Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ-ара кимәлдә — ватансылыҡ хаҡында
Халыҡ-ара кимәлдә —  ватансылыҡ хаҡында Кисә мәркәзебеҙҙә “Ватансылыҡ, толерантлыҡ һәм тел мәҙәниәтен тәрбиәләү, күп мәҙәниәтлелек шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү” форумы асылды. Сара Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин раҫлаған Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы Рәсәй Федерацияһы вәкәләтенең 2014-2015 йылдарҙағы планы буйынса уҙғарыла.

Форум фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тел сәйәсәте өлкәһендә төбәктәр тәжрибәһен дөйөмләш­тереүгә, Рәсәй Федерацияһы дәүләт милли сәйәсәте йүнәлештәрен, мәсьәләләрен һәм механизмдарын камиллаштырыуға, белем биреү программаларын артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә ”Мәҙә­ниәт-ара аралашыу контексында тел сәйәсәте” дискуссия майҙансығында, урындағы тел бегестәренән тыш, Саха (Яҡут), Мордва һәм Сыуаш республикаларынан туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһе белгестәре сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Эске сәйәсәт менән идаралыҡ начальнигы Данил Азаматов үҙ сығышында, фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, төбәктә милли телдәрҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһарлыҡ саралар үткәрелеүен билдәләп китте. Ул телмәрен Баязит Бикбайҙың тел хаҡындағы шиғыры менән тамамлап ҡуйҙы.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, ҡунаҡтарҙы мәркәзебеҙ менән таныштырып, уның хаҡында фильм тәҡдим итте. Эйе, баш ҡалабыҙҙың ғорур­ланырлыҡ кешеләре, урындары бихисап. Иң мөһиме – Сынтимер Биктимер улы әйтеүенсә, яуланған үрҙәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, ҡыйыу аҙымдар менән яҡты маҡсаттарға табан атларға. Ул үҙенең сығышында шулай уҡ, күп милләтле Башҡорт­останда төрлө халыҡтарҙың рухи, мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йүнәлешендә бик күп саралар ойошторолоуы тураһында әйтеп, сағыу миҫалдар килтерҙе.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, профессор Фирҙәүес Хиса­митдинованың сығышы Башҡорт­остандағы телдәр сәйәсәтенә һәм башҡорт теленең үҫеш проблемаларына бағышланды. Ошондай уҡ тема менән Саха (Яҡут) Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы телдәр сәйәсәте Советының яуаплы сәркәтибе, Милләт-ара һәм дини мөнәсәбәттәр дәүләт комитеты бүлеге етәксеһе урынбаҫары Мария Иванова телмәр тотто. Беҙгә уларҙан өйрәнәһе нәмәләр бар.
Мордва Республикаһының Мәға­риф идаралығының этномәҙәни белем биреү бүлеге начальнигы Мария Вельмякинаның “Мордва Респуб­ликаһының Саранск ҡалаһындағы белем биреү ойошмаларында этно­мә­ҙәни белем биреүҙе тормошҡа ашырыу” тигән доклады ла ҡыҙыҡлы булды.
Һәр төбәк республиканы барлыҡҡа килтергән милләттең теленә ҙур иғтибар бүлә. Шундай уҡ фекер тыуҙы Сыуаш Республикаһының Чебоксар ҡалаһы Мәҙәниәт идаралығының баш белгесе Диана Краснованың “Сыуаш Республикаһында тел сәйәсәте һәм уны тормошҡа ашырыу үҙенсәлек­тәре” тигән сығышынан һуң. Доклад­тарҙа яңғыраған төп фекер – ул үҙ-ара татыулыҡты һаҡлап, һәр милләттең тел үҙенсәлектәрен дә юғалтмауы.
Майҙансыҡта эш һуңында резолюция ҡабул ителде. Унда Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына ил халыҡтары теле һәм әҙәбиәте фәндәрен БДИ формаһында мотлаҡ бирелергә тейешле имтихандар исемлегенә индереү, Башҡорт­остандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығына Башҡортостан юлдаш телеви­де­ниеһын йәки “Ҡурай” телеканалы Рәсәй Федерацияһы һәм Евразия илдәрендә күрһәтеүҙе юллау кеүек халыҡтың телен, рухиәтен ҡурсалау мәсьәләләре күтәрелде.



Автор: Л. СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә