Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милләт үҫеше – һәр беребеҙҙең үҫеше ул
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң тыуған фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һорап, ошо мәртәбәле йыйында ҡатнашҡан йәш милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт иттек.

Милләт үҫеше –  һәр беребеҙҙең үҫеше улӘлфир ИЛБӘКТИН,
“Силәбе башҡорт йәштәре союзы” рәйесе:

– Ҡоролтайҙа беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ, тәьҫораттар иһә ике яҡлы. Беренсенән, Рәсәйҙең барлыҡ субъект­тарынан тиерлек, сит илдәрҙән дә делегаттарҙы бергә йыйған, милли-ижтимағи йүнә­лештә булыуы, халҡы­быҙҙың милли йөҙөн, рухиәтен сағыл­дырыуы менән бик әһәмиәтле сара. Ойоштороу кимә­ленең юғары­лығын да билдәләү мөһим. Халыҡтың дәүләт тарафынан ҡурсаланып, таяныс тойоп йәшәүенә ҡыуандым, ғорур­лыҡ кисерҙем.
Икенсенән, мин, мәҫәлән, Ҡорол­тайҙың йәштәр секцияһында ҡат­наш­тым. Ундағыларға фекер алышыу, хәбәрләшеү, көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн ваҡыт етмәй ҡалды. Бәлки, пленар өлөштө ҡыҫҡараҡ итеп, секциялағы эшмәкәр­леккә күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк булған­дыр...
Шулай ҙа резолюцияға ярашлы ғәмәлдәр урындарҙа тормошҡа ашырылырына өмөтләнеп ҡалабыҙ. Оло һәм йәш йәмәғәт эшмәкәрҙәре ара­һында байтаҡ арауыҡ, айырма барлығын да билдәләү мөһим. Йәштәр секцияһында өлкән ағай-апайҙарҙың булмауы ла был етешһеҙлекте “ямаманы”.
Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайында ҡатнашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн шатмын – фекерҙәш­тәрем менән таныштым, яңы шәхес­тәрҙе астым. Иң мөһиме – артабан йәмәғәт эшмәкәрлеген нисек алып барыу йүнәлешен, ниндәй мәсьәләләргә баҫым яһау кәрәк­легенә төшөндөм.

Милләт үҫеше –  һәр беребеҙҙең үҫеше улЭльвира МОТАЛОВА,
Санкт-Петербург дәүләт технология
һәм дизайн университеты студенты, “Аманат”
башҡорт йәштәре ассоциацияһы вәкиле:

– Республиканан ситтә йәшә­гәнлектән, Башҡортостанға ҡай­тып, милләттәштәр менән осрашыу яңы эштәргә дәрт, илһам өҫтәй. Халҡы­быҙҙың абруйлы шә­хестәре, аҡһаҡал­дары, ағинәйҙәре һәм йәш быуындың бергә йыйылыуы бигерәк йылы күренеш.
Ҡоролтайҙа ер, ҡулайлаштырыу кеүек мөһим мәсьәләләр күтәре­леүе ҡыуандырҙы. Әйтелгән теләк­тәр, пландар тормошҡа ашһын өсөн, беҙгә, йәмәғәт эшмәкәр­ҙәренә, ең һыҙғанып артабан да эшләргә, һүлпәнерәк ойошмаларға әүҙем­ләшергә кәрәк.
Телебеҙ юғалмаһын, йәштәр үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ кисерһен өсөн беҙгә халҡыбыҙҙы ситтәр алдында ғына түгел, үҙ йәмғиә­те­беҙҙә лә танытырға, ихтирам уятырға кәрәк. Егет һәм ҡыҙҙар күп нәмәне “круто” тигән кри­те­рийҙан сығып һайлай, уларға милли мәҙәниә­тебеҙҙең, тарихы­быҙҙың, туған телебеҙҙә аралашыуҙың әһәмиә­тен, мәғәнәлелеген аң­латыу, пропа­ганда­лау зарур. Санкт-Петербург ҡала­һын­дағы башҡорт йәш­тәре, мәҫәлән, “Аманат” ассоциа­цияһына йөрөй. Ғө­мүмән, әүҙем эш алып барабыҙ – “Bashkort 2.0” проекты шулай барлыҡҡа килде.
Киләсәк – йәштәр ҡулында, тиелә. Шуға күрә беҙгә өлкәндәр менән бәйләнеште өҙмәй, берлек­тәге эште дауам итергә кәрәк.
Ҡоролтайҙан яңы көс, илһам алып, киләсәккә пландар ҡороп ҡайттым. Абруйлы ҡорға саҡы­рыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм.

Милләт үҫеше –  һәр беребеҙҙең үҫеше улФатима ЯНБАЕВА, Н. Бауман исемендәге
Мәскәү дәүләт техник университеты магистранты:

– Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, була­саҡбыҙ... Уныһына шик юҡ. Тик ниндәй булырбыҙ? “Шундай проблема бар, бын­дайын хәл итәһе ине” тип һуҡ­ранырбыҙмы, әллә яуаплылыҡты һәр бе­ребеҙ үҙ ҡулыбыҙға алып, халҡыбыҙ өсөн әһәмиәтле эштәр атҡарырбыҙмы? “Милләт мәнфәғәт­тәре яҡланмай” тип ҡысҡырыр­быҙмы, әллә милләт – ул һин һәм мин икәнен аңлап, һәр бере­беҙ үҙ өҫтөндә эшләй башлармы?
Был һорауҙарға яуап булараҡ, иң мөһим һүҙҙәр Ҡоролтайҙа яңғыраны. Меҫкенлектән, тар фекерләүҙән арынырға ваҡыт етте... Бөтә нәмә – үҙ ҡулыбыҙҙа. Яуаплылыҡты дәүләт иңенә йә башҡа кешеләр өҫтөнә һалғансы, үҙебеҙ ең һыҙғанып эш атҡарайыҡ. Милләтебеҙ дәрәжәһен үҫтерәбеҙ тиһәк, профессионалдар һәм шәхестәр булараҡ уңыш ҡаҙанайыҡ. Халыҡ үҫеше ул һәр беребеҙҙең үҫеше икәнен аңларға ваҡыттыр...
“Туған тел проблемаһы” тигән һүҙҙәр яңғыраны йәштәр секцияһында. Аптыраттылар... Эскелек – ул проблема, наркомания, эшһеҙлек, бала­һыҙлыҡ та – оло мәсьәлә, ә “тел проблемаһы” ниҙән ғибәрәт? “Туған тел мөхитен үҫтереү” тип әйтһәләр, бер хәл... Уны ла проблема тип атап булмай. Тот та яңы сара, проект йә түңәрәк уйлап сығар, килгән кеше башҡортса һөйләшһен. Сараларға йәштәрҙе күберәк йәлеп итер өсөн уларҙы ҡыҙыҡлы, заманса итергә, яҡшы кимәлдә үткәрергә кәрәк. Саралар, китаптар, тапшырыуҙар ошо сифаттарға эйә булғанда ғына, кешеләр уларға ихлас йөрөй, ҡыҙыҡһына, үҙенән-үҙе туған тел мөхите үҫә, телгә ихтыяж тыуа, кешеләрҙең туған телен, тарихын һәм мәҙәниәтен белгеһе килә. Минең Мәскәүҙәге дуҫтарым араһында әле күбеһе башҡорт телен төптән өйрәнә. Туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙары ошо сараларға, түңәрәктәргә йөрөй башлағандан һуң йә уларҙы ойоштороп үткәргәндән һуң тыуған.
Беҙ Мәскәүҙә дүрт йыл элек тәүге КВН үткәргәндә кемдер “Әйҙәгеҙ русса уйнайыҡ, бөтәһе лә башҡортса яҡшы белмәй бит” тигәйне. Беҙ, ойоштороу­сылар, шулай тип яуапланыҡ: “Русса университетта ла уйнай алаһығыҙ, беҙҙең маҡсат икенсе – туған тел мөхитен үҫтереү. Һөйләшә белмәһәгеҙ, өйрәнерһегеҙ”. Ахырҙа шулай килеп сыҡты. Һөҙөмтәлә быйылғы шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһендә туғыҙ команда көс һынашты, сәхнәлә матур әҙәби башҡорт теле йыл һайын КВН уйындарында ғына түгел, ә ай һайын үткәрелгән бөтә сараларҙа яңғырай. Йәштәр ҡыҙыҡлы һәм модалы саралар арҡаһында туған телде өйрәнә. Конкурентлыҡ заманы бит, уларҙың иғтибарын хәҙер тик сифат менән йәлеп итергә була.
Ошо йәһәттән Өфөләге Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, “Ете-медиа” проекты, “Ҡош юлы” хәрәкәте тел мөхитен үҫтереүгә үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән ҙур көс һала. Асыҡтан-асыҡ милли проблемаларға иғтибар йүнәлтмәй генә, улар сифатлы итеп үҙ эштәрен башҡара бирә, алдынғы йәштәрҙе йәлеп итә... Тел бит – аралашыу сараһы, уны ҡулланыу мөхитен үҫтерергә генә кәрәк.




“Шул уҡ ваҡытта йәш быуындың әхлаҡи сәләмәтлеге хаҡында ла хәстәрлек күреү зарур. Йәштәргә тәрбиә биреү мәсьәләләрен баҙар иҡтисады һәм ҡулланыусылар йәмғиәте ҡарамағына тапшырып ҡуйырға ярамай. Ил Президенты Указына ярашлы төҙөлгән “Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте”нең төбәк бүлексәләрен ойоштороу бурысы тора. Тәрбиәүи эште традицион рухи ҡиммәттәргә, Рәсәй тарихына һәм күп милләтле мәҙәниәтенә таянып, яңы кимәлгә күтәрергә кәрәк. Республика Хөкүмәтенә ошо эште ойоштороу буйынса аныҡ тәҡдимдәр индереү бурысын йөкмәтәм”.

Башҡортостан Республикаһы
Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды
Башҡортостанда ағасты йәшен атып сәрпәкләгән
Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән

Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән 13.05.2026 // Йәмғиәт

Бөрйән районынан күп балалы әсә Эльвира Фәхрийәнованың һоҡланғыс ғаиләһе хаҡында бәйән итмәксебеҙ....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа +28° тиклем йылына
Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт  индерелде

Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт индерелде 12.05.2026 // Йәмғиәт

Дәреслектең электрон версияһын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан күсереп алырға мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте 12.05.2026 // Йәмғиәт

Быға пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе сәбәпсе....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә 12.05.2026 // Йәмғиәт

Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә