Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тырышып уҡырға! Тырышып эшләргә!
Тырышып уҡырға! Тырышып эшләргә! Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Мишкә районына эш сәфәре барышында муниципалитеттағы агросәнәғәт комплексының эше, социаль, инфраструктура объекттары менән танышты, шулай уҡ Паралимпия спорты үҙәге төҙөлөшөн тикшерҙе.


Баймырҙа ауылында республика етәксеһе “Үҙәк” МТС-ының Бөрө филиалындағы һөтсөлөк фермаһын ҡарап сыҡты. 200 баш һыйыр аҫралған комплекс “500 ферма” айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнаша. Йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса 4 185 килограмм һөт һауып алынған. Йыл аҙағына тиклем был күрһәткесте 4 250 килограмға еткереү күҙаллана.
Республика Башлығы һөт күләменә бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
— Һауым 4 200 килограмм тәшкил итһә, унан ниндәй мәғәнә? 6-7 мең кәрәк. Бындай күрһәткестәр менән иҡтисадты нисек күтәрәһең? Зыян килтереп эшләүҙән ни фәтүә? — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы малды аҫрау шарттарын да тәнҡитләне, атап әйткәндә, малсылыҡ биналарында дым кимәленең юғары булыуын билдәләне.
Ирсай ауылында Башҡортостан етәксеһе өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән пансионатта булды. Объектты киләһе йыл башында сафҡа индереү күҙаллана. Әйткәндәй, 25 урынлыҡ пансионат республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә инвестициялар йәлеп итеү буйынса пилот проекты булып тора. Республика Башлығы был башланғысты тулыһынса хупланы.
Районға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Мишкә ауылында яңы төҙөлгән 110 урынлыҡ балалар баҡсаһын да ҡарап сыҡты. Ул төҙөлөш-монтаж эштәрен сифатлы итеп башҡарыуҙы талап итте, балалар учреждениеһын тулыландырыуҙы алдан уҡ планлаштырырға ҡушты.
Мишкәлә Рөстәм Хәмитов шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының 60 урынға иҫәпләнгән өр-яңы хирургия корпусында булды. Дөйөм майҙаны 4 324 квадрат метр тәшкил иткән корпус 2008 йылда һалына башлаған. Дауахананың баш табибы Илдар Абзалетдинов әйтеүенсә, әле биләмәне төҙөкләндереү, юлға асфальт түшәү, янғын резервуарҙарын эшләү тамамланып килә. Республика Башлығы хирургия һәм диагностика бүлексәләрен ҡарап сыҡты. Уның әйтеүенсә, яңы корпус барлыҡҡа килеү менән Мишкә районындағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алға ҙур аҙым яһаны. Шул уҡ ваҡытта муниципалитет алдында демография күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса ҙур бурыс тора, табиптарҙың хеҙмәте уны тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә, тине Рөстәм Хәмитов.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе һәм Мишкә ауылындағы 36 фатирлыҡ торлаҡ йортто ҡараны. Республика Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директоры Дамир Миңлебаев әйтеүенсә, әле 23 фатир — иҫке торлаҡтан күсерелгән ғаиләләр, тағы ла етәүһе етем балалар өсөн тәғәйенләнә, ҡалғандары баҙар хаҡы буйынса һатыласаҡ.
Мишкә агросәнәғәт колледжында Рөстәм Хәмитов белем биреүҙе ойоштороу сифатын баһаланы. Ул водителдәр, автомеханиктар әҙерләү кабинеттарында булды, “Умартасылыҡ” йүнәлеше буйынса белем алған I курс студенттары менән аралашты.
— Әле беҙ Ҡытай менән сауҙа мөнәсәбәттәрен башлайбыҙ. Улар ҙа, Европа халҡы ла бал һорай. Күптән түгел генә Көньяҡ Америкала ла бал яратыуҙарын белдем. Тик уны Аргентинаға, Чилиға нисек еткерергә? Ошо мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү өсөн һеҙгә тырышып уҡырға кәрәк, — тине төбәк Башлығы.
Район үҙәгендә Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Паралимпия спорты үҙәге төҙөлөшөн тикшерҙе, объектты файҙаланыу хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Сығым йылына 12 миллион һум тәшкил итәсәк, тинеләр. Шуға күрә спортсылар әҙерләүгә түгел, ә уларҙы реабилитациялауға, үҙенсәлекле һауыҡтырыу сараларын ҡулланыуға иғтибарҙы арттырыу күҙаллана. Үҙәкте киләһе йылдың беренсе кварталында сафҡа индерәсәктәр.



Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә