саҡ үҙемдең уҡыусыларым менән осрашам. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар унда башҡорт телендә генә сығыш яһап ҡалмай, урыҫ һәм инглизсә лә шартлатып һөйләй, призлы урын ала. Араларында йәш быуынды өйрәтеүҙә ярҙам итеүселәр ҙә байтаҡ. Тимәк, эшем лайыҡлы дауам итә, быға бик шатмын. Йәш сәсәндәремә килгәндә, мин бигерәк тә Әлиә Әминева, Әлиә Ибраһимова, Илүзә Иҙрисова, Рөстәм Садиҡов, Зөбәржәт Әминева, Гөлдәр Моратова, Азамат Үтәшев, Евгения Ғарипова, Баязит Ғәйнуллин, Илнур Балхиндарҙы билдәләр инем. Әйткән­дәй, был исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин, сөнки һәр береһе иғтибарға лайыҡ.
– Республикала сәсәндәр мәктә­бе уңыш­лы эшләй, халҡыбыҙҙың ын­йылары булыр ауыҙ-тел өлгө­ләре, эпос, ҡобайырҙар өйрә­нелә, тик ни өсөндөр башҡорт халҡының ғы­на түгел, бөтә донъя мәҙә­ниәте­нең аҫыл ҡо­мартҡыларының бере­һе “Урал батыр” әлегәсә ЮНЕС­КО-ның Кешелектең матди булмаған рухи ҡаҙаныштары исем­легенә инмәгән...
– Был йәһәттән эштәр башҡарыла, әммә ЮНЕСКО-ның милли ҡомарт­ҡылар теҙмәһенә инеү өсөн махсус ҡарарҙар бар. Шуларҙың иң мөһим­дәренең береһе — эпик әҫәрҙе хә­терҙән һөйләү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн эпосты бар ту­лылығында һәм төп вариантында башҡа­рыусылар бик һирәк.
– Төп варианты тигәндән, уны бынан 100 йылдан ашыу ваҡыт элек мәшһүр сәсән, ул саҡта Ырым­бур мәҙрәсәһендә белем ал­ған 22 йәшлек Мөхәмәтша Буран­ғолов Баймаҡ районында йәшәгән Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып ал­ған, тибеҙ. Һуңғы йылдарҙа “Урал батыр”ҙың башҡа ва­риант­тарының булыуы ха­ҡында сы­ғыш­тарҙы матбуғатта күрергә тура килә. Был хаҡта һеҙҙең фекерегеҙ?
– Ысынлап та, төрлө төбәктә эпосты төрлө вариантта, хатта төрлө диалект­та һөйләүселәр осрай, әммә уның төп нөсхәһе тип Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алғаны һанала. Кем тарафынан, ҡайҙан яҙып алынғанына ҡарап, уны төрлөсә башҡарыусылар булыуы мөм­кин, әммә йылдар дауамында халҡы­быҙҙың сәсәндәре тарафынан телдән-телгә күсеп килгән эпостарыбыҙ бөгөнгә тиклем төп нөсхәһендә һаҡланған икән, ниңә уны “кемдәндер күсереп алдым, шул һөйләне, тегенән ишеттем” тип халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәрҙәрен болғарға?!
– Асия Солтан ҡыҙы, башҡорт эпос­тарын ғына түгел, хатта бо­ронғо йырҙарыбыҙҙы ла башҡа ҡәрҙәш халыҡтарыбыҙҙың үҙҙәре­неке итеп һанауы йышая башланы түгелме һуң?
– Үҙ эпостарыбыҙға һәм йырҙа­рыбыҙға патент алмау сәбәпле, бүтән милләт вәкилдәренең “ҡул һона” башлауы һиҙелә. Миңә сит тарафтарҙа йы­рыбыҙҙы үҙҙәренең халыҡ ижады өлгөһө тип башҡарған ансамблде кү­рергә тура килде. Улар сығыш яһа­ғандан һуң, түҙмәй, сәхнәгә сығып, йырҙың башҡорт халҡыныҡы икәнлеген аңлаттым, ярай шунда үҙем ҡат­нашҡанмын, тип ҡыуандым.
– Ни өсөн сәсәндәр үҙәге итеп тап Сибай ҡалаһы һайланды?
– Сөнки был төбәк – ысын мәғә­нәһендә сәсәндәр төбәге. Ошонда халҡыбыҙҙың иң аҫыл ҡомартҡыһы “Урал батыр” яҙып алынған, башҡа эпостар, ҡобайырҙар барлыҡҡа килгән. 2012 йыл­да республика Башлығына Сәсәндәр мәк­тәбенә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеү тәҡдиме менән сыҡтым, 2014 йылда мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу барышында был идеяны Рөстәм Хәмитов хупланы һәм эш йәнләнде. Сибай сәнғәт колледжында киләһе уҡыу йылынан бюджет нигеҙендә “Халыҡ художество ижады” йүнәлеше буйынса уҡырға ҡабул итеү ойошторола. Һәләтле балалар ҡабул ителер, улар киләсәктә сәсәндәр мәктәбен лайыҡлы дауам итеүселәр булыр тигән ышаныс бар. Бөгөн театр, вокал бүлектәрендә белем алыусы студенттар ҙа “эпосты өйрәнеү” программаларын үтә, уларға диплом менән бер рәттән сертификат биреү ҡаралған. Тимәк, киләсәктә был ҡыҙ һәм егеттәр — мәктәптә булһынмы, балалар баҡсаһындамы, урта йәки юғары уҡыу йорттарындамы, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә — “эпос һөйләү” буйынса дәрестәр алып бара аласаҡ тигән һүҙ. Төрлө йүнәлештә белем биреү программалары әҙерләнә, лицензиялар алына. Әйткәндәй, халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһенә әҙерлек эше әле лә дауам итә.
– Ысынлап та, сәсәндәр мәк­тәбен үҫтереү буйынса төрлө эш башҡарыла. Хөкүмәт тә ошо йүнәлештәге тәрбиәүи сараларҙы хуплайҙыр, моғайын?
– Иң мөһиме – боҙ урынынан ҡуҙғалды, етәкселәр халҡыбыҙҙың сәсәнлек йолаларына ҙур иғтибар бирә. Ҡалғаны үҙебеҙҙән тора. Глобалләшеү шарттарында мәҙәниәтебеҙҙең күп кенә үҙенсәлектәренә юғалыу хәүефе янай. Эпостарҙы белгән кешеләр әлегә бар, заманса техниканың мөмкин­лектәре бик ҙур, илебеҙҙәге ғилми-тикшеренеү институттарында архив яҙма­лары һаҡлана. Эпосты яттан һөйләү оҫталығын өйрәнеү, уны таратыу ҡулдан килерлек тип уйлайым. Сәсән – ул башҡарыусы ғына түгел, халыҡ педагогикаһы йолаларын таратыусы ла. Элегерәк сәсәндәр йәш быуынға үҙ оҫталығын тапшырған, республикала сәсәнбеҙ тип майҙан тото­сылар йәштәрҙе лә үҙ артынан әйҙәһен ине. “Башҡортостандың халыҡ сәсәне” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡтар етерлек, әммә ошо исемде рәсми тергеҙеү фарыз.
– Һеҙ шулай уҡ мөнәжәтселәр конкурсын башлаусы ла...
– “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, Сибай ағинәйҙәренең үҙенә генә хас бренды булһын тигән ниәттән мөнәжәтселәр бәйгеһен үткәрергә ҡарар иттем. Тәүге ярыш тик ҡала ағинәйҙәре араһында ғына ойошторолдо, артабан уның геогра­фияһы киңәйҙе, төбәк-ара бәйгегә әүерелде. Быйыл мөнәжәтселәр конкурсы өсөнсө тапҡыр үтте. Унда Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларынан, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Күгәрсен, Әбйәлил райондарынан ғына түгел, хатта Ырымбур өлкәһенең Гай, Орск, Силәбе өлкәһенең Сосновка, Арғаяш райондарынан, Магнитогорск ҡалаһынан бәйгеселәр ҡатнашты. Дәүләт Думаһы депутаты, Баш­ҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллинаның ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Мөнәжәт – дини темаларҙы сағыл­дырған һәм мотлаҡ көйләп әйтелә торған жанрҙарҙың береһе. Беҙ күберәк һирәк осрай торған мөнәжәттәрҙе табыу, уларҙы халыҡҡа ишеттереү маҡсатында эш алып барабыҙ. Был тәңгәлдә Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән оло йәштәге инәйҙәрҙең сығышы бик фәһемле. Улар үҙ диалектында һаҡланған, ошоғаса бер ҡайҙа ла ишетелмәгән мөнәжәттәрҙе алып килә. Киләсәктә мөнәжәтселәр конкурсын республика кимәленә алып сығырға уйлайбыҙ. Уның Рәсәй буйынса танылыуы ла бик ихтимал.
– Һеҙ – күп яҡлы ижадсы. Би­герәк тә халҡыбыҙҙың милли кейеме элементтарына һаҡсыл ҡа­рашта булыуығыҙ һоҡландыра. Орнаменттарҙы дөрөҫ ҡулланыу, һәр ырыу­ға хас биҙәктәрҙе эшләү тәртибен өйрәтеү, милли кейем­дәргә заманса төҫ биреү өҫтөн­дә йәштәр араһында ныҡышмалы эш алып бараһығыҙ. Һөҙөмтәләр ҙә бар: төрлө күргәҙмәләрҙә ижади эштәрегеҙ юғары баһаға лайыҡ була.
– Шәхси кейем күргәҙмәһенә кил­гәндә, һуңғыларына ғына туҡталып үтәйем. ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында, IV Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайында, “АРТ-Өфө” күр­гәҙ­мәләр фестивалендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен сағылдырған шәхси күргәҙмәм ҙур уңыш менән үтте. Шулай уҡ “Милли баш­ҡорт костюмы аксессуарҙары” тип аталғаны Италияның Милан ҡала­һында күрһәтелде, Өфөләге күргәҙмәлә Вячеслав Зайцев биргән юғары баһа дәртләндерҙе. Мин күп осраҡта ике ҡуянды бер юлы атам, тиергә лә була, сөнки күргәҙмәлә оҫталыҡ дәрестәре лә биреп өлгөрәм. Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн һаҡал, селтәр эшләү серҙәрен өй­рә­тәм, кейеҙ баҫыу элементтарын күрһәтәм. Халҡыбыҙҙың онотола бар­ған кәсептәрен тергеҙеү буйынса ағинәйҙәр менән кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, кейеҙҙән төрлө әйберҙәр етештерәбеҙ. Үҙем етәкләгән “Ете ҡыҙ” этнографик, һынлы сәнғәт һәм матурлыҡ студияһы ҡыҙ­ҙа­ры ярҙамында биҙәнеү әйберҙәре эш­ләйбеҙ, уларҙы нисек ҡулланырға кәрәклеген аңлатабыҙ. Бөгөн хал­ҡы­быҙҙа үҙ асылыбыҙға ҡайтыуға ынтылыш күҙәтелә, юғары мода кейем-һа­лымынан айырмалы, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ халҡыбыҙҙың боронғо кейем өлгөләренә, биҙәнеү әйберҙәренә ҡараш ташлай башланы. Иғтибар итһә­геҙ, һуңғы ваҡытта төрлө сара­ларҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшендә боронғо биҙәүестәр менән бер рәттән селтәр, хәситә кеүек әйберҙәр күренә. “Арт-Өфө. Халыҡ кәсептәре. Сувенирҙар” тип аталған тәүге күргәҙмә-фестивалдә “Халыҡ традицияларын һаҡлау” номинацияһында беренселекте алыуым да юҡҡа түгел, сөнки беҙ тарихҡа һаҡсыл ҡараштабыҙ, кейем өлгөләрен генә түгел, ҡашмау, селтәр, һаҡал эшләүҙә лә һәр ырыуға хас үҙенсәлектәрҙе һаҡларға тырышабыҙ.
– Үҙегеҙ ниндәй кейемгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Иң ҡулайлыһы – классик кейем, әммә мин уға һәр саҡ заманса һәм бо­ронғоса милли биҙәктәр өҫтәп ебәрәм. Мәҫәлән, оҙон итәкле ҡара классик күл­дәккә хәситә таҡҡанда, заманса күл­дәк өҫтөнә остарына төлкө тиреһе тегелгән бәрхәт камзул кейеп ебәргәндә лә бынамын тигән була. Ял иткәндә, тә­биғәткә сыҡҡанда спорт стиле уңай­лы. Кеше үҙ кәүҙәһенә һәм йәшенә ҡа­рап кейенергә тейеш тигән фекер­ҙәмен.
– Нимә хаҡында хыяллана­һығыҙ?
– Тотош илебеҙгә, кешелеккә тыныслыҡ, именлек теләйем. Яҡындарым бәхетле булһын – ошо иң ҙур хыялым.
– Улар хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙсе?
– Ирем Хөсәйен Шөғәйеп улы — мине һәр саҡ аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып тороусыларҙың береһе. Уға рәх­мәтлемен. Командировкаларға йылы кейемдәр тултырып, күргәҙмә әйбер­ҙәремде матурлап, рәтләп һалыусы ла, мине оҙатып, ҡаршы алыусы ла ул. Улым Баязит – шулай уҡ оло те­рәгем, уң ҡулым. Уны бәләкәйҙән үҙем менән алып йөрөттөм, төрлө сәсәндәр менән таныштырҙым. Бөгөн уның “Арман” тип аталған этно-рок төркөмө бар, оҫта ҡумыҙсы һәм өзләүсе. Хаҡас Республикаһының Абакан ҡалаһында уҙған I төбәк-ара “Полбэк” төрки ха­лыҡтары фольклор сәнғәте фести­валенең “Айтыс” исемле сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, иң ҡиммәтле бүләккә – башҡорт халҡының юғалған музыка ҡоралы ятағанға — лайыҡ булды. Яңыраҡ өйләнде. Киленебеҙ — “Ете ҡыҙ” студияһының иң әүҙем һәм тырыш ҡыҙҙарының береһе.
– Матурҙың даны – ике, оҫтаның даны ун ауылға таралыр, тиҙәр. Данығыҙ Урал аръяғын үтеп, баш ҡала халҡына ла барып ишетелде. Күптән түгел Сибайҙа һәм тыуған яғығыҙ Хәйбулла тарафтарында ижадығыҙға арналған матур кисә­ләр гөрләп үтте. Ағинәйҙәр һәм “Ете ҡыҙ” студияһы менән оҫта­лыҡ дәрестәре лә үткәрҙегеҙ. Өфө­ләге “Ижад көнө”гөҙ хаҡында ҡыҫҡаса ғына таныштырһағыҙ ине.
– 18 декабрҙә үтәсәк “Ижад көнө”мә барлыҡ тамашасыларҙы саҡырам. Программаға ярашлы, төшкә тиклем оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. Үҙем­дең ағинәйҙәрем һәм ҡыҙҙарым менән һаҡал, селтәр, хәситә, ҡашмау, арҡыры яға кеүек баш­ҡорт биҙәнеү әйберҙәрен эшләү серҙәрен өйрәтәсәкбеҙ, теләү­селәр үҙҙәре өсөн яһай ала. Төштән һуң сәсәнлек сәнғәте дәрестәрен күрһә­тәм. Әкиәт, эпос һөйләүҙең техник алымдары, ҡобайыр һөйләү, өзләү, ҡумыҙҙа уйнау һәм башҡалар буласаҡ. Шулай уҡ әйтеш ҡаралған. Дәрес­тәремде — “Арғымаҡ”, “Әс-сәләм” этно-рок, фольклор һәм “Каруан” төркөм­дәре, ә һүҙ­ҙәремә яҙылған ҡобайыр һәм йырҙарҙы Сәғиҙулла Баййегет, Марсель Ҡотоев башҡа­расаҡ. Шулай уҡ үҙем етәкләгән “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы ҡыҙҙарының дефиле күрһәтеүе буласаҡ. Хал­ҡыбыҙҙың үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған милләттәштәремде “Ижад көнө”мә саҡырам. Килегеҙ, күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!
– Асия Солтан ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, яңынан-яңы идеялар барлыҡҡа килһен, сәсәндәр үҙәгенең эше тотош ҡитғаларға ишетелһен, халҡыбыҙҙың ижадсы тигән даны үҫһен, нығынһын!

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Айҙар
    Айҙар от 17.12.2015, 16:38
    Иҫ - аҡылым китеп уҡып ултырҙым. Ниндәй шәп кешеләр бар донъяла! Кәримә һеңлекәш тә маладис, гел уҡыусыға кәрәкле нәмәләр яҙа. Әллә мин дә халыҡ кәсебен тергеҙеү эшен башлайыммы икән тип уйлап ултырам. Дәртләндерҙе был интервью. Рәхмәт!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872