Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быуындар бәйләнешенә әйләнһен
“Ҡоролтай ҡоро дау, лаф ороу булмаһын,
Конгресс ҡаңғырыш, ҡан ҡойош булмаһын,
Башҡортта боронғо олпатлыҡ уянһын,
Ғорурлыҡ, үҙаллыҡ тойғоһо тулаһын!”
Ҡәҙим Аралбай.

Нимә ул һеҙҙең өсөн Ҡоролтай? Үҙ ғүмерегеҙҙә берәй тапҡыр булһа ла ошо хаҡта уйланғанығыҙ булдымы? Ҡоролтай бит дәүләт институты ла, коммерция ойошмаһы ла, хатта фәҡәт халыҡ мәнфәғәтен яҡларға тейешле социаль-ижтимағи берекмә лә түгел. Ҡоролтай ул — даирә... Һинең күңелеңә тынғылыҡ бирмәгән, булмышыңды даулаған, ниндәйҙер мәлдәрҙә хатта бейеклектәргә ҡанатландырған рух даирәһе... Ә уның мөмкинлектәре, ысынлап та, сикһеҙ. Сөнки бында халыҡ тауышы, милләт зиһене, яуаплылыҡ һәм выжданлылыҡ берләшә. Был иһә барыһынан да ҡиммәтерәк, бар нәмәнән көслөрәк...
Бөгөн бөтә донъя башҡорт­та­ры сираттағы Ҡоролтайын ҡар­шы ала. Сираттағыһын... Үт­кәндәргә йомғаҡ яһарға, килә­сәккә бурыстар билдәләргә, мил­ләтте борсоған проблема­лар­ҙы уртаға һалып һөйлә­шер­гә һәм уларҙы хәл итеү юл­дарын барларға сираттағы мөмкинлек. Ваҡытлы мөмкин­лек...

Әммә күңелгә бөгөнгө йыйындан да бигерәк үткәндәре тынғы бирмәй. Нимәгә өлгәшел­де? Ниндәй һөҙөмтәләр һәм яуланған бейеклектәр менән аяҡ баҫабыҙ яңы Ҡоролтайға? Әллә уртаҡлашыр шатлыҡ-ҡы­уаныстарыбыҙға ҡарағанда йө­рәкте өйкәгәндәре күберәк­ме? Хәйер, был һорауҙарҙы Ҡорол­тайға ғына япһарып ҡалыу ҙа дөрөҫ үк булмаҫ. Уларға делегаттар ғына түгел, күңелендә башҡорт рухы йәшә­гән һәр милләттәш яуап ҡайта­рырға бурыслылыр.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡоролтай­ҙарҙа бығаса ҡатнашҡандар үҙҙәренә эстән генә булһа ла отчет бирәме икән? Йыйын­дарҙа бер миллион 600 мең кешенең мәнфәғәтен яҡлаған­дар ошо ваҡыт арауығында милләте өсөн нимә эшләгән? Әгәр ул фән докторы икән, үҙенә алмашҡа нисә фән докторы һәм нисә фән кандидаты әҙерләгән? Әгәр ҙә, әйтәйек, эшҡыуар булһа, башҡорт бур­жуазияһын тергеҙеүгә ярҙам иткәнме? Ниндәй милли проект­тарҙы үткәреүгә, әҙәби китап­тарҙы сығарыуға булышлыҡ күрһәткән улар? Юғиһә, бер ни­сә йыл элек ҡайһы берәү­ҙәрҙең Ҡоролтай алды сығыштарын уҡығанда, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, күңелдә ҡыҙыҡ тойғо­лар ҡалды. “Балаларымды баш­ҡортса һөйләшергә өйрәтә­сәкмен, уларҙы милли мәктәптә уҡытасаҡмын”, — тип яҙалар. Ә балаларыңды башҡорт итеп үҫтереү өсөн Ҡоролтайға делегат булып барыу мотлаҡмы? Әгәр ҡорға саҡырылмағанһың икән, тимәк, балаларың әсә телен белмәһә лә ярай тигән һүҙме был?..
Ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге өҙлөкһөҙ барырға, йәмәғәт ли­дерҙары уны тәгәрмәс кеүек әйләндерергә тейеш. Этеп, туҡ­тауһыҙ ҡеүәт өҫтәп тормаһаң, тәгәрмәс ҙур ҡаршылыҡҡа осра­маған хәлдә лә яйлай, туҡтауға дусар була... Ҡоролтай, ғөмү­мән, яңы көскә, даими иғти­барға мохтаж.
Күптәр беҙҙә матди, иҡти­са­ди проблема юҡ, рухи көрсөктө генә йырып сығырға кәрәк тип һа­най. Рухи көрсөк... Ул нимә­нән ғибәрәт? Нилектән бар­лыҡ­ҡа килә ул? Теләй­беҙ­ме-теләмәйбеҙме, иҡтисади көрсөктө лә танырға тура килә: рухи бөтөнлөккә өлгәшеү юлы шул тауҙы артылғандан һуң ғына башланалыр ул. Эйе, хал­ҡы­быҙ араһында әлегә байҙар бик аҙ. Иртәме-һуңмы, беҙгә милли буржуазияны тергеҙеү мәсьәләһен күтәрергә тура киләсәк...
Тергеҙеү, тинек. Юҡһа беҙҙе бығаса “Октябрь революция­һы­на тиклем башҡорттоң зыялылары ла, инженерҙары ла, бай­ҙары ла, меценаттары ла булмаған”, тип өйрәттеләр. Күп­ме ғалимыбыҙҙың, шағирыбыҙ­ҙың хеҙмәттәрен белмәй үҫтек, ата-бабаларыбыҙ уҡый-яҙа бел­мәгән тигәнгә ышандыҡ. Ис­мәғил Тасимов, Надир Ураз­мә­тов кеүектәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Баҡһаң, 1937 йылда уҡ коммунистар партия­һы­ның ҡушыуы буйынса беҙҙең халыҡҡа “Буржуаз-феодаль үт­кәндәрегеҙҙе онотоғоҙ!” тип ҡу­шылған булған икән. Бөгөн хә­ҡи­ҡәтте иҫбатлау өсөн мөм­кин­лектәр бар. Эҙләнеүсән ға­лим­дарыбыҙға – яңы тема. Әм­мә “Башҡорт буржуазияһы” төшөнсәһе тарихта ғына ҡалмаһын ине.
Байҙарыбыҙҙы арттырмайынса сара юҡ. Сөнки һәр ха­лыҡ үҙен ысын мәғәнәһендә мил­ләт тип һанар өсөн элитаға эйә булырға тейеш. Мәҫәлән, һәр өлкәлә талантлы кешелә­ребеҙ бар. Шөкөр, һәләтле ар­тис­тарыбыҙ, таһыллы спорт­сыла­рыбыҙ, арҙаҡлы ға­лим­дарыбыҙ, тарихсыларыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Инженерҙарыбыҙ, банкирҙары­быҙ иһә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уларҙы үҫтермәһәк, донъя кимәлендә танытмаһаҡ, беҙҙең менән технологиялар, финанстар, сәнәғәт даирәлә­рен­дә иҫәпләшеүселәр булыр­мы? Башҡорт элитаһының әле­ге вәкилдәренә лә үҙҙәренә алмаш хәстәрләү зарур. Шуға һәр делегат ҡына түгел, һәр башҡорт үҙенә бер генә ябай һорау бирһен ине: “Беҙ миллә­тебеҙгә нимә бирә алдыҡ?” Юғиһә айырым мәнфәғәттәр, шәхси амбициялар йыш ҡына барыһынан да өҫтөн булып киткеләй...
Ғөмүмән, йырлап-бейеп, сән­ғәт­те һәм мәҙәниәтте данлап ҡы­на милләтте үҫтереп булмая­са­ғын аңларға ваҡыт. Төрлө заманды яманлауҙан, зарла­ныу-һыҡтаныуҙан да фәт­үә юҡ. Артҡа ҡарап йәшәһәк, алға китә алмаясаҡбыҙ... Әммә был һис кенә лә тарихыңды, телеңде, ғөрөф-ғәҙәттәреңде белмәһәң дә була тигән һүҙ түгел... XXI быуат – рухлы, ил­һөйәр, туған телен һәм халҡын хөрмәт иткән зыялылар дәүере. Беҙ ошоға ынтылырға тейеш... Тик маҡсаттарыбыҙҙы ла, та­лап­та­рыбыҙҙы ла Ҡоролтайға ғына түгел, ә тәү сиратта үҙе­беҙгә ҡайтарып ҡалһаҡ ине. Сөнки бер миллион 600 мең баш­ҡорттоң мәнфәғәтен бер Ҡо­рол­тай ғына хәл итеүен күҙ алдына килтереүе ауыр. Хәйер, был мөмкин дә түгел...
Тиҙ үҙгәреүсән заманда йә­шәй­беҙ. Ул һәр ҡайһыбыҙ алдына яңы бурыстар, талаптар ҡуя. Ҡоролтай ҙа заман менән бергә атлаһа ине. Беҙ уны көслө, дәртле, шул уҡ ваҡытта милләтенә терәк-таяныс булыр­ҙай маяҡ, быуындар бәйлә­не­шен һаҡлаған “Салауат күпере” итеп күрергә теләйбеҙ...




Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә