яңы замандың яңы дауамыР. Киплингтың “Маугли” тип аталған әҫәрен балалар ғына түгел, ололар ҙа яратып уҡый, уның буйынса төшөрөлгән йәнһүрәтте иҫтәре китеп ҡарай торғандыр. Бүреләр араһына эләккән малай, уның көсөктәре менән бергә уйнап, йәнлектәрҙең ҡылыҡ-фиғелен, холҡон үҙләштереп үҫә. Үҙен дә бүре балаһы тип иҫәпләй. Киплинг әҫәренең аныҡ ҡына прототибы булғанмы, әллә автор был турала ишетеп, фантазияһын эшкә еккәнме, асылда иһә тормошта ундай осраҡтар күҙәтелгән икән. Байтаҡ халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, бүрене изге һанауы юҡҡа түгелдер. Ҡайһы бер риүәйәттәр, уларҙың боронғо бабалары күк бүренән тыуған йәки сабыйҙы күк бүре үҫтергән, тип һөйләй. Маугли һымаҡ бүреләр араһында үҫкән малай тәүҙә 1344 йылда хәҙерге Германияла табылған. Һуңынан инде бындай осраҡ бер-бер артлы 14 бала менән Һиндостанда теркәлгән. Индонезияла бер ҡыҙҙы алып ҡайталар. Уны орангутангтар “тәрбиәләгән”. (Тарзанды иҫкә төшөрәйек. Ул да маймылдар ҡарамағында үҫкән). Ҡыҙҙың ҡулы ҡаты һөйәл менән ҡапланған була, итте сей килеш ашай. Күҙаллауҙарынса, ауырлы ҡатын урманға барған булған икән. Ошонда ауырып, бала тапҡанда үлеп ҡалған. Сабыйҙы иһә орангутангтар алып киткән.
“Маугли” тигәс, беҙ нәҡ урмандағы, джунглиҙағы сабыйҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ләкин күбебеҙ фәндә ошондай ауырыу йәки синдром барлығын белмәй. “Маугли синдромы” тип атала ул медицина телендә, йәғни “ҡырағайланыу синдромы”. Шундай ауырыу булғас, тимәк, сирле кешеһе лә булырға тейеш бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйек, юҡ-юҡ та килеп сыға ундай хәлдәр. Мәҫәлән, тәү башлап Рәсәйҙәге хәл тураһында РТР каналы (2005 йыл, 25 декабрь) Мая Лаврованың тапшырыуын күрһәткәйне. НТВ иһә 18 йәшлек Оксана М. хаҡында фильм төшөргән (2012 йыл, 12 март). Ул эттәр араһында туғыҙ йәшенә тиклем булған. Хатта, тағы ошо ваҡыт буйы Одесса ҡалаһының махсус интернатында тәрбиәләнһә лә, эттәр һымаҡ “олоп” алырға, яңғыҙ ҡалырға яратҡан. Килтергәндә дүрт “аяҡлап” йөрөгән. Һикергеләгән, өҫтәл-ултырғыстарҙы кимергән. Сит-ят кеше яҡынлашһа, тештәрен шығырлатҡан.
Иваново өлкәһенән биш йәшлек Антон А. бесәйе менән бергә үҫкән. Бәләкәй генә көйө уны әсәһе (атаһы эскесе ҡатынын ташлап киткән) бесәй менән бергә кәрәк-яраҡ ҡуя торған бәләкәй генә бүлмәгә япҡан. Башҡа яҡҡа сыҡҡанда ла бесәйе менән бергә ашарға ҡуйған. Баланың әсәһе лә, өләсәһе лә бик ныҡ эскән. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор тапҡанда сабый атлай алмаған, тик мөкәйләгән, дүрт “аяҡлап” һикергеләгән генә. Бесәй ҡысынһа, ул да тырнашҡан. Бөтә һүҙе “мяу” булған. Тапшырыу әҙерләгәндә Антонға биш йәш тулған, тапҡан саҡтарында – өс йәш ярым. Балалар йорто директоры Ирина Кочина әйтеүенсә, тәүҙә ул эргәһенә тиҫтерҙәрен килтермәгән, асыулы бесәй шикелле тауыш сығарған, балаҫты тырнаған.
2009 йылдың февралендә Өфөнөң Ленин районында өс йәшлек Мәҙинә исемле ҡыҙҙы табалар. Ул тик “эйе”, “юҡ” тигән ике генә һүҙ белә. Бар яҡлап та һау-сәләмәт ҡыҙ күберәк эттәр араһында була. Уҙған йыл Вяземск ҡалаһында ла алты йәшлек ҡыҙыҡайҙы табалар. Читалағы Наташа иһә биш йәшендә бесәйҙәр араһында ла йәшәп өлгөрә, эттәр ҡарамағында ла. Махсус интернатҡа урынлаштырған саҡта тик “өрә”, бесәй һымаҡ “мяу” тип кенә әйтә ала…
Етерме? Туҡтап торайыҡ та ғалимдар фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ. Баланың ҡабул итеү зиһене өс йәшкә тиклем үҫешә, ти улар. Әгәр сабый алты йәшкәсә йәнлектәр эргәһендә ҡалһа, тормошҡа ҡайтарыуы бик ауыр икән. Инглиз ғалимы Шон Эллис һигеҙ айлыҡ бүре көсөктәре менән тәжрибә үткәреп, уларҙы өйрәтеп ҡараған. Ғалим, бүре балаһы ҡасан да бүре булып ҡала, тигән һығымтаға килгән. Ә бына кеше балаһы бүреләр менән бергә үҫһә, кешелек сифаттарын юғалта.
Киплинг әҫәрендә, әлбиттә, бүреләр араһында үҫкән Маугли мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә. Ләкин тормошта хәл үтә ҡатмарлы шул. “Маугли синдромы”на ғалимдар һаман тәғәйен генә аңлатма бирә алмай. Мәҫәлән, психология фәндәре кандидаты, “Махсус һәм клиник психология” кафедраһы доценты Галина Панина был ауырыуҙы “Төрлө сирҙәр гөлләмәһе” ти. Ысынлап та, психолог, терапевт, социолог, клиник психолог һәм социаль психолог һымаҡ белгестәрҙең һәр береһенең үҙ аңлатмаһы бар. Уртаҡ фекер шуға ҡайтып ҡала: “Маугли синдромы” менән ауырыған бала кешенән ҡурҡа, ҡашыҡ тотоп ашай, тура баҫып йөрөй алмай, һөйләшмәй, ниндәй хайуан, йәнлектәр менән үҫһә, шуларса ғына ауаздар сығара…
Ғалимдар фекеренсә, йәнлектәр менән оҙаҡ йәшәгән бала, кешеләр йәмғиәтенә ҡайтарылһа ла, үҙен һаман элеккесә “йәнлек” тип һанай. Мәҫәлән, эттәр араһында үҫкән ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ, һөйләшергә өйрәнеп, ғаиләһенә ҡайтарылһа ла, үҙен эт тип һанауын дауам итә. Психологтар кеше үҫешендә йәш сиге барлығын билдәләй: бәләкәйҙән һөйләшергә һәм тура атларға өйрәнеү бер булһа, тағы 12-13 йәштәрҙә кеше мейеһенең интеллект үҫеше нығынып етә. Төп функциялар нәҡ ошо йәштәрҙә камиллашып ҡала. Ҡайһылыр йүнәлештә кешенең мейеһе ошо йәшкә үҫешеп бөтмәһә, һуңынан уны тулыландырыу мөмкин түгел. Алда телгә алған йәштән һуң кешене тик йәнлектәр һымаҡ өйрәтеп кенә була икән. Ә шәхес булараҡ үҫтереү, йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеү осрағы әлегә тиклем билдәле түгел.
Шулай ҙа мөғжизә булғылай. Мәҫәлән, Подольск ҡалаһында ете йәшлек Витя, әсәһе менән йәшәүенә ҡарамаҫтан, эте “тәрбиәһе”ндә була. Ул дүрт “аяҡлап” йүгерә, эт һымаҡ өрә, һауытынан ялап ашай, балаҫта әйләнә, арҡаһын тырнай. Малайҙы осраҡлы рәүештә генә табалар. Ҡатынды шунда уҡ әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәләр һәм Витяны Лилит менән Александр Гореловтарҙың “Шәфҡәт йорто”на тәрбиәгә бирәләр. Табиптар төҙәлмәҫлек диагноз ҡуйһа ла, малай йыл тигәндә атларға, һөйләшергә, ҡашыҡ тотоп ашарға, тиҫтерҙәре менән аралашырға һәм көлөргә өйрәнә.
Ярай әле Подольск балалар поликлиникаһындағы табип осраҡлы рәүештә генә медицина картаһына тап була. Табипта һорау тыуа: балаға ете йәш, ә ниңә әсәһе һаман килтереп күрһәтмәгән? Адрес буйынса бер нисә тапҡыр барып та ишекте астыра алмағас, педиатр милицияға мөрәжәғәт итә. Ишекте емереүгә, бүлмәнән оло эт килеп сыға. Артынса уҡ оҙон, уҡмашҡан сәстәре йөҙөнә төшкән бәләкәй генә малай “өрә”.
Килеүселәрҙең иҫе китә: обойҙар тырналып, ҡуптарылып бөткән. Коридорҙа ике һауыт тора — унда эт менән малайға ашамлыҡ ҡалдыҡтары ташлайҙар. Икеһенә урын “йәйелгән”. Шуныһы ғәжәп: Витяның әсәһе Венера эсмәй, бер ойошмала йыйыштырыусы булып эшләй. Суд-психиатрия экспертизаһы уның һау икәнен күрһәтә. Малайҙың атаһы ошо уҡ өйҙә, тик башҡа подъезда үҙ әсәһе менән йәшәгән. Ҡатыны менән айырылышҡан. Алиментын ваҡытында түләп барған. Иң ҡыҙғанысы шул: ата-әсәһе була тороп та малай “Маугли” булып үҫкән.
“Шәфҡәт йорто”нда Витя бер йыл ғына йәшәй. Был “йорт”то дәүләт ойошмаһы түгел тип, малайҙы унан алалар һәм дауаханаға урынлаштыралар…
Бына бер нисә бала яҙмышы. Ә ундай сабыйҙар ил буйынса күпме?! Интернет селтәрен асып, “Маугли синдромы” тип яҙыуың була, ошондай яҙмышлы йөҙәрләгән бала тураһында мәҡәлә күреп, сәстәрең үрә тора.
Волгоградта алты йәшлек Ваня Павловты (фамилияһы үҙгәртелгән), мәҫәлән, “Малай-ҡош” тип атайҙар. Ул һөйләшә белмәй, тутыйғош һымаҡ сиҡылдай ғына, берәй нәмәгә ҡыуанһа ла, борсолһа ла ҡоштар кеүек ҡулдарын “елпей”, “талпына”. Баҡһаң, әсәһе менән генә йәшәгән Ваняның фатирында аквариум, йорт ҡуяны һәм ике тутыйғош бар икән. Малай күберәк ҡоштар менән аралаша, уларса “һөйләшә”. Шуныһы ҡыҙыҡ тип әйтәйекме, ҡыҙғаныс типме, ҡоштар ҙа малай менән үҙ телдәрендә еңел “һөйләшә”. Ваняның әсәһе, 31 йәшлек Светлана, улын балалар баҡсаһына бирмәгән. Башҡа балалар менән аралаштырмаған, күпселектә яңғыҙын ғына ҡалдырып, фатирҙы бикләп киткән. Ҡыҫҡаһы, малайҙы йәмғиәттән изоляциялаған…
Был йәһәттән ошоно ла әйтергә кәрәк: сабыйҙы тиҫтерҙәре менән аралаштырмау “идеаль” ғаиләләрҙә лә йыш күҙәтелә. Бала йә телевизор “тәрбиәһе”нә бирелә, йә виртуаль донъя сиктәрен аса — компьютерға “инеп” китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл йәшәйешебеҙҙе солғап бара. Ата-әсәнең “ваҡыты етмәү”е сабый күңеленә кире йоғонто яһай. Хатта ауылдарҙы ҡараһаң да, хәҙер тау баштарында саңғы, сана эҙҙәре күрмәҫһең, йылға боҙҙарын таҙартыусы малай-шалай ҙа юҡ. Бында кемделер ғәйепләргә, һүгергә, идеалдар юҡлығына зарланырға кәрәкмәйҙер. Бар нәмә ғаиләнән тора.
Сабыйҙың “Маугли синдромы”на килгәндә, тик кешеләрҙең, яҡындарының иғтибарлығы менән генә дауалап, уларҙы ысын, тулы тормошҡа ҡайтарып була, ти белгестәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арала йәшәгән эскеселәрҙең балалары бесәйҙәр менән үҫеүендә, һуңынан килеп ауырыуҙарында йәмәғәтселектең дә өлөшө бар. Һәр хәлдә, бер-беребеҙгә иғтибарһыҙ булыуыбыҙ, битарафлыҡ-ғәмһеҙлегебеҙ тормошобоҙҙа кире күренештәр артыуына булышлыҡ итә.