Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башлаған эште еренә еткереү фарыз”
 “Башлаған эште  еренә еткереү фарыз” Етте шундай ваҡыт: көнкүрешебеҙҙе Интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Уның ҡарауы, донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән, уҡыған йә иһә эшләгән башҡорт йәштәре менән тап ошо виртуаль киңлектәрҙә танышам, улар хаҡында фәһемле, илһамландырғыс мәғлүмәт алам. Ситтән тороп ҡына аралашыу ҙа рухи һыуһынды ҡандыра, республикабыҙ киләсәге батыр, өмөтлө йәштәр ҡулында икәненә ишаралай. Йософ МАЛАХОВ менән әңгәмә барышында ошо фекергә тағы бер ҡат инандым.
Мәскәү дәүләт лингвистика университеты студенты, “Өфө хәбәрҙәре” интернет гәзитенең һәм “ИсламРБ” тип аталған дини порталдың баш мөхәррире Йософ. Уға – 22 йәш. Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән, Ислам диненә ярашлы тәрбиәләнгән. Һауа десанты ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт бурысын үтәгән, хәҙер килеп Рәсәйҙең баш ҡалаһында донъя мәҙәниәтен һәм ғәрәп телен өйрәнә. Был күренеш – һөйөнөслө хәҡиҡәт. Өфөбөҙҙән сыҡҡан егеттәрҙең Мәскәү кимәлендә камиллашыуы, унда белем алыуы – ҡыуаныс та, йыуаныс та.
– Иртәнсәк уянғас та башыңа ниндәй уй килә?
– Һәр яңы көнөм иртәнге намаҙҙан башлана. Барлыҡ булған тормошом һәм килә­сәк­тә лә буласағы өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәх­мәт уҡыйым, яҡындарыма, туғандарыма имен­лек һәм бәхет насип итһен, тип теләк әйтәм.
– Ә артабан көнөң нисек ҡорола?
– Ғәмәлдә, профессиональ тайм-менедж­ментҡа мөрәжәғәт итмәйем. Тәфсирләп яҙыл­ған планһыҙ ҙа, ҡәтғи ваҡыт бүлмә­йенсә, йәғни сикләүҙәрһеҙ ҙә күберәк эш атҡарып була. Һәр мәсьәләне килеп тыуған мәлендә үк хәл итеп барырға тырышам. Үҙемде үҙем менән ярышыуҙан, ҡытыршы­лыҡтар була ҡалһа, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһонан арындырам.
– Мәктәптә уҡыған саҡта – бынан 15 йыл тирәһе элек – барыбыҙға ла инглиз телен өйрәнеү, үҙләштереү ихтыяжы хаҡында тыҡынылар. Ваҡыт ҡуласаһы туҡтамай әйләнә, бөгөн иһә “инглиш”тың беренселеген ҡытай, ғәрәп телдәре яулай барған һымаҡ тойола. Был күренешкә ҡарата ниндәй фекерҙәһең?
– Эйе, мәктәптә саҡта инглиз телен мотлаҡ өйрәнеү зарурлығынан тыш бер нисек тә булмай ине. Шулай ҙа киләсәктә ҡытай телен үҙләштереү ихтыяжы тыуыуы ла ихтимал. Ғөмүмән, телдәрҙең мөһимлегенә килгәндә, кешенең йәшәү урынына һәм эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡарап, уларҙың һәр ҡайһыһы кәрәк һәм өйрәнеүгә мохтаж. Миңә Мәскәүҙә башҡорт һәм татар телдәрен белеүем ныҡ ярҙам итә. Хәҙер инде үзбәксәне, ҡырғыҙсаны өйрәнеү хаҡында уйланам. Телде, әйтәйек, рус телен дә әле һаман үҙләштерәм, камиллаштырам, телмәремде байытыу өҫтөндә эшләйем.
– Университетта уҡыу менән бер рәттән Интернет порталының, шулай уҡ гәзит эшмәкәрлеген алып барыуҙы нисек көйләйһең? Ваҡытты нисек еткерәһең?
– “Өфө хәбәрҙәре” 2012 йылда барлыҡҡа килде, ә “ИсламРБ” портал форматында быйыл ғына хасил булды. Икеһендә лә йәш журналистар, рерайтерҙар эшләй, студенттар практика үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кадрҙар йыш алмашына, сөнки уларға лайыҡлы эш хаҡын түләү мөмкинлеге юҡ. Ҡағиҙә булараҡ, беҙҙең был майҙансыҡтар йәштәргә башҡа абруйлы һәм ҙур баҫмаларға үрләү трамплины ролен үтәй: егет һәм ҡыҙҙар бай ғына эш тәжрибәһе ала, беҙ уларҙы интернет-журналистиканың үҙенсәлектәре менән таныштырырға, өйрәтеүгә көс һалабыҙ. Шуға күрә был йәштәр менән айырылышыу ауыр ҙа, йәл дә, әммә бында беренсе урынға баҙар ҡанундары сыға, ә уның үҙ талаптары һәм шарттары бар.
Эш барышында иһә бер урында ғына ултырмайбыҙ, шөкөр, заман технологиялары төрлө тарафтарҙағылар менән теләгән ваҡытта аралашыу мөмкинлеге бирә. Был яҡтан ҡыйынлыҡ кисермәйбеҙ. Бик күп абруйлы баҫмалар, махсус офистары булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәрен ситтән тороп эшләү тәртибенә күсереү яҡлы. Практиканан күренеүенсә, бындай алымдың ыңғай һөҙөмтәләре күберәк.
Университеттағы уҡыуым ике өлөшкә бүленгән: береһендә – культурологик фәндәр, икенсеһендә телдәр өйрәнелә. Донъя мәҙәниәтен үҙләштергәндә мәҙәни антропология, мәҙәниәт-ара диалог, коммуникация, мәҙәни сәйәсәт, заман мөхитендә дин-ара бәйләнештәр кеүек һәм башҡа дисциплиналар буйынса ғилем алабыҙ. Дәрестәр 8-10 кешенән торған төркөмдәрҙә үткәрелә. Семинарҙарҙың, практик дәрестәрҙең һаны лекцияларға ҡарағанда күберәк – студенттар менән эшләү, даими аралашыу тәртибе ҡоролған, шуға күрә яңы мәғлүмәт тә еңел һәм сифатлы үҙләштерелә.
– Ғаиләгеҙҙә тәрбиә Ислам дине талаптарына ярашлы бирелеүе мәғлүм. Һөҙөмтәлә һин фарыз ғәмәлдәрҙе теүәл үтәйһең. Был күренешкә үҙеңдең һәм йәмғиәттең ҡарашы нисек? Һәр хәлдә, Мәскәү Өфө түгел.
– Намаҙ ваҡытында юлда-фәлән була ҡалһам тип, һәр саҡ таҙа – тәһәрәт алып йөрөргә тырышам. Был осраҡта әллә ни мәшәҡәт тыумай. Кешеләрҙең ҡарашы ҡыҙыҡһындырһа, күпселек аңлап һәм ихтирам менән ҡарай, шулай ҙа аптырап ҡалған, ҡурҡып баҡҡандар ҙа юҡ түгел.
– Мәскәүҙәге Мемориаль мәсеттең имам-хатибы, заман һәм Ислам төшөнсәләрен халыҡҡа хаҡ, аңлайышлы еткереүсе билдәле дин белгесе Шамил Әләүетдиновтың хеҙмәттәре менән танышһыңмы?
– Был шәхес менән уның йома вәғәздәре аша һәм Интернеттағы әүҙем эшмәкәрлеге буйынса танышмын. Шамил Әләүетдиновты Рәсәй медиакиңлегендә Ислам диненең һәм мосолман йәмғиәтенең һирәк осраған, лайыҡлы вәкиле, дин әһеле тип һанайым. Уның телмәре асыҡ, бай, ғилеме лә һоҡланырлыҡ, өлгө булып тора. Телевидениела ла үҙен ипле, тыныс тота, төплө, мәғәнәле сығыш яһай, ҡотҡоларға бирелмәй.
– Илдең баш ҡалаһында эшләп килгән “Башҡортостан йәштәре ассоциацияһы” хаҡында ни әйтерһең?
– Ассоциация ойошторған һәр сараға йөрөү мөмкинлегем юҡ, шулай ҙа был проектты бик етди һәм кәрәкле тип һанайым. Мәғрифәтселек, белемде арттырыу функциялары лайыҡлы атҡарыла унда. Республиканан килгән йәштәргә ярҙам һәм таяныс та булып тора был ойошма.
– Киләсәктә үҙеңде ниндәй өлкә белгесе итеп күҙаллайһың?
– Был хаҡта һүҙ йөрөтөргә иртәрәктер, тип уйлайым. Әлегә төп маҡсатым – имтихандарҙы уңышлы тапшырып, диплом алыу.
– Ғәрәп теле нисек бирелә, уны өйрәнеүселәргә ниндәй кәңәш еткерер инең? Сер түгел, күптәр өсөн Изге Ҡөрьән теле үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡара урман кеүек тойола.
– Һәр яҡлап та ҡулай кәңәш – телде яҡшы үҙләштерер өсөн уны яратырға кәрәк. Ғәрәп теле тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренә, ысынында иһә улай уҡ түгел. Әрме хеҙмәтендә саҡта инглиз, ғәрәп, шулай уҡ урыҫ телдәре буйынса ғилем кимәлем байтаҡ һүлпәнәйҙе. Әле ошо телдәрҙә аралашыуҙы камиллаштырыу өҫтөндә эшләйем.
– Бойоҡһоп, күңелһеҙләнеп киткәндә, ҡулыңа эш бармағаныраҡ саҡта абруйлы шәхестәрҙең тос фекер-һүҙенә мөрәжәғәт итәһеңме? Ғөмүмән, һине нимә илһамландыра, ынтылышҡа әйҙәй?
– Ғәзиз кешеләремдең – атай-әсәйемдең һүҙҙәре. Уларҙың фатихаһы миңә илһам бирә, юл ярырға ярҙам итә.
– Ниндәй китаптарҙы, кемдәрҙең ижадын үҙ итәһең?
– Әҫәрҙәре реализм менән һуғарылған, мәңгелек әһәмиәтле булған авторҙарҙың, әйтәйек, Федор Достоевский, Валентин Распутин, Эдуард Багиров, Сергей Довлатов, Владимир Набоков кеүек яҙыусыларҙың ижады оҡшай. Сит ил әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһынам, тәржемәләрен уҡыйым.
– Университетты тамамларға күп ҡалмаған, дипломлы белгес булып, оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, Интернет порталыңдың, гәзитеңдең эшмәкәрлеген нисек ойошторасаҡһың – киләһе быуынға тапшырасаҡһыңмы?..
– Был проекттарым менән хушлашырға йыйынмайым, сөнки ҡуйылған маҡсаттарға әле тулыһынса ирешелмәгән. Башлаған эште еренә еткереү фарыз, минеңсә.
– Әлеге ваҡытта илдең төрлө ҡалаларында белем алған тиҫтерҙәреңә, мәктәпте тамамлау алдында торған егет һәм ҡыҙҙарға әйтер һүҙең...
– Йәштәрҙең ата-әсәләргә, ғөмүмән, ололарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙарын теләйем. Беҙ уларға барыһы өсөн дә рәхмәт әйтергә бурыслы. Һәр осраҡта ла тәүҙә ата-әсә һүҙенә, һуңынан йөрәк тауышына ҡолаҡ һалырға кәңәш итәм.

Гөлсәсәк МОСТАЕВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә