Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙыусы баҡсаһы
Яҙыусы баҡсаһыКүренекле яҙыусы, драматург, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова башҡорт әҙәбиәтенә үҙенең тормошсан, көслө хикәйәләре, повес­тары менән ҡапыл балҡып килеп инде. Ә “Бөйрәкәй” романы иң уҡымлы әҫәргә әйләнде. Башҡортостандың ҡайһы ғына район, ауыл китапханаһына инмә, әҙибәнең был китабы үткән быуаттарҙан ҡалған йыйынтыҡтар шикелле туҙып, таушалып, тетелеп бөткән була. 2004 йылда сыҡҡан әҫәр 2006 йылда яңынан баҫтырылһа ла, 2009 йылда урыҫсаһы донъя күрһә лә, “Бөйрәкәй” уҡыусыларға һаман етмәй, уны һорайҙар, ҡулға алыр өсөн сиратҡа яҙылалар.


Әҙәбиәт йылы ла яҙыусы өсөн уңыш­лы үтеп бара. Әхмәтзәки Вәлиди исемен­дәге республика Милли китапханаһында “Таңсулпан Ғарипованың ижад лабо­ра­торияһы” тигән кисә менән башланып китте ул. Тәүге ярты йылда ғына ла әҙи­бәне 20 урынға осрашыуға саҡырғандар, ҡалғандарын иҫәпләп тә тормаған. Бер Шишмә районында ғына ла өс урында уҡыусылар менән осрашҡан, тик республика кимәлендә үткән “Әҙәби нағыш” марафонына ғына уны саҡырыуҙы ниңәлер кәрәкле тип тапмағандар… Ҡасандыр үҙе эшләп киткән тыуған яғы Баймаҡта, Сибайҙа, Учалыла яҙыусылар ойошмаларын булдырыуға, Сибайҙа эшләгән сағында үҙебеҙҙең ун шәхескә иҫтәлекле таҡтаташ астырыуға, үҙ исемендәге әҙәби бәйгенең инде 20 йыл уңышлы эшләп килеүенә күпме көс һалған ижадсы менән ошо төбәктәрҙә йәшәүсе уҡыусы­лар ҙа осрашырға теләгәндер бит.
Быйыл Татарстан китап нәшриәтендә “Аҫыл ташлы муйынса” тигән йыйынтығы сығыуы яҙыусы өсөн оло ҡыуаныс булды. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры драматургтың “Ҡара юрға” әҫәре менән Ҡазанда, Ырым­бурҙа, Мәскәүҙә сығыш яһап, ҙур уңыш­тарға лайыҡ булып ҡайтты.
Әҙибә матбуғат биттәрендә лә — “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында, “Башҡортостан” гәзитендә — мәҡәлә, очерктары менән йыш сығыш яһай. Әлбиттә, былар төп ижадына ҡама­саулыҡ итмәй ҡалмайҙыр, ҡәҙерле ваҡы­тын да алалыр, ләкин ул күңелдәрҙе әр­неткән нәмәләр хаҡында өндәшмәй түҙә алмай. “Мин дә әйтмәһәм, кем әйтер”, — тип әленән-әле ҡәләмгә тотона һәм бәҫле сығыштары менән ҡыуандыра.
Уҡыусылар Таңсулпан Ғарипованың һәр яңы әҫәрен, сығышын көтөп ала, йәнде тетрәткес, көнүҙәк пьесаларын тамаша ҡыла. Ә бит ул халыҡтың яратҡан ижадсыһы ғына түгел, балаларым тип өҙөлөп торған әсә лә, ейәндәрен яратҡан өләсәй ҙә. Уңған хужабикә лә, оҫта баҡ­сасы ла. Нисек өлгөрә шуларҙың бары­һына ла? Яҙыусының аҡыл, зиһен, та­лант көсө менән үҫтерелгән ижад баҡсаһындағы емештәре лә һоҡланғыс, ҡул көсө, күңел хеҙмәте менән йыйып алған уңыштары ла мул. Әйҙәгеҙ, бөгөн Таңсулпан Ғарипованың күңел утрауына әйләнгән ерҙәге ожмах баҡсаһына сәйәхәт ҡылайыҡ.
— Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, нимә ул һеҙҙең өсөн ер?
— Нисә йыл инде мин гел бер үк төштө күрәм: тыуған ауылымдағы үҙебеҙҙең иҫке генә өй янындағы баҡсала картуф утайым, тағы нимәлер эшләйем, әсәйем менән һөйләшәм...
Ер — беҙҙе туйындырыусы. Юҡҡа ғы­на Ер-әсә тимәйбеҙ бит. Әсәйҙәребеҙ шикелле, ул да изгелекле, түҙемле, сабыр. Ни сәсһәң, шунан мул уңыш үҫтереп бирә. Кешенең үҙен яратҡанын тоя. Ер минең өсөн тере һәм йәнле. Үҙ ғүме­ремдә бер тапҡыр ҙа ергә төкөргәнем булманы. Шундай кешеләрҙе күрһәм, аптырайым, әсәйеңдең битенә төкөргән кеүек бит ул.
Уҡыусылар менән осрашыу ваҡы­тын­да минән йыш ҡына: “Һеҙ нисек яҙыусы булып киттегеҙ?” — тип һорайҙар. “Картуф баҡсабыҙҙа алабута менән кесерткән утап”, — тиһәм, аптырайҙар. Ауылдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш кешене сыҙамлы, сабыр булырға өйрәтә. Яҙыусы өсөн дә, бигерәк тә прозаикка, ҙур әҫәрҙәр өҫтөндә ултырғанда ана шундай түҙемлелек кә­рәк. Ер эше беҙгә ошо сифатты һеңдерә, тәрбиәләй.
— Тимәк, һеҙ ер эшенә бәләкәйҙән күнеккәнһегеҙ…
— Мин IV класты бөткән саҡта Илдар ағайымды армияға алып киттеләр. Өлкән апайҙарым, кейәүгә сығып, айырым донъя көтөп ята ине инде. Шунда бер үҙем бесән саптым. Әсәйем мине 45 йәш­тә тапҡан. Шуға ундай эштәргә йөрөмәне, ауыр эш тик минең елкәгә төштө.
Һуғыш осоронда беҙҙең һыйырҙы ике тапҡыр алып сығып киткәндәр. Әсәйем, балаларын асҡа үлтермәҫ өсөн, атларға юл ғына ҡалдырып, баҡса тултырып йә­шел­сә сәскән. Уның һөйләгәндәре хәте­ремә һеңеп ҡалған. Хәҙер үҙем дә ул үҫтергән йәшелсәләрҙе баҡсама сәсәм.
— Байтаҡ йыл элек телевидение һеҙҙең турала әҙерләгән бер тапшы­рыуҙа Санкт-Петербургта уҡыған улы­ғыҙ Айтуғанға ла үҙегеҙ үҫтергән баҡса уңыштарын ташыуығыҙ хаҡында һөйләгәнегеҙ хәтеремдә...
– Айтуған Санкт-Петербургта йәшәгән ете йылда төньяҡ баш ҡалаға нисә тап­ҡыр барғанымдың иҫәбе-һанына сығыр­лыҡ түгел. Ай һайын тиерлек йөрөнөм. Посылкалар ҙа һала инем. Үҙем үҫтергән йәшелсә, еләк-емештән эшләгән салаттар, икралар, ҡайнатмалар, компоттар, быҡтырылған ит – барыһын да ауыҙ иттергем килде. 1991 йыл ине бит. Киностудия стипендия түләүҙе туҡтатты. Үҙебеҙ эш хаҡын ваҡытында алмайбыҙ, ә бала­ны уҡытырға кәрәк. Өҙгөләндем дә йол­ҡондом инде, дөрөҫөн әйткәндә. Хатта бер тапҡыр үҙ ғүмеремдә тәүгә ижад йортона тип Переделкиноға юлландым. Унда ла көс еткеһеҙ итеп күстәнәстәр тейәнем, йәнәһе лә, Питер Мәскәүгә яҡын, улым килеп кенә алып китер, тип уйланым. Әсәй­ҙәр шулай инде: үҙҙәре ашағанда, ситтә балам нисек кенә йәшәй икән, тип өҙгөләнә. Эйе, үткән быуаттың 90-сы йылдарында донъя көтөүе лә, балалар үҫтереүе лә, уҡытыуы ла ауырға тура килде. Таңғы 4-кә тиклем баҡсала эшләп, уңыштарыңды эшкәртеп, бер-ике сәғәт йоҡлайһыңмы-юҡмы – эшкә. Күп ғаилә­ләр­ҙе ер, баҡса ҡот­ҡар­ғандыр ул за­ман­дарҙа. Әсәйемдең һуғыш йылдарындағы баҡсасылыҡ практикаһы бына шулай миңә лә ярҙам итте.
– Кешеләр, ғәҙәттә, яҙыусыны эш өҫтәле янында ғына ултырып ижад итә, бүтән донъя мәшәҡәттәре менән үҙен борсомайҙыр, тип күҙ алдына килтереүсән. Ә һеҙ иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем баҡсала булаһығыҙ. Был шөғөл һеҙҙең күңел тыныслығын табыу урынымы, әллә ғаиләгеҙҙе үҙ уңышығыҙ менән тәьмин итеү сараһымы?
– Беҙ бит ауыл кешеләре. Ерһеҙ йәшәй алмайбыҙ. Әҙәм балаһы был донъяла башҡа бер нәмә менән дә шөғөллән­мә­йенсә баҡса үҫтереү менән генә булашһа ла, Хоҙай Тәғәлә уға биргән ғүмерҙе аҡ­лар ине. Баҡса үҫтереү – изге эш. Беҙҙең Дудкиноға барғанда Ҡариҙел йылғаһы аша паром менән сығырға кәрәк. Шунда бик күп баҡсасыларҙың һөйләшкәнен тыңлап барам, үҙем дә аралашам. Баҡса үҫтергән кешенең күңелендә тик сафлыҡ һәм таҙалыҡ ҡына була. 83 йәшлек бер әбей менән тауға күтәрелеп барабыҙ. “Киләһе йыл бүрәнәнән өй һалдырам, мейес эшләтәм. 40 йыл йөрөйөм ошо баҡсаға, унһыҙ үлермен кеүек”, – ти. Баҡса кешегә йәшәү көсө бирә.
Ерһеҙ, йәнле тәбиғәтһеҙ кеше ғүмер итә алмай. Баҡсала беҙ тәбиғәттең уяныуын, ҡоштарҙың килеүен күҙәтәбеҙ. Урманда йәшәй-йәшәй ҡоштар телен белә башлайһың. Мәҫәлән, ҡарғалар төйлөгән күрһә, бер төрлө шаулай, бесәй күрһәләр, икенсе төрлө ҡысҡыра. Ә үҙ-ара һөйлә­шеү­ҙәре бөтөнләй тыныс рәүештә бара. Ҡарға бик аҡыллы ҡош икән. Ул 50 метр­ҙан китап уҡый алыр ине, тигәндәрен ишеткәнем бар. Бер мәл баҡсама шыт­тырылған борсаҡ сәсеп йөрөйөм. Ағас башында ҡарға ҡарап ултыра. Эшемде бөтөрҙөм дә, өйгә инеп, сәй эсергә ултырҙым. Тәҙрәнән күҙ һалһам, баяғы ҡарға, мин сәскән орлоҡтарҙың урынын теп-теүәл табып, берәм-берәм сүпләп ашап йөрөй. Ә бит орлоҡтарҙы апаруҡ тәрәнгә сәскәйнем.
Беҙҙә лә, күршеләрҙә лә сыйырсыҡ ояһы бар. Һайрар ҡош уларҙыҡына түгел, ә беҙҙекенә килеп ҡуна. Бала сығар­ған­да­рында улым Айбулат хатта утын ярмай.
Кистәрен усаҡ яғам да, төтөн еҫен еҫкәп, урмандағы ағас япраҡтарының шаулағанын тыңлап, уйланып ултырырға яратам. Төнө буйы һандуғастар һайрай, бер сәғәткә генә тынып торалар ҙа тағы тотоналар. Ҡошсоҡтар беҙ һыу тултырып ҡуйған мискәләрҙән килеп һыу эсә.
Мин йәй бик яҙышмайым, әммә ултырып яҙмау ғына ижади эшмәкәрлек туҡтай тигән һүҙ түгел. Бөтә нәмә тәүҙә башта тыуа бит. Шул хаҡта бер туҡтау­һыҙ уйланып йөрөйһөң. Өлгөрөп еткәс, ҡыш ултырып ҡағыҙға төшөрәһе генә ҡала. Әле лә бына бөтә осрашыуҙарҙы, юбилейҙарҙы үҙем өсөн туҡтатырға ҡа­рар иттем. Шунһыҙ булмай: ҡағыҙға күсерәһе нәмәләр ҡыҫтай...
– Һорауҙың икенсе өлөшөнә яуап биреп бөтөрмәнегеҙ...
– Дөрөҫөн әйткәндә, баҡсаның файҙа­һына ҡарағанда сығымы күберәк. Йыл һайын 10 мең һум иғәнә түләйбеҙ. Юл хаҡына әллә күпме китә. Шул аҡсаға көҙгө йәрминкәнән бөтә йәшелсә, еләк-емеште алһаң, әллә нисә тапҡырға арзаныраҡҡа төшә лә бит... Ләкин уларҙың ниндәй шарттарҙа үҫтерелгәнен кем белә? Ә үҙеңдеке — таҙа, бер ниндәй химияһыҙ үҫтерелгән. Йәнә тәбиғәт беҙҙе үҙенә тарта. Ер эйелгәнде ярата.
Эйе, баҡса беҙҙе йыл әйләнәһенә мул уңыш менән тәьмин итә. Әле бына ноябрҙең уртаһын үткәндә лә беҙҙең былтырғы һуған бөтмәгән. Быйыл дүрт тоҡ кишер алдыҡ. Тағы ике сумка вағы йыйылғайны, улым, быларын ташлайыҡ та ҡуяйыҡ, ти ине, әрәм итмәй, алып ҡайтып, икра яһап ҡуйҙым. Йәй буйы тырышып үҫтергән һәр нәмәне исраф итмәй эшкәртәм. Ҡышҡылыҡҡа йөҙәр банка төрлө йәшелсә салаты, икра әҙерләнем. Ҡабаҡты Айбулат улым ҡырҡып тураҡлап бирҙе, туңдырғысҡа һалып ҡуйҙыҡ. Уны төрлө бутҡаға ҡушып бешерәм. Бик тә файҙалы. Шалҡандан да салат яһап ҡуям, ҡышҡыһын уны гарнирға ҡушып ебәрәм.
– Улай булғас, магазиндан бер нәмә лә һатып алмайһығыҙмы?
– Юҡ, тиһәң дә була. Өфөгә күсеп килгәне бирле 1 кило ит, 100 грамм май алғаным юҡ. Сибайҙан йылҡы итенән һуғым хәстәрләйем.
Ҡаҙыны үҙем эшләйем. Йыл әйләнә­һенә ашарға етә, өҙөлгәнебеҙ юҡ. Колбасаны бөтөнләй һатып алмайбыҙ.
Белгән кешеләремдән генә күпләп май айының майын алып ҡуям. Айҙың икенсе яртыһында эшләгәнен генә әҙерләүен һорайым. Сибайҙан талҡан яһап алып киләм. Ағайымдың электр тирмәне бар, шунда шыттырылған бойҙайҙы тартып алам. Һолоно ла шулай итәм, ҡыш буйы үҙебеҙ яһаған буҙаны эсәбеҙ.
– Әсәйегеҙ бешергән берәй һирәк аш-һыуҙы хәтерләйһегеҙме? Үҙегеҙ ҙә шуны әҙерләйһегеҙме?
– Беренсе класты бөткәс, ҡырға экс­кур­сияға сыҡҡайныҡ. Өйҙән һәр беребеҙ ризыҡтар алған. Бер ваҡыт ашарға ул­тыр­ҙыҡ. Кемдер һауытҡа һалып нимәлер килтергән, май, йомортҡа алғандар. Ә миңә әсәйем йыуа бәлеше биреп ебәр­гәйне. Ул ваҡытта ауылда бер кем дә ундай ризыҡты бешермәй ине. Мин ип­тәштәремдән оялып ҡына, уларға артымды ҡуйып, ситкәрәк барып ултырҙым. Уҡытыусым: “Таңсулпан, һин нимә ашай­һың?” – тип һораны. “Бәлеш”, – тим. “Ни­мәнән?” “Йыуанан”. “Ҡана, миңә лә бир әле”, – тигәс, ҡыуанып киттем. Ҙурыраҡ өлөшөн бүлеп, уға һондом. “Ҡайһылай тәмле, әсәйең бигерәк оҫта шул”, – тигәс, күңелем күтәрелеп китте, оялыуым да бөттө. Был ризыҡ – әле лә минең яратҡан аҙығым. Яҙ Сибайға барырға тура килһә, бер көн алдан Илдар ағайыма әйтеп ҡуйһам, ул мин килеүгә ҡырға сығып, йыуа йыйып алып ҡайтып, һыуытҡысҡа һалған була. Өфөгә алып килеп, үҙем дә әсәйемдең ризығын хәтерләп, бала са­ғымды иҫемә төшөрөп, йыуа бәлешен бешерәм. Һуған менән йомортҡанан да әҙерләргә яратам. Шуға күрә йәшел һуғанды ла баҡсамда күпләп үҫтерәм.
— Аш-һыуға оҫталыҡ быуындан быуынға күсә килә торған һәләттер инде ул.
— Шулайҙыр. Әсәйемдең әсәһе Ғәй­ни­ямал өләсәйем дә, уның әсәһе Сәрбия­мал да аш-һыуға ла, ҡул эштәренә лә бик оҫта булған. Заманында Закир менән Ша­кир Рәмиевтәрҙең ҡыҙҙарына һәм ҡа­тындарына Европанан алып ҡайтҡан сифатлы тауарҙарынан матур фасонлы күлдәктәр тегеп биргән өләсәйем. Әсәйем шуларҙы хәтерләп, миңә лә күлдәктәр текте. Ә инде сығарылыш кисәһенә үҙем ете класташ ҡыҙға бер иштән күлдәк тегеп бирҙем. Күрәһең, ундай һәләт ҡан­дан бирелә торғандыр. Әбйәлил райо­нының Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе апайым Фирҙәүес Диярова ондан тәм­ле­кәстәр бешереү буйынса ойош­торолған бәйгелә ҡатнашып, 33 төрлө ризыҡ әҙер­ләп алып барғас, бөтәһе лә апты­раған. Улдарым Айтуған да, Айбулат та беше­рергә оҫта. Айтуған бигерәк тә. I класта уҡығанда мин өйҙә юҡ саҡта сәк-сәк бешереп ҡуйғайны. Оҫта ку­линарҙар кеүек, әле лә Европа сти­лен­дәге табындар әҙерләй, спектакл­дәрҙән һуң үтә торған банкет табындарын ул ихласлыҡ, зауыҡ менән хәстәрләште.
— Әсәйегеҙҙән ҡалған еләк-емеш үҫтереүҙе, ул бешергән ризыҡтарҙы әҙерләү йолаһын һеҙ ҙә үҙ тормошо­ғоҙҙа дауам итәһегеҙме?
– Төпкө аң тигән төшөнсә бар. Мин уны “күңел” тип атайым. Күптәрҙән ишеткәнем дә, уҡығаным да иҫемдә. Кешеләрҙең әсәйҙәре нимә бешерһә йә ҡунаҡҡа күстәнәскә нимә тотоп барһа, ҡыҙ балалары ла шулай итә икән.
Минең әсәйем, Әсмә Баймырҙина, аш-һыуға бик оҫта була торғайны. Уның бешергән гөбәҙиәһе иҫ киткес тәмле ине. Аш-һыу әҙерләгәндә бер ҡасан да үлсәп тормай, ризыҡты самалап, һиҙемләүе буйынса тотондо. Мин дә гел шулай итәм. Элек беҙҙең Баймаҡ районының Күсей ауылында икмәкте сүпрә менән әсетеп һалған кеше бик юҡ ине. Әсәйем икмәк бешерә лә ике яҡтағы һуҡыр Фәүзиә, Салиха инәйҙәргә, фалиж һуҡҡан Хөмәйрә әбейгә алып барып бирергә ҡуша. “Йылы икмәктең сауабы ҙур”, — тиер ине. Минең өсөн кеше ҡыуанысын күреү бәхет һымаҡ була. Икмәк һалған көндә әсәй май ҙа бешә. Беҙ бай йәшәмәнек, әммә әсәй оҫта, хәстәрлекле булғас, бәҫле ашаныҡ.
– Миңә ни өсөндөр яҙыусы баҡсаһы бүтәндәрҙекенән айырылып торалыр кеүек тойола...
