Ҡанлы тарих булып, йөрәктәрҙә уйылып ҡалған 1994 йыл тыуҙы. Оло дәүләт – Советтар Союзы – тарҡалып, әле бында, әле тегендә тыуған сыуалыштар тураһында хәүефләнеп тыңлаған саҡ. Ғүмер буйы ирек даулап яуға сапҡан чечен халҡы ла үҙаллы йәшәү тураһында хыялланыуҙан туҡтамағайны. Ичкерияла (шулай тип атанылар) республика хөкүмәте үҙ ҡанундарын булдырғас, шомло көндәр башланды.
– Хәҙер үҙебеҙҙең армия төҙөләсәк. Мин дә яҙылам. Юғиһә беҙҙең ерҙе кем һаҡлар? – тип Арсен бер көн әсәһенең күңеленә хәүеф һалды.
Ауылдан егеттәрҙең берәм-берәм ҡайҙалыр китеүен ишетеп тора Йәннәт. Инде үҙенең итәгенә ут ҡапҡас, хафаларының бушҡа булмауын аңланы.
Эштән ҡайтып, ашарға ултырған иренә:
– Атаһы, ниңә өндәшмәйһең? Балабыҙҙы ут эсенә ебәрәбеҙме ни хәҙер? – тип мөлдөрәп ҡараны.
Улының һүҙҙәренә уйланып ултырған атаһы, үҙе менән бәхәсләшкәндәй:
– Үҙебеҙҙекенә бармаһа, Рәсәйҙекенә аласаҡтар. Шунан һуғыш сыҡһа, милләттәштәренә атасаҡмы инде? Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Тыуған ереңде һаҡлау – изге эш, – тип ҡырт киҫте лә, борсолоуын йәшереп, ашыҡмай ғына ашауын дауам итте.
Әсә йөрәге генә, ниҙер һиҙенгәндәй, семетеп-семетеп алды. Башҡаса һүҙ ҡуйыртманы Йәннәт. Ир һүҙе – яҙылмаған ҡанун.
Институтҡа инергә, самолеттар эшләргә тип хыялланған егеттең бөтә уйҙары шулай бер сәғәттә селпәрәмә килде. 1994 йылдың декабре. Чечняға Рәсәй армияһы инде. Күбеһе – яҡшылап атырға ла өйрәнмәгән йәп-йәш егеттәр. Биш көн буйы Грозныйҙа барған тиңһеҙ алышта биш меңдән ашыу Рәсәй һалдаты башын һалды. Мәхшәр эсендә ҡайҙа барырға, ҡайҙа атырға икәнде лә аңламаған һалдаттар ни өсөн һуғышҡандарын да белмәйенсә һәләк булды.
Грозныйҙа барған бәрелештәр тураһында Йәннәт ҡан ҡалтырап тыңланы, сөнки улы – шул ут эсендә. Хоҙайҙан иртән дә, кис тә Арсенының имен ҡайтыуын һорап ялбарҙы. Инде йоҡоһоҙ төндәрҙең иҫәбе-һаны булманы. Ҡыш үтеп, март еткәс, Арсендың һәләк булыуы хаҡында хәбәр килде. Төштәре буталып, ни уйларға белмәй йөрөһә лә, әсә күңеле ышанманы. Нисек инде күҙ ҡараһылай күргән, күпме өмөт бағлаған йән киҫәге ун һигеҙ йәшендә генә яҡты донъянан китһен, ти?
Бар донъяһына ҡул һелтәп, ире менән улын эҙләргә сығып киттеләр. Танымаҫлыҡ булып харабалар ғына ҡалған, берәҙәк эттәр көтөүе сапҡан Грозный урамдары буйлап байтаҡ йөрөнөләр. Тик Арсенды тапманылар. Инде күңеле төңөлөп:
– Исмаһам, баламдың һөйөп үҫтергән кәүҙәһенең бер өлөшөн генә тапһам да риза булыр инем, – тип ер-һыу иланы аҡылынан яҙырға етешкән сыҙамлы чечен ҡатыны. Улының үлемен күргән танышы Арсендың иҫән булмауына инде ышандырғайны. Өҫтөнә Ҡаф тауылай ауған ҡара ҡайғынан Йәннәт тере һын кеүек ҡатып ҡалды. Хәҙер ул илай ҙа алмай, эстән генә һыҙа. Нисек тә улының кәүҙәһен табырға тигән уй игәп торғас, хәлдән тайһа ла, урамдар, йорттар араһында йөрөнө лә йөрөнө. Сөләймән күптән өмөтөн өҙгәйне инде. Ҡатыны артынан күләгә һымаҡ эйәрҙе. Мәйеттәр һаман йыйылып күмелмәгән. Араларында янғандары, күмергә әйләнгәндәре лә бар. Ҡайҙа киҫелгән баштар, снарядтан өҙөлгән аяҡтар ята. Ас эттәр һөйәктәр генә ҡалдырған. Ҡот осҡос хәл. Был күренештәрҙән Йәннәттең сәсе ап-аҡ булғайны. Быны ул Грозныйҙан ҡайтып, яулығын алмаштырғанда күрҙе.
Күргән ауырлыҡтарҙы, кисерелгән ғазаптарҙы һөйләп кенә аңлатып буламы бөтәһенә?! Күңел түрендә яман шеш булып оялаған, бар тәнен, йәнен ялмаған ауыр хәтирәләр бөгөн дә тыныс ҡына йәшәргә бирмәй, һулҡып-һулҡып һыҙлай, күбәләк ҡанаты кеүек нескә күңелен имгәтә, йәнен өтә.
Ошо донъяла ирекле булып йәшәү өсөн күпме рәнйетелеүҙәр, һыҙланыуҙар кисерҙе тау халҡы. Ә Йәннәттең ҡайғыһы – был даръяла бер тамсы һыу кеүек, миллионлаған йондоҙ менән балҡыған Ҡош юлында бер бөртөк йондоҙ туҙаны ғына. Оло ҡайғы ҡатындың төҙ, ғорур кәүҙәһен ергә һеңдерә, үткер ҡарашын һүндерә, етеҙ аҙымдарын һүлпәнәйтә. Гүргә ингәнсә иңдәренән төшмәҫ ауыр йөктө һөйрәп бара ла бара. Өнһөҙ генә тарта ул ғазаплы йөгөн. Балалары ғына тоталыр кеүек уны был фани донъяларҙа. Йәшәгеһе килмәгән саҡтары йыш була. Ағаһы Арсен урынында нефть эшкәртеү участкаһында ярҙамсы булып эшләгән Мөхәммәте, снаряд шартлағанда тәне бешеүҙән ыҙаланып йән биргәс, Йәннәт аҡылынан яҙырҙай булды. Ҡайғыһынан ҡара көйгән, ҡоро һөйәккә ҡалған ҡатынды хәҙер танырлыҡ та түгел ине. Бер көн йөрәген көнө-төнө сәнскеләп торған оло йәрәхәткә сыҙамай тау йылғаһына ташланырға торғанда, артынан килеп еткән уртансы улы тотоп алып ҡалды. Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу ҙур гонаһ икәнен йәштән белеп үҫһә лә, башҡаса түҙерлек хәле ҡалмағайны. Ошонан һуң балалары көн-төн күҙ яҙлыҡтырмай әсәһен ҡурсаланы.
Был фажиғәнән ярты йыл самаһы элек, урманға барғанда минаға эләгеп, ире Сөләймән һәләк булғайны. Нисек күтәргәндер ул тауҙай ҙур ҡайғыларҙы? Ни хәл түҙгәндер? Ел-ямғырҙан, сатлама һыуыҡтан таштар ҙа ярыла. Йоҙроҡ тиклем генә йөрәк ошондай ғазапты, әрнеүҙе нисек һыйҙыра торғандыр, нисек шартлап ярылмайҙыр?!
* * *
Яңынан яҙ килде. Ағастар япраҡ ярғас, тау биттәре йәмләнде. Яҙҙарҙы элгәре Йәннәт һағынып көтөп ала ине. Хәҙер яҙ ни, көҙ ни – барыбер. Таң ата ла кис була. Көндөҙ эш менән онотолоп тора ҡатын. Ә төндәрен уйҙар даръяһына сумып, унан сыға алмай бер була.
Бөгөн ниңәлер йөрәкһеп уянды. Ниҙер булыр кеүек. Былай ҙа таҙа ишек алдын һепереп йөрөп һиҙмәй ҡалған – ҡаршыһында хат ташыусы Гөлйыһан тора. Алыҫ Башҡортостандан телеграмма килтергән.
– Һөйөнсө, Йәннәт! – тине ул, ҡулындағы ҡағыҙҙы юғары күтәреп. – Ейәнең тыуған!
Гел күңелһеҙ хәбәрҙәргә күнеккән ҡатындың ҡулынан һеперткеһе төшөп китте. Үҙе ни әйтергә белмәй аптырап ҡалды.
– Ҡурҡма, күп һорамайым. Бер ялтыр яулыҡ та етә, – тип Гөлйыһан телеграмманы Йәннәткә тотторҙо. Ҡаушауҙан ҡултамғаны саҡ ҡуя алды шаңҡып ҡалған ҡатын.
Бер аҙҙан аңына барып етте – иң кесе улы, күҙ төбәп торған Әлиханының улы тыуған! Гүйә, ҡоролоҡтан кипкән күңеленә ләйсән ямғыры яуып үтте, һыуһынын ҡандырҙы. Шифалы дымдан йәш ҡурпы ҡалҡып сығыр. Ни тиһәң дә, өмөт йәшәтә кешене!
Ошо көндән Йәннәткә йән индеме ни?! Аяҡтарынан ауыр тышау алып ташландымы – аҙымдары ҡыйыуланды, гел ҡымтылған ирен остарында йылмайыу төҫмөрләнде. Эшен дә элеккесә йәнһеҙ таш ҡурсаҡ кеүек түгел, кинәнеп, ҡәнәғәтлек табып башҡара. Күршеләре менән асылып китеп һөйләшә.
Ниһайәт, улы, килене, ейәнен күрер өсөн юлға сығыр көн етте. Бер аҙ ауырыҡһынып торһа ла, хафаланманы. Юлына таш яуһа ла барасаҡ! Иң тәүге ейәнен тиҙерәк күреү теләге ҡанат ҡуйҙымы ни! Бүләктәре, күстәнәстәре күптән төйнәлеп бөтһә лә, ҡыҙы Зареманы бер туҡтауһыҙ киҫәтеп торҙо:
– Емеш-еләк алырға онотма. Ҡоҙағыйҙарға тип алынған күлдәктәр, яулыҡтар ҡайҙа? Бәләкәсебеҙгә тип бәйләгән башлыҡ, башалтайҙар тороп ҡала күрмәһен!
Үҙе уларҙы ҡырҡ тапҡыр алып ҡарай, әле бер, әле икенсе урынға һала ла эҙләй башлай. Хәрәкәттәре етеҙ, йәш килендәй йүгереп йөрөй. Ҡыҙы был үҙгәрешкә хайран ҡалып: “Мин дә кейәүгә сығып, бәпесем тыуһа, әсәйем нисек шатланыр ине”, – тип уйлай һәм уфтанып ҡуя.
Юҡ шул уның Замиры! Һомғол буйлы, үткер ҡарашлы, баҫҡан урынында ут сәсрәтеп торған егет икенсе чечен һуғышында башын һалды. Уҡып бөткәс тә өйләнешербеҙ тигән хыялдарын ут-ялҡын ялманы, яҙмыштарын селпәрәмә килтерҙе. Ҡыҙҙың һөйгәнен юҡһынып иламаған көнө һирәк. Тик әсәһенә күрһәтмәҫкә тырыша.
– Ярамай, ҡыҙым. Илаһаң, үлгән кешенең йәне тынғылыҡ тапмай, тиҙәр. Беҙ – Кавказ ҡатындары, ни генә күрһәк тә, түҙемле булырға, күҙ йәшебеҙҙе күрһәтмәҫкә тейеш, – тип ҡабатларға ярата яҡыны.
Алыҫ юл, бәлки, ауыр уйҙарҙан арындырыр, бер-береһенә игеҙәктәй оҡшаш көндәренә үҙгәреш индерер, тип Зарема ла дәртләнеп йыйынды. Бер ҡайҙа ла кеймәгән, үҙе теккән күлдәктәрен, ебәк яулыҡтарын таҫлап сумаҙанға һалды. Ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә шартта ла ыҫпай, күркәм булырға тейеш.
* * *
Поезд яйлап ҡына Урал яғына елә. Бер мәшәҡәтһеҙ, әҙерҙе ашап ҡына йомшаҡ түшәктә йоҡлап барыу рәхәт. Гел йүгереп йөрөп талсыҡҡан аяҡтар бер аҙ ял итте, эштән бушамаған ҡулдар яҙылды. Уйҙарға бирелеп, иҙрәп баралар, ҡыҙығып тәҙрәнән ят донъяны күҙәтәләр.
Иң кесе, төпсөк улының башҡорт ҡыҙына өйләнеүенә Йәннәт үҙе сәбәпселер, моғайын. Һаман да барған һуғыш, ҡан ҡойоштан ҡурсалап, һаҡлап ҡалырға тырышҡайны күҙ нурын. Шуға ла, Әлиханының уҡырға теләге ҙур булыуын уйлап, Башҡортостанға ебәрҙе. Өфөлә нефть университетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, улы студент булып китте. Ошо ҡалала үҙ тиңен тапҡан да инде. Никахына ғына Йәннәт килеп етә алманы – ныҡ ауырый ине. Шуға күрә киленен дә рәсеме буйынса ғына белә. Үҙ милләтенән булмаһа ла, диндәре бер булыуы ҡыуандырҙы ҡатынды.
– Тыныс тормошта балаларын тәрбиәле, иманлы итеп үҫтерергә яҙһын, – тип көн-төн Хоҙайҙан һорай. Ҡайһы әсә һуғыш теләһен инде.
* * *
Көләс йылмайып, ҡолас йәйеп ҡаршы алды ҡоҙалар. Хәлле йәшәйҙәр икән. Өфөнән алыҫ булмаған ҡала ситендә – үҙ өйҙәре, ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Һыйырлы йорт – һыйлы йорт, тиҙәр шул, өҫтәл тулы һәр төрлө тәғәм. Күгәрсен һөтө генә юҡ.
Иң ҙур һөйөнөстәре тыпылдатып һөйөрлөк булған ейәнен күреү ине. Өс тәүлек буйы поезда тыҡылдап килеүе бер аҙ ялҡытҡан. Быуындарын йомшартып, тәндәрен яҙып, сабынып мунса инделәр. Ҡайын миндеге бигерәк шәп. Йәннәттән байтаҡ йәш ҡоҙағыйы Сәлиха мунсаға ҡымыҙын да килтерҙе. Ни ҡуйып, нимә менән һыйларға белмәйҙәр.
– Бигерәк ҡунаҡсыл, киң күңелле халыҡ икән башҡорттар! – тип һоҡланышты әсә менән ҡыҙы.
Ҡыҙыу мунсала тәндәре генә имшемәне, йөрәктәре лә тынысланды кеүек. Ҡайтыуҙарына йәнә өҫтәлдә самауыр шыжлай.
– Әйҙә, ҡоҙағый, Зарема ҡыҙым! Табынға рәхим итегеҙ! Иркенләп, танһығығыҙ ҡанғанса, беҙҙәгесә үпкәләрҙе йөҙҙөрөп сәй эсәйек. Һыуы ағып тора, һатып алырға түгел, – тип былбылдай һайрап сәй эсерә ҡоҙағыйы. Хатта өлгөр, бигерәк уңған ҡатын. Ул арала иренә, ҡыҙына эш ҡуша. Ҡоҙалары Рәфис – ҡатынының киреһе – артыҡ һөйләшеп тә бармай, башын баҫып эшләп тик йөрөй. Чечен ҡатындарына ир кешенең аш-һыу биләмәһендә йөрөүе, ҡатынының һәр йомошон үтәүе сәйер тойолдо. “Ир кеше хужа, ғаилә башлығы булып, үҙ баһаһын белеп йәшәргә тейеш тә инде, – тип уйлай Йәннәт. – Ярай, Әлиханды – кейәүҙәрен шулай йүгертмәйҙәр. Тау халҡы йолаларында тәрбиәләнгән балам ни ҡылыр ине?..”
(Дауамы. Башы 229-сы һанда).