Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәхмәт һиңә, әсәй!
Рәхмәт һиңә, әсәй! Ҡырмыҫҡалы ере башҡорт әҙәбиәтенә байтаҡ арҙаҡлы шәхестәр биргән. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ғайса Хөсәйенов, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов, Фәрит Иҫәнғолов, Роберт Байымов, Ирек Кинйәбулатов, кеүек әҙиптәрҙең исемен атау ҙа етә. Шуға ла районда рухиәткә айырыуса иғтибар бүленеүе аңлашылып тора. Республикабыҙҙа киң ҡолас йәйгән “Әҙәби нағыш” марафонының да нәҡ шул ра­йондан башланып китеүе күп нәмә хаҡында һөйләй.


Яңыраҡ беҙгә райондың Мөкәй мәктәбендә булыу бәхете тейҙе. Ундағы һымаҡ белем усаҡтары республикабыҙҙың башҡа төбә­ген­дә бармы икән? “Нимәһе менән үҙенсә­лекле һуң ул мәктәп?” тигән уй тыуғандыр һеҙҙә.
Хәҙерге ваҡытта бәләкәй ауылдарҙағы белем усаҡтарының байтағы ябылыуға дусар. Бының төп сәбәбе – ҡайһы бер йылдарҙа тыуымдың кәмеүе арҡаһында уҡыусыларҙың әҙ булыуы. Дәүләттең бындай алымын аңларға ла була: биш-алты бала өсөн нисек мәктәп тотмаҡ кәрәк. Тағы ла ундай шарттарҙа белем биреүҙең сифаты ла уйландыра.
Ә инде Мөкәй мәктәбе ошо йәһәттән күптәргә өлгө булып тора. Замандың хәтәр еле уларҙы ла урап үтмәгән. Балалар һаны йылдан-йыл кәмегәс, мәктәпте ябыу мәсьәләһе тыуа. Тик Мөкәй педагогтары ҡаушап ҡалмай, бындай осраҡта кемделер ғәйепләргә лә тотонмай. Хәлде тик үҙҙәре генә яҡшырта алыуын аңлап, балалар йортонан тәрбиәгә сабый алырға булалар. Мәктәп директоры Фәниә Ишҡарина үҙе өлгө күрһәтеп, ике уҡыусыны үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра. Башҡалар ҙа был эште хуплап сыға. Шундай изге ғәмәлгә баҙнат иткән уҡытыусыларға нисек һоҡланмайһың инде! Беренсенән, ата-әсә наҙынан мәхрүм балалар ғаилә усағында йылы тапһа, икенсенән, мәктәп һаҡланып ҡала. Тағы ла шуныһы һөйөнөслө: улар араһында үзбәк, татар, урыҫ, украин милләтенән балалар ҙа бар. Орзиев та, Маслич менән Куклин да, Дубовик, Купаловтар ҙа – һәммәһе лә матур итеп башҡортса һөйләшә хәҙер.
Бөгөн Мөкәйҙәге белем усағында илленән ашыу бала уҡый, шуларҙың яртыһы тиерлек уллыҡҡа алынған.
— Былтырғы сығарылыш уҡыусылары Зөһрә, Руфина һәм Фирҙәүсә Хәмитовалар мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, бөгөн инде төрлө юғары уҡыу йорттарында белем ала, – тип балаларҙың уңышы хаҡында ғорурланып һөйләне уҡытыусы Лилиә Юлдашбаева. — Нисәмә йыл рәттән беҙҙекеләр башҡорт теләнән, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән уҙғарылған республика олимпиадаларында уңышлы сығыш яһай.
Әсә, ғаилә кеүек һүҙҙәр был белем усағында һәр кемгә ҡәҙерле. Шуға ла “Әсәләр ергә нур сәсәләр” тип аталған кисәлә ҡатнашҡан һәр әҙип ниндәйҙер тулҡынланыу кисермәй ҡалмағандыр.
— Рәхмәт һиңә, әсәй! – Ҡа­сан­дыр дәүләт ҡарамағында ҡалып, хәҙер үҙ ғаиләһен тапҡан бала­лар­ҙың шулай тип шиғыр һөйләгәнен тыңлағанда нисек тетрәнмәйһең инде!
Шағир һәм драматург Салауат Әбүзәр мәктәптә уҡыған осорҙағы мажараларын кинәнеп һөйләне. “Әсә йылыһын биреп, шундай матур, аҡыллы уҡыусылар тәрбиә­ләгән уҡытыусылар алдында баш эйәм”, – тине шағир. Ә шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина иһә балалар араһында шиғри бәйге ойошторҙо. Шуны ғына көтөп ултырғандай, шуҡ уҡыусылар бер-бер артлы хат яуҙыра башланы.
Мөкәй мәктәбе ошонда белем алып, ҙур ҡаҙаныштар яулаған шәхестәре менән хаҡлы ғорурлана. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлмирә Сыңғыҙова, БДМУ-ның өлкән уҡытыусыһы, хирург-уролог, медицина фәндәре кандидаты Гөлнара Сыңғыҙова, филология фәндәре кандидаты Рәшит Аҡкөбәковтарҙың исемен улар ғорурлыҡ менән телгә ала. Хәйер, был исемлек киләсәктә лә тулыланыр әле. Мөхәббәткә төрөнөп, ғаилә наҙын татып үҫкән балаларҙың яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин түгелдер.





Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә