Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй, Иҫкесәк! мин дә килдем һиңә, эсер һыуым һиндә булғанға...
Эй, Иҫкесәк! мин дә килдем һиңә, эсер һыуым   һиндә булғанға... Ватан автосәнәғәтенән көлөргә яратһалар ҙа, бер алға, бер артҡа биреп, барыбер менеп етте Һырт башына еңел машинам. Һай, бейек икән дә! Тау башынан Иҫкесәк ауылы ус төбөндәгеләй күренеп ята. Йорттар тирәһендәге “Нива”ларҙы шәйләп ҡалғас, башҡа етте: ҡунаҡҡа бында йәй килеү хәйерлерәктер. Ә бит кемдәрҙер ошо юлдан ғүмер буйы йөрөй!

Көслө уҙамандар төйәге
Ауылдың тарихына килгәндә, уның барлыҡҡа килеүе XIX быуатҡа барып тоташа. Башта был ерҙәрҙә Юлдаш, Ҡарайған һәм Әхмәр ауылдарының хәлле башҡорттары йәйләй. Һуңынан унда төпләнергә булалар. Осраҡлы түгелдер. Бындағы хозур тәбиғәткә ғашиҡ булмау мөмкин түгел, тауҙар-яландар һоҡланып туйғыһыҙ. Шиҙе йылғаһы ла ошо ерҙән башлана. Ауылға нигеҙ һалған кешеләр өс ергә бүленеп ултыра, шуға ла халыҡ телендә “Өскиҫәк” тигән атама нығынып ҡала.
Эй, Иҫкесәк! мин дә килдем һиңә, эсер һыуым   һиндә булғанға... Төйәктең исемен башҡараҡ тарихҡа бәйләгәндәр ҙә бар. Әйтеүҙәренсә, бында XIX быуатта Юлдашбай Рәсүлев тигән бай йәшәгән. Ул улдары араһынан Иҫәнғолға әлеге Иҫкесәк биләмәһенә тура килгән майҙанды (дөйөм ерҙәренең бер киҫәген) бүлеп биргән. Ауылдың исеме шул ике һүҙҙән (Иҫәнғолдоң тәүге ижеге һәм киҫәк) сыҡҡан, тип фаразлайҙар. Бәлки, “иҫке” һүҙе лә ҡулланылғандыр. Һәр хәлдә, ул вариант хаҡында мәғлүмәт юҡ.
Ауыл борон-борондан көслө, талантлы нәҫелдәре менән дан тотҡан. Көрәштә лә, йыр-бейеү майҙанында ла алдынғылыҡты бирмәгәндәр. Әйткәндәй, ҡурайҙа, баянда оҫта уйнаған уҙамандар бөгөн дә бар. Ауылда шундай хәбәр ҙә йөрөй. Имеш, Сабит исемле баһадир урмандан утын алып ҡайтып килгән, ти. Уба ярынан һис тә менә алмай икән аты. Ахыр сиктә хужа, малҡайын туғарып, йөктө үҙе һөйрәп мендергән…
Утһыҙ төтөн сыҡмай: был яҡтың көслө башҡорт уҙамандары хаҡында ишетеүем беренсегә түгел. Ғәзиз еренә ниндәй генә һынау килмәһен, ауырлыҡтарға һәр саҡ ҡаршы тора алған улар. Бөйөк Ватан һуғышына Иҫкесәктән 64 ир-егет юлланған. Араларында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафына баҫҡандар ҙа булған.

Ырымбурҙар ҙа
саң ҡундырмаған

Эй, Иҫкесәк! мин дә килдем һиңә, эсер һыуым   һиндә булғанға...Ауыл төрлө яҡлап үҫешкән. Сауҙа ла яҡшы ғына барған. Ялан яғынан Бөрйәнгә барған юлдарҙың береһе нәҡ ошо ауыл аша үткән. Совет власы осоронда бында колхоз һәм артель эшләгән. Ауыл янында тотҡондар өсөн махсус совхоз булғанлығы хаҡында ла һөйләй урындағылар.
Төп шөғөлдәрҙең береһе ағас булған. Маҡар урмансылығына ингән хужалыҡта таҡта ярғандар, селек бәйләгәндәр, бумала яһағандар. Ат арбаһы, сана, тәгәрмәстәрҙе хатта Ырымбурҙан да килеп алғандар.
Уңышлы эшләп килгән хужалыҡ урындағы барлыҡ сығымдарҙы күтәргән, ауылдың үҫешендә төп көс булған. Мәҫәлән, башҡа ауылдарҙа айырым кешеләр электр өсөн үҙе түләп барғанда, иҫкесәктәргә был мәсьәлә бөтөнләй ҡағылмаған.
Хәҙер инде Сабит баһадир ҙа, урман хужалығы ла, магазин да, клуб та, мәктәп тә күптән тарихта ҡалған. Кеше үҙ йүнен үҙе күрә. Дөйөм мәнфәғәтте ҡайғыртҡан берҙән-бер учреждение – урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты.

Йыла ағасынан
он тартып…

Эй, Иҫкесәк! мин дә килдем һиңә, эсер һыуым   һиндә булғанға...Үрҙә телгә алып киткән ваҡиғалар – башлыса урындағы аҡһаҡал Зиннур олатай Иҫәнгилдиндең һөйләгәндәренән. Уға “мулла малайы” булыуы арҡаһында “әсе һурпа”ны айырыуса күп эсергә тура килә.
– Ул көн айырыуса иҫтә ҡалған, – тип бәйән итә олатай, мәҫәлән, мәсет манараһының ҡолатылыуы хаҡында. – Иман йорто тирәләй халыҡ күпләп йыйылып китте. Бер нисә арҡанды ялғап, бер осон –манараға, икенсеһен атҡа бәйләнеләр. Малҡай яйлап ҡына тарта башланы. Сабый булһам да, шуныһы иҫтә ҡалған: кешеләрҙең йөҙө ҡарайып, үҙгәреп китте, тик бер нисәүһе генә шатланып йөрөй ине. Йылдар үткәс, шуға шаһит булдыҡ: манараны ҡолатҡандар бәхетен таба алмай, фажиғәле рәүештә һәләк булып бөттө, нәҫелдәре лә ҡалманы инде. Күрәһең, Аллаһ йортона ҡул һуҙғаны өсөн шундай яза алғандарҙыр.
Зиннур Иҫәнгилдин күп тиҫтерҙәре һымаҡ етем үҫә. Юҡ, атаһын ҡәһәрле һуғышта юғалтмай ул, ҡәҙерле кешеһен мәсет манараһын ҡолатҡан йылда һөргөнгә оҙаталар. Ун йыл ултырып ҡайта дин әһеле. Был осорҙа ишле ғаиләһе мең төрлө ауырлыҡ, аслыҡ ғазабы сигеп көн күрә.
– Йыла ағасын балта менән турап, киптереп, тоҡтарға тултыра ла тирмәнгә алып китә торғайныҡ, – тип хәтерләй Зиннур олатай. – Бына шулай ағас оно ашап йәшәргә лә тура килде.
Әсеһен дә, сөсөһөн дә татып үҫ­кән ғәзиз ерендә төпләнеп ҡала ир-уҙаман. Оҙаҡ йылдар урындағы урман хужалығының тимерлегендә эшләй. Тәгәрмәс күсәрҙәре, башҡа кәрәк-яраҡ нәҡ уның оҫта ҡулдары аша үтә.
Ир-уҙаман күрше Көҙән һылыуы Флүрәгә өйләнеп, йорт тултырып бала үҫтерәләр. Тик бөгөн икәүләп кенә йәшәйҙәр. Балалар алмашлап ҡайтып тора ла ул, ләкин һуңынан нигеҙ ҡоро­маҫмы – был турала ла уйланмай ҡалмай олатай.
– Тормош бер ҡасан да еңел булмаған, – ти ул. – Шулай ҙа, ҡайһы дәүерҙә йәшәүгә ҡарамаҫтан, башты эйергә ярамай. Киреһенсә, тырышып, ғәҙел тормош көтөргә кәрәк. Шул саҡта бәхет һине үҙе килеп табасаҡ.
Эй, Иҫкесәк! мин дә килдем һиңә, эсер һыуым   һиндә булғанға...Йыла икмәге ашап үҫһәң, күрәһең, ныҡлы булаһың. Хәҙер инде 86 йәшкә аяҡ баҫҡан Зиннур олатай менән Флүрә инәй һаман да мал тота, умартасылыҡты быйыл ғына туҡтатҡандар. Хужаның үҙенсәлекле шөғөлө лә бар: бер дәфтәргә күргән-белгәнен яҙып бара. Ауыл яңылыҡтары, һауа шарттары, йорт-ҡуралағы тормош… “Бөгөн күп итеп ҡар яуҙы, ә ер туңмаған әле…” – был сираттағы яҙыу. Тимәк, алға ҡарап йәшәй Иҫәнгилдиндәр.

Фельдшерлыҡ йәмәғәт эшеме?
Күп итеп ҡар яуҙы тигәндән, яуым-төшөмдө Хоҙай Тәғәлә, ысынлап та, бында йәлләмәй бирә. Өҫтә­үенә дала яғынан туҡтауһыҙ өргән ел буран һалып ҡына тора. Ауыл хакимиәтенә, юл таҙартыусыларға эш етерлек. Махсус техниканың килеп етә алмаған осраҡтары ла юҡ түгел. Шул саҡта үҙенең “ДТ-75”-енә ултырып, ҡар һөрөргә ауылдың старостаһы, депутат Рәйес Ғүмәров сығып китә. Улай ғына ла түгел, көн дә йәйәүләп йөрөп, халыҡтың хәл-әхүәлен белешеп сыға ул.
– Ауыл ҙур түгел, әммә гөрләп тора, – ти староста. – Йәштәр йорт һала, бер-бер артлы балалар тыуа. Тиҙҙән, Аллаһ бирһә, йәнә ике ғаилә ишәйергә тора: Рима менән Илдус Фазыловтарҙың – бишенсе, Рузалия һәм Ғаяз Шәриповтарҙың алтынсы сабыйы донъяға киләсәк. Тимәк, йәшәйәсәк әле ауылыбыҙ!
Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, балаларҙы күрше Көҙән ауылына автобуста йөрөтөп уҡытырға мәжбүрбеҙ. Унда интернат та бар. Үҙебеҙҙә мәктәп булдырыу яҡты хыялда ғына ҡалды инде. Балалар баҡсаһына йөрөр йәштәгеләр иһә өйҙә ултырырға мәжбүр. Үҙемдең дүрт йәшлек улым Айнур ҙа көндөҙ, беҙ эштә саҡта, яңғыҙы донъя көтә.
Ике ҡыҙҙан һуң донъяға килгән был кинйә малай, ысынлап та, йортта төп хужа икән. Телефонға яуап бирә, малды ла ҡараша икән. Ни ҡылһын, атаһы менән урманға бара алмаған һымаҡ, әсәһенә эйәреп, фельдшерлыҡ пунктына ла йөрөү мөмкин түгел. Ана бит, әсәһенә ҡайһы саҡта эшкә хатта атаһының һунар саңғыһын кейеп китергә тура килә. Бәләкәй ауыл тиһәң дә, сир етерлек бында: көнөнә биш-алты өлкән быуын вәкиле мөрәжәғәт итә, балалар ҙа йыш килә.
– Егерме йылдан ашыулыҡ эш дәүерендә ниндәй генә осраҡ булманы инде, – ти Гөлнур Сафиулла ҡыҙы. – Бер нисә тапҡыр хатта фельдшер ғына түгел, акушер бурысын да атҡарырға тура килде. Буранда ат егеп, буласаҡ әсәне ултыртам да Петровск дауаханаһына юлланам…
Ауыл хакимиәте, район етәксе­леге бындай учреждениеларҙы һаҡлап ҡалырға барлыҡ көсөн һала. Ишем һәм Биксән ауылдарында өр-яңы пункттар ҙа асылды. Ләкин иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеге ныҡлы күҙгә салына. Санитарҙарҙың ҡыҫҡартылыуы, ярты ставкаға көс түккән белгестәр, техникаға, дарыуға мохтажлыҡ… Ауыл кешеһенә берәй нимә була ҡалһа, тәү сиратта фельдшер яуап бирәсәк бит. Был һөнәр йәмәғәт эшеме әллә?
Бер ваҡиға иҫкә төштө. Күптән түгел төйәк иткән ҡаламдағы поликлиникаларҙың береһендә бер ҡатын табипҡа ике минутҡа һуңлабыраҡ ингәне өсөн тауыш күтәрҙе. Йәнәһе, ни өсөн белгес пациентты ҡағыҙҙа теркәлгән ваҡытта ҡабул итә алмай? Сәбәбе, әлбиттә, алдараҡ ингәндәрҙе оҙағыраҡ ҡарауҙа ине. Ике минут… Берәй төпкөлгә барып йәшәп ҡараһын ине был фырт ханым. Белер ине медицинаның ҡәҙерен.
Ғүмәровтар менән аралашҡанда шуға төшөндөм: был ғаиләгә барлыҡ ауыл халҡы ышаныс бағлап тора. Бер йортта депутат та, староста ла, табип та, ҡағыҙҙа теркәлмәгән фермерҙар ҙа йәшәй. Булдыҡлы Ғүмәровтарҙың башҡа ергә күсеп тә, бынамын итеп донъя көтә алыры көн кеүек асыҡ. Ләкин улар ошо ергә ерегеп йәшәй бирә.
– Саҡырыуҙар күп булды. Себерҙә аҡсалы вазифа ла тәҡдим иттеләр заманында, әммә тыуған ауылымды ташлап китергә иҫәбем юҡ, – ти был йәһәттән Рәйес Рәүеф улы. – Атайым ошо нигеҙҙә ғүмер буйы йәшәне, урман ҡараны, мин дә уның юлын дауам итәм. Бер нигә ҡарамай, улымдың да бында төпләнеренә өмөт итәм. Ошо тиклем хозур тәбиғәтте, матур ерҙе ташлап китеп буламы һуң?! Эш-аҡсаны ҡайҙан да табып булыр ул.

Газ менән һыу булмаһа ла…
Ауылға газ үтмәү сәбәпле халыҡ өйөн утын менән йылыта. Һыуға килгәндә, ҡоҙоҡ ҡаҙыталар. Тик был бәхетте һәр кем татый алмай әлегә: бер метр өсөн 1,5 мең һум кәрәк.
– Бесән әҙерләүҙә лә мәшәҡәттәр бар, – ти депутат Ғүмәров. – Мәҫәлән, үҙемдең тракторым, сапҡысым бар. Әммә бесәнде килтереп өйөргә лә кәрәк бит әле. Был йәһәттән яңғыҙың батыр булыу мөмкин түгел. Шуға өмә яһайбыҙ. Ғөмүмән, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, хаҡ һорамайбыҙ.
Бесән-утындан тыш, өй һалыу, зыяратты тәртиптә тотоу, тирә-яҡты ҡарау, бәлә килһә, бергәләп күтәреү, ауылды йыртҡыс-фәләндән һаҡлау – һәммәһе лә берҙәмлек көсө. Шуға, өс бүлемгә таралып ултырһа ла, ауылды өс киҫәктән тора, тиеү килешмәҫ ине. Халыҡтың берҙәмлегенән сығып, төйәкте һис тә өлөштәргә бүлге килмәй. Нәҡ шул татыулыҡ – төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең нигеҙе.

“Балалар тамырһыҙ үҫмәһен!”
Иҫкесәктә быйыл бағыусылар ярҙамында яңы күпер төҙөлгән. Лә­кин был урындағы власть ҡул ҡаушырып ултыра тигәнде аңлат­май. Район хакимиәте, Көҙән ауылы Советы төпкөлдәрҙәге хәлде нисек тә яҡшыртырға тырыша.
– Ниндәйҙер ауылға тейешенсә иғтибар бирмәү бер балаңды бағып, икенсеһен ҡыуып сығарыуға тиң булыр ине, – ти ауыл хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев.
Һуңғы йылдарҙа юлдар тәртипкә килтерелгән, Интернет, кәрәҙле элемтә булдырыу маҡсатында эш ҡайнай, төрлө саралар үтә. Ауыр хәлдә ҡалғандарға айырыуса ҙур булышлыҡ күрһәтелә. Адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса ике ғаилә һыйырлы булған. Мәҫәлән, Ғәйнуллиндар. Уларҙың ихатаһында күмәк эт ҡаршыланы. Бер тапҡыр өрөп тә ҡараманы үҙҙәре.
– Һунар эттәре улар – кешегә теймәйҙәр, – тине йорт хужаһы Венер. – Ауылда ҡырағай хайуандар йыш “ҡунаҡлай” бит, шуларҙан һаҡлайҙар. Бергә һунарға йөрөйбөҙ.
Заманында тыуған ауылында төпләнеп ҡалғанына һөйөнөп туймай ир-уҙаман. Ауыл тормошонан йәм табып йәшәй. Кәләше Рәғиҙәне Бөрйәндән алып ҡайтҡан. Үҙ көсө менән бер түгел, ике йорт һалып сыҡҡандар.
– Бесәнде күп итеп әҙерләргә тура килә, мал бихисап, – ти Венер. – Быйыл адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса һауын һыйырыбыҙ дүртәүгә етте. Һарыҡ-кәзәләребеҙ, атыбыҙ бар.
Әйткәндәй, адреслы социаль ярҙам һәр кемгә лә тәтемәй, Ғәйнуллиндар һымаҡ тырыштарға, яуаплыларға ғына эләгә. Мал алдың да эш бөттө түгел, артабанғы үҫеш, һыйырҙан файҙа алыу ауыл Советы тарафынан контролдә тотола.
Ғәйнуллиндар өс балаға ғүмер биргән. Ҡыҙ-улдары әле Көҙән мәктәбендә белем ала, интернатта йәшәй. Алмас менән Гөлйемеш ситтә йәшәргә күнекһә лә, Байрасҡа ауырыраҡ – I класта ғына бит әле, ата-әсәнең ҡосағында наҙланыр сағы. Уның ҡарауы, балаларында үҙаллылыҡ көслө буласағына ныҡлы ышана өлкәндәр.
Йәй һөт-ҡаймағын һатып, көҙ малын иткә тапшырып көн итә Ғәйнуллиндар. Бынан тыш, хужа һунарға йөрөй. Тик табыш һине көтөп кенә тормай шул, малды ла уңышлы ғына “осороу” еңел түгел – осһоҙ хаҡҡа булһа ла һатаһың да шуның менән хушһынаһың. Башҡаса сара юҡ.
Рәғиҙә быға ҡәҙәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитар булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҫҡартыуға эләккән.
– Хәҙер тормош бер ҡайҙа ла еңел түгел, – ти Ғәйнуллиндар. – Ҡалала ла бит рәхәт йәшәмәйҙәр. Иң мөһиме – балаларҙы нигеҙһеҙ, тамырһыҙ итеп үҫтерергә ярамай, улар үҙ ерендә ғүмер итергә тейеш. Үҙ донъяң үҙ донъяң инде. Мал ишәйеп китһә, тормошобоҙ тағы ла күркәмләнер. Ауылыбыҙҙы һүндерергә хаҡыбыҙ юҡ!
Рәғиҙә шиғыр ҙа яҙа икән. Түбәндәге юлдарҙан барыһы ла аңлашылыр төҫлө:
Эй, Иҫкесәк! Һинең тупрағыңдан
Кемдәр генә атлап үтмәгән!
Изге төйәккәйен зар илатып,
Кемдәр генә ташлап
китмәгән…
Эй, Иҫкесәк! Мин дә килдем
һиңә,
Эсер һыуым һиндә булғанға.
Ун ике йыл күп тә түгел кеүек,
Йәшәү өсөн донъя ҡорғанға.
Эй, Иҫкесәк! Нимә булды һиңә?
Ташлап китә һине кешеләр.
Ыңғырашып ҡуйған кеүек миңә
Яңғыҙ ҡалған етем мөрйәләр.
Эй, ауылым! Атла ышаныслы,
Бер-бер артлы үҫтер киләсәк!
Сабый тауыштарына күмелһә,
Башын эймәҫ беҙҙең Иҫкесәк!

* * *

”Тимер ат” инде ҡайтыуға ыңғайлап, тауға ауыл яғынан үрмәләп бара. Артта – тайғаҡ юллы, ауырлыҡтары булһа ла, уларҙы күрһәтмәҫкә тырышҡан ауыл. Барыбер бәхетле унда йәшәүселәр! Тик был тойғоно төпкөлдөң үҙендә йәшәгәндә генә кисереп булалыр…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873