Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Геройҙар исемлегендә булмаһа ла…
Геройҙар исемлегендә булмаһа ла… Яҡташтарым араһында Советтар Союзы Геройы була яҙған батыр тураһында һүҙем. Әммә, һуғыш мәшәҡәте, һәр заманды оҙатып барған бюрократик кәртәләр йә иһә алабарманлыҡ сәбәбенәнме, бик кәрәкле ҡағыҙ ниндәйҙер бер этапта юғалған. Һөҙөмтәлә ил өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡан сираттағы яугир юғары исемдән мәхрүм ҡалған...
Баймаҡ районының Шәмсүл ауылында тыуып үҫкән мәрхүм Әх­мәт­сафа ағай Юнысбаевтың бала­ла­рына күптән түгел тулҡын­ландырғыс хәбәр килде. Алты орден, бихисап миҙал кавалеры булған яугирҙе 1945 йылдың 9 апрелендә “Советтар Союзы Геройы” исеменә лә тәҡдим иткән булғандар. Был хаҡта мәғлүмәтте Интернет селтә­ренән Баймаҡта йәшәгән туғандары Зәкиә Солтанморат ҡыҙы тапҡан. “Әхмәтсафа ағай үҙе иҫән саҡта: “Командование “Советтар Союзы Геройы” исеме биреүгә тәҡдим иткәйне. Килеп етмәне бит миңә шул “Герой”. Военкоматҡа барып та эҙләтеп ҡараным. “Исемлектә юҡһығыҙ, ти­неләр”, – тип ҡайһы саҡта иҫкә алғылай торғайны, – ти Зәкиә Солтанморат ҡыҙы. – Бала сағымда һуғыш эпизодтары хаҡында ҡабат-ҡабат һөйләтеп, уны йөҙәткәнем хәтеремдә. Бәлки, шуғалыр ҙа әлеге хәбәр мине битараф ҡалдырманы. Ул ғына ла түгел, ошо хаҡта ишеткән балалары менән бер рәттән күҙ йәштәремде тыйып ҡала алманым. Тулҡынлана-тулҡынлана, ашығыс рә­үеш­тә ҡулыма ҡәләм алдым. Әсәйем­дең бер туған ҡустыһы Әхмәт­сафа ағайымды Герой исеменә тәҡдим итеп тә, шул юғары награданы бир­мәгәндәренә ифрат борсола инем. Әммә, быны иҫбатлаған документтар булмағас, әлбиттә, ошоғаса уның һөйләгәндәре хәтирә генә булып ҡала килде.
Ә бөгөн ағайымдың һуғышта күрһәт­кән батырлығын бәйән иткән бер нисә һуғыш эпизодын уның командиры яҙған “Бүләкләү ҡағыҙы” аша күрһәтергә мөмкинлегем булыуына сикһеҙ шатмын. Был – яҙыусы, йә махсус белемле хәбәрсенең түгел, ә блиндажда, окоп төбөндә ябай һалдаттар менән бер котелоктан ашап, бергә көн дә үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яугир-командирҙың һүҙҙәре...
Полк командиры, подполковник Репяхов тарафынан ҡыҙыу һуғыш мәлендә сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына яҙылған был мәғлүмәт – ағайымдың иҫ киткес батырлыҡтары хаҡында.
“Юнысбаев иптәш полкта хеҙмәт иткән дәүерҙә дошман танктарына һәм үҙйөрөшлө орудиеларға ҡаршы көрәштә таһыллыҡ, һалҡын ҡан­лылыҡ һәм ҡурҡыу белмәүсәнлек күрһәтте. Орел ҡалаһы өсөн алыш мәлендә, 1943 йылдың 3 авгусында, дошмандың танк контрһөжүмдәренә ҡаршы тороп, фашистарҙың артиллерия дауылына һәм һауанан өҙлөкһөҙ бомбаға тотоуҙарына ҡарамаҫтан, үҙе яраланған килеш, Юнысбаев иптәш яңғыҙы дошмандың 12 танкыһына ҡаршы тороп, утҡа тотоуын дауам итте. Шулай итеп, һөжүм кире ҡағылды һәм беҙҙең пехота Орел ҡалаһы янына килеп етте.
1945 йылдың 20 – 26 ғинуарында Латвия ССР-ының Зале ауылы янында пехотабыҙҙы оҙатып барған иптәш Юнысбаев, дошмандың көслө артиллерия һәм миномет уты аҫтында ҡаршы яҡтың ут нөктәләрен юҡҡа сығарып, беҙҙең пехотаның артабан да алға барыуын тәьмин итте. 26 ғинуарҙа дошман, үҙйөрөшлө ете артиллерия ҡорамалы һәм 500-ләгән һалдаты менән, бер-бер артлы алты мәртәбә контрһөжүмгә күтәрелде. Юнысбаев иптәш ошо алыш мәлен­дә, яраланыуына ҡарамаҫтан, һуғыш яланын ташламаны, һәр саҡ ору­диеһы янында булып, бар һөжүмде кире ҡаҡты. Ошо алышта ул дошмандың үҙйөрөшлө ике артиллерия ҡоролмаһын, бер танк, бер бронемашинаһын, дүрт пулемет нөктәһен, 50-ләгән һалдатын һәм офицерын юҡ итте.
1945 йылдың 18 мартында, Латвия ССР-ының Янайши ауылы янын­да танк һөжүмен кире ҡаҡҡан мәлдә, дошман артиллерияһы һәм пулеметтары уты тарафынан Юнысбаев ип­тәш булған состав сафтан сыға­рылды. Юнысбаев был юлы 13 танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһына ҡаршы йөҙгә-йөҙ алышҡа инде. Ул дошмандың өс машинаһын яндырҙы, әммә үҙе лә һул ҡулынан яраланды. Орудие боеприпастары дошман снарядының тура эләгеүе һөҙөмтәһендә янып юҡҡа сыҡты. Дошман танктары ут яуҙырып килеүен дауам итте. Юнысбаев иптәш, ҡанһыраған көйө, үҙ ғүмере хаҡында уйламайынса ҡулы­на граната алды ла яҡынлашып килгән танктарға ҡаршы шыуышып китте. Дошман техникаһының 10-15 метрға яҡынайыуын көтөп, яраһының түҙҙермәй ауыртыуын еңеп, грана­таһының дүңгәләген теше менән тартып сығарҙы һәм етеп килгән машинаға ташланы. Ҡалған танк һәм үҙйөрөшлө орудиелар сигенергә мәжбүр булды.
Юнысбаев иптәш ошо батырлығы арҡаһында беҙҙең пехотаға хәрә­кәтен артабан дауам итергә мөмкин­лек бирҙе. Ул Советтар Союзы Геро­йы исеменә лайыҡ”.
Танктарға ҡаршы һуғышыу өсөн тәғәйенләнгән артиллерия полкы составында дошман һөжүмен кире ҡаға-ҡаға, бер нисә мәртәбә яра­ланған, күп тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән ағайым хаҡында яҡташтарыбыҙ, айырыуса туғандары һәм таныштары гәзит битендә уҡыһын ине. Мәктәпте тамамлап, институтҡа имтихан биреп йөрөгән саҡта Ишембай районынан Рафаил Халиҡов менән таныш­ҡайным. Атаһы, Советтар Союзы Геройы Тимербулат Халиҡов, хаҡында ғорурланып һөйләгәс, минең ағайыма ла ошо исемде бирергә тейеш бул­ғандар, әммә командир әҙерләгән документ ҡайҙалыр юғалған, тип фекерҙәрем менән уртаҡлашҡайным. Райондаштарыбыҙ Тәфтизан Миңле­ғолов, Әҙһәм Әлибаев, Федор Белов һәм башҡа батырҙар рәтендә Әхмәтсафа ағайымды ла күргем килгәйне...
Эйе, геройҙар исемлегендә, ысынлап та, ағайым юҡ. Тап шуның өсөн дә, йәғни архивтан кәрәкле документтарҙы эҙләтеү маҡса­тында хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәйне ул. Әммә ул саҡта ошо мәғлүмәтте таба алмағандар.
Йәнен-тәнен аямай Ватаны өсөн һуғышҡан ябай һалдаттың сикһеҙ батырлығын раҫлаған ошо ҡағыҙ органдарға барып етергә тейеш булған да бит... Бик үкенесле, әммә тарихты кире бора алмайбыҙ. Тик Әхмәтсафа ағайым Юнысбаев һымаҡ ысын геройҙарыбыҙ хаҡында онотма­һаҡ ине.
Ағайымдың үҙе иҫән саҡта һөйләгән хәтирәләре әле иҫкә төшә. Уны, ҡаты яраланған дәү кәүҙәле һалдатты, “ҡалдыр ҙа кит мине, һеңлекәш, көсөң етмәй бит”, тип үтенеүенә ҡарамай, бер бәләкәй генә шәфҡәт туташы, плащ-палаткаға һалып, һуғыш яланынан һөйрәп алып сыҡҡан. Ҡамауҙа ҡалған мәлдәрендә һайыҫҡан, төлкө аулап ашағандары тураһында ла әллә күпме һөйләгәйне. Дошман окобында ҡул һуғышын да татып ҡарағанын иҫкә алыр ине бәһлеүән кәүҙәле Әхмәтсафа ағайым. Янбаш һөйәгенә ҡаҙалған танк снаряды ярсығын ялан госпиталендә ала алмауҙары хаҡында ла хәтерләр ине. Болотло көндәрҙә айырыуса ныҡ һыҙлар ине уның был тән йәрәхәте.
Етмешенсе йылдарҙа булған снаряд ярсығына бәйле бер мәҙәк хәлде лә күҙ йәштәре аша көлә-көлә һөй­лә­гәйне ағайым. Уға, совхоздың алдын­ғы механизаторына ГДР-ға экскур­сияға путевка бирергә бул­ғандар. Әммә ағайым: “Шул ғына ҡалмағайны... Көләһегеҙме әллә?! Ниместе күргәнем бар! Һаман да төшкә инә...” – тип профком рәйесе тәҡдим иткән юлламаны алмайынса сығып китә. Хәленә кереп, путев­каһын Венгрияға алмаштырғас ҡына риза була. Мәскәү – Будапешт самолетына ултырыр алдынан ағайым аэропорттағы магнитлы ҡапҡа аша үткән мәлдә ҡыңғырау зыңлап ебәрә. Уның кеҫәләрендәге барлыҡ металл әйберҙәрен, сәғәтенә тиклем һалдырып, ҡабаттан үткәреү ҙә файҙа бирмәй. Эске кейеменә ҡәҙәр сисенергә мәжбүр итәләр, әммә... Ҡапҡа зыңлай ҙа зыңлай. “Ниңә мине былайтып ыҙалатаһығыҙ?” – тип ғәжәпләнә ағайым. “Металл әйбергә ҡапҡа реакция бирә”, – тип аңлаталар. “Әй, ауыҙыңа май булғыр, күптән шулай тип әйтәләр уны, – ти ағайым, янбашындағы ҙур ғына яра эҙен күрһәтеп, – нимес снаряды ярсығы унда...”
Латвия ерен фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан меңәрләгән яуҙаш иптәшен юғалтыуы, шул уҡ ваҡытта ана шул илдә һуңғы осорҙа унда-бында күренгеләй башлаған неонацистар хаҡында ишетеп, бик тә көйә ине ағайым.
Орден һәм миҙалдары күп булған яугирҙәрҙе Ҡыҙыл майҙанда үтәсәк тәүге Еңеү парадына алдан һайлап алып йыя башлағас, ағайым да шунда ҡатнашырға тейешле булған. Әммә парадҡа репетицияға Мәскәүгә барып өлгөрмәгән. Юлға сығырға бер-ике көн ҡалғас, яраланып, санчасҡа эләккән.
Һуғыш тамамланғандан һуң тағы бер йылдай хеҙмәт итеп, Ҡыҙыл Армия сафынан 1946 йылда демобилизациялана ул. Тыуып үҫкән ауылына ҡайтып, Хәмиҙә еңгә менән донъя ҡора. Ун өс балаға ғүмер биреп, шуларҙың ун берен имен-һау үҫтерҙеләр. Еңгәм “Герой-әсә” исеменә лайыҡ булды. Балалары илебеҙҙең төрлө тарафында, төрлө тармаҡта эшләп, ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәй. Ейән һәм ейәнсәрҙәренә шатланып, һөйөнөп ултырыр ваҡытта ғына, 67 йәшендә вафат булды ағайым.
Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшкән ҡаһармандың Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡ­дим ителеүе хаҡында һәм ҡасандыр һуғыш яланында юғалып ҡалған ғәҙеллекте тергеҙеүҙе үтенеп, балалары Рәсәй Президенты Владимир Путинға хат та яҙып ебәрҙе.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,
отставкалағы подполковник.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20