– Был баҡсаны алғаныбыҙға һигеҙ генә йыл әле. Дүрт йыл буш торған, шуға урманға, ташландыҡҡа әйләнгәйне. Бер барғанда хатта соланда йыландар мыжғып ята ине. Күрәһең, эҫенән ҡасып ингәндәр. Ул саҡта баҡсаны ярайһы уҡ ҡиммәт хаҡҡа һатып алдыҡ. Бер әхи­рәтем килеп ҡарағас: “Ярты хаҡына төшөрөргә лә булыр ине”, — тине. Ләкин, хужаһы оло ғына ҡатын икәнен белгәс, етмәһә, икенсе ҡаттағы ауыл мейесен күргәс, һатыулашып торманым. Тәүге ҡатын улым кирбестән күтәрҙе, мунсаның түбәһен профнастил менән япты. 30 мең һум түләп ҡойо ҡаҙыттыҡ. Баҡса эсендәге бөтә юлдарҙы бетондан һалып сыҡты улым. Шулай итеп, матурлап алдыҡ. Хәҙер шул таҡыр юлдан терпеләр ҙә тыҡылдап ҡына баҫып йөрөй. Бер ваҡыт теге әхирәтем тағы килде лә ҡапҡанан инеү менән: “Картуфың матур, кәбеҫтәң арыу, кишерҙәрең дә шәп!” — тип һанап сыҡты. Ниңә сәскәләр тураһында бер нәмә лә әйтмәй икән, тип аптырайым. Минең өсөн баҡсамда иң ҙур байлыҡ та, матурлыҡ та – сәскәләр. Шул хаҡта әйткәс: “Ғәфү ит, мин балаларҙы туйындырыу тураһында ғына ҡайғыртҡас, иғтибар итмәгәнмен”, — тине. Мин үҙем, мәҫәлән, кешеләрҙең баҡсаларын ҡарап үткәндә уларҙың хужалары хаҡында китап уҡыған кеүек булам.
— Ә ниндәй сәскәләр үҫә?
— Ҡапҡанан килеп кергәс тә ике яғында ла раузалар күҙ яуын ала. Өй алдында ла бар улар. Циния, хризантема, астра, бәрхәт сәскәләре ҡар яуғансы ултыра. Пәйғәмбәр тырнағын орлоҡҡа кит­мәҫ борон йыйып алып торам, киптерәм, ҡыш дарыу урынына файҙаланам.
Пиондар алһыу сәскә ата, нәркәстәр иртә яҙҙан баҡсаны йәмләй, кәләш сәс­кәһе ап-аҡҡа төрөнөп, һалҡындарға тиклем ултыра. Сәскәһеҙ баҡсаны күҙ ал­дына ла килтерә алмайым. Баҡса матурлыҡҡа күмелгән булырға тейеш — шул саҡта ғына күңел күтәренке була.
— Ағастарығыҙ ҙа шау сәскәгә күмелеп ултыралыр...
— Иң башта муйыл сәскә ата, шунан — балан. Икеһенең дә сәскәләре ап-аҡ, хуш еҫтәре тирә-яҡҡа тарала. Балан сәскә атһа, инде ҡырау төшмәй, тигәнде аңлата. Ҡурҡмай, башҡа йәшелсәләрҙе сәсә башларға, ултыртырға мөмкин. Ҡыҙыл миләш тә — баҡсабыҙ йәме. Яҙ — сәскәһе, көҙ емеше менән күҙҙең яуын ала. Ә йүкә – друидтарҙың йондоҙнамәһе буйынса минең ағасым, ул да үҫә.
Ҡайһы бер баҡсасылар ағаста­рын­дағы емештәрен йыйып алып бөтмәй. Тәбиғәт бит уларҙы кеше өсөн үҫтерә. Емештәре ултырып ҡалған ағастарҙы күр­һәм, йәлләйем. Улар кешеләргә рән­йегән кеүек. Әле ҡар төшкәс, улым балан­дарҙың ҡалғанын алып ҡайтты. Уларҙы эш итәһем бар. Ризыҡты әрәм итеү, сығарып түгеү, ташлау тигән нәмәне күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ашам­лыҡты исраф итеүҙән ҡурҡам, ризыҡтан оялған һымаҡмын.
— Улай булғас, үҙегеҙ генә белгән эшкәртеү ысулдарығыҙ ҙа барҙыр...
— Әлеге баланды йыуып, өс литрлыҡ банкаларға тултырам да, ҡайнаған һыу һалып, тимер ҡапҡас менән былай ғына ябып, һыулы кәстрүлдә ҡайнатып алғас, ныҡлап ябып ҡуям. Нисә йыл ултырһа ла, бер нәмә лә булмай. Теләһәң, шәкәр һалырға мөмкин. Емештәре һытылмай ҙа, бөтөн килеш кенә һаҡлана. Ҡыш бәлеш бешерергә мөмкин. Балан — иң яратҡан ризығым.
— Һеҙҙә бер-ике тапҡыр булырға тура килде. Өҫтәлегеҙҙәге бөтә ризыҡ­тарҙы ла үҙегеҙ әҙерләгәйнегеҙ.
— Ике туңдырғыс, бер һыуытҡыс йә­шелсә-емештән, ит ризыҡтарынан тулып эшләп ултыра. Табынға картуф, бәшмәк, кишер, кәбеҫтә бәлештәре, ҡыҫтыбый, балан, еләк, алма пирогтары, ваҡ бәлеш бешерәм. Өҫтәлдә бәлеш булмаһа, ниҙер етмәгән һымаҡ. Магазиндан печенье, торт, сәк-сәк, кәнфит-шоколад кеүек нәмә алмайбыҙ. Күрәгә, йөҙөм, финик, ҡара слива күпкә файҙалыраҡ. Алманы киптереп ҡуям да ҡыш бәлешкә тотонам. Әсә­йем һымаҡ, берәй ергә ҡунаҡҡа барыр булһам, мотлаҡ бәлеш йәки ваҡ бәлеш бешереп алам. Шулай, үҫтергәнебеҙ үҙе­беҙгә лә, туғандарға ла, ҡунаҡтарға ла етә.
– Мул уңыш алыу серҙәрегеҙ менән, бәлки, уртаҡлашырһығыҙ ҙа...
– Баҡсалағы бер сүп үләнен дә әрәм итмәйем. Утағас, айырым һауытҡа һалып барам, ул компостҡа әйләнгәс, ағастарға, түтәлдәргә ашлама урынына ҡулланам.
Ҡыш, Яңы йылдан һуң, бөтәһе лә шыршыларын сығарып ташлай. Шуларҙың ботаҡтарын йыйып алып ҡуйып, көл, һа­бын, һарымһаҡ ҡушып, төнәтмә эшләйем. Шуны һипһәң, ағастарҙағы бөжәктәр бөтә, бер ниндәй химия ҡулланмайым. Паром менән барғанда тәжрибәле баҡ­сасыларҙың һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалам. Кесерткәндән төнәтмә эшләйем. Помидор, ҡыяр түтәлдәренә һипһәң, үҫемлеккә һәйбәт йоғонто яһай. Бәләкәй саҡта себештәргә лә бирәләр бит кесерткәнде, шунан нығынып китә улар. Әремдәрҙе лә түшәп ҡуям, еҫен ҡырмыҫҡалар яратмай.
Һәр эштең үҙ рәте бар. Мәҫәлән, күптәр һуғанды башландыра белмәй. Учалыла 100 кило һуған алғанмындыр, шуларҙы бәйләп, балконға элеп ҡуйған­ды бер ҡатын күргән дә: “20 йыл баҡса менән шөғөлләнәм, һуғандарым улай уңмай, ә Таңсулпан мәрйәләр һымаҡ оҫта үҫтерә”, — тип аптыраған.
Ә сере ябай ғына. Башҡа үҫә торған һуғандың ҡыяҡтарын өҙөп алырға ярамай, сөнки шуның эсенән һыу үтеп, башты серетә. Икенсенән, тумала баш­лағас та өҫтөндәге тупрағын асырға кә­рәк, һуған ҡояшҡа күренеп ятырға тейеш. Әлбиттә, бер аҙ мәшәҡәтлерәк. Әммә һәр үҫентене тере итеп ҡараһаң, уға ҡарата яуаплылыҡ тояһың. Йәнә, ағастар менән дә, гөлдәр менән дә һөйләшергә кәрәк, улар быны тоя. Шуға матур булып үҫә, һәйбәт уңыш бирә.
Улым да тәбиғәтте, баҡсаны бик ярата. Һалҡындар төшһә лә, шунда ашҡынып тора. Ҡайта ла ҡоштар тураһында һөй­ләй. Бик күҙәтеүсән, нескә күңелле. Тә­би­ғәт миҙгелдәре хаҡында бик күп ши­ғыр­ҙары бар. Телевидениенан да “Хай­уандар донъяһында” тигән тапшы­рыу­ҙарҙы ҡарарға ярата. Ә тарих буйынса төн уртаһында торғоҙоп берәй нәмә һора­һаң да, яуап бирә. Бигерәк тә башҡорт халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына.
— Рухташтар икәнһегеҙ. Был бит — оло бәхет. Баҡса эшендә ир-аттың ҡул көсө булмаһа, бик ауырға төшә. Улда­рығыҙ һеҙгә терәк-таяныс икән. Улар бит — һеҙҙең иң ҙур ижадығыҙ.
– Дөрөҫ әйтәһең. Рәхмәт. Әлбиттә. Ай­бу­латһыҙ баҡсала бер үҙем әллә ни эш ҡы­ра алмаҫ инем. Ҡулынан эш килә уның.
– Картуфығыҙҙы колорадо ҡуңыҙы йонсотмаймы?
– Ә беҙҙә улар юҡ. Урман эсендә ултырғанғамы икән. Картуф үҫтереүҙең дә серҙәре бар. Уны өс йыл сәскән ергә дүртенсе йылда йәшелсә ултыртам. Картуф ерҙе йомшарта, шуға йәшелсә уңа. Уңышты йыйып алғас та һоло йә гәрсис үләне сәсәбеҙ. Аҙаҡ улым ҡаҙып ҡуя, ер шулай тәбиғи ысул менән ашлана. Һәр картуфты ултыртҡанда, төбөнә ҡош тиҙә­ге менән көл бутап һалабыҙ. Ямғыр яумаған саҡта һәр ояға һыу һибәбеҙ. Ике тапҡыр күмәбеҙ. Быйыл орлоғон үҙгәр­тергә уйлайбыҙ.
– Һөйләшкәндә: “Ҡурай еләгенең ике тапҡыр “сәсен” алам, — тип әйттегеҙ. Уныһы нимә була?
– Иртә яҙ һәм көҙ ҡурай еләгенең яңы сыға башлаған һабаҡтарын ҡыҫҡартам, япраҡтарын киптерәм. Шулай итһәң, ул тарбаҡланып, ботаҡтар ебәреп үҫеп китә, мул уңыш бирә. Ә тегеләренән ҡыш үлән сәйе яһап эсәм. Ғөмүмән, ҡыш буйына етерлек үләнде үҙемдең баҡсамдан ғына йыям. Әремде лә үҙем сәсеп үҫтерәм.
– Ул үләндәрҙе мунсала ла файҙа­ланаһығыҙ икән...
— Мунса йыуыныу урыны ғына түгел. Ул һүҙгә мин ҙур мәғәнә һалам — тәнең генә түгел, йәнең дә таҙарынырға тейеш. Ун төрлө үләндән төнәтмә эшләйем. Уны мунса ташына ла һибәм, сәсемде лә шул һыу менән сайҡайым. Мунсаны көн һайын яғабыҙ. Һабын менән йыуынмайым.
— Нисек?
— Тәнемде тоҙ менән ышҡыйым. Шу­нан бал һөртәм. Аҙаҡ сабынам. Тәндәге бөтә шлак сығып бөтә. Көн һайын мунса ингәс, тән таҙара. Тын алыуҙары ирке­нәйә. Өҫтәүенә мин бит махсус тын алыу гимнастикаһы менән дә шөғөлләнәм.
— Емештәрегеҙҙе нисек эшкәртеп бөтәһегеҙ?
— Ике төрлө емеште бергә ҡушып эшләһәң, бигерәк тә тәмле була. Мәҫә­лән, ҡыҙыл ҡарағатҡа һырғанаҡты ҡуш­һаң, ғәжәйеп тәм барлыҡҡа килә. Энә­лектән компот яһағанда ҡара миләш менән баланды ҡатнаштырһаң, төҫө лә матур, файҙаһы тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Еләктән дә ҡайнатма, компот яһайбыҙ. Ҡарағатты шәкәргә бутап, ҡайнатмай ғына ултыртып ҡуям. Ҡурай еләген дә шулай итәм. Баланды һөйә­генән айырып, һөҙгөс аша үткәреп, балға болғатып ултыртам.
Ер шул тиклем рәхмәтле, хеҙмәт түк­кән кешене һәр саҡ мул уңыштары менән ҡыуандырырға әҙер. Эйелергә генә кәрәк. Хәйер, һәр эштә ҙур тырышлыҡ ҡына матур һөҙөмтәләр бирә.
– Уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы?
– Һәр кеше ижад баҡсаһы тыуҙыра алмай, әммә ҡасандыр кешелек тарафынан юғалтыуға дусар ителгән Эдем баҡсаһы өсөн ҡайғырып ултырғансы, үҙе йәшәгән урында, өйө эргәһендә, ҡала ситендә ожмах баҡсаһын булдырырға ҡулыбыҙҙан килә. Ер эше — үҙе үк ижад. Ергә ҡарата мәрхәмәтле, миһырбанлы булһаҡ, изгелектә, Хоҙайҙың рәхмәт-фатихаһында йәшәрбеҙ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872