Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тауҙар кешеләр шикелле...
Тауҙар кешеләр шикелле... ...улар ҙа яҡлауға мохтаж
Торатауҙың башында ел, томан, буран ине... Ирекһеҙҙән Мос­тай Кәримдең шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Тауҙар кешеләр шикелле —
Бейек булған һайын...
Тауҙар кешеләр шикелле...Торатауҙың ҡөҙрәтенә си­рат­тағы тапҡыр инанам. Был ер һуңғы көндәрҙә Башҡорт­остан халҡын — милләтенә, һөнәренә, ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫ­тан — бергә туплаусы уртаҡ идеяға әйләнде. Әләм­дәр­ҙең дә, әҙәмдәрҙең дә төр­лөһө... Сәйәси хәрәкәттәр, йәмәғәт берек­мәләре вәкил­дәре, параплансылар, студенттар, ҡала кешеләре, ауыл халҡы, уҡытыусылар, эшселәр, эш­ҡыуарҙар, журналистар, ҡар­ты, йәше, бала-сағаһы... Уларҙың барыһын да бында уртаҡ маҡсат, теләк, ниәт йыйған — Торатауҙы һаҡлап ҡалыу... Киләсәк быуынға донъяуи тә­биғәт ҡомартҡыһы һанал­ған, башҡорт халҡы өсөн рухи ҡәғбә булған мөһабәт тау ҡалды­рырбыҙмы, әллә уның урынында бысраҡ һыу менән тулған тәрән соҡормо? Үҙе­беҙгә бәйле... Үҙебеҙгә!
Тауҙар кешеләр шикелле... Торатау өсөн көрәш үҙенең финиш һыҙығына етте, ахы­рыһы. Һөҙөмтә тик бер генә нәмәгә бәйле буласаҡ — халыҡ­тың граж­данлыҡ әүҙемлегенә. Изге тауҙы сеймал сығанағы тип кенә күргән заман байҙа­рының матди һәм административ ресурстарына бары бер­ҙәмлек, теләктәшлек кенә ҡаршы тора аласаҡ. Шуныһы мөһим: бер кем дә, бер ерҙә лә заводты яптырыу тураһында бер ауыҙ һүҙ әйтмәй. Бары тик ҡануниәткә ярашлы, Торатауға альтернатив сығанаҡ табыу хаҡында уйланырға, һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк.
Тауҙар кешеләр шикелле —
Бейек булған һайын
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын...
Улар ҙа ҡайһы саҡта яҡлауға мохтаж.


Рөстәм МӘРҘӘНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте
Премьер-
министры:

— Был проблема беҙгә яҡшы таныш. Бөгөн сода компанияһы менән республика Хөкүмәте тарафынан, ҡануниәткә ярашлы, альтернатив юлдар эҙләнә. Әлбиттә, сәнәғәтте һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе лә көнүҙәк. Ни тиһәң дә, Хөкүмәт әлеге предприятиеның акционеры булып һанала һәм компанияның тотороҡло эшләүе республика мәнфәғәттәренә тура килә. Шуға ла һәр ҡарарҙың, һәр фекерҙең төптән уйланылыуы, иҡтисади һәм экологик факторҙарға, халыҡтың ҡарашына таянып хәл ителеүе мөһим.


Руфина ШАҺАПОВА, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары:
— Бындай акциялар тәү сиратта башҡорт шихандарының, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, яҡлаулы һәм һаҡлаулы булыуына асыҡ дәлил. Ҡышҡы һалҡында булһа ла, беҙ тауҙың үҙенсәлегенә тағы бер тапҡыр инанырға, артабанғы эшмәкәрлегебеҙ буйынса фекер алышырға теләнек. Бөгөнгө сә­йәхәт — эске туризмдың үҫешенә лә бер керем. Акцияла ҡатнашырға 150-нән ашыу кешенең теләк белдереүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Торатауҙы тыуған ерен яратҡан, уның үткәнен ихтирам иткән, киләсәген ҡайғыртҡан кеше булараҡ баһаларға ваҡыт.

Вячеслав АБРОЩЕНКО, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары:
— Беҙҙең фекер бер: Торатау ҡағылғыһыҙ! Ҡарағыҙ, был тау өс сәнәғәт ҡалаһын бәйләп тора. Шул өс ҡаланың уртаҡ туристик маршруты ошонда илтә. Ябайлаштырып әйткәндә, микромаршрут. Совет осоронда бындай сәйәхәттәрҙе ял көндәре маршруты тип тә атайҙар ине.

Сергей ЗАХАРОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “АэроСтар” аэроклубы етәксеһе:
— Ҡасандыр бында бөркөттәр генә оялаһа, хәҙер уларға беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Һәр ялыбыҙ ошонда үтә. Был тау йылдың бар миҙгелендә лә, тәүлектең төрлө мәлендә лә осорға мөмкинлек бирә. Әле беҙҙең сафтар көндән-көн арта.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә