Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдаштар ҙа, фекерҙәштәр ҙә...
Юлдаштар ҙа, фекерҙәштәр ҙә... Ҡайһы саҡта ҡайғы яңғыҙы ғына йөрөмәй икән шул. Башҡортостаныбыҙҙың иң бөйөк байрамы ваҡытында – Республика көнөнөң 25 йыллығы еткән тарихи тантана мәлендә – беҙҙең шатлыҡҡа көтмәгәндә ҙур ҡайғы килеп ҡушылды. Башҡортостан фәне бик ауыр юғалтыу кисерҙе: олуғ ғалим Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов менән бәхилләштек, бер көн үткәс, атаҡлы археолог, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Халҡыбыҙ, үҙенең ике аҫыл ир-уҙаманын, ике тарихи шәхесен юғалтып, ҙур ҡайғыға тарыны.

Миңә уларҙың икеһе менән дә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының гөрләп торған саҡтарында оҙаҡ йылдар бергә эшләү бәхете насип булды. Уңыштарға бергә шатландыҡ, хәл ителергә тейешле уртаҡ мәсьәләләрҙе уйлап, бергә борсолдоҡ.
Нияз Мәжитов минән олораҡ, Ишмө­хәмәт Ғәләүетдинов кесерәк булһа ла, тиңдәштәр һымаҡ йәшәнек. Замандаштар, ватандаштар, фекерҙәштәр булдыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: фән даирәһендә генә түгел, көндәлек тормошта ла юлдаштар булдыҡ. Нияз Мәжитов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге рәйесе булған осорҙа уның менән бергә Ырғыҙ буйҙарында ла, Силәбе яҡта­рын­да ла, беҙҙең Ырымбур ерендә лә милләттәштәребеҙ менән осра­шыу­ҙар үткәрҙек. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов менән тағы ла алыҫыраҡ сәфәрҙә юлдаштар булдыҡ: ул Өфө дәүләт сәнғәт академия­һының ректоры саҡта Төркиә­ләге халыҡ-ара йыйында ҡатнаштыҡ. Ошо шәхестәр менән алыҫ араларҙы бергә үтеүемде, юлдаш та, фекерҙәш тә булып йәшәүемде һәр саҡ һағынып та, ғорурланып та иҫкә аласаҡмын.
Нияз Мәжитов, Ишмөхәмәт Ғәләүет­динов менән бәхилләшеүебеҙгә ҡырҡ көн тула. Вафат булған кешенең йәне ошо арауыҡта яҡындары араһында була ла шунан осоп китә, тиҙәр. Нияз ағай менән Ишмөхәмәттең рухы, исеме, хеҙмәттәре ҡырҡ көндән генә түгел, ҡырҡ йылдан һуң да, алыҫ киләсәктә лә йәшәр, халҡыбыҙ күңелендә һаҡланыр, милләтебеҙҙең зиһенен нурландырыр. Йән­дә­ре йәннәттә булһын.
Дуҫтарымдың ҡырҡында уҡыусыларға ошо ике шиғырымды еткергем килә. Бе­реһен Ишмөхәмәттең табуты янында уҡы­ным, икенсеһен Нияз ағай менән бәхил­лә­шеп ҡайтҡас яҙҙым.




Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов
менән бәхилләшкәндә.

Дәжжәл менән Әжәл белмәй аяу,
Ҡаяуҙары хәтәр, юҡ мәрхәмәт.
Ҡурай кеүек һындың, моңоң тынды,
Өҙөлдөң бит ҡапыл, Ишмөхәмәт.

Уҙған көндө бәйләп килер көнгә,
Тарихтарға индең юлдар ярып.
Аҡтарҙың да быуат ҡатламдарын,
Эҙләп таптың һүҙҙең ынйыларын.

Яҙмыш һине үҙе һайлап алған,
Хазинаға юлығыр юл өйрәткән.
Ҡыуаныс та, һыҙылыу, һыҙланыу ҙа
Йыйыла бит барыһы бер йөрәккә.

Ил тип яндың, туған тел тип яндың,
Күңелең тулы булды шул мөхәббәт.
Шул яныуҙар, йөрәгеңә һыймай,
Шартлаттымы әллә, Ишмөхәмәт?
Бәхилләшкән саҡта һинең менән
Ҡайғыларҙан йөрәк, эй, һыҡтана.
Халҡым зиһенендә һүҙең ҡала,
Ил хәтеренә уйылып, уйың ҡала.
2015 йыл, 10-11 октябрь.



Утлы күмер

Юлдаштар ҙа, фекерҙәштәр ҙә...Академик Нияз Мәжитовтың
яҡты иҫтәлегенә.

Үткән донъяларҙы уйлау ҡайҙа,
Һанламаған саҡта был донъяһын?
Еребеҙ өҫтөндәген юҡ ҡәҙерләү,
Еребеҙ аҫтындағын кем уйлаһын?

Һуҙмағанда дуҫҡа ярҙам ҡулын,
Уҙғандарға кем һуң башын эйер?
Күрмәгәндә әлеге матурлыҡты,
Боронғоно уйлап, кем һуң көйөр?
Тамырҙарын башҡортомдоң барлап,
Ерҙә ҡаҙынып, һинең уҙҙы ғүмер.
Ҡуйынын асып ерҙең, ҡалдың хайран:
Ниндәй тормош бында булған вайран! –
Күрмәйенсә быны кем һуң белер?
Һүнгән усаҡтарҙың көлө түгел,
Устарыңды өттө утлы күмер.

Яҡламаһаҡ үҙебеҙ үҙебеҙҙе,
Ил-йортобоҙ ҡотон кем ҡотҡарыр?
Ырғыҙҙарға, Миәстәргә еттең,
Туплап бөтә донъя башҡорттарын.

Беҙ янмаһаҡ, ғәмһеҙ, сәмһеҙ ҡалһаҡ,
Кем һуң һаҡлар йылыныр утыбыҙҙы?
Терелттең һин һүнгән усаҡтарҙы,
Ә усағың һинең һаман ҡуҙлы.
2015 йыл, 13-14 октябрь.


Автор: Рауил БИКБАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә