Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эсвит юҡ, кино булмай...”
“Эсвит юҡ,  кино булмай...” Быйыл декабрь башында Өфөлә “Көмөш Аҡбуҙат” II халыҡ-ара милли һәм этник кино фес­тивале уҙғарыласағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тимәк, баш ҡалабыҙ ошо көндәрҙә кино сәнғәте үҙәгенә әйләнәсәк. Ғәжәп: беҙҙең тормошҡа бер быуат самаһы элек килеп ингән кино һаман да үҙенең әһәмиәтен юғалтмай, кешенең хис-тойғоһон һәм зиһенен биләүҙән туҡтамай... Ни сәбәпле ул күңелгә шундай йоғонто яһай? Күпселек халыҡ китап уҡыуҙан ситләшһә лә, ни өсөн нәфис фильмдарҙан айырыла алмай? Кино беҙгә нимә бирә һәм нимәнән мәхрүм итә? Әйҙәгеҙ, бөгөн шул хаҡта һөйләшәйек.

Рәхмәт һиңә, Сөләймән ағай!

Бала саҡ хәтирәләренең иң сағыу мәлдәренең береһе – ауыл клубында кино ҡарау. Нисек көтөп ала инек беҙ уны...
Киномеханик Сөләймән ағайҙың Оло урамдағы ҙур бер келәт стенаһында афиша элеп ҡуя торған урыны бар ине. Афиша тигәс тә, фильмдың исеме ябай ғына буяу менән яҙылған йоҡа фанера таҡта инде ул. Ағайыбыҙ уны үҙе яҙа, райондан кинотаҫмалар һалынған тимер әрйәләрҙе лә ат егеп алып ҡайта, клуб ишеге янында билет һата, кино күрһәтеп бөткәс, йыйылған аҡса менән таҫмаларҙы тағы район үҙәгенә алып китә, сөнки башҡа ауылдарҙа ла көтәләр.
Ҡайһы саҡта уға ҡатыны менән өлкән кластарҙа уҡыған ҡыҙы ла ярҙам итә ине. Уларға, әлбиттә, бының өсөн аҡса түләнмәй. Ләкин бер эш хаҡына – Сөләймән ағай алған окладҡа ла улар бик ҡәнәғәт булғандыр тип уйлайым, сөнки башҡаларға колхозда хеҙмәткә аҡсалата түләнмәй бит. Шулай ҙа, уңыш көтөлгәнсә алынһа, йыл аҙағында атай-әсәйгә колхоз әҙ генә булһа ла “годовой” түләй, өләсәйгә ай һайын 12 һум пенсия бирәләр, балалар пособиеһы килгән мәл дә була, мал һимертеп һатҡас, кейем-һалым алыуҙан һуң ҡайһы саҡ тиндәр артып ҡала... Ҡыҫҡаһы, әсәйҙән һирәкләп булһа ла кино ҡарау өсөн 5 тин һорап алыу бәхете тейә. Уны усҡа йомоп, тиҙерәк Сөләймән ағайға илтеп бирергә ашығабыҙ...
Йор һүҙле, күпте белгән, кешегә “төрттөрөргә” яратҡан ағай ине ул. Кино күңелһеҙерәк (йәғни етдиерәк) йөкмәткеле булһа, ағайыбыҙ афишаға “16 йәшкә саҡлы” тип яҙып ҡуя. Ул көн кино ҡарарға килеүселәр бермә-бер арта. Икенсе тапҡыр ундай яҙыуға бик ышанмаҫ та инең, ә был юлы ысын булып ҡуйһа?! Шулай ҙа уның иң ҡурҡытҡан һүҙе: “Эсвит юҡ, кино булмай!” Ауыл ерендә электр сымдарының көслө елдә өҙөлгән мәле лә, трансформаторҙың янып сыҡҡан осрағы ла йыш ине бит.
Бер заман кино барған ваҡытта резинка менән атышыу ғәҙәткә инеп китте: уны ике бармаҡҡа бәйләп, ҡағыҙҙан сәйнәп йомарланған “пуля”ны һалып тарттыраһың да кисә һиңә аяҡ салырға маташҡан малайға тоҫҡайһың... Ҡараңғыла был хәүефтең ҡайһы яҡтан осоп килгәнен ул ҡайҙан аңғарып өлгөрһөн? Һәр береһенең ҡулында резинка бит. Малайҙарҙың да, ҡыҙҙарҙың да. Ә экранда немец фашистары һөжүмгә күсә башлаһа, был ҡағыҙ йәҙрәләрҙең ҡайҙа табан ябырылғанын үҙегеҙ самалағыҙ... Ахырҙа Сөләймән ағай түҙмәй, ҡулына эләккән берәй малайҙы ҡолағынан тотоп сығарып ебәрә. Шуныһы ҡыҙыҡ: уның ҡулына был атышта бөтөнләй ҡатнашмаған малай эләгә...
Киномеханик ағайыбыҙҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә ике-өс тиҫтә йыллап барҙыр инде. Ауылдарҙа кино күрһәтеүҙең генә түгел, клубтарҙың да юҡҡа сығасағын ул, бәхеткә күрә, белмәй китте. Шулай ҙа бала саҡтың бәхетле мәлдәре – донъябыҙҙы онотоп кино ҡараған минуттар өсөн рәхмәт һиңә, Сөләймән ағай! Хәҙерге Интернет та, күп каналлы телевизор ҙа ни өсөндөр шундай минуттар бүләк итергә һәләтһеҙ...

Кеше тойғоһоҙ йәшәй алмай

Ни өсөн кино ҡарау кешене ялҡытмай? Яуап бер: әҙәм балаһы тойғоларға мохтаж. Йөкмәткеһе ҡыҙыҡһындыра алырлыҡ фильмды ҡарағанда беҙ уның геройҙары менән бергә шатланабыҙ йәки ҡайғырабыҙ, уйланабыҙ йәки нәфрәт кисерәбеҙ... Был ҡыҙыҡ та, фәһемле лә, тәрбиәүи әһәмиәте лә бар. Патриотик рухлы кинофильмдар, мәҫәлән, совет йәштәрен илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән. Элек һәр кинотеатрҙа һәм клубта тиерлек Владимир Лениндың “Беҙҙең өсөн сәнғәттең иң мөһим төрө – кино” тигән һүҙҙәре сәхнә өҫтөндә лозунг булып тора торғайны. Большевистик пропаганда оҫтаһы юҡҡа ғына әйтмәгән уны.
Ә ни өсөн беҙ кино тураһында һөйләгәндә мотлаҡ элекке совет фильмдарын хәтергә төшөрәбеҙ, уларҙың тетрәндергес йөкмәткеләре генә түгел, геройҙарының ҡайһы бер әйткән һүҙҙәре лә иҫтә? “Совет киноһы” тигән атама барлыҡ донъяға билдәле, ә бына “Рәсәй киноһы” тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ”, – тигәйне бер режиссер, әсенеп. Телевизорҙан ҡараған хәҙерге мелодраманың нимә тураһында булғанын ике-өс көн үтеүгә хәтергә төшөрөп ҡарағыҙ әле... Күрәһең, был – хәҙерге йәмғиәттең рухи торошон, уның ниндәй маҡсаттар менән йәшәүен асыҡ дәлилләгән миҫалдарҙың береһе. Маҡсат тигәндәй, уға әлеге осраҡта режиссерҙар һәм прокатсылар ғына өлгәшә: мелодраманы әленән-әле туҡтатып торған реклама минуттары өсөн улар аҡсаны ҡайырып ала. Ә тамашасының нимә уйлауы ла, нимә кисереүе лә мөһим түгел...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған 14.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Финист» поезы 6,5 мең пассажир ташыған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡалаһында «Мәк-2026» махсус операцияһы бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды 14.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүге икмәк музейы асылды...

Тотош уҡырға 1

Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды
Башҡортостанда ағасты йәшен атып сәрпәкләгән
Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән

Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән 13.05.2026 // Йәмғиәт

Бөрйән районынан күп балалы әсә Эльвира Фәхрийәнованың һоҡланғыс ғаиләһе хаҡында бәйән итмәксебеҙ....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа +28° тиклем йылына
Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт  индерелде

Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт индерелде 12.05.2026 // Йәмғиәт

Дәреслектең электрон версияһын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан күсереп алырға мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте 12.05.2026 // Йәмғиәт

Быға пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе сәбәпсе....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә 12.05.2026 // Йәмғиәт

Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә