Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йондоҙнамә буйынса һин ниндәй водитель?
Йондоҙнамә буйынса  һин ниндәй водитель? Водителдең юлда имен-һау йөрөүе нимәгә бәйле? Тәжрибәгә, йәшкә? Эйе, барыһына ла. Йәнә бығаса әллә ни иғтибарға алынмаған бер нәмә мөһим икән: астрология. Автомобиль йөрөтөүсенең юл хәрәкәтен боҙоуы ла, шулай уҡ транспорт бәлә-ҡазаһынан ҡотолоу мөмкинлеге лә уның ниндәй йондоҙлоҡҡа ҡарауына бәйле, ти. Шуныһы ғәжәп: быны астрологтар түгел, ә Американың страховкалау компанияһы хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған.
Улар юлдағы уңышһыҙлыҡ бу­йынса тәүге урында Үл­сәүҙе билдәләгән, икенсе – Һыуғояр, имеш. Был йон­доҙлоҡ аҫтында тыуғандар руль артында үҙҙәрен башҡаларға ҡарағанда үтә насар тота, шуға йыш ҡына бәхет­һеҙ­леккә дусар була.
Өсөнсө урында – ҡуҙы­лар. Уларҙың ҡыҙыу, сабыр­һыҙ булыуы иҫбатланған. Руль артында бындай сифаттар яҡшыға алып бармай.
Балыҡтар – дүртенсе баҫ­ҡыста. Тикшереүселәр улар­ҙы үтә хисле, уйға бирелеүсән тип һанай. Трассала шәп тиҙлек ме­нән китеп барғанда ла балыҡтар нимәлер уйлана, йыш ҡына мө­хәббәт хаҡында хыялланып, “күктә йөҙә” һәм хәүефле урын­дарҙы һиҙмәй ҡала.
Исемлек уртаһында – саяндар. Дөйөм алғанда, улар насар водитель түгел – иғтибарлылар, үҙҙәренә ышаналар. Әммә төп проблема – башҡаларға юл би­рергә теләмәйҙәр. Әгәр бүтән машиналағылар уҙып китә икән, был уның асыуын килтерә, һәм ике арала уҙыш башлана. Билдәле, хәл йыш ҡына күңелһеҙ тамамлана.
Алтынсы урынға буға­ларҙы ҡуйғандар. Уларҙың төп бәләһе – үҙһүҙлелек, теләһә нисек үҙең­декенә өлгәшергә ынтылыу. Ысын Буға бер ҡасан башҡаға юл бирмәҫ – был йыш ҡына бәлә-ҡазаға алып килә. Све­то­форҙы ла һанлап бармайҙар.
Етенсе баҫҡысты уҡсы­лар биләй. Улар бүтәндәрҙән иркенлек һәм мажара яратыуы менән айырылһа ла, руль артында тәртип һаҡлай, пассажир менән аралашып бармай, телефондан һөйләшергә лә әүәҫ түгел. Тик­шереү һө­ҙөм­тәһе күрһәтеүенсә, бары башҡаларҙың уны тынғы­һыҙлауы ғына юл фажиғәһенә килтереүе мөмкин.
Тотанаҡлы һәм ныҡыш Кә­зә­мөгөҙ исемлектең һиге­ҙенсе урынын биләй. Әммә уларҙы эгоизм харап итеүсән. Кәзәмөгөҙҙәр бары ныҡ ҡабаланғанда, башҡа­ларҙың уға юл биреүен мотлаҡ тип иҫәпләп, хәрәкәт ҡағиҙәләрен иҫенән сығарғанда ғына фажиғәгә тарый.
Ҡыҙҙар – туғыҙынсы урында. Тотанаҡлылар, тәртип­ле­ләр, йыйнаҡтар, барлыҡ ҡа­ғиҙәләрҙе теүәл үтәүе менән иғтибарға лайыҡтар. Башҡа­ларға йыш юл бирәләр, шуға ла кәрәк урынға бүтәндәргә ҡарағанда оҙағыраҡ барырға тура килә уларға.
Унынсы баҫҡысты биләгән ҡыҫалалар, уйға бирелергә ярат­һа ла, һаҡлана белә, шулай ҙа уңайы килгән һайын сигнал биреп, башҡаларҙы борсорға ярата.
Игеҙәктәр машинала йөрөүҙән ғәләмәт ләззәт ала. Был йондоҙ­лоҡ аҫтында тыуғандар ғүмер буйы руль артында йөрөргә риза. Ун икенсе урынға сыҡҡан арыҫландар — юлда иң тынысы, үҙенә ышанған ке­шеләр. Шуға күрә улар фажиғәләрҙән алыҫ тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә