Һине уйламаған берәй көнөм булдымы икән? Юҡтыр! Һине уйлап таң ҡаршыланым, һине уйлап төндәргә керҙем. Беләм, һинең ғәйебең юҡ минең алда. Өҙгөләнгәнеңде һиҙҙем мин. Тик атай һүҙенән сығып буламы ни, Ибраһим? Илатып ултыртып ебәрҙе бөтөнләй таныш түгел кешегә. Үҙҙәре лә бик һирәк килде хәл белергә. Ҡунаҡҡа барып киләйек Ҡаңныға, тиһәм иремә, унда һине кем көтөп тора, тип кенә яуаплай ине. “Һағынһалар, үҙҙәре килерҙәр”. Әсәйҙең ғүмер буйы атайымдан ҡурҡып, буйһоноп йәшәүен белгәс, мин дә күндем яҙмышыма. Тик барыбер күңел төпкөлөндә бер йәшерен өмөт йәшәп килде: “Ә, бәлки, Ибраһим мине килеп табыр ҙа алыҫҡа-алыҫҡа алып китер”. Бына ошо өмөт көнөмдө яҡты, төнөмдө хәйерле итә килде.
Ғүмерҙәребеҙ бер-беребеҙҙе юҡһынып, һағынып үтеп киткән бит! Күҙ йәштәренә мансылып оҙаҡ ултырҙыҡ беҙ юл ситендә. Машиналар ҙа күп кенә үткеләне. Ҡайһы берҙәре сигнал биреп, ҡысҡыртып та үтте. Ә һөйләшеп һүҙ бөтмәне. 40 йыл ғүмерҙе бер көндә байҡап сығып буламы һуң? Ибраһим мине туғандарыма илтеп ҡуйҙы. Иртәгәһенә төштән һуң осрашырға һүҙ ҡуйышып, ауылыңа ҡәҙәр илтеп ҡуйырмын, тип һүҙ биреп, оҙаҡ хушлашып торҙоҡ ҡапҡа төбөндә. Төндө йоҡламай уҙғарҙым. Тәҙрәнән айға ҡарап, бар ғүмеремде барлап, илап, төн үткәнен дә һиҙмәгәнмен. Еңгә тейешле кешенең көтөү ҡыуып йөрөүен күреп, хайран ҡалдым. Иртәнге сәйгә саҡырырға кергән еңгәм, минең тәҙрә янында уйланып ултырыуымды күреп:
– Бәй, әллә урын да һалмаған инде? Төндө ултырғыста уҙғарҙыңмы әллә? — тип аптыраны.
– Эйе, еңгә, йоҡлап булманы нишләптер. Ҡайтырға кәрәк миңә, бына сәй эсәм дә юлға сығам, – тинем, ашығып.
Йыуынып алыу ниәтенән ихатаға ашыҡтым. Башымда – мең төрлө уй. Машина менән илтеп ҡуйһа, ҡайҙа йәшәгәнемде белер. Ауыл халҡы аптырар, был ҡортҡаға ни булған, тип бот сабырҙар. Өйөмдө бер белгәс, йыш ҡына килә башлаһа, ҡартыма ни тиермен… Юҡ, юҡ, тиҙ генә ҡайтып китергә кәрәк, төш ауыуға өйҙә булырмын, Алла бирһә, тип тәүәккәлләп, ашығып ҡайтырға йыйындым. Еңгәләргә минең адресты бер кемгә лә бирмәҫкә ҡушып, сығып киттем.
Еңгәмдең:
– Ҡасҡан кеүек, ниңә шулай ашығаһыңдыр?! Алыҫ ара бит, тағы ла ҡасан килә алырһың, оҙағыраҡ торорға ине, – тип ризаһыҙлыҡ белдереп ҡалыуына ла иғтибар итмәнем.
Ҡаңнынан алыҫлашҡан һайын бәхетемдән ҡасып барғандай тойҙом үҙемде. Нисек кисерер Ибраһим был айырылышыуҙы. Ғәфү ит, ҡәҙерлем, шулай кәрәк. Бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай бит, эх, был тормош, тип үкһеп илай-илай ашығып атланым да атланым…
Үҙемдең үткәндәремә үҙем тетрәнеп, Хоҙайымдан ҡалған ғүмеремдә сабырлыҡ һорап, ярылырҙай сиккә еткән йөрәгемде устарыма һалып йыуатырҙай булып, ярһып атлауымды дауам иттем. Урман юлына төшкәс, бер аҙ тынысланғандай булдым. Ҡоштар һайрауы, сиңерткәләр тауышы, урман шишмәһенең сылтырауы күңелемә дауа ине. Шишмәнән ятып һыу эсеп, һалҡын һыуы менән битемде сайҡатып алғас, тағы ла еңелерәк булып китте. Күктәргә ҡараным. Ә унда – шундай тыныслыҡ, тынлыҡ. Шул ваҡыт ошо тынлыҡты боҙоп, бер йыр яңғыраны:
Бейек тауға менеп,
Ташҡа баҫып
Һин ҡарарһың. Бәғрем,
Мин булмам…
Ибраһим бит был! Уның тауышы, уның йөрәк аһәңе… Үләнгә ятып, өнһөҙ генә илап ебәрҙем. Эҙләй сыҡҡан, күңеле һиҙгән минең көтмәгәнемде. Әле урман яңғыратып йырлауы ла мин ишетһен, тауыш бирһен, тип… Ни генә ҡылайым һуң? Эй өҙгөләнде йәнем! Берсә йырға ҡаршы йүгергем килде, берсә ҡушылып йырлағы… Тик аҡыл хистәрҙән өҫтөнөрәк булып сыҡты шул. Йыр алыҫлашып юғалғансы үләнгә ҡапланып яттым. Эй, ғәзиз ергенәм, ал минең ғазаптарымды һыуырып, һеңһендәр улар үлән-сәскә араһына. Ҡотолдор, зинһар, мине ошо мәңгелек ғазаптан. Инде күпме йәшәйһем ҡалған, йән тыныслығы бир миңә, Тәңрем…
Шулай, ни тере, ни үле күпме ятҡанмындыр. “Шап” итеп кабина ишеге ябылыуын да, машинаһының гөжләп ҡуҙғалып китеүен дә – бөтәһен дә ишетеп яттым. Ибраһимдың “Минафа-а-ам” тип үҙәк өҙгөс итеп урман яңғыратып ҡысҡырыуы ла оҙаҡ яңғырап торҙо ҡолағымда. “Нишләйем һуң, йәнем, шулай кәрәк. Яҙмыштарҙан уҙып булмай шул, ғәфү, ғәфү ит, зинһар, мине”,– тип өҙгөләнеп, йәнем-тәнем илап күпме ятҡанмындыр. Тик ҡайтырға кәрәклеге, һуңға ҡалып, төнөн урманда ҡалыу ҡурҡынысы айырҙы ерҙән. Ауырайып, ҡурғаш тултырылған кеүек тәнемде көс-хәл менән күтәреп, ҡайтыр һуҡмаҡҡа төштөм.
Көтөү ҡаршылауға ҡайтып керҙем өйгә. Сабир инеү менән кәйефем юҡлығына иғтибар итеп:
– Бер-бер хәл булдымы әллә, төҫөң ҡасҡан? — тип һорап ҡуйҙы.
– Юл оҙон бит, арытҡан, үтер, үтер, бер аҙ хәл алам да сәй эсеп алырбыҙ күстәнәстәр менән, — тигән булдым.
Тик йөрәгем урынынан ҡупҡайны. Сығып китерҙәй булып тибә. Нимә булды был? Өнмө, төшмө? Ысынлап та, Ибраһимды күрҙемме мин? Күргәс, ниңә ҡасып ҡайтып киттем йәш ҡыҙыҡай кеүек, тип үҙ-үҙемде әрләп, йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй бәргеләндем. Шул көндән башлап йәшәүем мәғәнәлерәк, көндәрем йәмлерәк, төндәрем тынысыраҡ булып китте. Иҫән-һау бит, ана ниндәй машиналарҙа йөрөй, начальник кеше бит, тип уның өсөн ғорурланыу хисе биләне күңелемде. Уның ҡайҙалыр йәшәп ятыуы, иҫән-һау булыуы, һаман да мине яратыуы йәшәргә көс бирҙе миңә, балаҡай. Һөйөү хисе ташламаһын кешене. Йәндә һөйөү булмаһа, йәшәүҙең мәғәнәһе лә юғала ул.
Ә бына хәҙер Ибраһимым йырлаған йыр – минең йырым. Эскәйҙәрем бошоп китһә, “Томан”ды һуҙам. Йырлайым да илайым. Ә күңелемдә шундай илаһи тынлыҡ ярала, шул йыр эсендә йөҙәм. Йырлай-йырлай йөҙәм.
Иртә лә генә томан,
Кис тә томан.
Был томанҡайҙарға ни булған…