Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көрсөк тип көрһөнмәйҙәр
Көрсөк тип көрһөнмәйҙәр Көтөп алған ҡыш та етте. Әммә Николо-Березовка һәм Ҡуян ауылдарында йәшәүселәрҙең күңеле тыныс, сөнки был торлаҡ пункттарын хеҙмәтләндергән “Йылылыҡ селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылытыу миҙгеленә ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫты.

Йәмғиәттең ойошторолоуына быйыл ун йыл тулған. Бөгөн ул — районда йылылыҡ менән тәьмин итеүсе берҙән-бер ойошма. Предприятие йылылыҡ энергияһы етештерә һәм уны ҡулланыусыларға тапшыра. Ул әле телгә алынған ауыл биләмәләрендә муниципаль объекттарҙың электр хужа­лығын һәм ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндерә. Ҡарамағында Николо-Березовка ауылында 12,86 мегаватт ҡеүәтле ике, Ҡуян ауылында 3,38 мегаватт ҡеүәтле бер ҡаҙанлыҡ һәм ун километр самаһы йылылыҡ селтәре иҫәпләнә. Өҫтәүенә район үҙәк дауаханаһын һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексын да хеҙмәтләндерә.
Предприятие энергияны һаҡсыл тотоноу талаптарынан тайпылмай. Шул маҡсатта производствоны үҙгәртеп ҡороу, заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереү көнүҙәк бурыс тип билдәләнгән. Һуңғы осорҙа был йүнәлештә әһәмиәтле эштәр башҡарылған.
Мәҫәлән, 2010 – 2012 йылдарҙа беренсе һәм икенсе ҡаҙанлыҡтарға тоташтырылған йылылыҡ трассаһына реконструкция үткәрелгән. Унан алдараҡ ике ҡаҙанлыҡ араһындағы селтәрҙән файҙаланыусылар индивидуаль йылытыу системаһына күсерелгән. Һөҙөмтәлә йылылыҡ трассаһы бер километрҙан күберәккә ҡыҫҡарған. Хәҙер йәмғиәт хеҙмәтләндергән район үҙәк дауаханаһы, физкультура-сәләмәтләндереү үҙәге ҡаҙанлыҡтары автоматик режимда эшләй. Реконструкция саралары электр энергияһы ҡулланыуҙы — 44, селтәр газын — 12, һыуҙы 80 процентҡа кәметергә мөмкинлек биргән. Селтәрҙәрҙә юғалтыуҙар өс тапҡырға кәмегән. Ғөмүмән алғанда, йылына 5248,6 мең һумлыҡ энергия ресурс­тарын янға ҡалдырыуға өлгәшкәндәр. Әле ҡаҙанлыҡтар хеҙмәтен үҙәкләштерәләр. Ҡарый, Йәнйегет, Иҫке Мошто ауылдарындағы ҡаҙанлыҡтар диспетчерлыҡ системаһына тоташтырылған да инде.
Бер үк ваҡытта йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу хәстәрлеге лә күрелә. Был эшкә предприятие ҙур көс һәм күп сығым йүнәлтә. 2011—2014 йылдарҙа подряд ойошмалары менән берлектә йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Һөҙөмтәлә йылылыҡ энергияһын тапшырыу, абоненттарҙы хеҙмәтләндереү сифаты күтәрелгән. Селтәрҙәрҙе үҙгәртеп ҡороу алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк. Һуңғы дүрт йылда предприятиеға тәжрибәле белгес, юғары ойоштороу оҫталығына эйә Айрат Мортазин (һүрәттә) етәкселек итә. Айрат Мирҡәләм улы берҙәм, һәләтле коллектив туплаған. Бында алтмыш кеше эшләй. Һәр кем үҙ бурысын намыҫ менән башҡара, сөнки производство үҙенсәлектәре ҙур теүәллек һәм яуаплылыҡ талап иткәнен беләләр.
Күптәр бында предприятие ойошторолған көндән башлап эшләй. Үҙ эшенең ысын оҫталары баш инженер Риф Нурхәкимов, автотранспорт участкаһы мастеры Хәмит Абдрафиҡов, ҡаҙанлыҡ начальнигы Раил Әхмәров, энергия участкаһы етәксеһе Сергей Николаев үҙ һөнәрҙәренә тоғролоғо менән башҡаларға үрнәк булып тора. Слесарҙар Рәфит Фәррәхов, Евгений Яковлев, Алексей Горбылев, водителдәр Рәзил Шәғәлиев, Иосиф Мөхәмәтшин, электр монтерҙары Петр Изибаев, Сергей Федоров, ҡаҙанлыҡ слесарҙары Айзат Абдрафиҡов, Валериан Николаев, өлкән оператор Исфира Мисбахетдинова, уның хеҙмәттәштәре Гөлнара Овечкина, Әлфиә Шәйәхмәтова тураһында маҡтау һүҙҙәре генә әйтелә.
Ҡуян ауылындағы ҡаҙанлыҡтың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүгә Владимир Тойкиев менән Алексей Умурьянов ҙур тырышлыҡ һала. Баш хисапсы Альбина Мусина һәм иҡтисадсы Резида Ғабдрахманованың юғары һөнәри оҫталығы предприятиеның финанс тотороҡлолоғон һаҡларға, өҫтәмә финанстар йәлеп итергә, абоненттар менән эшләүсе Рәмзилә Фәрдетдинованың талапсанлығы түләүҙәрҙе ваҡытында үткәрергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡулланыусыларҙың түләүҙәр буйынса бурысы үткән йылға ҡарағанда күпкә кәмерәк.
“Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы иртәгәһе көн менән йәшәй. Мәҫәлән, хәҙер коллективта энергоаудит, йәғни ойош­маларҙың яғыулыҡҡа бәйле сығымдарын тикшереү, һәм энергия менән тәьмин итеүгә бәйле башҡа яңы эш төрҙәрен үҙләш­терәләр. Заманға ауаздаш булыу уңышҡа юл аса.





Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә