Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төймә лә, дөйә лә кәрәкмәй
Бала саҡтың матур бер иҫтәлеге – класташтарыңдың тыуған көнөнә йөрөү. Саҡырырмы-саҡырмаҫмы тигән шөбһәләнеү артта ҡалғас, ике дәфтәр, бер ҡәләм йәки ҡулъяулыҡ менән ойоҡ һалып алаһың да өйҙән сығып та йүгерәһең. Арттан әсәйҙең ошондай мәлдә гел ҡабатлаған, төймә лә – бүләк, дөйә лә – бүләк, тигәне генә ишетелеп ҡала.

Өлкәндәр үҙҙәре лә шуның ише байрамдарға күлдәклек ситса киҫәге, таҫтамал, уҙа барһа, түшәк кәрәк-ярағы йә сәй сервизы ала торғайны. Мал әйтеү ҙә киң таралғайны. Аҙаҡ ул бүләктәрҙе иркенләп ултырып ҡарау, кем нимә биргәнен барлау күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бирә.
Их, ҡайҙа ҡалды ун тинлек әйбергә лә ҡыуанған ул бәхетле мәлдәр! Хәҙер хәл башҡаса. Төймә лә, дөйә лә кәрәкмәй кешегә. Туй тантаналарында, юбилейҙарҙа ҡунаҡтарҙың ба­рыһы ла тиерлек игеҙәк ҡотлау­ҙарға ҡушып игеҙәк конверттар тапшыра. Уларҙа йәме лә, йәне лә булмаған ҡағыҙ аҡса ҡыштырлай. Бик һирәктәр генә фантазияһын эшкә егеп, бүләген аҡса гөлләмәһе йә картина рәүешендә яһап тапшыра. Ә ябыҡ конверттағы бүләктең төҫө-еҫе лә, дәүмәле лә күренмәй! Хәйер, барыбер билдәле – барыусылар алдан бер-береһенән мотлаҡ: “Күпме һала­һың?” – тип белешеп ҡуя.
Хатта хәл шуға барып етә: юбилей-фәләненә саҡырған кеше сер итеп кенә, бүләккә аҡса һалһындар, тигән хәбәр тарата. Бер яҡтан, был ҡунаҡҡа барыусыға ла ҡулай, сөнки яраҡлы бүләк эҙләп сапмайһың, ҡәҙерле ваҡытыңды әрәм итмәйһең. Әлеге лә баяғы байрам барышында аҡса биреп тәбрик итеүҙәр генә күңелһеҙ күренеш булып тора шул. Әлбиттә, бының ғәмәли нигеҙе бар кеүек – тантана ойоштороуға түккән сығымды ҡапларға кәрәк.
Ярай әле ҡайһы берҙә был хәлде матур итеп биҙәп ебәрәләр. Мәҫәлән, бер байрамда шулай алдан аҡсалата бүләк тураһында иҫкәртелгәйнек. Уны үткәреүселәр ҙур стенд яһап, уға ҡағыҙ кеҫәләр беркеткәйне. Уларҙа “Диңгеҙҙә ял өсөн”, “Шәшке тун алыр өсөн”, “Ҡара көнгә” һымаҡ яҙыуҙар йәбештерелгәйне. Һәр бер ҡотлаусы тәбрик һүҙен әйткәс, үҙенең аҡсаһын нимәгә инселәгәнен белдереп, конвертын шуларҙың береһенә төшөрә барҙы. Уйын-көлкө аша эшләнгәс, был шөғөл еңел ҡабул ителде. Әммә күп ваҡыт бындай ваҡ-төйәк тура­һында уйлаған кеше табылмай.
Шәхсән үҙем әйберләтә бүләк алыу-биреү яҡлымын. Тыуған көндә­ремә, өй туйлауға бүләк иткән әйберҙәрҙе ҡулланған һайын хужаларын иҫләп, матур хәтирәләргә сумам. Бынау юрған-яҫтыҡтарҙы – әсәйем, сәйнүкте, сәс киптергесте – апайҙа­рым, анау шарфты – әхирәтем, күҙ яуын алырлыҡ һауыт-һаба сервизын элекке күршеләрем алып килгәйне... Шул ваҡыттағы табын барышы, ҡә­ҙер­ле кешеләремә бәйле хәл-ваҡи­ғалар күҙ алдыма килеп, йылмайып ҡуям.
Әлбиттә, тапшырылған әйберҙең һиңә кәрәклеге, тап килеүе шарт. Өйөп бүләк биреп тә, уларҙың шкаф­та иҫкереп ятыуы берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел. Һүҙ ҙә юҡ, кемгәлер ҡабаттан бүләк итергә лә мөмкин, ләкин онотолоп китеп, ҡыҙғаныс хәлгә лә тары­уың бар. Әхирәтем шулай көлөп һөй­лә­гәйне: “Үҙемдең биргән бүлә­гем тыуған көнөмдә кире әйләнеп килде”.
Ошо урында элегерәк ишеткән бер шаҡ ҡатырғыс яңылыҡ иҫкә төшә. Имеш, сит илдә ҡунаҡҡа саҡырһалар, алырға теләгән бүләктәренең исемлеген, хаҡын, ҡайһы магазинда һа­тыл­ғанлығын күрһәтеп яҙыу ҙа ебә­рә­ләр, хатта аҙаҡтан оҡшама­ға­нын, артығын кире алып барып тапшырып, аҡсаһын ҡайтаралар. “Әстә­ғә­фирулла! Нисек инде үҙең заказ бирәһең, бүләк бит ул сер булырға тейеш”, – тип фекер алыш­ҡаныбыҙ ҙа хәтерҙә. Хәҙер уйлайым да, дөрөҫ бит был, тием. Аҡсаға йә теләһә ниндәй бүләккә ҡарағанда, кәрәккәнен ҡабул итеп алыуы күңел­лерәк тә, файҙалыраҡ та. Иманым камил, берәй ҡасан аҡсаға туйғас, беҙҙә лә ошо хәл тамыр йәйәсәк.
...Йәйҙән бирле класташ ҡыҙыҡай ҡунаҡҡа саҡыра. Мәктәптә әхирәттәр булдыҡ. Ә егерме йыл элек яҙмыш икебеҙҙе ике яҡҡа йүнәлтте. Күрешеп йәшәргә бер ҙә форсат сыҡманы. Бик өйөнә барып ҡунаҡ булғым килә лә ул, әле һаман юл төшмәй. Алла бир­һә, хыялым тормошҡа ашһа, ниңәлер уның туй тантанаһында үҙем бүләк иткән һауыт-һаба йыйылмаһын күр­гем килә. Моғайын, әллә ниндәй биҙәк-сәскәһеҙ, ситенән ике ҡыҙыл, бер йәшел һыҙыҡ уратҡан бер генә тәрилкәһе булһа ла йөрөйҙөр. Кейәүгә сыҡҡанында әйбер дефицит булған заманда Өфөнән ауыр йәшникте күтәреп ҡайтҡаным бөгөн­гөләй иҫемдә. Ә бит аҡса бүләк ителһә, хәтерҙә лә ҡалмаҫ ине!
Әле онотола төшкән “Төймә лә – бүләк, дөйә лә – бүләк” тигән әйтем барыбер фәһемле, тәрән мәғәнәгә эйә. Шулай бит?!



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә