Бәхетме? Уға ынтылмаған, бәхет ҡошоноң ҡанатына тағылырға яҫҡынмаған кеше буламы икән? Был төшөнсә нимәнән ғибәрәт һуң? Ни өсөн кемдәрҙер бәхетте бер нәмә лә эшләмәй генә “алма беш — ауыҙыма төш” тигән мәғәнәлә аңлай? Бәхетле кешеләр генә ысын һәм ҡабатланмаҫ мөхәббәткә дусар була, бәхетле кешеләр генә тиктомалдан уңыштарға тарый, бәхетле кешеләр генә ауырымай, тик улар ғына ҡаршылыҡтарһыҙ прогресҡа өлгәшә, тип уйлаусылар күп. Мин, нимә генә эшләп ҡарамайым, ниндәй генә физик һәм рухи көс менән тырышмайым, уңыш минән ҡаса, бәхет йөҙөн бора, тип төшөнкөлөккә, шул сәбәптән эскелеккә бирелгәндәр һәм хатта үҙ-үҙенә ҡул һалғандар ҙа етерлек. Бәхет... Ул кеше яҙмышындағы, мөхәббәттән ҡала, әлбиттә, иң ҙур һәм һирәк бойомға аша торған төшөнсәлер, моғайын. Мөхәббәт, аңлашыла, берәүҙе лә урап үтмәй. Уның бәхетле, бәхетһеҙ булыуы ихтимал. Әммә Хоҙай Тәғәләнең ергә килтергән бер генә кешеһен дә мөхәббәт тигән бүләктән мәхрүм иткәне юҡ. Нимә һуң ул бәхет? Реинкарнацияға ышаныусылар, бәхетте кешенең үҙенең ергә яңынан килерҙән алдағы ғүмер итеү формаһы һәм уның нәҫеленең Бар ҡылыусы алдындағы хеҙмәте өсөн бүләк ителгән яҙмышы, тип баһалай. Мин кеше йәненең Хоҙай Тәғәлә тарафынан йыһан эволюцияһы ҡатнашсыһы ителеүенә ышанам, йәндең милләттең, ырыуҙың конкрет яҙмышына ҡатнашсы, йоғонто яһау бурысын да аңлайым һәм ҡабул итәм, сөнки кеше үҙе ерҙән үткәс тә балаларының тамырында, аҙаҡ уларҙың балаларына күсеп йәшәүен дауам итәсәк ҡан бүләк итә, һәм ундағы юйылмай торған генетик һәм тарихи хәтерҙең сифаттары мине тетрәндерерлек халәттә һоҡландыра. Кеше йәне камиллыҡҡа ынтылыш юлында мәңгелектең ҡоролошона, ерҙә үткән һынауҙар һәм тәжрибә аша артабан да хеҙмәт итергә бурысландырыла, күрәһең. Эйе, реинкарнация принциптарына күрә, кешенең вафатынан һуң күккә осҡан, мәңгелек икәне бөтә дини тәғлимәттәр аша иҫбатланған даирәгә олғашҡан йәндең йыһан базаһында урын алып йышылыуға дусар ителеүен һәм тормош эволюцияһында ниндәйҙер сифатта артабан ҡатнашлыҡ итеүен ҡара аңым менән ҡабул итергә әҙермен. Сөнки донъяуи, дини һәм ғилми парадигмаларҙы интуитив кимәлдә генә ҡабул иткән сүрәттә лә был теория һәм уның логикаһы миңә аңлайышлы.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Христиан дине йәнде ҡотҡарыу менән мәшғүл. Христиан динле кеше гонаһ ҡылһа, сиркәү руханийы алдында асылып (исповедь) тәүбәгә килергә тейеш, ә рухани уның гонаһтарын ярлыҡау хоҡуғына эйә һәм теге гонаһлы һәм тәүбәгә килгән кешене... ярлыҡай. Ә Ислам динендә гонаһтарҙан аралаусы юҡ, гонаһ ҡылмаҫҡа ҡушыла. Гонаһлының урыны – тамуҡ, гонаһһыҙҙыҡы – ожмах. Ә унда... ожмахта... йәннәт баҡсалары, хур ҡыҙҙары... Бында, ер өҫтөндә, ҡыҙҙар ҡарата алмауың ҡурҡыныс түгел... Тегендә – хөрриәт. Бында имандан ғына айырылма... Гонаһҡа ҡарата бындай ҡаты талап, минеңсә, урынлы. Тик шуныһы ғына аптырата: бына нисә мең йыл христиандар Тәүратты, мосолмандар Ҡөрьән Кәримде уҡый һәм Бар ҡылыусының илаһи бөйөклөгөнән тетрәнеп илай. Тик... дин талаптарынса йәшәп, бәхеткә өлгәшергә теләмәй. Дини ҡанундарҙың камиллығына ышанмай, үҙ ҡағиҙәләре аша бәхет яуларға тырыша. Бының нилектән булыуы миңә ҡараңғы һәм аңлашылмай...
Бәхет...
Уның критерийҙары нимәлә һуң?
Ни өсөн кешеләр бәхет, бәхет, бәхет тип хыяллана? Хыяллана, тинемме?
Эйе шул... Ә хыял үҙе нимә һуң? Дөрөҫ, алдыңа сығыры йә ихтимал, йә һис мөмкин булмаған алыҫтағы өмөт түгелме ни? Ә өмөт ниндәй булмаҫ? Өмөтләнәһең, ә хыял ысынбарлыҡҡа әйләнмәй ҙә әйләнмәй. Эйе, уға барып еткән осраҡтар була ул. Ундай бәхет бөтә кешегә лә тәтейме? Күршегә тәтеүе бар, һинең үҙеңә... Тәтемәүе лә бар ҙа баһа! Лотерея билетына бөтә кеше лә машина ота алмай бит. Тимәк...
Тимәк, бәхет – ожмах кеүек үк, шартлы төшөнсә. Шартлы. Уға аҡса түләп өлгәшеп булмай. Минең уйымса, ул кешенең күңел торошона, инаныстарына бәйле. Бигерәк тә бәхет тигән хыялдың аныҡ параметрҙарын белмәһәң, әгәр бәхет, һинең аңлауыңса, түшәмгә төкөрөп ятҡан килеш тә бай булыу икән, уны ҡулыңа төшөрөр өсөн аяғүрә баҫырға, эшкә егелергә, эшләгең килмәһә, кешене рәнйетеү, хаҡына инеү иҫәбенә үҙең өсөн хыялыңдағы бәхеткә барып етергә мөмкин. Ул һеҙгә кәрәкме? Кәрәкһә – рәхим итегеҙ.
Бәхеттең төп нигеҙе – намыҫ. Намыҫығыҙ ҡушһа ни... йәки ныҡ теләһә... эйәрегеҙ...
Кем өсөндөр бәхет – уртаҡ мөхәббәт. Мөхәббәт – хыял да, бәхет тә түгел ул. Мөхәббәт — Аллаһ ҡөҙрәте. Уны фетишҡа әйләндереү – хайуани уйһыҙлыҡ. Кеше ергә ҡосаҡлашып, үбешеп йәшәр өсөн тыуҙырылмай. Мөхәббәт ләззәт кенә түгел. Аллаһтың йыһани бурысы беҙҙең, ер мәхлүктәренең, проблемаларынан күпкә, күпкә, күпкә глобалерәк!
Бер осор, кемлегемде аңларға тырышҡанда, үҙем ғүмер иткән әҙәби даирә тарафынан ҡабул ителеп бөтмәүемдән йонсоған һәм төшөнкөлөккә бирелеп китеүемдән, даирә ҡағиҙәләренең минекенә тап килмәүе сәбәптәрен эҙләп тә таба алмай яфаланған саҡта, мин “бәхет” тигән төшөнсәгә барып төкәлгәйнем. Үҙемде йәлләүҙәнме, яҡларға, уңышһыҙлыҡтарымды аҡларға тырышыуҙанмы, яҙмышымдағы бөтә фажиғәләрҙе бәхетһеҙлегемдән күрә башланым. Нишләп һуң, тип уйланым мин, әйтәйек, исем-дәрәжәле ҡайһы бер ир-ат, үҙе эскесе, бисәһе бешергәнде ашай, ул йыуған кейемен кейеп әллә кем булып йөрөй, икмәктең ни хаҡ тороуына битараф, ә миңә керҙе лә, иҙәнде лә үҙемә йыуырға тура килә, киләһе эш хаҡына тиклем аҡсаны нисек еткереү хаҡында ла баш ватам, мал табыу ҙа минең өҫтә, унан ары теге дәрәжәле кешеләрҙең эшмәкәрлегенән түбәнерәк булмаған әҙәби продукция етештерергә лә бурыслымын, шул бурыстарҙы һаулыҡ, эмоциялар иҫәбенә башҡара торһам да... тормоштан ҡәнәғәтлек, бәхет тойғоһо алыҫлаша ла алыҫлаша? Ни өсөн бәхет ҡошоноң ҡанаттарын хеҙмәт, инанғанлыҡ, фиҙакәрлек, хатта дәрәжәлеләрҙән кәм булмаған сифаттар менән дә эләктереп булмай?!
Кешенең бәхетен уның регалиялар, матди етешлек эсендә йәшәү даирәһе үлсәмдәре менән үлсәү — мәғәнәһеҙлек. Мин быны ваҡыттар үткәс кенә аңланым. Үҙем етешһеҙлектә йәшәгәс, өҫтөнлөк тип һанаған муллыҡта ғүмер итеүселәр бәхетлелер, тип уйлай торғайным. Байҙар ҙа илай икән дә... Анау урлап йыйған булһа ла аҡсалы, етешлектә йәшәгән Борис Березовский тигән миллионерға ниңә тормоштан ваз кисергә ине? Күңел бөтөнлөгөн юғалтҡандыр ул, китеп барған юлы сиккә алып барып терәткәндер. Ә бына беҙҙең Искәндәр Мәскәүҙә иҡтисад бүлегендә уҡып йөрөй. Әсәһе — ярайһы етди дәүләт хеҙмәтендә. Бәхет түгелме ни?!
Элек мин, ғүмер юлымда яҡшы кешеләр осрау сәбәпле, бәхетле инем. Әммә, ғүмерҙәр үтеп, яҙмышымда үҙ көсөмә генә һалышып донъя ҡороу һәм тормошто ойоштороу ваҡыты еткәс, эске халәтемдең ярайһы шыйыҡлығын, тормошҡа яраҡһыҙ икәнемде оҙаҡ аңлай алмай ыҙалана торғас, ҡартайған көнөмдә бер-бер артлы ябырылған ҡыйралыштарҙы анализлауҙан килгән һығымталарҙан аңланым: үтә бәхетһеҙ үк түгелмен. Сөнки кеше өлөшөнә инмәнем, хәләл булмаған ҡаҙылыҡ һоғонманым, берәүгә лә үҙ мәнфәғәтем хаҡына аяҡ салманым, берәүҙең дә башын ашаманым, бер бисәнең дә иренә дәғүә итмәнем. Ур-ра! Мин — б ә х е т л е!
Ә асылда... Бәхетле кешеләр шиғыр яҙмай. Бәхеттәренән ләззәт кисереп ғүмер итә түгелме?
Ә, бәлки, ғүмеремдең ҡаршылыҡтар һәм юғалтыуҙарҙан тороуы — яҙмыштыр?
Яҙмыш... Был һүҙҙең тамыры юҡҡа ғына яҙыу һүҙенә бәйле түгелдер. Ә тормошта килеп тыуған көтөлмәгәнлектәр ҙә яҙмышмы икән? Ундай көтөлмәгәнлектең логикаһы барҙыр бит?
Юғары белемде педагогия институтында алдым. Был уҡыу йортоноң филология факультетында мин уҡыған осорҙа педагогика, психология фәндәре ярайһы төплө, ә философия, эстетика менән этика ярҙамсыл фәндәр кеүек уҡытылды. Ҡыҙыҡһыныусан хәсиәтле булыуым сәбәпле, китапхананан “Логика” тигән китапты алып, уны үҙаллы үҙләштереп маташтым. Китаптың тәүге бүлегендә үк “Логика и случайность” тигән төшөнсәләргә бирелгән аңлатма хәтеремдә ҡалған. Кеше яҙмышындағы хәрәкәттең, ҡылыҡтарҙың логикаһы һәм мотивацияһы булған кеүек, кешене көтөлмәгәнлек (случайность) осраҡтары ла һағалауы ихтимал икән. Был һин дә мин урамдан китеп барған кешенең башына ҡапыл боҙбармаҡ ҡубып төшөп, уның тиктомалдан һәләк булыуы менән аңлатылғайны.
Һуңғы осор ғалимдары бындай хәлде көтөлмәгәнлек (случайность) тип аңлауҙы инҡар итә. Билдәле булыуынса, Ньютон да тормошто детерминизм, йәғни объектив закондар менән ваҡиғалар тыуҙырған шарттарҙың берҙәмлеге, ул берҙәмлектең Хоҙай ихтыярында булыуы менән аңлата.
Минең уйлауымса, кеше, шулай ҙа, яҙмышына йоғонто яһарға һәләтле. Дөрөҫөрәге, бындай һәләт айырым кешеләргә хас. Яҙмыштың ғилми тел бифукация тип атаған нөктәгә, йәғни һайланыу талап иткән сатҡа барып терәлгән саҡтары булыуы берәүгә лә сер түгел. Тимәк, яҙмыш кешене ниндәйҙер һынау нөктәһенә килтереп төкәтеүсән. Һәм беҙ эске интуициябыҙға, һәләтебеҙгә күрә, зиһенебеҙҙә формалашҡан логикаға таянып, теге йәки был юлды һайлап алабыҙ. Был юлдың ниндәй эҙемтәләргә килтеререн баһалау — иң ҡыйыны. Уңырға ла, туңырға ла мөмкин. Ә бит арабыҙҙа шундай кешеләр ҙә бар: һәр аҙымы, һәр ҡарары уңышҡа ғына алып килә. Былар – “везунчик”. Мин тормошта “везение-невезение” тигән төшөнсәләр барлығына ныҡ инанам. Атайым әйтмешләй, “баҙарҙа аҡ ҡаластың булмаған сағы“ ла етерлек. Уның мул сағы ла бар.
Ә тормош барыбер төшөнөүе ауыр булған логикаға һәм ҡанундарға буйһона. Был ҡанундарҙы нисек абайларға, логикаһына һәм системаһына нисек төшөнөргә һуң? Бигерәк тә ер ҡанундарының системаһы бер былай, бер тегеләй үҙгәреп торған шарттарҙа?
Хәйер, һәммәбеҙ ҙә шундай аҡылға өлгәшһәк, тормоштоң ҡыҙығы булыр инеме икән? Бөтә нәмә лә алдан һыҙылған, маршруты, туҡталыш пункттары, күрһәткес ҡуйылған саттар таныулы булһа, уйланырға, эҙләнергә, минең кеүек профессиялы кешеләргә ижад һәм фекер офоҡтарын киңәйтеү өсөн төндәр йоҡламай язаланырға, күңелең менән зиһенеңдең берҙәмлегенә өлгәшкәндә шатлыҡ кисерергә форсат та ҡалмаҫ ине.
Яҙмыш, күрәһең, юҡҡа ғына киләсәгебеҙҙе лә, күрәсәгебеҙҙе лә йәшереп тотмай. Принц Гамлет, мәҫәлән, шундай һығымтаға килә лә баһа: “На свете друг мой, Горацио, есть много такого, что и не снилось нашим мудрецам”.
...Ә теге үкенесле күренгән көтөлмәгәнлеккә – боҙбармаҡтың уйламаған ерҙән башҡа килеп төшөүенә килгәндә... Күрәһең, беҙҙең ҡарашҡа ғына ғәҙелһеҙлектер ул. Аллаһ үҙенең барлығын ана шундай абсурд кеүек күренгән ваҡиғалар аша таныталыр. Бындай “ғәҙелһеҙлектәрҙең”, күрәһең, беҙгә ҡараңғы, төшөнөп тә етмәҫ логикаһы һәм мәғәнәһе бар. Гомерҙың “Илиада”һын ғына алайыҡ. Ер өҫтөндә ҡот осҡос Троя һуғышы бара. Ә Олимптағы аллалар ҡырын ятып “һөйәк ташлаш” уйнай. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың яҙмышы улар ҡулында. Йәшәү менән үлем дә улар ихтыярында. Алыштамы, тормоштамы кемдең еңергә, кемдең еңелергә тейешлеге, тимәк, юғарыла хәл ителә.
Үҙемдең ныҡ сирләгәндә наркоз тәьҫирендә Йыһан ҡаршыһында япа-яңғыҙ баҫып тороуым, ҡайҙа барып төртөлөргә тейешлегемде аңлай алмай ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ кисереүем, кемдеңдер ҡолағыма (русса) ҡаты ғына итеп “Иди!” тип әйтеүен дә иҫкә төшөрһәң...
Донъялыр был... Өҫтөнлөктәрҙең ҡиммәте бер баштүбән, бер аяғөҫтө баҫа һәм ҡиммәттәрҙең ҡиммәте лә үҙгәреш кисерә тора икән шул.
Тимәк, “бәхет” тигән алдандырғыс, албырғатҡыс төшөнсәме, хыялмы булған теләк тә, тәбиғәт, дини тәғлимәттәр, кешенең күҙаллауҙары кеүек, күп яҡлы. Критерийҙары юҡ. Американдарҙың рустар үҙҙәренә әйләндереп алған лозунгыһы бар: “Хочешь быть счастливым – будь им!” Был лозунгка көлөп ҡарарға мөмкин. Ләкин ул шулай ҙа һайланыу мөмкинлеге хаҡында. Бәхетте байлыҡта күрһәң, тырыш, бай бул; мөхәббәттә күрһәң — ярат; ижадта күрһәң – ижад ит; дин юлын һайлаһаң – рәхим ит һәм башҡалар. Тик бер нәмә хаҡында ғына онотма: намыҫлы бул, гонаһтан ҡурҡ, ояла бел һәм кешеләрҙе йәлләргә өйрән, ярат.
Бының бер ҡыйынлығы ла юҡ. Тик был шундай ауыр юл.