Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шул тамсыны беҙ ҙә балҡытһаҡсы!
Әҙәбиәт йылы төрлө ваҡиғаларға, хәлдәргә бай булды. Күркәм йылдың үҙ рыцарҙары ла табылды. Әҙәбиәт, нәфис һүҙ тураһында ҡат-ҡат уйланырға мәжбүр иттеләр, көндән-көн ҡуйған маҡсаттарына барҙылар. Улар — онотолған йолаларҙы тергеҙеп, яңы башланғыстарға нигеҙ һалып, әҙәби марафон ойоштороусылар, төрлө саралар үткәреүсе китапханасылар, конкурстар ойоштороусы З. Бииишева исемендәге “Китап” нәшриәте, милли баҫмаларыбыҙ... Ошо рух рыцарҙары араһында — Наилә Сәфәрғолова. Уның башҡорт һәм рус телендә ойошторған “Әйтер һүҙем бар...” исемле шиғри проекты, һис шикһеҙ, Әҙәбиәт йылының иң күркәм сараларының береһе булды.

“Әҙәби открыткалар” тип исемләнгән проект тураһында яҙыр алдынан иң башта уның авторы Наилә Сәфәрғо­лова­ны телгә алыр инем. Ул — мәҙә­ниә­тебеҙгә, айырыуса театр сәнғәтенә, әҙәбиәтебеҙгә, ижади мөхитебеҙгә ихлас күңелдән булышлыҡ итергә ынтыл­ған белемле һәм рухлы шәхесебеҙ. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, уның тормошҡа ашырылған һәр идеяһы мәҙәниәтебеҙ өсөн үҙенсәлекле яңылыҡ булды. Ә инде хәҙерге көрсөк заманында ошондай күләмле проекттарҙы урынына еткереү, улай ғына түгел, уны “Шиғриәт балы” байрамы менән тамамлау айырыуса күп көс, ныҡыш­малылыҡ, түҙем­лек һәм ихласлыҡ талап итә.
Әйтер һүҙе булған йөҙҙән ашыу төр һөнәр эйәһе, төрлө йәштәге кешеләр ҙур аудитория алдында сығыш яһау мөмкинлегенән үҙенсә файҙаланды. Кемдер эске хис-тойғоһон, фәлсәфәүи уйланыуҙарын асты, кемдер юғары трибунанан милләттәштәренә үҙен борсоған фекерен еткерергә ашыҡты, кемдер уй-ниәттәре менән бүлеште, ә кемдер (улары бик аҙ булды) үҙен күрһәтергә тырышты. Минең иһә күберәк үҙебеҙҙең милләттәштәр тураһында һөйләгем килә.
Тормош алдан яҙылған сценарийҙан күпкә тәрәнерәк, күпкә ҡатмарлыраҡ. Һәм Наилә Сәфәрғолова, һәр кемгә үҙ һүҙен еткерергә мөмкинлек биреп, халҡыбыҙҙың ниндәй уйҙар менән йәшәгәнен, һәр кемдең эске күңелен күрһәтеүгә өлгәшкән.
Һуғыш михнәттәрен үҙ елкәһендә татыған быуын йәштәргә үҙ һүҙен еткерергә теләне. 92 йәшлек ветеран, әҙип Суфиян Поварисов “Вера” поэмаһынан өҙөктө уҡый башлау менән күҙгә йәш эркелде...
Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Почтальон малай” тигән шиғыры ағаһына бағышланған. Был әҫәрҙә атаһының үлем хатын бер ай буйы сумкаһында йөрөткән, әсәһен, кескәй туғандарын ҡара ҡайғыға ҡалдырырға теләмәгән үҫмер малай яҙмышы ғына түгел – тотош һуғыш балаларының тетрәндергес яҙмышы асылған. Заманыбыҙҙы, милләт яҙмышын тәрән тойған аҡыл эйәһе Рауил Төхвәт улының тап ошо шиғырҙы һөйләүендә лә тәрән мәғәнә ята.
Шағирә һәм депутат Йомабикә Ильясованың данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында “Башҡорт егеттәре” шиғырын уҡыуы халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығына дан йырлауҙан ғына түгелдер, тим. Шайморатов генералдың яҙмышы, уның үлеме хаҡында бәхәстәр тынмай ғына түгел, ә тағы ла көсәйә төштө. Беренсенән, был халҡыбыҙҙың тарихи хәтеренең көсө хаҡында һөйләй. Икенсенән, Шайморатов генералдың ил кимәлендә бөйөк шәхес булыуын иҫбатлай. Мәскәү режиссеры Радик Ҡоҙаяровтың “Генерал” исемле өр-яңы документаль фильмы – быға асыҡ дәлил.
Ҡәһәрле һуғыштан ирҙәрен һаман көтөп, өмөттәрен өҙмәгән тол ҡатындар яҙмышы тураһында шағирәбеҙ Гүзәл Ситдиҡова “Күлдәк” шиғырын һөйләне. Гүзәл апайҙың тетрәндергес шиғырҙы сабыр, тыныс ҡына уҡыуы үҙе үк тулҡынландыра. Тап ошолай өнһөҙ генә, балаларының, яҡындарының күңелен һаҡлап кисергән башҡорт ҡатындары ҡара ҡайғыны.
Ә инде журналист, депутат Эльвира Айытҡолованың Константин Симонов яҙған “Көт мине” шиғырын башҡортса уҡыуы һуғыш темаһын дөйөмләштереп ебәргән кеүек тойолдо.
Журналист һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Торатау мәсьәләһен “Киске Өфө” гәзитендә киң яҡтыртҡан Гөлфиә Янбаева Зөлфиә Ханнанованың “Әүлиәләр әйткәне” шиғырын һөйләне – был барыбыҙ өсөн дә набат кеүек яңғыраны. Изге Торатау, һине һаҡлай алырлыҡ көс ҡалдымы икән беҙҙең?! Рәсүл Ҡарабулатов башҡарыуында Ҡәҙим Аралбайҙың “Иман тауы” шиғыры шулай уҡ ялҡынлы яңғыраны һәм “Торатауыбыҙ торҙо, тора, мәңге торасаҡ!” тип инандырҙы. Иншалла, шулай булһын!
Башҡортобоҙҙоң ике батырлыҡ символы – Паралимпия чемпионы Ирек Зариповтың һәм Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллиндың сығыштары йәштәр өсөн бер үрнәк булғандыр. Ирек Игорь Бахиревтың паралимпиясылар тураһында тетрән­дер­гес шиғырын уҡыһа, Эльбрустың Салауат Юлаев әҫәрен яңғыратыуы милли батырыбыҙ исемен заман йәштәре араһында популярлаштырыуға бик һәйбәт этәргес булды, тип уйлайым. Батырҙың батыр тураһында шиғыр һөйләүе – үҙе үк хисләндергес күренеш...
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайға килгәндә иһә, уның ярһыулы шиғырҙа­рын үҙе генә түгел, ике ҡыҙы – мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Айгөл һәм билдәле журналист һәм музыка белгесе Ләйлә Аралбаевалар, кейәүе Рәсүл Ҡарабулатов, ейәнсәре – талантлы эстрада йырсыһы Гөлнур Ҡарабулатова уҡыуы йәмғиәтебеҙ өсөн үҙе үк шундай илһамлы өлгө булып тора. Рухлы балалар, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләй алған шәхесебеҙҙең, тимәк, һүҙен ҡәҙерләгән, халҡын шулай уҡ яратҡан, уға хеҙмәт иткән дауамы бар... Һәр шәхесебеҙҙең әйтер һүҙе ошолай берәгәй булһа икән дә!..
Шулай уҡ данлыҡлы ғаилә вәкиле – күҙгә күренеп донъя операһы йондоҙона әйләнеп барған Диләрә Иҙрисова Әсхәл Әхмәт-Хужаның “Тере тамсы” шиғырын һөйләне. Башҡорт халҡын бер тамсы менән сағыштырған шағир, ә йәш, ихлас, һәләтле милләттәшебеҙҙең “...шул тамсыны мин дә балҡытһамсы...” тигәне айырыуса илһамландырғыс, ә иң мөһиме – йәштәр өсөн матур үрнәк!
Лариса Абдуллина “Өфө аэропортында” тигән шиғыры менән милләтебеҙ өсөн уңалмаған бер яра булған мәсьәлә хаҡында һүҙен әйтергә ашыҡты. Журналист ғәме һәм шағирә ярһыулығы Ларисала күптән инде бер булып киткән, һәм ул үҙенә генә хас ҡыйыулыҡ менән “Салехард – Сәлих ҡарт” тип рифмалап, тыуған яҡтарында эш тапмай, ғаиләләрен ҡарайым тип ҡасандыр һөргөн һүҙе менән бәрәбәр Себергә киткән ир-егеттәребеҙ тураһында һөйләне. Шәхестәребеҙҙең фекерҙәре араһында ошо әрнеүле һүҙҙең булыуы ла беҙ йәшәгән заман картинаһын тулыландырҙы.
Лирик-фәлсәфәүи шиғриәт тә был проектта бик үҙенсәлекле асылды. Ике депутатыбыҙ — Сәлиә Мырҙабаева менән Зөһрә Рәхмәтуллина Мостай Кәрим шиғырҙарын уҡыны. “Мин еремде маҡтап туймамын... Шып-шым ғына йәшәп донъя ҡуймамын”, — тине “Уйҙар” шиғырын һайлаған тынғыһыҙ йөрәкле Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Ә Зөһрә Йыһанур ҡыҙы үргә ынтылған шәхестәр яҙмышы хаҡында уйланып, әҙиптең “Тауҙар” шиғырына мөрәжәғәт итте.
...Яҡты идеалдарға әйҙәгән китаптар уҡып, фильмдар ҡарап үҫкән совет быуыны романтиктары, оло илебеҙ емерелгәс, ә шуның менән бар кешелектең ғәҙел ил төҙөп булыуына ышанысы емерелгәс, ике уртала тороп ҡалды... Тап ошо быуындың сағыу вәкиле Азамат Юлдашбаевтың “Әсәй” шиғыры үҙенең әсе хәҡиҡәте менән тетрәндерә. “Рәнйеһәң дә, әсәй, әрләһәң дә, һөй арҡамдан, һыйпа башымдан...” – тип шағир үҙе генә түгел, ә идеалдарын берсә емереп, берсә кире йәбештереп йәшәргә мәжбүр булған тотош юғалған быуын әсәләрҙән ғәфү үтенә...
Ә аҡһаҡалыбыҙ Рәшит Шәкүр “Ғүмер” шиғыры менән былай яуапланы:
Кеше булып ҡалыр кәрәк
Кеше булып тыуғандарға...
Әлбиттә, ошо сарала ҡатнашҡан һәр береһе тураһында матур фекерҙәр әйтке килә, әммә мин заманыбыҙ, мөхитебеҙ көҙгөһө кеүек яңғыраған ҡайһы бер шиғырҙарға ғына туҡталдым.
Проектты тормошҡа ашырған Наилә Әбделхәй ҡыҙының командаһына ҙур рәхмәт. Режиссерға, шиғри хисте көсәйтеп ебәргән, музыкаль яҡтан оҫта биҙәгән, шиғыр яҙҙыртҡан тауыш режиссерҙарына ла, бер бүлмә эсенән дә әллә нисәмә ракурс табып, проектты төрләткән операторға ла, биҙәлеш өҫтөндә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә лә “афарин” тип әйтке килә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар 16.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар...

Тотош уҡырға 20

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай 16.05.2025 // Йәмғиәт

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ...

Тотош уҡырға 25

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде...

Тотош уҡырға 24

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды 15.05.2025 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 26

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 21

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә 15.05.2025 // Йәмғиәт

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә...

Тотош уҡырға 21