Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауырыу хаҡында нимә беләбеҙ?
Бөгөн Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Маҡсаты — йәмәғәтселектең иғтибарын йәнә бер тапҡыр йоғошло сиргә килтергән ВИЧ-инфекцияның таралыу проблемаһына йүнәлтеү. Үкенескә ҡаршы, мәкерле вирусҡа бәйле киҫкен мәсьәләләр байтаҡ, һәм уларға йылдан-йыл яңылары ла өҫтәлә.


Илебеҙҙә СПИД-ҡа ҡаршы көрәш буйынса маҡсатлы программа ҡабул ителгән, иҫкәртеү саралары өсөн бүленгән аҡса ла аҙ түгел һымаҡ. Әммә табиптар ВИЧ-инфекцияның таралыуына бәйле кешелеккә янаған хәүефтең кәмемәүен белдерә.
СПИД-ҡа ҡаршы көрәштең символы булып ҡыҙыл таҫма һанала, бөгөн был өлкәләге бер акция ла унһыҙ үтмәй. СПИД-ты аңлау символы булараҡ был таҫма 1991 йылдың яҙында уйлап сығарылған. Авторы — Франк Мур исемле рәссам. Уның күршеһендәге бер ғаилә, Фарсы ҡултығына хәрби хеҙмәткә киткән ҡыҙҙарының уңышлы ҡайтыуына ышанып, таҫмалар тағып йөрөгән.
Таҫмалар, ғөмүмән, символ булараҡ беренсе тапҡыр ошо ҡултыҡтағы һуғыш ваҡытында барлыҡҡа килгән. Әйләндереп ҡуйылған “V” хәрефенә оҡшаған таҫма Атлантала үлтерелгән балалар өсөн ҡайғырыу символы булып һаналған. Рәссам фекеренсә, таҫма СПИД-тың да метафораһы була ала.

***
СПИД тураһында күп һөйләйбеҙ һымаҡ. Әммә, әлеге лә баяғы, “мине урап үтер әле” тигән ҡараш арҡаһында бәләгә тарыйбыҙ. Был афәттән үҙеңде һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәк? Бар бәлә мәғлүмәт етмәүҙән килә. Шуға балаға 13-14 йәш тулды икән, уның менән мотлаҡ һаҡланыу саралары тураһында һөйләшегеҙ. Һеҙҙең төп маҡсат — вирус тураһында төплө мәғлүмәт биреү һәм оялмайынса хәүефһеҙ секс тураһында һорауҙар бирергә була икәнен аңлатыу! Үҫмерҙәрҙең күбеһе атай-әсәйҙәре менән был темаға һөйләшергә ҡыймай. Енси ­мө­нә­сәбәттәре башланғас, ҡыҙ был хаҡта егет менән һөйләшергә тартына, ә ир-ат, ғәҙәттә, һаҡланыу саралары ҡулланмауҙы хуп күрә. Шуны онотмағыҙ: хатта яҡын кешегеҙгә лә 100 процентҡа ышанып булмай. Әгәр һеҙ тоғролоҡ һаҡлаһағыҙ ҙа, партнерығыҙҙың өмөттө аҡламауы ихтимал.

***
Чечняла СПИД-ҡа ҡаршы көрәшеүҙең бер юлын тапҡандар: 2011 йылдан бирле республикала никахҡа инергә теләүселәр муллаға белешмә ҡағыҙы алып килтерергә тейеш булған, былтырҙан иһә ЗАГС-ҡа ла справка талап ителә. Шунһыҙ никах теркәлмәй. Бындай ҡәтғи саралар республика башлығы Рамзан Ҡадировтың башланғысы менән индерелгән.
Ҡытайҙа иһә төрлө ауырыуҙарға ҡаршы көрәш беҙҙең ҡалыптарға бер нисек тә һыймай, ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғо уята. Мәҫәлән, яман шеш менән ауырыусыларҙы был илдә бер ауылда тоталар. Илдә ундай тораҡтар күп. Рөхсәтһеҙ сығып та, инеп тә булмай. Бөтөн ерҙә — һаҡсылар. СПИД менән ауырығандарҙы ла ошондай уҡ ауылдарға күсергәндәр. Бында уларҙың һаны ҡот осмалы тиҙлектә арта. Уларҙы дауаламайҙар.

***
Иң тәүҙә сирҙе “СПИД” (барлыҡҡа килгән иммунодефицит синдромы) тип атайҙар, артабан ул “ВИЧ-инфекция”ға (кешенең иммунодефицит вирусы) үҙгәртелә, ә “СПИД” исемен сирҙең һуңғы стадияһында ғына ҡалдырырға булалар. Был ҡурҡыныс ауырыуҙы ике төрлө онковирус барлыҡҡа килтерә — беренсе һәм икенсе типтағы иммунодефицит вирусы. Организмға инеп, улар иммунитетты һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе үлтерә, иммун системаһын тулыһынса хәлһеҙләтә. Кешенең ОРЗ, ОРВИ, грипп, ҡан һәм лимфа системаһы йә үпкә шешеүе кеүек сирҙәрҙән үлеүе ихтимал.
ВИЧ инфекцияһын ваҡытында дауалай башламаһаң, ул әүҙемләшә һәм көнөнә 10 – 100 миллиард вирус сәсә. Тәүге бер нисә йылда күҙәнәктәрҙең үлеүен кеше һиҙмәй, ә бына CD4 лимфоциттары ҡанда бер кубик миллиметрға 200 берәмектән кәмеһә, кеше үҙен насар тоя башлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә