Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙе бер йәм икән йәшәүҙәре!
Үҙе бер йәм икән йәшәүҙәре! Туғыҙынсы тиҫтәмде ваҡлағас, үткән ғүмеремә күҙ һалам да, ай-һай, түҙгәс тә түҙә икән әҙәм балаһы, тип ҡуям. Биш малай араһында үҫтем мин. Ғаиләлә икенсе бала булып тыуғанмын. Атайым, үкһеҙ етем үҫкән егет, заманында беҙҙең ауылға Йәрмәкәй районынан эш эҙләп килеп, күсерлеккә урынлашҡан. Әсәйемә ғашиҡ булып, төпләнеп ҡалған Ҡоръятмаҫта.

Йәштәр 1931 йылда өйләнешкән. Тәүге бала булып ағайым Нурфаяз тыуған, унан мин донъяға килгәнмен. Тора-бара әсе яҙмыш еле беҙҙең ғаиләне алыҫ Карелияға илтеп ташлаған. Һуғыш башланғас, әсәйем дүрт балаһы менән Ҡоръятмаҫҡа кире ҡайтырға мәжбүр булған, атайҙы яуға алғандар. Бер ай буйы ҡайтҡан әсәйем дүрт балаһы менән тыуған яҡтарына. Бар ерҙә – аслыҡ-яланғаслыҡ. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиҙәр. Һаҡлап алып ҡалған әсәйем балаларын! Ә ауылда беҙҙе кем генә көтөп торһон һуң? Һуғыш бара, ир-ат фронтта. Торор урыныбыҙ булмағанлыҡтан, бер буш ситән өйҙө алып, балсыҡ менән һылап, шунда йәшәй башланыҡ. Әсәй фермала эшләне.
Бер аҙҙан ауылда бәрәңге киптереү цехы асып ебәрҙеләр. Яңғыҙтүбә тигән тау итәгендә урынлашҡайны ул. Күрше Алға, Мәкәш, Горчак, Буранғол, Ҡыҙрас ауылдарынан ылаулап килтерелгән бәрәңге, йәшелсә башта – турау-әрсеү, аҙаҡ – бешекләү, һуңынан киптереү цехына оҙатыла. Унан ҡапсыҡтарға тултырылып, военкоматҡа тапшырыла. Цехтарҙа эш бер генә минутҡа ла туҡтамай. “Бөтәһе лә – фронт өсөн! Бөтәһе лә – Еңеү өсөн!” тигән яҙмалы плакаттар һуғыш тамамланғандан һуң да күҙ алдыбыҙҙа оҙаҡ эленеп торҙо.
Үҙҙәре аслы-туҡлы булһа ла, апайҙар йырлай-йырлай сменалап эшләй торғайны. Киптереү цехын 1953 йылда ғына яптылар. Халыҡ бер аҙ хәл алып, һуғыш яралары бер аҙ уңалғас, мейестәрҙең кәрәге ҡалмағандыр инде.
Һуғыш ваҡытында Берҡаҙанда торф та сығарҙылар. Йәш кенә ҡыҙҙар, үҫмер малайҙар шунда эшкә йөрөнө. Хәтеремдә, өйөнә торф яғып, үҙе эшкә киткән Миңйыһан апай Фәттәхованың улы, ҡыҙы тонсоғоп үлгәйне. Ул ваҡытта фажиғәләр аҙым һайын һағалап торҙо халыҡты. Ире Хәйбулла ағай һуғышта саҡта Өммөгөлсөм апайҙың да ике балаһы янып вафат булды. Был мәлдә әсәләре киптереү цехында эштә булған. Үҙ-үҙен аямай, еңеүҙе яҡынайтабыҙ тип, көнө-төнө хеҙмәттән арынмаған апайҙар Шәмсиямал Нәғимова, Фәғилә Әкимбәтова, Миңлегөл Мостафина, Ғәлиә Фәррәхова, Рәсимә Фәйзуллиналарға һәйкәл ҡуйырлыҡ. Халыҡ берҙәм, ярҙамсыл ине ул ваҡыттарҙа. Шатланһаҡ, ҡайғырһаҡ та – бергә.
Ауылыбыҙ урман-тау менән уратып алынған. Яҙ башында балтырған, йыуа, ҡаҡы йыйып тамаҡ туйҙырабыҙ. Ә йәйҙәрен әйтеп тораһы ла түгел – еләк-емеш етерлек. Урман беҙҙе йылытты ла, туйындырҙы ла. Хәтеремдә, беренсе тапҡыр еләккә алты йәшемдә барҙым. Шунан һуң урман икенсе йортома әйләнде. Ауыр саҡтарҙа ҡырҙарҙы гиҙеп ҡайтһам, күңелемә дауа алам. Урман кешеһе мин. Иртә яҙ башлана сәйәхәтем. Беренсе ҡар бөртөктәре генә юлымды туҡтатып тора. Урманыбыҙ – әле лә туйҙырыусыбыҙ ул беҙҙең.
Тағы ла бер ваҡиға хәтеремә уйылып ҡалған. 1946 йылдың яҙы. Нурғәле ҡустым менән балтырғанға барҙыҡ та шишмәлә йыуынып торабыҙ. Көн шундай аяҙ, матур. Бер һалдат шишмә буйына туҡтаны. Һуғыштан ҡайтып килә икән. Ныҡлабыраҡ ҡараһам – атайым! Бына шулай балтырғанға барып, атайҙы алып ҡайттыҡ ҡустым менән!
Эш мул төштө беҙҙең быуынға. Һуғыш ваҡытынан алда ҡолағыбыҙҙан тартып үҫтерҙе, тигән бит әле шағир. Был – беҙҙең турала. Туғыҙ йәштән колхоз эшендә әсәй менән бергә сөгөлдөр, көнбағыш, бәрәңге утаныҡ. Кистәрен иһә һатыу өсөн шәл, ойоҡбаш, шарфтар бәйләйбеҙ. Бала саҡтан үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә өйрәндек, кемдәндер ярҙам көтөп ултырманыҡ.
Ҡайҙа ебәрһәләр, шунда эшләнем. Урманын да киҫтем, бесәнен дә саптым, ғүмер буйы шәл бәйләнем, балаҫ һуҡтым, умарта тоттом. Ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша килдем бөгөнгө матур тормошома. Ирем Әмир менән илле йылға яҡын бергә ғүмер кисерҙек. Балта оҫтаһы ине ул. Һатыу өсөн сана, уның табандарын, дуғалар яһар ине. 1954 йылдан бирле умарта тоттоҡ. Бына шулай йүгереп йөрөп үтеп киткән ғүмер. Тотонмаған эш ҡалманы. Бөтә һөнәрҙе лә беләм кеүек. Өс йыл буйы мотоцикл менән йөрөп, халыҡтан һөт тә йыйҙым. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Ана шул йөрөтә лә инде мине фанилыҡта. Балаларымды үҫтереп, инде ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын кисереп йәшәп ятам. Шөкөрана ҡылам ҡорған донъяма, Хоҙайым биргән сәләмәтлегемә. Яҙмышыма рәхмәтлемен! Ғүмерем бушҡа уҙмаған. Тик ултырғанымды хәтерләмәйем. Эшем менән маҡтаулы, абруйлы, ашлы булдым. Аллаға шөкөр, имен, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Өҫтәлебеҙ тулы һый, өҫтөбөҙҙә – матур кейем. Зарланырға урын юҡ. Һуғыш афәттәре генә ҡабатланмаһын. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек.






Автор: Нажиә ӘХМӘТВӘЛИЕВА. Район: Дәүләкән районы, Ҡоръятмаҫ ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә