Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Вики-осрашыуға килегеҙ!
5 декабрҙә Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында «BashCon-2015» виртуаль конференцияһы уңайынан “Башҡортостан викимедиясылары” ирекмәндәр төркөмөн донъя кимәлендә рәсми таныуға арналған вики-осрашыу ойошторола. Уның эшендә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Әгәр вики-осрашыуҙа ҡатнашырға теләп тә, баш ҡалаға килергә мөмкинлегегеҙ юҡ икән, борсолмағыҙ – сараға онлайн-трансляция (скайп адресы: nikolai_tedikov) аша Ер шарының төрлө мөйөштәренән ҡушылырға мөмкин.

Вики-осрашыуҙа әлеге ваҡытта теркәлеү үтеп, Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр яҙыусылар ғына түгел, бөгөн саҡ был хәрәкәт тураһында ишетеп, бөтөн донъяла популяр булған Интернет-энциклопедияны үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр ҙә ҡатнаша ала.
Сарала ирекмәндәр Башҡорт Википедияһының 10 йыллыҡ юбилейы айҡанлы башҡарылған эштәр, шул иҫәптән “Вики-һабантуй-2015”, “Башҡорт Википедияһына – 10 йыл”, “Социаль эшҡыуарлыҡ”, “Азия айлығы” вики-конкурстары тураһында бәйән итәсәк, Эстонияла уҙған Үҙәк һәм Көнсығыш Европа википедиясылары осрашыуынан тәьҫораттары менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ киләсәккә пландарын асып һаласаҡ.
Осрашыуҙың төп ваҡиғаһы — Википедияла булған мәҡәләләрҙе төҙәтеү һәм яңы мәҡәләләр яҙыу буйынса уҙғарыласаҡ оҫталыҡ дәрестәре. Уларҙы Израилдән Әмир Аһарони алып барасаҡ.
Сара 5 декабрҙә Генерал Горбатов урамы, 3/1 адресы буйынса урынлашҡан 36-сы модель китапхана бинаһында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Рәхим итегеҙ!



Автор: З. ӘЙЛЕ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


  1. Sfgr st
    Sfgr st от 04.12.2015, 11:23
    Бик шэп. Ниhэйэт эш кузгалды.

Комментарий өҫтәргә