Махсус биттең бөгөнгө сығарылышын, йәш ғаиләләрҙең үтенестәрен, һорауҙарын иҫәпкә алып, әсәлек капиталына сертификаттарҙы файҙаланыу мәсьәләләренә арнарға булдыҡ. “Балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауының өҫтәмә саралары тураһында”ғы Федераль закондың республикала нисек үтәлеүен белеү маҡсатында Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат ХАНТИМЕРОВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Фоат Ғәләүетдин улы, бына алтынсы йыл инде илебеҙҙә бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өҫтәмә саралар һәм гарантиялар вәғәҙә иткән закон буйынса йәшәй. Был республикабыҙҙағы ғаиләләр тормошонда ниндәй сағылыш тапты, әсәлек капиталы күпме кешене фатирлы, йортло итте?
— Закон хаҡында һүҙ алып барғас, тәүҙә уға асыҡлыҡ индереп китәйек. 2006 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән мөһим документта граждандарҙың 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуыуына бәйле дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларына хоҡуҡтары тураһында һөйләмәксебеҙ бөгөн. Рәсәй етәкселеге илдәге демографик көрсөктән сығыу юлдарын эҙләгәндә, ғаиләлә икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалар тыуымын дәртләндереүҙе күҙ уңында тотто һәм һис тә яңылышманы. Бөгөн ҙур ышаныс менән уйланылған аҙымдар һөҙөмтәле булды тип әйтә алабыҙ.
Сертификат биреү йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, 2007 йылда 16 700-ҙө тапшырһаҡ, 2011 йылда 26 280 ғаилә сертификатлы булды. Закон ҡабул ителгәндән алып республиканың 123 мең кешеһе әсәлек (ғаилә) капиталына сертификат алып ҡыуанды. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә лидерҙар рәтендә, бары Мәскәүҙән генә ҡалыша.
Әлеге көндә 30 мең кеше әсәлек капиталын 10 миллиард һумдан ашыу торлаҡ кредитын һәм заемын ҡаплатыуға тотондо. Ә 13 мең ғаилә балаһына өс йәш тулғандан һуң 3,7 миллиард һум аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтте. Шулай итеп, республикала йәшәүсе 43 мең ғаилә, закон биргән хоҡуҡтарҙан файҙаланып, торлаҡ шарттарын, тормош сифатын яҡшыртыуға өлгәште.
— Әгәр ҙә ғаилә әсәлек капиталына сертификатты 2007 йылда алып, әммә уны быйыл ғына файҙаланырға ҡарар иткән икән, аҡса суммаһы күпме булырға тейеш? Сертификат тапшырылған йылда билдәләнгән (250 мең һум) йә иһә быйылғы 387 640,3 һум күләмендәме?
— Йыл һайын әсәлек капиталы күләме инфляция үҫешенә ярашлы үҙгәреш кисерә. Әгәр ғаилә аҡсаны бығаса файҙаланмаған икән, уны быйыл да тотонорға хаҡлы. Ҡасан бирелеүенә ҡарамаҫтан, һеҙ телгә алған ғаилә быйыл 387 640,3 һумлыҡ капиталға эйә.
— Тормош бик ҡатмарлы, ниндәй генә сетерекле ваҡиғалар, көтөлмәгән хәлдәр тыумай! Гәзит уҡыусыбыҙҙан шундай йөкмәткеле хат килде: “Тәүге балабыҙға 21 йәш тулды. Яңыраҡ ғаиләбеҙҙе игеҙәк сабыйҙарыбыҙ тулыландырҙы. Беҙҙең сертификат алыуға хоҡуғыбыҙ бармы? Булһа, әсәлек капиталы ике тапҡырға арттырыласаҡмы?” Балаларҙың йәше буйынса ниндәй сикләүҙәр бар?
— Әсәлек капиталына хоҡуҡ 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) барлыҡҡа килә. Унан бары бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Икенсе һәм артабанғы балаһын тапҡан ҡатындың сертификат алыуына тәүге балаһының нисә йәштә булыуы һис ҡамасауламай. Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ.
Игеҙәктәр донъяға килгән осраҡта әсәлек капиталы күләме арттырылмай, сөнки был ярҙам сараһынан бер тапҡыр ғына файҙаланып була.
— Әсәлек капиталын ҡулланыусылар (потребительский) кредитын ҡаплау өсөн файҙалана аламы?
— Был ярҙам сараһын торлаҡ төҙөү йәки фатир һатып алыуға йүнәлтелгән кредит һәм заемдарҙы ҡаплатыуға ғына тотонорға була.
— Әгәр ғаилә фатирына ремонт яһатырға, автомобиль йәки көнкүреш техникаһы һатып алырға теләһә, был аҡсаға өмөт итергә мөмкинме?
— Юҡ. Закон буйынса әсәлек капиталын торлаҡты үҙгәртеп ҡороуға, төҙөүгә, һатып алыуға ғына тотона алаһығыҙ. Торлаҡты үҙгәртеп ҡороу, реконструкциялау төшөнсәһенә лә талаптар бар. Эш һөҙөмтәһендә йорттоң дөйөм майҙаны торлаҡ ҡануниәтендә ҡаралған иҫәп нормаһынан кәм булмаҫҡа тейеш. Законда әсәлек капиталын автомобиль йәки башҡа төр техника алыуға файҙаланыу ҡаралмаған.
— Фоат Ғәләүетдин улы, яҡты донъяға килеп, бер аҙна ғына йәшәп өлгөргән сабыйының вафат булыу фажиғәһен кисергән ғаилә сертификатҡа дәғүә итә аламы? Белеүебеҙсә, 2007—2009 йылдарҙа бындай ғаиләләр әсәлек капиталынан файҙаланманы.
— 2010 йылға тиклем ғүмерҙәренең тәүге аҙнаһында вафат булған сабыйҙарға тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылманы, бары 26-сы формалағы белешмә генә бирелде. Шуға күрә ғаилә Пенсия фондына мөрәжәғәт итә алманы, сөнки закон буйынса сертификат юллау өсөн мотлаҡ тапшырылырға тейешле документтар араһында тыуыу тураһында таныҡлыҡ та булырға тейеш. 2010 йылда гражданлыҡ хәле акттары тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелгәс, бер-ике аҙналыҡ ҡына булып үлгән сабыйҙарға ла тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреү бурысы ҡуйылды. Был ғаиләгә сертификат алыу өсөн тейешле документтарҙы тупларға мөмкинлек бирә.
— Пенсия фонды аҡсаны күпме ваҡытта күсерә? Оҙаҡ көтөргәме?
— Былтырҙан алып әсәлек капиталы аҡсаһын күсереү срогы ҡыҫҡартылды. Элек уның килгәнен ярты йылға ҡәҙәр көтөргә тура килһә, хәҙер ғариза биргәндән һуң ике ай эсендә күсерелә.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуым шатлығы менән үлем ҡайғыһы ла йәнәш йөрөй... Әгәр ҙә сертификат хужаһы вафат булып ҡалһа, аҡсанан кем файҙаланасаҡ?
— Әгәр ҙә әсә кеше вафат булһа, сертификаттан файҙаланыу хоҡуғы балаларҙың атаһына күсә. Ғаиләлә атай ҙа булмаған осраҡта әсәлек капиталы тигеҙ өлөштәрҙә балаларға бүленә.
— Ғаиләләргә тәғәйенләнгән дәүләт ярҙамына ҡул һуҙырға ынтылыусылар ҙа юҡ түгел. Күп кенә фирмаларҙың әсәлек капиталын ҡулаҡсаға әйләндереү тураһында вәғәҙәһен иғландарҙан уҡып беләбеҙ. Законлымы был эш?
— Законға ярашлы, аҡса бөтә осраҡта ла Пенсия фонды тарафынан килешеүҙә күрһәтелгән ойошма йәки торлаҡ һатыусының банктағы иҫәбенә ҡулаҡсаһыҙ күсерелә.
Әсәлек капиталын ҡулаҡсаға әйләндереүҙең бөтөн төр схемалары ла законды боҙоуға килтерә. Үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итеүсе фирмалар ҙа, ҡулына “тере” аҡса төшөрөргә теләүсе сертификат эйәләре лә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән тәртип һәм положениеларҙы тупаҫ боҙа тигән һүҙ.
— Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр күпме?
— Әсәләр беҙгә ғаризалар менән мөрәжәғәт иткәндә, уларҙан анкета һорауҙарына яуаптар ҙа алабыҙ. Шунан сығып, республикалағы хәлде асыҡ төҫмөрләргә мөмкин: ғаиләләрҙең 93 проценты торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләй; 6 проценты балаларына белем биреүҙе күҙ уңында тота, әсәләрҙең 1 проценты уны хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереүҙе хуп күрә. Әсәлек капиталын өлөшләтә файҙаланырға теләүселәр ҙә бар.
— Яңы ғына редакцияға килгән хатты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ әле. “Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ике кредит алғайныҡ. Дәүләт ярҙамын уларҙың икеһен дә бер юлы ҡаплатыуға тотонорға мөмкинме?” — тип һорай йәштәр. Нисек яуап бирер инегеҙ?
— Бер ниндәй сикләү ҙә юҡ. Закон тарафынан әсәлек капиталын сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн өлөшләтә тотоноу ҙа ҡаралған.
— Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорау: үҙ йортоңдо һалыу өсөн сертификаттан нисек файҙаланырға?
— Эште өй һалыуға рөхсәт алыуҙан башлағыҙ, ер участкаһы ир йә ҡатындың милкендә булырға тейеш. Өҫтәүенә нотариусҡа барып, төҙөлөп бөткәндән һуң йорттоң балалар, әсәй һәм атай милке итеп теркәләсәге тураһында йөкләмәне раҫлатыу мотлаҡ. Ер участкаһының үҙ милкендә булыуы тураһында таныҡлыҡ менән урындағы үҙидаралыҡ органына мөрәжәғәт итергә, йорт төҙөүгә рөхсәт алырға кәрәк. Балаға өс йәш тулғас, йәшәгән урынығыҙҙағы Пенсия фонды идаралығына ғариза яҙығыҙ. Иң тәүҙә банктағы иҫәбегеҙгә һеҙгә тейешле аҡсаның ҡап яртыһын күсерерҙәр. Ҡалған өлөшөн алты ай үткәндән һуң тотонорға була. Бының өсөн төҙөлөштәге төп эштәрҙе раҫлаған акт кәрәк буласаҡ. (Мәҫәлән, йорттоң нигеҙе йәки стеналары һалынғанына).
— Бер таныштарымдың ғаиләһендә ике бала үҫә. Бәләкәстәренә өс йәш тулды, ә өлкәне юғары уҡыу йортонда коммерция нигеҙендә белем ала. Әсәлек капиталын студент улын уҡытыуға тотона аламы был ғаилә?
— Һис һүҙһеҙ, дәүләт ярҙамын ғаиләләге һәр баланы уҡытыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Икенсе бала әсәлек капиталын алыуға хоҡуҡ бирһә лә, был аҡсаны бары уға ғына тотонорға кәрәклекте аңлатмай. Иң мөһим шарт: уҡыу йорто белем биреү учреждениеһы статусына һәм ярашлы лицензияға эйә булырға тейеш. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингән ваҡытта баланың йәше 25-тән уҙмауын да иҫәпкә алығыҙ.
Дәүләт ярҙамын балаларын уҡытыуға йүнәлтергә теләүселәрҙән 650 ғариза алдыҡ, 556-һы ҡәнәғәтләндерелде һәм сертификат эйәләренә 23,2 миллион һум күләмендә аҡса күсерелде.
— Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән студент уҡыуын ташлаһа, ата-әсә ғаризалағы ниәтенән баш тарта аламы?
— Был осраҡта Пенсия фонды идаралығына аҡсаны күсермәүҙе һорап һәм сәбәбен аңлатып ғариза яҙыу талап ителә. Ғаризаға студенттың белем алыу учреждениеһында уҡыуҙан сығарылыуы тураһында документ та беркетелә.
— Тағы ла бер һорау: әсәлек капиталын шәхси балалар баҡсаһына, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереү курстарына, түңәрәктәргә, спорт секцияларына һәм башҡа өҫтәмә белем алыуға түләүҙәргә тотоноу мөмкинме?
— Законда ғаилә капиталын Рәсәй Федерацияһындағы теләгән бер уҡыу учреждениеһында белем алыуға түләү ҙә ҡаралған. Төп шарт — һайлап алынған учреждениеның белем биреү хеҙмәттәренә ярашлы рөхсәте һәм лицензияһы, дәүләткә ҡарамаған мәғариф учреждениеһының дәүләт аккредитацияһы тураһында таныҡлығы (мәктәпкәсә йәштәге белем биреү һәм балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларына ҡағылмай) һәм эшмәкәрлектәрен тормошҡа ашырыу хоҡуғына лицензияһы булыуы мотлаҡ.
— Йәштәрҙең әле үк ҡартлығын хәстәрләп, әсәлек капиталын буласаҡ пенсияларының тупланма өлөшөнә күсереүен хупларға ғына кәрәктер. Пенсияның тупланма өлөшөнән аҡсаны алып булмауын яҡшы беләбеҙ. Был хәл әсәлек капиталына ла ҡағыламы?
— Юҡ, ҡағылмай. Әгәр ҙә һеҙ тәүҙә дәүләт ярҙамын пенсияғыҙҙың тупланма өлөшөнә күсерергә ниәтләп, аҙаҡ уйығыҙҙан кире ҡайтҡанһығыҙ икән, хатағыҙҙы төҙәтергә тулы хоҡуғығыҙ, мөмкинлегегеҙ бар. Аҡсаны ниндәй маҡсатҡа йүнәлтеүҙең отошло булыуын асыҡлағыҙ, әммә һеҙ быны пенсия тәғәйенләнгәнсе эшләп өлгөрөргә тейешһегеҙ.
— Гәзит уҡыусылар исеменән төплө яуаптарығыҙ һәм аңлатмаларығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Динә Арыҫланова