Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер арбаның ике тәртәһе
Бер арбаның ике тәртәһе  Республикабыҙҙа һуңғы йылдарҙа ағинәйҙәр хәрәкәте әүҙемләште. Ул ҡатын-ҡыҙҙың эшләү, ойоштороу, сәхнәлә сығыш яһау, халыҡ менән аралашыу һәләтен үҫтереү, шытым биреп тә, сәскә атырға өлгөрмәгән дәрт-илһамын ҡандырыу өсөн, баймаҡтарса әйткәндә, мас булды ла ҡуйҙы.

Хәрәкәтте башлап ебәреү өсөн журналист, Бөтә донъя башҡортта­ры ҡорол­тайы­ның Ҡатын-ҡыҙҙар менән эшләү комитеты ағзаһы Гөлфиә Янбаева республика райондары буйлап арыу-талыу белмәй “сапты”. Мөмкинлеге булғандар­ҙы алмаш-тилмәш үҙе менән алып китер ине. Гүзәл Сит­ди­ҡова, Сәлиә Мырҙа­бае­ва, Гөлсәсәк Әли­бае­ва, Рәйсә Күзбәкова менән уның сап­та­рында бергә “сабыш­тыҡ”. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙың һәр районында тиерлек ағинәйҙәр ҡоро барлыҡҡа килде.
Ҡатын-ҡыҙ зиһене, уй-хыялы, хеҙмәте, әүҙемлеге, донъяны танып-белеүе менән ир-егеттән һис кенә лә айырылмай. Әл­биттә, медицина, психология өлкә­ләре­нә тәрән төшөргә иҫәбем юҡ, әммә кешелек донъяһының яртыһын тиерлек тәшкил иткән гүзәл заттарыбыҙҙың бөгөн донъя кимәлендә башҡарған хайран ҡалмалы эштәре ҙур иғтибарға лайыҡ. Бөгөн ошолай тип әйтәбеҙ икән, заман өсөн һис ниндәй яңылыҡ асмайбыҙ. Әммә бынан теүәл бер быуат элек ошондай фекер әйткән Рабиға Йомағолованы (аҙаҡ – Ҡушаева) ҡоролтай делегаттары геү килеп, байтағы ризаһыҙ­лыҡ белдереп ҡаршы алған. Әлеге заман күҙлегенән ҡарағанда, был күренеш ғәжәп итерлек. Рабиғаның юғары трибунанан ҡуйған талаптары күптәрҙе, йәғни ирҙәрҙе, аптырашта ҡалдырған.
Ниҙән ғибәрәт был талаптар? 1917 йыл­ғы үҙгәрештәр башҡорттарға ла яңы­лыҡ алып килә. Ошо уҡ йылда Каруан­һарайҙа Беренсе бөтә башҡорт ҡо­рол­тайы ойошторола. Һамар губерна­һынан Рабиға Йәнғол ҡыҙы делегат итеп һайлана. 16 ғы­на йәшлек уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙе генә була. Был хәл сәменә тейеп, сығыш яһарға була. Уға һүҙ бирәләр.
Ниндәй талаптар ҡуйған һуң 16 йәшлек ҡыҙ бала?
l Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡлы булырға тейеш, шуға һәр кем һайлауҙа ҡатнаша ала;
l тиң хоҡуҡлы милләт кенә үҫә һәм юғары мәҙәниәтле булыуға өлгәшә ала, шуға ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтары тураһында закон ҡабул иткәндә, уларҙың үҙҙәренең ҡатнашыуы зарур;
l никах уҡығанда ике яҡ та — егет тә, ҡыҙ ҙа — ҡатнашырға тейеш;
l ғаилә тормошонан уңмаған осраҡта ҡатындың айырылырға хоҡуҡлы булыуын танырға;
l ҡыҙҙарҙы туған телдә һәм урыҫса уҡытыуҙы мотлаҡ тип иҫәпләргә.
Рабиға шулай уҡ ҡыҙҙарҙы йәшләй (17 йәшкә тиклем) кейәүгә биреүгә, ирҙәрҙең күп ҡатын алыуына ҡырҡа ҡаршы сыға. “Йәшәһен милләттең яртыһын алып торған һәм уның үҫеүендә, сәскә атыуында ҙур көс булған ҡатын-ҡыҙ! Улар — милләтебеҙ әсәләре, шуны аңларға ваҡыт!” — тип тамамлай телмәрен Рабиға. Ошо көндән уның үҙен дә “Милләт әсәһе” тип йөрөтә баш­лайҙар.
Йыйында Рабиға Йомағолованың тәҡди­ме буйынса гүзәл зат мәсьәләһенә бәйле ҡарар ҡабул ителә. Ул Башҡор­тостанда ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге статусын билдә­ләү маҡсатындағы тәүге закон акты булараҡ әһәмиәтле.
Әлбиттә, уға тиклем дә был мәсьәлә бөтөнләй иғтибарҙан ситтә булмай. 1908 йылдан Ризаитдин Фәхретдин мөхәррир­легендә нәшер ителгән “Шура” журналы гү­зәл зат тормошона арналған мәҡәләләр баҫтыра. “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Ҡатындар сәхифәһе” би­тендә лә был темаға етди иғтибар бүленә. 1921 йылдың 7 ноябренән иһә “Азат ҡатын” гәзите донъя күрә башлай. Мөхәррире итеп Рабиға Йомағолова тәғәйенләнә. 1935 йылдың сентябрендә ВКП/б/-ның Башҡор­тостан өлкә комитеты гүзәл зат өсөн “Яңы юлда” исемле журнал ойоштора.
1964 – 1965 йылдарҙа Башҡортостан ра­диоһының пропаганда һәм агитация редак­цияһы мөдире Тайфур Көсөков хәстәрлеге менән ҡатын-ҡыҙ өсөн радиожурнал эфирға сыҡты. Мөхәррире шағирә Кәтибә Кинйә­булатова ине. “Совет Башҡортостаны” гә­зитендә айына бер тапҡыр “Урал ҡыҙы” тип аталған махсус бит нәшер ителде.
Унан, белеүебеҙсә, 1968 йылдың ғинуа­рынан “Башҡортостан ҡыҙы” журналы сыға башланы. Эйе, был баҫма гүзәл затҡа иғтибар иттерҙе, уның йәшә­йеше, йәмғиәттә тотҡан урыны, ижады менән таныштырҙы. Ә төп бурысты – әсәләр, милләт әсәләре тәрбиәләүҙе – үтәйме? Ә бит был журнал­дың төп тәғәйенләнешен ошо юҫыҡта булыр тип хыялланғайныҡ. Рәми Ғарипов “Башҡор­тостан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары итеп тәғәйенләнгәс, шул тиклем ҡыуанды. “Беҙгә башҡорт әсәләрен тәр­биәләргә кәрәк. Журнал һәр өйгә килергә тейеш. Барлыҡ һандарҙа онотолмаҫ бер яҙма булыуы шарт: очеркмы ул, хикәйәме, поэмамы – гүзәл затҡа өлгө-фәһем бирһен”, – тине ул. Журналды ҡыуанып ҡаршы алдылар, әммә ҡатын-ҡыҙ тормошонда ҡырҡа боролош яһалманы. Теге йәки был темаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу булһа ла, уйланыу, һығымта сығарыу, ниндәйҙер яңылыҡ индереү, тормошто йәнләндереү кеүек үҙгәрештәр булманы. Ни өсөн тигәндә, бөтөн ил Коммунистар партияһы тарафынан һыҙылған йүнәлештән барҙы, билдә­ләнгән план буйынса эшләне, Совет власы төҙөгән ҡоролоштағы бар нәмәгә ҡыуанды, айырыусы ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр менән тиң хоҡуҡлы булыуына шатланды. Әммә көслө зат быны үҙенсә аңланы. Ҡатын-ҡыҙ елкәһенә һалынған йөктө уртаҡлашырға ынтылманы. Һөҙөмтәлә “изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул” беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ. Ғалимә, етәксе, уҡытыусы, тәрбиәсе һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр башҡарыусы, өйҙә лә – шундай уҡ ғаилә йөгө. Ниндәйе бит әле! Бала тәрбиәләү... Ағинәйҙәр алдына ҡуйылған иге-сиге булмаған бихисап бурыс ҡайҙан килеп сыҡты һуң? Юҡ, ҡатын-ҡыҙҙың тиң хоҡуҡлы булыуында түгел төп хата. Ә күпселек ирҙәрҙең ошо тиңлекте гүзәл затҡа ҡарата ниндәйҙер “яза” итеп ҡарауында. “Үҙегеҙ даулап алдығыҙ, өлгө­рө­гөҙ!” – тигән кеүек ҡарашта булыуында йәки был мәсьәләне иғтибарҙан бөтөнләй ситтә ҡалдырыуҙа. Бындай мөнәсәбәттең бала тәрбиәләүгә кире йоғонтоһо айырыуса ҙур. Ғаилә мәктәбе ҡаҡшаны, өлкәндәр һабағы һанға һуғылманы, кемдәрҙер уйлап сығарған стандарттарға һыйырға маташа башла­ныҡ. Бөгөн халҡыбыҙ тормошонда элек ишетмәгән-күрмәгән тәртипһеҙлек­тәрҙең осрауы – тәрбиәгә тейешле ваҡыт бүлен­мәүендә, иғтибар етмәүендә. Күбебеҙ бит балабыҙ менән ихлас күңелдән һөйлә­шергә лә ваҡыт таба алмай. Һөҙөмтәлә башҡа ла килмәгән проблемаларға килеп төртөләбеҙ.
Ағинәйҙәр ойошоп, бергәләп хәл итергә тотонған мәсьәләләр ҡасандыр үҙебеҙ үк күҙҙән ысҡындырған етешһеҙ­лектәргә бәйле. Шуның өсөн эш барышында ғаилә, бала тәрбиәләүҙә ирҙәрҙең яуаплылығын күтәреү мөһимлеге хаҡын­да ла оноторға ярамай. Юғиһә “бисәләр мәшәҡәте” үтә күбәйеп китте. Мәктәптәрҙә ир уҡы­тыусылар юҡ кимәлендә, ата-әсә йыйылыштары әсәйҙәрҙекенә генә әйләнеп бара. Хатта ҡунаҡта “рәхәтлә­неп” ял итеп, ҡайтҡан саҡта рулде ҡаты­нына тотторған ирҙәр ишәйә. Мага­зин­дарҙа, балалар баҡсаларында иһә улар бик һирәк күренә. Ә бит “тиң хоҡуҡлы ҡатын-ҡыҙ” шул уҡ эште башҡара. Уның әсәй, хужабикә, ғаилә йөгөн тартыусы икәнлеген ир етәкселәрҙең күбеһе иғтибарға ла алмай, берҙәй талап ҡуя. Эштән биш-ун минутҡа алда ебәреүҙе үтенеп ҡара!
Ошоларҙан сығып ниндәй һығымта яһап була? Ағинәйҙәр тәрбиә эшендә күҙҙән ысҡындырылған бихисап хатаны төҙәтеү менән мәшғүл булған саҡта, ирҙәр, йәғни ысын мәғәнәһендә милләт атайҙары, “Аҡһаҡалдар ҡоро” йыйып, ғаилә башлыҡтарының бурысын, уларҙың сәләмәт рухлы быуын үҫтереүгә берҙәй яуап­лы икәнлеген аңлатырға тейеш. Быны аңлаған көслө зат вәкилдәре лә байтаҡ. Шундай ир-ат етәкселек иткән мәктәптәрҙә юғарынан төшкән күрһәтмәләр менән бер рәттән халыҡты һаҡлау сараһы ла күрелә. Ошондай ауылдарҙың белем усаҡтары ла ел-дауылдарҙан һаҡланып ҡала. Ғөмүмән, республика мәктәптәрендә йыш булам. Күреп, ҡыуанып, илһамланып ҡайтҡан саҡтар бар. Яңыраҡ бер райондың башҡорт мәктәбендә хыялымдағы тәрбиәне күреп һөйөндөм. “Төп маҡсатым – рух тәрбиәләү, – тине директор. – Ундай кеше тормошта юғалып ҡалмай. Шуның өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Мәктәптә малайҙар хоры бар, драма түңәрәге эшләй”. Үҙе хаҡында яҙырға теләүемде әйткәс, көтөлмәгән яуап ишеттем: “Мәрйәм апай, мине маҡтамағыҙ. Яҙмағыҙҙы үткәрмәҫтәр. Беҙ бит – имтихан һөҙөмтәләре буйынса артта ҡалған мәктәптәр иҫәбендә. Бөтөн балаларҙы ла – яҡшы уҡыймы ул, насармы – урта мәктәпте тамамлатырға тырышам. Береһен дә ҡырға ебәрмәйем. Быуындары нығынмаған балаларҙы, БДИ тапшыра алмаҫһың тип, ниңә ситкә ебәрергә? Атаһы-әсәһе янында, ауылдаштары араһында булһындар, эшкә өйрәнһендәр. Шуныһы ҡыҙыҡ: БДИ-ны тапшыра алмайынса, урта мәктәпте справка менән генә тамамлағандар араһында бынамын тигән эшҡыуарҙар, балта оҫталары, фермерҙар бар бит. Малайҙар һуңыраҡ өлгөрә шул... Әлбиттә, йыл да август конференцияһында әрләнәм. Күнгәнмен. Минең маҡсат ҙурыраҡ”.
Был ир-уҙаман ғаиләһендә – шәп хужа, уҡыусыларын да, тыуған төйәген дә атайҙарса хәстәрләй.
Ауылда тыуып үҫкәндәргә яҡшы билдәле: арбаның тәртәләрен тип-тигеҙ, бер иш итеп яһайҙар. Шулай булғанда ғына тигеҙ юлдан да, суҡыртмаҡлыһынан да аунамай-түкмәсләмәй бараһың. Атай менән әсәй ҙә бер арбаның – донъя йөгөнөң – ике тәртәһе кеүек. Улар уртаҡ маҡсатта йәнәш атлаһа, милләт булып йәшәүгә ныҡлы нигеҙ һалыныр. Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләгә ҙур иғтибар бүленергә тейеш. Юғиһә “Ағинәйҙәр” иңенә һалынған йөктөң, үтә лә тос булып, үҙҙәрен баҫып ҡуйыуы ла ихтимал. Урындарҙағы ҡайһы бер ир етәкселәр уларға былай ҙа һалышты ла ҡуйҙы бит. Етешһеҙлек күреп ҡалһалар: “Ағинәйҙәр ни эшләп күрмәй быны?!” – ти ҙә торалар икән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Кунсылыу
    Кунсылыу от 22.11.2015, 13:07
    Эйе, беҙҙә лә шул уҡ хәл.Ир-ат боҫҡан("окопта, сығарып булмай атыпта ..."тигән кеүек.Хатта, отчет йыйылышында прокурор ярҙамсыһы "Ниңә ҡатын-ҡыҙҙар советы эшҡыуарҙарҙы тыймай,лесопилькаларының бысҡы табы тирә-яҡты ағыулай бит, -ти.Йән көйөштән,ҡаршы әйтһәм, үҙебеҙҙең ирҙәр мине тыя, кемелер хихылдай...






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873